

"Валей" позывнойлы яугир - Күмертауҙан. Ул оҙайлы хәрби хеҙмәт юлын үтеп, Ватанға тоғролоғон бер нисә тапҡыр раҫлай. Ҡаланың 1-се гимназияһын тамамлағандан һуң Күмертау авиация техникумында уҡый. Унан һуң әрме сафтарына алына. Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итә. Бер йылдан ул беренсе контрактҡа ҡул ҡуя һәм Төньяҡ Кавказға Каспий флотилияһының 77-се айырым гвардия диңгеҙ пехотаһы бригадаһына хеҙмәт итергә китә. Унда ул десант-штурм ротаһында АГС-17 «Пламя» гранатометсыһы була. Юғары белем алыу теләге менән янған егет контракты тамамланғас, 2010 йылда Ырымбур дәүләт университетында психология факультетында белемен камиллаштыра. Тик хәрби тормош һәр ваҡыт үҙенә тартып торғандай була егетте. Уйлаштырғандан һуң 2020 йылда контракт буйынса Ҡара диңгеҙ флотының 810-сы айырым гвардия диңгеҙ пехотаһы бригадаһында хеҙмәт итә башлай.
Махсус хәрби операция башланыуҙың тәүге көндәренән алып уның подразделениеһы яуҙа ҡатнаша. Һуғыш яланы уйын урыны түгел икәнен һәр бер хәрби яҡшы белә. Ҡасан дошман пуляһы килеп эләгерен берәү ҙә күҙаллап тора алмай шул. Пулеметсы булып хеҙмәт иткән "Валей" ҙа яуҙа ҡаты яралана. Оҙаҡ ҡына дауаланырға тура килә уға. Аяҡҡа баҫҡас та хәрби бурысын үтәүен дауам итә. Ҡырымдың яр буйы райондарын дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарынан һәм БЭК-тан һаҡлау буйынса ла һаҡта тора ул.
Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән яҡташыбыҙ "Батырлыҡ өсөн", "Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн", "Диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт иткән өсөн", "Кавказда хеҙмәт иткән өсөн" наградалары менән бүләкләнгән. Бөгөнгө көндә яҡташыбыҙ сержант дәрәжәһендә илебеҙ һағында тора. Өйҙә уны әсәһе, атаһы, өлкән ағаһы, апайы, яратҡан тормош иптәше һәм өс балаһы түҙемһеҙлек менән көтә. Намыҫлы егетебеҙгә артабан да гел именлек юлдаш булыуын, тормош һәм ғаилә күгенең мәңге салт аяҙ тороуын теләйбеҙ.
Сығанаҡ: "Юшатыр" гәзите.