

Бөгөн Өфөнөң Яҙыусылар союзы йортонда йәш быуын әҙиптәре Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары менән осрашты. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ҡарамағында булдырылған Йәш яҙыусылар советы ағзалары менән осрашыуҙа халыҡ яҙыусылары Марсель Сәлим, Ринат Камал, Флүр Ғәлимов, халыҡ шағирҙары Гөлфиә Юнысова, Лариса Абдуллина, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡатнашты.
Сара күренекле яҙыусыларҙы Йәш яҙыусылар советы эшмәкәрлеге менән таныштырыу, уларҙың ижадҡа ҡарата кәңәштәрен тыңлау, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып маҡсатында ойошторолдо. Йәш быуын шағирҙарының ижад емештәре менән бүлешеүе әңгәмәгә йәм өҫтәне.