Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
22 Август 2025, 17:26

Дәғүәселәр билдәләнде

Әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә эшләүселәрҙең иң-иңдәре Дәүләт премияһына тәҡдим ителде. 

Дәғүәселәр билдәләндеДәғүәселәр билдәләнде
Дәғүәселәр билдәләнде

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының сираттағы йыйылышында Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына дәғүә итеүселәрҙең исемлеге билдәле булды. Айгиз Баймөхәмәтов  ("Ҡошҡа әйләнермен мин" тип аталған повестар йыйынтығы өсөн), Йыһанова Галина, Абушахманов Ринат, Алексеев Александр ("Ете ҡыҙ"ҙы балет сәхнәһенә сығарғандары өсөн), Өмөтбаева Рита ("Байыҡ" башҡорт бейеү фестивален ойошторғаны өсөн), Шарафутдинова Ольга, Степанова Светлана, Бирюкова Наталья (башҡорт халыҡ эпосы "Аҡбуҙат"ҡа нигеҙләнеп ҡуйған спектакль өсөн), Асҡарова Сулпан ("Салауат вариҫтары" театр тамашаһы өсөн), Усманова Айгөл (ете сериялыҡ документаль фильмы өсөн), Мәзитов Әмир, Сөләймәнов Йәлил ("Хәтер. Урал көсө" күргәҙмәһе өсөн), Закиров Илдус (Ватанды һаҡлаусыларға арналған скульптура композициялары өсөн), Йомағолов Руслан (Ғафури районының Красноусол ауылында уҡыҡытыусыға ҡуйған һәйкәле өсөн), Стариков Андрей (Спорт үҙәген проектлаған өсөн), Шәйәхмәтова Камилла, Сергеев Кирил, Сабитов Тимур, Ҡаһарманов Иршат ("Тура-хан" кәшәнәһен проектлағаны өсөн) был премияға дәғүә итәсәктәр. 

 

Башҡортостан Республикаһы көнөндә - 11 октябрҙә әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә эшләүселәрҙең иң-иңдәре Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһын аласаҡтар. Премияның күләме 1000000 һум. 

Фото интернеттан алынды.  

 
Дәғүәселәр билдәләнде
Дәғүәселәр билдәләнде
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас