+22 °С
Ямғыр


Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, урыны менән көслө йәшен буласаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа көслө ямғыр, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуасаҡ. Ел көнсығыштан секундына 5-10 метр, йәшен ваҡытында секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе күҙәтелә. һауа температураһы төндә +13,+18°, көндөҙ +20,+25°. автомобиль юлдарында ямғырҙа күреү мөмкинлеге 5001000 м тиклем насарая, төндә һәм иртән урыны менән томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 м һәм унан да кәмерәк була.