+24 °С
Ямғыр


Өфөнән Алина Фәрхетдинова Һиндостанда Miss Glam World-2025 халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында еңеүсе булды. Алина Рәсәй исеменән сығыш яһаны. Уға 19 йәш. Ул - УУНиТ студенткаһы. Еңеү өсөн Өфө һылыуҡайы аҡсалата бүләк алды. Miss Glam World-2025 халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы 11 июлдән 17-нә тиклем үткәйне. Икенсе урынды Израиль яулай, ә өсөнсөнө - Сербия . Конкурсанттар милли кейемдәрҙә дефиле, интеллектуаль тур, визит карточкаһы һәм киске кейемдәрҙә дефиле кеүек этаптарҙа ярышты.
Ҡайнар ҡотлайбыҙ һине, Алина! Алда ла уңыштар юлдаш булһын!