Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
8 Август 2025, 04:32

Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй булыр?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә...

Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй булыр?Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй булыр?
Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй булыр?

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, шәмбе, 9 августа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, төндә урыны менән көслө йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә +11,+16, көндөҙ +20,+25 градус күрһәтәсәк. Йәкшәмбе, 10 августа, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9,+14°, көндөҙ +19,+24°

Автор:
Читайте нас