Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
19 Август 2025, 07:10

Һәр кемдең үҙ донъяһы

Ғүмерҙең һәр сәғәтенең ҡәҙерен белеп, тормошто уның бөтә сағылыштарында ла яратып йәшәгән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел.

Һәр кемдең үҙ донъяһыҺәр кемдең үҙ донъяһы
Һәр кемдең үҙ донъяһы

Ғүмерҙең һәр сәғәтенең ҡәҙерен белеп, тормошто уның бөтә сағылыштарында ла яратып йәшәгән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Шундайҙарҙың береһе – баш ҡалабыҙҙа көн иткән милләттәшебеҙ Айгөл Ғәлиәкбәрова. Һөнәре буйынса – табип. Медицина өлкәһендә биш һөнәргә эйә: терапевт, травматолог-ортопед, функциональ диагностика, ультра-тауыш диагностикаһы һәм нур диагностикаһы табибы. Медицина фәндәре кандидаты. Ҡырҡ дүрт ғилми эш һәм монография авторы. Өҫтәүенә, ул проза әҫәрҙәре лә ижад итә.

– Айгөл, һеҙҙең башҡорт телендә нәшер ителгән баҫмаларҙа сыҡҡан әҫәрҙәрегеҙ уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Уларҙың һеҙҙең турала күберәк белгеләре килә...
– Туҡтауһыҙ алға тәгәрәгән тормошта яңылыҡтарҙы белеп йәшәргә ынтылам. Профессиямды аңлы рәүештә һайланым. Минең өсөн медицина – иң мөһим һәм мауыҡтырғыс фәндәрҙең береһе. Әле нур диагностикаһы табибы булып эшләйем. Үҙемдең курсташыма тормошҡа сыҡтым, өс бала тәрбиәләйбеҙ. Буш ваҡыттарымда китап уҡырға яратам, фәҡәт ҡағыҙға баҫылғанын. Нәҡ бала сағымдағы кеүек, китаптың биттәрен аҡтарырға һәм типография буяуының еҫен еҫкәргә яратам. Миңә хикәйәләр яҙыу, сигеү, башҡа ҡул эштәре менән шөғөлләнеү һәм иҫ китмәле матур илебеҙ буйлап сәйәхәт итеү оҡшай. Ғөмүмән, мауығыусан кешемен.
– Әҙәби ижад менән әүҙем генә шөғөлләнәһегеҙ һәм был даирәлә уңыштарға ла өлгәштегеҙ. Шул хаҡта ла һөйләһәгеҙ ине.
– Был өлкәлә уңыштарым күп тип иҫәпләмәйем. Үҙемде яҙыусы тип тә һанамайым. Ун ике йәшемдә саҡта портал аша урта быуатҡа барып эләккән дүрт үҫмерҙең мажаралары хаҡында тәүге хикәйәмде яҙҙым. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дәрестә шул әйберемде ҡысҡырып уҡыны. Класташтарым хикәйәнең дауамын яҙыуымды һорайҙар. Сама менән шул осорҙан алып мин үҙемдең фекерҙәремде, тәьҫораттарымды ҡағыҙға төшөрә башланым. Бары тик шул ғына. Дөрөҫ, оҙаҡ ҡына ваҡыт яҙманым. Бының сәбәбе лә бар. Мәктәптә уҡығанда иншаларҙы яҡшы ғына яҙа торғайным, әҙәбиәт буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа еңә инем. Һәм ун беренсе класта уҡығанымда йыл аҙағындағы сығарылыш иншаһында үҙемдең “генийлығымды” (сарказм, әлбиттә) эшкә егеп, “Кеше һәм йәмғиәт” темаһына классик әҙәбиәттең ун өс әҫәренә анализ яһаным. Шул эшем район комиссияһы ағзаларында төрлө фекерҙәр тыуҙырған. Ә мин мәктәбебеҙҙе алтын миҙалға тамамлауға берҙән-бер канидидат инем. Үҙемде бер тапҡыр ҙа күрмәгән комиссия ҡаты ҡарар сығарҙы: ”Иншаны юғары белемле кеше яҙған. Бындай фәлсәфәүи трактат ун алты йәшлек баланың уйланыуҙары һөҙөмтәһе була алмай”. Артабан мине баш ҡалаға аппеляцияға саҡырҙылар. Кисәгеләй иҫемдә: кисерештәрем арҡаһында йоҡоһоҙ үткәргән төндән һуң, ағарынып, ҡото осҡан турғай балаһылай, Мәғариф министрлығының оҙон, буш коридорында баҫып торам. Минең менән һөйләшеп тороуҙы ла кәрәк тип тапманылар, хатта кабинетҡа ла саҡырманылар. Бер сәғәт самаһы кәңәшләштеләр. Аҙаҡ комиссия ағзаһы булған бер апай килеп сыҡты ла, минең башымдан һыйпап: Һин ул әҫәрҙәрҙе уҡыныңмы һуң, исмаһам? – тип һораны һәм былай тип өҫтәне: – Шулай ҙа беҙ һиңә миҙалды бирергә булдыҡ”.
