

Бәхет серҙәре
* Ырыҫ-бәхет асҡыстары – иман һәм уның өлөштәре һаналған изге ғәмәлдәр. Шуларға өлгәшергә тырыш.
* Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – тормошоң яйланыр.
* Гонаһлы эштәрҙән тыйыл.
* Ҡөрьәнде йышыраҡ уҡып, мәғәнәһенә төшөнөргә тырыш.
* Башҡаларға изгелек ҡылһаң, үҙеңде бәхетле тойорһоң.
* Йөрәгеңде асыу, көнсөллөк, нәфрәт, һаранлыҡ кеүек насар тойғоларҙан таҙарт.
* Файҙаһыҙ эштәрҙән – ғәмәлдәрҙәге, аралашыуҙағы, туҡланыуҙағы самаһыҙлыҡтан – һаҡлан.
* Үткәндәр тураһында күп уйлама – уларҙы барыбер ҡайтарып булмай, алдағы хаҡында йыш хыял ҡорма – киләсәгең әле етмәгән. Ғүмереңдең һәр көнөн матур, файҙалы итеп үткәрергә ынтыл.
* Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан.
* Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Асыуланма. Ғүмерҙең бик ҡыҫҡа икәнен онотма.
* Кисерелгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма, әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Барыһын да Аллаһҡа тапшыр.
* Энәнән дөйә яһап, ауырлыҡтарыңды ҡабартып ебәрмә.
* Артыҡ бай, мул тормоштан һаҡлан. Ябай бул.
* Үҙеңә ебәрелгән һынауҙар менән өлөшөңә төшкән ниғмәттәрҙе сағыштыр. Һуңғылары һәр саҡ күберәк.
* Кемдер һиңә яман һүҙ әйтә икән, был хаҡта күп уйланма. Гонаһы бит ул кешенең үҙенә төшә.
* Гелән яҡшы уйҙа бул, насарҙарынан һаҡлан.
* Изге эштәрең өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмә. Барыһын да Аллаһтың ризалығы өсөн башҡар.
* Күңелең ятҡан эш менән шөғөллән. Ул үҙеңә лә, башҡа кешеләргә лә файҙа килтерер.
* Тәүәккәл бул, бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма.
* Һәр кемдең яҡшы яғына иғтибар ит, кәмселектәренә күҙ йом. Камил кеше юҡ, был һинең үҙеңә лә ҡағыла.
* Ғәйбәткә ышанма. Башҡаларҙың кәмселектәрен эҙләмә, хаталанғандарын күреп көлмә. Был үҙеңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.
* Һаулығыңды һаҡла: тән сәләмәтлеге – йән бөтөнлөгө.
* Аллаһ Тәғәләгә һәр ваҡыт доға ҡыл. Унан ғәфү үтен, ярҙам һора, нәфел намаҙҙар уҡы, өҫтәмә ураҙалар тот – йән-тәнеңдең яйлап таҙарына барыуын тойорһоң.
“Мин”
Дин тәкәбберлекте, мин-минлекте, маһайыуҙы, үҙеңде күрһәтергә тырышыуҙы һөймәй, тип өйрәтте беҙгә өлкәндәр. Һуңғы йылдарҙа ошондай тәрбиә алымының йәнә иғтибар үҙәген биләй барғанын күреп ҡыуанам. Ауылда ла күптәр, айырыуса йәштәр, хөрмәтте фиҙакәрлек, тырышлыҡ аша яулау, ябай булып ҡалыу мөһимлегенә төшөнә бара.
Шул уҡ ваҡытта башҡа күренештәргә лә шаһитбыҙ. Ошоға бәйле күптән түгел булған бер хәлде бәйән итмәксемен. Ауылыбыҙға ҡаланан ҡунаҡтар килгәйне. Барыһын да беләм, эшмәкәрлектәре менән танышмын. “Бындай замандаштарыбыҙ барҙа, бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел. Рухи ҡиммәттәребеҙ, динебеҙ, һис шикһеҙ, һаҡланыр”, – тип эстән генә ҙур ғорурлыҡ кисереп ултырҙым. Осрашыу тамамланғас, ҡунаҡтарҙың береһенең янына килеп, хәлен һораштым, рәхмәт әйттем. Ә ул шундай етдилек менән: “Халҡым өсөн минән дә күберәк эшләгән кеше юҡ инде ул. Һис кемдән ярҙам да күргәнем юҡ”, – тип белдерҙе. Көтмәгәндә әйтелгән һүҙҙәр был кешегә икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте.
