+24 °С
Ямғыр


Асҡын районының Ҡышлау-Йылға ауылынан «Бордюр» ҡушаматлы яугир Суворов миҙалына лайыҡ булды. Муниципалитет башлығы Динис Йосопов хәбәр итеүенсә, хәрби хеҙмәткәр МХО зонаһында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн юғары дәүләт наградаһы алды. "Беҙ яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, уңышлы хеҙмәт һәм тиҙ арала еңеү менән ҡайтыуҙы теләйбеҙ", - тип яҙҙы Социаль селтәрҙә Динис Йосопов.