+22 °С
Дождь


Бразилияла йәшәүсе 37 йәшлек Мейривоне Роше исемле яңғыҙ ҡатын бер үҙе йәшәп ялыҡҡас, сепрәктән эшләнгән ҡурсаҡ-иргә "кейәү"гә сыға. 250 кешенән торған ҡунаҡ саҡырып "туй" ҙа үткәрәләр. Хатта өс "бәпес"тәре лә тыуа. Тик, ирҙәрҙең барыһы ла бер ҡалыптан, ахырыһы. Теге ир-ҡурсаҡ, сепрәктән генә эшләнгән булһа ла, "һул"ға йөрөй башлаған, имеш. "Хыянат"ты ауыр кисергән ҡатыны, уны күрше бүлмәлә йоҡлата башлаған, тиҙәр.
Фото интернеттан алынды.