+24 °С
Ямғыр


Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәрендә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәйәсәк.
Шәмбе, 16 августа, төндә урыны менән, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +8,+13, көндөҙ +17,+22. Йәкшәмбе, 17 августа, урыны менән йәнә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +7, +12 градус, көндөҙ +18, +23.