+24 °С
Ямғыр


Ауыл ерендә һатыусылар бер нисә һөнәрҙе алмаштыра. Һатып алыусыһының хәлен дә тыңлай, һуңғы яңылыҡтар менән дә бүлешә, ауыл халҡын тауар менән дә тәьмин итә. Ғафури районы Юлыҡ ауылында йәшәүсе Нәжиә Риф ҡыҙы Ҡурмашева тап шундайҙарҙан. Ун йылға яҡын был эштә һәм ауыл халҡы уға ҡарата тик ыңғай фекерҙә генә. Эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.