

Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районында ғаилә йолаларына нигеҙләнгән "Дуҫлыҡ самауыры" тигән фестиваль үткән. Төрлө милләт, төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштергән был байрамда тәмле сәй серҙәре менән генә бүлешмәгәндәр. Ә урындағы күп милләтле халыҡтар араһында дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәрен нығытыу төп маҡсат булып торған. Әлбиттә, бындай сараларҙың биҙәге булып Ырымбур өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ төп урын биләп тора. Ырымбур ҡалаһынан килгән "Яйыҡ" фольклор ансамбле лә, был сарала ҡатнашып, башҡорт халҡында сәй эсеү нескәлектәре тураһында һөйләгән, самауыр артындағы йолалар менән таныштырған. Әйткәндәй, "Яйыҡ"тар тураһында август һанында уҡырға мөмкин.