Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
31 Июль 2025, 06:40

Яҡташ яугир – Рәсәй Геройы!

Тағы бер яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. 116-сы айырым махсус тәғәйенләнештәге бригада командиры генерал-майор Руслан Ғарифуллинға «Алтын йондоҙ»ҙо Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте директоры Виктор Золотов тапшырҙы.

Яҡташ яугир – Рәсәй Геройы!Яҡташ яугир – Рәсәй Геройы!
Яҡташ яугир – Рәсәй Геройы!

Тағы бер яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. 116-сы айырым махсус тәғәйенләнештәге бригада командиры генерал-майор Руслан Ғарифуллинға «Алтын йондоҙ»ҙо Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте директоры Виктор Золотов тапшырҙы.

Генерал-майор Ғарифуллин ошо юғары наградаға махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булды.

«Яугирҙәрҙең характеры өсөн 116-сы бригаданы «ҡорос һымаҡ» тип йөрөтәләр. Әйткәндәй, Салауат Юлаев исемендәге ике батальоныбыҙ доброволецтары тап ошо подразделение составында хеҙмәт итә. Улар төрлө хәрби бурыстарҙы үтәй, Тыуған илебеҙ сиген һаҡлай, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Руслан Вил улын ысын күңелдән ҡотлайым! Республика һеҙҙең менән ғорурлана!»

Бынан алдараҡ «Башинформ»да МХО-ла Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ республикабыҙ яугирҙары тураһында лонгрид баҫылғайны.

Автор:
Читайте нас