Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
20 Июль 2025, 08:28

Бурҙан ҡала, уттан, һыуҙан ҡалмай, тиҙәр...

Илшат Мөхәмәтшин кеүек ир-егеттәр күберәк булһын ине.

Бурҙан ҡала, уттан, һыуҙан ҡалмай, тиҙәр...Бурҙан ҡала, уттан, һыуҙан ҡалмай, тиҙәр...
Бурҙан ҡала, уттан, һыуҙан ҡалмай, тиҙәр...

Салауат районының Малаяҙ ауылында бер йәш ғаиләнең йорто төндә янып китә. Күршеләре бәләгә тарығанын күргән Илшат Мөхәмәтшин юғалып ҡалмай. Һыулы мискә тағылған тракторы менән килеп, үҙенең ғүмеренә һәм мөлкәтенә хәүеф янаһа ла, ҡыҙыл әтәс менән көрәшә башлай, өс балалы ғаиләне үлемдән ҡотҡара. 

Йортто янғын телдәренән ҡотҡарып булмаһа ла, иң мөһиме ғаилә иҫән ҡала. Көндәр ҡоро, елле һәм эҫе тороу сәбәпле, янғын сығыу хәүефе был осорҙа икеләтә артып китә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Бурҙан ҡала, уттан, һыуҙан ҡалмай, тигәндәрен онотмайыҡ. 

Фото интернеттан алынды. 

Бурҙан ҡала, уттан, һыуҙан ҡалмай, тиҙәр...
Бурҙан ҡала, уттан, һыуҙан ҡалмай, тиҙәр...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас