

“Сәскәләр урынына балалар” акцияһының асылы шул: 1 сентябрҙә класс уҡыусылары уҡытыусыһына ҙур бер букет ала ла (һәр бала килтермәй), башҡа сәскә өсөн экономияланған аҡсаны ауыр сирле балаларға йә өлкәндәргә ярҙамға йүнәлтә.
Акцияла нисек ҡатнашырға?
Барыһы ла – ябай ғына: класс менән (ата-әсәләр, уҡытыусы, уҡыусылар) килешәһегеҙ – беренсенән, йә бер ҙур букет алырға йә һәр бала бер генә сәскә килтереп, шуны ҡушып, тапшырырға. Икенсенән, dvc.ufahospice.ru сайтында махсус форманы тултырырға. Өсөнсөнән, аҡсаны Өфө хосписына күсерергә. Унда бөтә Башҡортостандан ауыр сирле 300-ләп бала иҫәпләнә. Уларға кәрәкле ҡорамалдар, дарыуҙар алынасаҡ.
21 – 31 авгусҡа тиклем ҡатнашыусы пакетын хоспистан (Даян Мурзин урамы, 8-се йорт, алдан хәбәр итергә) барып алырға. Пакетта наклейкалар, Рәхмәт хаты, уҡытыусыға открытка, гөлләмә өсөн таҫма бар.
Артабан акцияла ҡатнашыуығыҙ тураһында фотографиялар менән бүлешегеҙ. Әлбиттә, 1 сентябргә тиклем.
dvc.ufahospice.ru/ сайтына, хоспис аккауттарына һылтанма яһағыҙ, #вашапомощьнезавянет #детивместоцветов #уфимскийхоспис хештегтарын ҡуйырға онотмағыҙ.
Белешмә өсөн телефон: Руфина - 8-927-237-98-52, Галина: 8-917-789-34-49 (фандрайзерҙар).