Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2025, 16:48

“Әхирәтем төшөмдә баҫтырҙы...”

– Нимә өсөн? – тине өнөндә борсоған һорауҙы төшөндә булһа ла биреп. – Артыҡ ихласлығыңдан бүктем. Тағы ла һинең яныңда бала саҡтан шәүлә булып йөрөүҙән ялыҡтым, – тине тегеһе ауыҙын йәмһеҙ ҡыйшайтып.

“Әхирәтем төшөмдә баҫтырҙы...”
“Әхирәтем төшөмдә баҫтырҙы...”

Әсә булыу ҡатын-ҡыҙға төрлөсә йоғонто яһай. Быға тиклем мыҙыҡа ғынаһының дәрте асылып китеп ут бөрсәһенә әйләнә. Йә, киреһенсә. Рәмилә декрет ялынан эшкә сыҡҡанда майы бөтөп барған шәм кеүек ине. Тәүлек әйләнәһенә арҡаһынан үткән өшәнес һалҡынға күнегеп тә бөттө. Йып-йылы өйҙә лә шәлгә уранып йөрөгән ҡатынына ире Самат та сәйерһенеп, ятһынып ҡарай башланы.

“Осрашып йөрөгән ҡыҙ менән ҡатының араһындағы айырма ер менән күк айырмаһы. Хатта улар икеһе бер кеше булһа ла”, – тип әйтә торған ине ағаһы һәр ваҡыт нимәгәлер ҡәнәғәтһеҙлеген йөҙөнә сығарып, үҙ алдына һөйләнеп йөрөгән еңгәһенә ҡарап.

Рәмиләнең холҡо үҙгәреүе иренең зитына теймәне. Ә бына һаулығының көндән-көн ҡаҡшауы йәш атайҙы борсоуға һала. Хәҙер инде биленән дә түҙмәй ҡайһы саҡта иҙәндә тәгәрәп йөрөгән һөйөклөһөнә ҡарай ҙа, бәләкәс кенә, ҡурсаҡ кеүек ҡыҙы менән был донъяла япа-яңғыҙы ҡалыр һымаҡ булып китә. Йөрөтмәгән табиптары ҡалманы инде. Түләүлеһенә лә, төкөрөктәрен сәсә-сәсә үҙҙәренең дауалау ысулдарын сәғәттәр буйы маҡтанып һөйләп халыҡты албырғатырға тырышҡан сит илдәрҙән килгәндәренә лә. Ауырыуы арҡаһында яратҡан эшен дә ҡалдырырға тура килде Рәмиләгә. Бер үҙе донъя йөгөн һөйрәгән, үҙенә ҡарап өҙгөләнгән хәләленә йәлләп ҡарай ҙа: “Башҡаса аҡса бөтөрөп бер ҡайҙа ла йөрөтмә. Күрәсәгем шулдыр”, – тип яҙмышына күнгәнен белдереп, ҡул һелтәп ҡуя.

Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, быға тиклем ниндәйҙер юғары көстәр барлығына ышанмаған, кәләше Ҡөрьән китабын ҡулына тотоп ултырһа ла сәйерһенеп кенә ҡараған Самат им-томсылар хаҡында йыш уйлана башланы. Эҙләгән – таба инде. Борондан беҙҙә халыҡ медицинаһы менән дауалаусылар, төрлө доғалар менән ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырыусылар булған икән. Хатта киң билдәлелек яулағандары хаҡында айырым китаптар ҙа нәшер ителгән. Йәнһеҙ һандар менән генә эшләп өйрәнгән ир күп нәмәне белмәгәнлегенә төшөндө. Эҙләнә, һораша торғас, үҙенә кәрәкле кешеһен дә тапҡан кеүек тойолдо.

Ғәҙәттә, юғары көстәр менән идара итеүселәрҙе шәм яҡтыһында ғына ҡараңғы бүлмәлә, ҡаранан кейенгән, ҡулына йә шәм, йә ниндәйҙер таныш түгел үлән, һын тотоп ултырған гүзәл зат итеп һүрәтләйҙәр. Әкиәттәрҙә иһә был образ урман төпкөлөндә йәшәгән убырлы ҡарсыҡ һынында бирелә. Яп-ябай ауыл өйөндә, ҡәҙимге кешеләрҙән бер яғы менән дә айырылмаған, йәше иллегә генә етеп барған ир ҡаршы алғас, аптырап китте.

– Әйҙү-ү-үк, – тине түргә ымлап. Аңшайып тороп асҡан ауыҙын да ябырға онотҡан иргә төрттөрөп алырға ла онотманы. – Тартынма, кеше ашай торған холҡом юҡ.

Рәмиләнең фотоһына күҙ һалғас та, кисекмәҫтән үҙенә килтерергә ҡушты. “Гүр һалҡыны күптән ингән инде. Ҡотҡарып өлгөрә алһаҡ ярай ҙа”, – тип күңеленә шом һалып та ҡайтарҙы.

– Дошманың кем? – тип һораны йөҙө һарғайып, күҙҙәренең нуры китә башлаған ҡатынға ҡарап.

– Дошманлашып йөрөй торған холҡом юҡсы, – тине Рәмилә бер мәл тын ҡалып торғандан һуң.

– Юҡ тиһең дә ул... – Мулла әҙәм балаларының бер-береһенә ҡарата шул хәтлем яуызлыҡ ҡыла алыуҙарына аптырап һаман иҫен йыя алмай тора ине. – Яҡын күргән әхирәттәреңдең береһенең эше...

Хәҙрәт өшкөргәндән һуң, күңеле бер ни тиклем тынысланып, һыҙланыуҙары баҫылғандай тойолһа ла, Рәмилә үҙенә урын таба алманы. “Кемдең этлеге һуң? Кемегеҙгә насарлығым тейҙе?” – тип әсенә-әсенә өс кенә бөртөк дуҫ-серҙәш ҡыҙҙарының фотоларын алдына теҙеп һалды.

Айһылыу менән бала саҡтан дуҫтар. Рәмиләнең әсәһе башта араларына керергә маташҡайны ла, “Әсәһе, өләсәһенең мине яратмайынса юлыма кәртә булырға маташыуҙарында балаларҙың ни ғәйебе бар”, – тип ҡул һелтәне.

Айһылыуға Рәмилә һәр саҡ өлгө булды. Өйҙәрендә өлкәндәр ҙә ҡыҙҙың үҙенән ике йәшкә олораҡ әхирәтенең уңыштары, уңғанлығы тураһында йыш иҫенә төшөрөп, уларҙы сағыштырып ҡына торҙолар.

– Һиңә рәхәт, – тип уфтана торған ине Айһылыу уларға килгәндә. – Артыңдан күҙәтеп, тегенеһен-быныһын эшләргә, уҡырға кәрәклеген туҡып та маҙаңа теймәйҙәр...

– Ә һин берәй тапҡыр ололарҙың әйткәнен көтмәй генә йорт эштәрен үҙең башҡарып ҡара, – ти тегенеһе мут йылмайып.

Әллә ата-әсәһе тәрбиә биргәндә ҡайҙалыр ситкә тайпылды, әллә үҙе шулай. Айһылыуҙың төртөп күрһәтмәйенсә ҡылда ҡыбырлатмай торған холҡо бар. Өлкәндәрҙең туҡтауһыҙ тылҡып, әрләп тороуҙарынан ситкә уҡырға киткәс, ниһайәт, ҡотолдо.

Бәйҙән ысҡынған эт хәлендә итеп ул мәлдә күрҙе балалыҡ дуҫын Рәмилә. Уҡырға барғыһы килмәй. Ярты көн ятаҡта йоҡо һимертә лә, кисен дискотека, кафе тип саба. Шулай йөрөй торғас, юғары уҡыу йортонан да ҡыуылып ҡуйҙы. Бөтөнләй юғалып ҡуйыр ине, ярай ҙа ипле генә егеттең муйынына ваҡытында ҡамыт кейҙереп өлгөрҙө.

Йыш аралашмайҙар хәҙер. Ауыл ерендә йәшәгән элекке серҙәше ҡалаға юлы төшкәндә генә килһә лә, тегенеһен-быныһын төпсөнөп һорашып, тикшереп алйыта. Һуңынан тормоштарын сағыштыра, уфтана башлай.

Гүзәл менән башлы-күҙле булғас ҡына серҙәре берегә башланы. Быға тиклем бер мәктәптә уҡып, бер уҡыу йортоноң тупһаһын тапап бер-береһен ныҡлап белмәгәндәр ҙә тиерлек. Хәҙер иһә тормошҡа ҡараштары тура килгәнгәме, тиҙ арала ғаилә дуҫтарына әйләнделәр ҙә ҡуйҙылар. Тура һүҙле, әсе телле Рәмиләгә Гүзәл йыш ҡына үпкәһен белдерһә лә, тиҙ һыуына үҙе. “Ысын дуҫ шулай күҙеңә ҡарап әйтһен. Артыңдан һөйләнеп йөрөһә, һуңынан сәләм дә бирге килмәй бит ул”, – тип көлә лә, ваҡыты менән үҙе лә Рәмиләнең етешһеҙ яҡтарын төрттөрөп күрһәтеп ҡуя.

