+24 °С
Ямғыр


3 августа Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында батып барған ҡатын-ҡыҙҙы ҡотҡарыусы иргә халыҡ, берсә, рәхмәт әйтте, берсә кемлеген белә алмайынса баш ватҡан ине. Сергей Кузнецов икән ул. Фажиғә була яҙған урында ул балыҡ тота ла, ҡайтырға сыға. Әммә баш кейемен онотоп ҡалдырғанын белгәс, кире әйләнеп килә. Шунда һыуға батып барыусы ҡатын-ҡыҙҙы күреп ҡала һәм артынан һыуға һикерә. Оло йөрәкле ир һыуға батып барыусыны ҡотҡарғас, үҙ юлы менән китеп бара. Ниһайәт, уның кем икәнлеге асыҡланды. Баҡһаң, ул быға тиклем дә һыуға батып барыусыларҙың ҡотҡарғаны булған икән!
Фото интернеттан алынды.