“Минән дә күберәк эшләгән кеше юҡ”. Тәкәбберлек, мин-минлек, һауаланыу сағыла түгелме был һүҙҙәрҙә? Халҡы өсөн ысын күңелдән янып-көйөп йәшәгән кеше шулай тип әйтә алыр инеме? Яһалмалыҡ! Иманы булған кеше ҡаҙанған уңыштары өсөн иң тәүҙә туғандарына, яҡындарына рәхмәт белдерер, эшендә ярҙамы тейгәндәрҙе иҫенә төшөрөр, барыһына шөкөр итер ине. Ғөмүмән, әҙәм балаһы һис кемдең булышлығынан тыш донъяға килә, ғүмер итә аламы?
Ошо урында бер хикәйәт иҫкә төшә. Муса ғәләйһис-сәләм заманында Ҡарун исемле бик белемле, ифрат бай кеше булған. Мәғлүм ки, Ҡөрьәндә уның хикәйәләре лә бар. Ғилеме буйынса Муса пәйғәмбәрҙән ҡала икенсе урында торған Ҡарундың байлығы һаҡланған асҡысты бер көслө кеше саҡ күтәреп йөрөгән. Әммә бер мәл, зәҡәт хаҡында аят төшкәс, Ҡарун мөлкәтенән өлөш сығарыуға ҡырҡа ҡаршылығын белдергән. Иртәнсәк уянып баҡһа, Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән уның бар байлығын ер йотҡан..
Раббыбыҙ ҡөҙрәт бирмәһә, эргә-тирәңдәгеләр, яҡындарың бәләкәй генә булһа ла булышлыҡ күрһәтмәһә, бер нигә өлгәшеү мөмкин түгел тигән һүҙ был. Шуның өсөн дә “Мин!” тиеүҙән йыраҡ торорға кәрәк. Был һүҙҙе тәүгеләрҙән булып Иблис әйткән. Ул, Аллаһ Тәғәлә фәрештәләренә Әҙәмгә сәждә ҡылырға ҡушҡас, бойороҡто үтәмәгән. “Мин кешенән яҡшыраҡ, – тип тәкәбберләнгән шайтан. – Һин мине – уттан, ә уны балсыҡтан яралттың”.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙеңдән алда башҡаларҙы уйлап йәшәргә саҡырған. “Тәкәбберлеккә бирелмәгеҙ. Был һыҙат – шайтан фиғеле”, – тип өйрәткән ул. “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел” тигән әйтемдең дә шул мәғәнәгә ҡоролғаны мәғлүмдер.
Һәр беребеҙ ошо аҡылға таянып йәшәһәк ине. Шулай булғанда, милләтебеҙ ҙә өлөштәргә бүленмәҫ, дөйөм көс менән юғарыға үрелер. Һөҙөмтәлә “Мин!” тип маһаймаҫбыҙ, ә “Беҙ!” тип ғорурланырбыҙ.
Сама белмәү зарары
Пәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә, бер нәмәне лә сиктән ашып яратырға ярамай. Артыҡ һөйөү әҙәм балаһын “күҙһеҙ” һәм һаңғырау итә.
Күңел кешенең барлыҡ ағзаларына баш. Шуға ла әҙәм балаһы кемгәлер йә нимәгәлер мөкиббән китһә, күҙҙәре томалана, ҡолаҡтары “ишетмәй” башлауы бар. Етешһеҙлектәрҙе күрмәүе, бының өсөн ихтыяр көсө етмәүе ихтимал. Һөҙөмтәлә артабан сама белмәүенең зарарын татый башлай.
“Яратмаған кешеңә ҡарата ла күңелеңдә үтә нәфрәт йөрөтмә, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Ни өсөн тигәндә, көндәрҙән бер көндө дуҫ булып китеүегеҙ ихтимал, шул саҡта йөҙөң ҡыҙарырлыҡ булмаһын”.
Миләүшә БАТЫРОВА.