Тимәк, улар барыбер иншаны үҙем яҙғаныма ышанманылар! Шуға ла мин бер нисә йыл буйы бер нимә лә яҙманым. Башымды: “Ни өсөн?” тигән уй бырауланы. Һуңынан “Нәҫел ҡарғышы” тигән мистик роман яҙылды һәм китап булып баҫылып сыҡты. Артабан медицинаға бәйле тиҫтәләгән хикәйәләр ижад иттем. Уларҙың ҡайһы берҙәре әҙәби дипломдар менән билдәләнде. Был ҡыуаныслы, әлбиттә. Әҙәби ижад менән булышҡан һәр кем кеүек үк, минең өсөн дә әҫәрҙәремдең донъя күреүе һәм уҡыусыларҙың баһаһын алыу бик мөһим.
– Һеҙҙең ижадығыҙ күп яҡлы. Һеҙ мистик һәм реалист. Был жанрҙарҙың ҡайһыһы күңелегеҙгә ятышлыраҡ?
– Ҡатмарлы һорау. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ донъяны үҙебеҙгә генә хас булғанса тойомлай. Мәҫәлән, теология йә философия буйынса юғары белеме булған кешеләрҙең донъяға ҡарашы прапорщиктыҡынан һәм һөнәрселек училищеһын тамамлағандарҙыҡынан ныҡ айырыла. Тыумыштан һуҡыр йә, вариант булараҡ, дальтониктың донъя менән мөнәсәбәте уның төҫтәрҙең барлыҡ палитраларын да күреү ҡеүәһенә эйә рәссамдыҡы кеүек булмай. Шул уҡ ваҡытта донъя – берәү, тик һәр кем уның тулҡындарын үҙенең физик мөмкинлектәре буйынса ғына түгел, ә белем кимәле, рухи үҫеше, тойомлау ҡеүәһе аша ҡабул итә. Ишетеү һәләте, еҫ тойоу зауыҡ йәһәтенән дә кешеләр бер-береһенән бик ныҡ айырыла бит! Кемдер күҙлекһеҙ урамға сығырға ла баҙнат итмәй, ә тайгала йәшәгән кеше тейендең күҙенә ата ала. Кемдер, ишетеүенә таянып, үтә лә ҡатмарлы көй сығара, ә кемдеңдер ҡолағына айыуҙар оркестры баҫҡан кеүек. Донъя берәү, әммә бөтә кеше өсөн дә бер үк түгел. Һәр кемдең үҙ донъяһы. Мин мистик донъяны ысынбарлыҡтан айырмайым. Был физика закондарын химия, биология, социаль һәм кешегә йоғонто яһаған башҡа ҡанундарҙан бүлеүгә тигеҙ булыр ине. Был закондарҙың бөтәһе лә кешегә бер үк ваҡытта йоғонто яһай. Минең өсөн донъя – матди закондарҙың нескә рухи ҡанундар менән тығыҙ бәйләнеше.
Ни өсөн мин был хаҡта шулай ышаныслы итеп һөйләйем? Эш шунда: тыуғандан алып мин сәйер төштәр күрәм. Улар ғәмәлгә аша ла ҡуя. Бәғзелә улар яҡшыны вәғәҙә итәләр. Мәҫәлән, мин балаларымдың енестәрен һәм төҫ-ҡиәфәттәрен улар тыуыуҙан күпкә алдараҡ белдем. Студент сағымда үҙемә эләгәсәк билеттарҙың һандарын күрҙем. Өлкән курста уҡығанымда табиптар, өс ай буйы тикшереп тә, нимә менән сирләгәнен аныҡ ҡына билдәләй алмаған бер ҡыҙға ҡатмарлы диагноз ҡуйҙым. Мине профессорға саҡырҙылар һәм, ни өсөн шундай ҡатмарлы диагноз ҡуйыу башыңа етте, тип ҡыҙыҡһындылар. Мин уларға “Ауырыу тарихы”ның титул битен төшөмдә күрҙем тип әйтә алманым, әлбиттә.
Төштәремдә фажиғәләр, ауырыуҙар ҙа күрҙем. Тик уларҙы үҙгәртеү мөмкин түгел ине. Шуға ла мин йәшлегемдә төрлө эзотерик практикалар һәм тәғлимәттәр менән дә мауығып алдым. Шул темаға ҡағылышлы күп әҙәбиәт уҡыным, лекцияларға, семинарҙарға, курстарға йөрөнөм. Киләсәктең ни өсөн тап миңә башҡаларға ҡарағанда алдараҡ асылғанлығын аңларға бурыслымын төҫлө тойола торғайны. Әйткәндәй, алдан тойомлау нәҫелебеҙ вәкилдәрендә элек тә булғылаған. Ысынлап та, донъя беҙ уйлағанға ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ. Әммә хәҙер, әлеге йәшем юғарылығынан мин, эзотерик практикалар менән мауығырға кәрәкмәй, тип әйтә алам. Улар эшләмәгәнгә күрә түгел. Киреһенсә. Улар эшләйҙәр һәм бик хәүефлеләр. Әгәр ҙә һеҙгә шарлатан тап килһә, бик һәйбәт – ни бары аҡсағыҙҙы ғына юғалтасаҡһығыҙ. Әгәр ҙә ысын практик булһа, уның һеҙҙең киләсәгегеҙгә нисек тәьҫир итеүе билдәһеҙ. Был темаға әллә күпме һөйләргә мөмкин.
