

Бөрйән районының Байназар ауылы егете, “Дикий” позывнойлы яҡташыбыҙ Украинала барған махсус хәрби операцияла беренсе көнөнән үк ҡатнаша. 2010 йылда армия сафына алынған егет тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләгән. Новосибирск, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткәндән һуң, 2011 йылда контракт төҙөй. Өс тапҡыр Сирияла булып ҡайта. Хәрби заданиеларҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташыбыҙ бик күп миҙалдар менән наградланған.
Прапорщик званиеһына эйә “Дикий”ҙың хәрби хеҙмәттә булыуына 15 йыл тула. Әлкә-2 хәрби часендә уның менән бергә ағаһы ла хеҙмәт итә. 23 йыл хәрби тәжрибә туплаған райондашыбыҙ әлеге мәлдә шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнаша, водитель бурысын үтәй. Бер туғандарҙың хәрби хеҙмәткә ылығыуына аптырайһы түгел – улар 25 йыл тормошон хәрби хеҙмәткә бағышлаған бабайҙары юлын һайлаған.
МХО-ла техник ротаның етәксеһе вазифаһын башҡарған яугир ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Яҡташыбыҙ Ейәнсура һылыуы менән ике бала тәрбиәләй.
Хәрби бурысын өлгөлө башҡарған, үҙен юғары класлы белгес, ҡыйыу һәм маҡсатҡа ынтылыусан һалдат, үҙ иленең ысын патриоты итеп күрһәткән ҡаһарман яҡташыбыҙға һаулыҡ, тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ.