Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
28 Июль 2025, 05:24

Ямғырҙар ҡасан туҡтар?

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса...

Ямғырҙар ҡасан туҡтар?Ямғырҙар ҡасан туҡтар?
Ямғырҙар ҡасан туҡтар?

Башҡортостанда июлдең аҙағы ямғырлы була, тип хәбәр итә Башгидромет синоптиктары. Бөгөн, 28 июлдә, республикала ямғыр яуа, бигерәк тә көнсығыш райондарҙа. Көслө ел сығыуы ихтимал. Көндөҙ һауа +18, +23 градусҡаса йылына. 29 июлдә, шишәмбе, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә талғын. Төндә термометр бағанаһы +10, + 15°күрһәтәсәк. Көндөҙ +20, +25° тиклем йылыта. Шаршамбы, 30 июлдә лә һауа торошо ямғырлы буласаҡ. Ел төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә талғын. Төндә термометр бағанаһы +12, +17, көндөҙ +21, +26 градус күрһәтәсәк.

Автор:
Читайте нас