

Балаларҙың каникулы башланды. Бындай саҡта кемдәр нығыраҡ ҡыуаналыр: бәләкәстәрме әллә ата-әсәләрме, үҙегеҙ аңлайһығыҙ. Шулай ҙа йәйге мәлде хәүефһеҙ ҙә, файҙалы ла итеп үткәреү, балаларҙың һаулығын нығытыуға иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәктер. Үкенескә ҡаршы, ҡарауһыҙ ҡалған ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡазаланып та ҡуя.
Бөгөн балаларҙың, бигерәк тә үҫмерҙәрҙең ваҡытлыса эшкә урынлашыуы тураһында һөйләшке килә. Сөнки кемдәрҙер, бәлки, иғтибар ҙа итмәйҙер, әммә күп хеҙмәт урынын мәктәп уҡыусылары биләп, эш биреүселәрҙе ҡотҡара. Иң тәүҙә ул – кафеларҙа официанттар, һауыт-һауа йыуыусы булып эшләгән үҫмерҙәр. Әгәр улар булмаһа, төрлө тантаналарҙы үткәреүе ауырлыҡтар тыуҙырыр ине. Сөнки кафе хужалары тәҡдим иткән, сәғәтләп түләгән бәләкәй эш хаҡына балиғ булғандарҙан официанттар табыуы бик тә икеле. Унан олораҡ кеше эшләйем тиһә лә, был эште башҡара алмаҫ ине. Ун сәғәттән ашыу аяғөҫтө, бер ултырмай, ҙур залдың бер осонан икенсе осона, бер ҡаттан икенсе ҡатҡа батмус тотоп йүгергеләп йөрөгән үҫмерҙәр урынына бер мәлгә үҙегеҙҙе ҡуйып ҡарағыҙ. Һәм ошондай эш өсөн улар мең һумдан ике мең һумға тиклем генә ала. Эштән кеше үлмәй, әлбиттә. Әммә зал тулы халыҡты хеҙмәтләндерергә баҙнат иткән балаға тырышлыҡтан бигерәк, күпме ҡыйыулыҡ кәрәк икәнлеген һәр кем аңлаймы икән?
Шулай, бер мәжлес барышында оло йәштәге ҡатын официантты саҡыртып алып: “Ни өсөн был салат ул тиклем ҡоро ул?”-тип бәйләнә башланы. 15-16 йәштәрҙәге бала йылмайып: “Мин һеҙҙең һүҙҙәрегеҙҙе ашнаҡсыларға еткерермен”,-тине. Тик теге туҡтарлыҡ түгел: “Нимәгә кәрәк миңә һинең еткереүең?! Тәмһеҙ был салат!”-тип ҡысҡыра башланы. Аптырап ҡалған бала ғәфү үтенеп залдан сығып китте. Тиҙҙән ул майонез тотоп килеп инде. Күрәһең, ашнаҡсылар уға “ҡоро булһа, шуны һалып ашаһын” тип ебәргәндер. Тик майонез ситкә осто...
Икенсе осраҡ. Ҡунаҡтар шау-шыулы ерҙән ситкә күсеп, сәй эсергә ултырҙы. Өҫтәл янында официант ҡыҙ күмәк кешегә сәй яһап өлгөртә алмай. Шул саҡ бер ҡатын: “Саҡ ҡыбырлап йөрөйһөң! Һине кем эшкә алды ул?”-тип тауыш күтәрҙе.
Кафе янында ятҡан сүп-сар өсөн дә, аштың һыуыҡ булыуы өсөн дә үҙен официант итеп танытырға йөрьәт иткән балаларға эләгә. Ә бер ир официант малайҙың елкәһенән матҡып тотоп ситкә быраҡтырҙы. Уға ла кафе янындағы бысраҡ оҡшамаған булып сыҡты. Һәм шулай һәр нәмәнән ғауға сығарып, ғәйеплене эҙләп кенә йөрөгән кешеләр осрап ҡына тора ҡунаҡ булыусылар араһында. Шуға күрәлер инде кафелар көн һайын хеҙмәткәрҙәр эҙләүе тураһында иғлан бирә. Уйлап ҡараһаң, официанттар аш-һыуҙы таратып бирергә һәм йыйып алырға ғына тейеш. Улар башҡа бер нәмә өсөн яуаплы түгел. Әммә ҡайһы берәүҙәр уларҙың бала ғына булыуы менән файҙаланып, әҙ генә аҡсаға бар эшен эшләтһә, икенселәре ҡунаҡта йыйылған бар асыуын уларға төшөрә. Оло тормошҡа аяҡ баҫып, ҡанаты нығынырға ла өлгөрмәгән балаларға күрһәтер өлгөбөҙ шулмы инде?
Үҫмер малайҙар төрлө төҙөлөш эштәрендә лә ихлас эшләй. Ҡулына сүкеш-балта ла тота белмәгән буласаҡ йорт хужалары өсөн был шәп тәжрибә. Шуларҙың береһе: “Икенсе йыл күрше ағай үҙенең бригадаһына ала. Миңә ныҡ оҡшай. Ошонда эшләп үҙемә оҡшаған кейемде һатып алдым. Кино, кафеға йөрөгәндә хәҙер әсәйҙән аҡса һорамайым. Аҡсаны ла һәйбәт түләйҙәр. Ҡайһы саҡта көнөнә 3-4 мең һум алам. Ағайҙар менән бергә ултырып ашауы, уларҙың шаяртыуҙары оҡшай”,-тине.
Малайҙың әсәһе әйтеүенсә, улы эш эҙләй башлағас, ул үҙе күршеһен барып үтенгән. “Атаһың үҫкән улыма ир тәрбиәһе кәрәк. Шуға күрә аҡсаһынан бигерәк, улымдың ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә ҡыуанам. Ул ныҡ булып китте, яуаплылыҡ тоя башланы. Бының өсөн күршемә бик тә рәхмәтлемен”,-ти ул.
Эйе, малайҙарҙы ҡулына эш ҡоралы тоторға өйрәтеү, уларҙы физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да нығытыу бик мөһим.
Балалар пекарня, кафеларҙа эшләй, СТО-ла машиналар йыуа, көтөү көтә, кешеләргә ялланып уларҙың хужалыҡ эштәрен башҡара, баҡса утай. Хеҙмәт кешене тәрбиәләүе бәхәсһеҙ. Көнө буйы телефон тотоп диванда аунағансы, кешеләр менән аралашыуы, ниндәйҙер эшкә өйрәнеүҙәре киләсәк тормоштарында үҙҙәренә лә бик кәрәк буласаҡ. Тәүге эш хаҡы алып ҡыуанысынан һикерәңгәләгән балаға ҡарап йылмайып ҡуяһың. Шул уҡ ваҡытта уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн беҙ – өлкәндәр, ата-әсәләр яуаплы булыуыбыҙҙы онотмайыҡ. Хеҙмәт юлындағы тәүҙе аҙымдарын яһаған балаларға һәр кем иғтибарлы ғына түгел, ә ихтирамлы ла булһын ине.
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Фото интернеттан алынды.