– Һеҙҙең “Бер тамсы ҡан” тигән хикәйәгеҙ Мәскәүҙәге юғары уҡыу йорттарының береһендә белем алған сит ил студенттары өсөн сығарылған уҡыу әсбабына керетелгән. Шул хаҡта һөйләһәгеҙ ине.
– Эйе, был хикәйәм халыҡ-ара “Яңы яҙыусылар” әҙәби конкурсының призеры булараҡ, Мәскәү лингвистика университетында рус телен өйрәнеүсе сит ил студенттары өсөн уҡыу әсбабына индерелгән. Бер нисә йыл элек Америкала белем алған студенттарҙың минең менән бәйләнешкә сығыуҙары ныҡ аптыратҡайны. Баҡтиһәң, улар ситтән тороп рус телен өйрәнгәндәр һәм уларҙың уҡытыусылары тап шул дәреслекте ҡулланған. Аралашыу бик ҡыҙыҡлы булды. Уларға хикәйәмдең төп геройы – мине уңайһыҙ хәлдә ҡалдырған, ә аҙаҡтан ныҡышмалы рәүештә үҙенең икенсе, “яратҡан”, ҡатыны булырға тәҡдим иткән егеттең Йемендан булыуы мәрәкә тойолдо.
– Үҙегеҙҙең Франция нәшриәте менән хеҙмәттәшлегегеҙ тураһында ла бәйән итһәгеҙ ине.
– Осраҡлы ғына мине “Ҡатын-ҡыҙ ҡарашы” тип аталған халыҡ-ара проектта ҡатнашырға саҡырҙылар. Бөгөнгө көнгә шул проект сиктәрендә донъяның төрлө ҡалалары тураһында алты йыйынтыҡ нәшер ителде. Минең хикәйәләрем шуларҙың дүртеһендә – Париж, Истамбул, Барселона, Вена тураһында­ғыларында баҫылды. Үҙем өсөн бик ҡыҙыҡлы тәжрибә булды. Ҡаланы декорация йә өнһөҙ фон итеп түгел, ә ваҡиғаларҙа ҡатнашыусы итеп сағылдырырға кәрәк ине. Проекттың мөхәррирҙәре минең хикәйәләремдә милли колорит ярылып ятыуын билдәләне. Уларҙың береһе, шаярып: “Айгөлдөң һәр хикәйәһендә башҡорттарҙың төлкө тиреһенән тегелгән бүректәренең ҡойроҡтары һерәйеп тора”, – тигәйне. Шулай итеп, күп уҡыусылар, айырыуса сит илдәрҙә, беренсе тапҡыр беҙҙең халҡыбыҙҙың йолалары тураһында уҡып, “Төньяҡ амурҙарының” Парижға барып еткәнлеген белделәр.
– Һеҙ – уңышлы эшләүсе табип, фән менән шөғөлләнәһегеҙ, иң мөһиме – тәрбиә мәсьәләләренә бик яуаплы мөнәсәбәттәге өс бала әсәһе. Быларҙың бөтәһенә лә ҡайҙан көс табаһығыҙ?
– “Хоҙай миңә һирәк осрай торған ойоштороу һәләте биргәндер, моғайын. Эшһөйәрмен, Цезарь кеүек, тәүлегенә дүрт сәғәттән артыҡ йоҡламайым” тип әйтер инем. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, ижади илһам килгән мәлдәремдә көнкүреш мәсьәләләрендә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер яҡындарым барлығына ҡыуанам. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, мәктәптә математика дәрестәрен уҡытыуын дауам иткән әсәкәйем Тәнзилә Рафиҡ ҡыҙы, минең бөтә башланғыстарымды ла хуплап торған тормош иптәшем Александр – ныҡлы таяныстарым.
Уйлауымса, кеше үҙенең физик кәүҙәһен, уны ризыҡ-тәғәм менән тәьмин итеү менән генә булышырға түгел, сәнғәт, ижад һәм рухи эҙләнеүҙәр аша күңелен дә нығытырға тейеш. Башҡаса тулыһынса бәхетле булыу мөмкин түгел. Һәр башланғыстарын да ғәмәлгә ашырған бәхетле ҡатын, үҙ сиратында, ғаиләһенең бөтә ағзаларына ла бәхет өләшә. Һөҙөмтәлә бөтәһе лә бәхетле!
– Ижади пландарығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине.
– Бөгөн миңә бер нисә проектта ҡатнашырға тәҡдим итәләр, әммә әлегә улар тураһында һөйләгем килмәй.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Артабан да һәр даирәлә лә уңыштар теләйем.


Мәрйәм Мәхмүтйәнова әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас