

Яҡташ яугир һауа оборонаһы зонаһында хеҙмәт иткәне өсөн рәхмәт хаты алды. Благовар районының Топоринка ауылынан «Сага» ҡушаматлы яугир махсус операция бурыстарын батырлыҡ менән үтәй. Район хакимиәте башлығы Марат Йосопов һөйләүенсә, «Сага» мотоуҡсылар бүлегендә снайпер булып хеҙмәт итә. Батырлыҡ хеҙмәте өсөн яугир хәрби частың командованиеһы тарафынан билдәләнә.
"Яугир МХО зонаһында хәрби бурыстарҙы үтәгәндә аҡыллы инициатива, профессионализм, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ул үҙенең хәрби оҫталығын даими камиллаштыра, уларҙы практикала оҫта һәм грамоталы ҡуллана. Бөтә ауырлыҡтарҙы түҙемлек менән кисерә. Хәрби коллективтың әүҙем ағзаһы булараҡ хеҙмәттәштәре араһында абруй менән файҙалана..." – тип билдәләнә рәхмәт хаты тексында.
"Сага"ға иҫән һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!