Ял көндәренә һауа торошо билдәле булды. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, шәмбе, 26 июлдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +10,+15°, көндөҙ +19,+24°. Йәкшәмбе, 27 июлдә шулай уҡ төндә лә, көндөҙ ҙә ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ талғын, урыны менән көсәйүсән. Һауа температураһы төндә +8,+13°, көндөҙ +17,+22°.