Миләүшәһе лә шулай. Эшләгән урындарына танышҡайнылар улар. Хәҙер кейәүгә сығып, сит ҡалаға күсһә лә, араларының йыраҡлығы дуҫлыҡтарына зыян килтермәй. Телефон аша һөйләшеп, кәңәшләшеп, юлдары төшкәндә бер-береһен күрергә ашҡынышып ҡына торалар.

Береһенән-береһе сағыуыраҡ өс әхирәтенең һүрәттәренә алмаш-тилмәш ҡарап, кемеһенән ғәйеп эҙләргә белмәй, аптырап уҙғарҙы ул кисте Рәмилә. Шул ятҡанынан серемгә лә китте һәм төнө әллә ниндәй алама төштәр менән буталып үтте.

Башта ниндәйҙер ҡара урман эсендәге һуҡмаҡтан ире менән китеп баралар ине ҡара ялбыр сәсле ҡатын-ҡыҙ һыны пәйҙә булды. Унан ҡаса башлағас, тормош иптәше ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты. Теге албаҫты менән икәүҙән-икәү генә ҡалдылар. Юл тау үренә башлағас, хәле бөткән Рәмиләне баҫтырып тотто барыбер. Биленән һығып тотҡас, ауырытыуға сыҙамай әйләнеп ҡараған ине, әхирәте Айһылыуҙы күреп иҫе китте.

– Нимә өсөн? – тине өнөндә борсоған һорауҙы төшөндә булһа ла биреп.

– Артыҡ ихласлығыңдан бүктем. Тағы ла һинең яныңда бала саҡтан шәүлә булып йөрөүҙән ялыҡтым, – тине тегеһе ауыҙын йәмһеҙ ҡыйшайтып.

Таңға табан баҫлығып уянды ла, бер килке аңды-тоңдо аңлай алмай ятты. Бары тик биле ҡабаттан әсетеп һыҙлап алыуы ғына өнө менән төшө буталыуын аңғартты. Янда ҡатынының боршаланып, уфтанып ятыуына Самат та уянды. Рәмилә төшөн һөйләгәс: “Ә мин алдан уҡ шул әхирәтеңдең берәй этлеге түгелме икән тип уйлап ҡуйған инем”, – тип шаҡ ҡатырҙы. Бер килке быға әйтәйемме-ҡуймы икән тип икеләнеп торғандан һуң, аҙаҡҡы тапҡыр Айһылыу уларға килеп киткәс, уға үҙен оҡшатыуы хаҡында яҙылған смс-хаттар ебәреүен, осрашыуҙарға саҡырып йөрөүен һөйләне. Һағыҙаҡ кеүек бәйләнсек ҡатындан, был ҡылығыңды иреңә лә, Рәмиләгә лә әйтәм, тип кенә ҡотола алған икән.

– Әле шуны саҡ аңланым: ул мине лә оҡшатмаған, бары тик һине хыянат аша һындырырға уйлаған. Килеп сыҡмағас, икенсе юлда һайлаған... Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленгәнен, был тормошта яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ҡасан да булһа үҙенә кире әйләнеп ҡайтасағына яуыз ҡатын ошо йәшкә етеп тә аңламанымы икән ни?! Кеше бәхетенә нисек кенә ымһынһаң да, хужа булып булмай бит ул... – тип Саматтың һөйләнә-һөйләнә Рәмиләне ҡосаҡлап алыуынан, оҙаҡ ваҡыт ауырыу менән көрәшеп йонсоп бөткән ҡатынға ҡабаттан күңеленә һиллек ҡайтты, күҙҙәрендә тормошҡа ҡарата дәрт осҡондары барлыҡҡа килде.

Үҙенә ҡарата тоғролоғо, һөйөүе, ваҡытында юғалып ҡалмай үлемдән ҡотҡарып алып ҡала алған икенсе яртыһына ысын күңелдән рәхмәтле ине был мәлдә.

Фото интернеттан алынды.

“Әхирәтем төшөмдә баҫтырҙы...”
“Әхирәтем төшөмдә баҫтырҙы...”
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас