Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
21 Июль 2025, 06:45

Был аҙнала һауа торошо ниндәй булыр?

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса...

Был аҙнала һауа торошо ниндәй булыр?Был аҙнала һауа торошо ниндәй булыр?
Был аҙнала һауа торошо ниндәй булыр?

Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр ҙа яуасаҡ, йылы ла буласаҡ. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, аҙнаның беренсе көнөндә яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +10,+15°, көнсығыш буйынса +5°, көндөҙ +26,+31°. 22 июлдә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, көндөҙ йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15,+20°, урыны менән +10°, көндөҙ +25,+30°. 23 июлдә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, урыны менән йәшен. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13,+18°, көндөҙ +23,+28°. Федераль метеосайттарға ярашлы, алдағы көндәрҙә аҙнаның икенсе яртыһында Башҡортостанда бер аҙ һалҡынайта, тәүлек интенсивлығы 6 миллиметрға тиклем ямғыр яуыуы ихтимал.

Автор:
Читайте нас