Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
25 Август 2025, 04:15

Мин дә унда бармаһам...

Яҡшы кешеләр үлгәндән һуң да йәшәй. Дөрөҫөрәге, иҫән сағында ҡылған изгелектәре менән башҡа­ларҙың күңе­лендә, хәтерендә уйылып ҡала.

Мин дә унда бармаһам...Мин дә унда бармаһам...
Мин дә унда бармаһам...

Яҡшы кешеләр үлгәндән һуң да йәшәй. Дөрөҫөрәге, иҫән сағында ҡылған изгелектәре менән башҡа­ларҙың күңе­лендә, хәтерендә уйылып ҡала. Үткән йылы МХО-ла һәләк булған Әлтәф ЗАҺИҘУЛ­ЛИНды ла тап шундай кеше итеп иҫкә алалар.

Башҡорт Македонскийы

Булыр бала – биләүҙән, ти халыҡ. Кешенең киләсәктә кем булыры тәүге аҙымдарын баҫҡанда уҡ беленәлер. Имәнлек ауылында Клара һәм Мөхәмәҙиә Заһиҙуллиндарҙың ғаиләһендә һигеҙ бала араһында етенсе булып донъяға килгән Әлтәфкә иптәштәре менән уйнаған сағынан уҡ ҡарап һоҡланалар. Ойоштора, барыһын да үҙенең ауыҙына ҡарата, тыңлата белгән, шуҡлығы, сослоғо, етеҙлеге менән айырылып торған малайҙы йыш ҡына башлыҡ итеп һайлайҙар. Үҫә төшкәс, тарихта билдәле полководец, батша менән сағыштырып, “башҡорт Македонскийы” тип атайҙар.
“Салауат” колхозының алдынғы тракторисы алты улын да үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй. Ғөмүмән, күмәк балалы ғаиләлә малайҙар, ҡыҙҙар эше тигән бүленеш булмай. Урам-тирәһендәге эштәрҙе лә бергә эшләйҙәр, мал да ҡарайҙар, колхозда сөгөлдөр үҫтергән әсәләренә баҫыуға барып та ярҙам итешәләр. Әлтәф тә ҡул араһына иртә керә, мәктәптә лә тырышып уҡый. Күрше Йөҙимән ауылына көн дә йәйәүләп йөрөгән уҡыусы, математика, тарих, география фәндәренән район олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Саңғыла йөрөй, еңел атлетика менән дә әүҙем шөғөлләнә.
Бәләкәйҙән техника ене ҡағылған сығарылыш уҡыусыһы ике лә уйлап тормай Красноусолдағы һөнәрселек училищеһына уҡырға керә. Уны тамамлағас та әрме хеҙмәтенә китә. Афғанстан, Тажикстан сигендә хәрби бурысын үтәй. БТР-ҙа йөрөй, снайпер була. Ғафури районынан был ваҡытта биш егет бергә хеҙмәт итә. Ҡауарҙынан – Дамир Юлъяҡшин, Юлыҡтан – Вәкил Юлмөхәмәтов, Яңғыҙҡайындан – Наил Мөкминов, Ҡарағайҙан Илшаттың дуҫлығы мәңгелек була. Улар аҙаҡ та бер-береһе менән тығыҙ аралаша, ярҙам итешәләр.
Һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, тракторға ултыра. Иртәнән кискә тиклем тыуған ауылы колхозында баҫыуҙа эшләй, сөгөлдөр үҫтерә. Баҫыу батыры булыуы хаҡында һабантуйҙарҙа бирелгән почет грамоталары раҫлай. Ауылдашына өйләнеп, ҡыҙҙары тыуа. Тик оҙаҡламай яҙмыш уларҙы айыра.
Ауылдарҙа колхоздар тарҡалып, халыҡ эшһеҙ ҡала. Нимәгә тотонһа ла ҡойоп ҡуйған Әлтәф Мөхәмәҙиә улы район үҙәгенә сығып китә. Төрлө төҙөлөш эштәрендә йөрөй. Үҙен алтын ҡуллы балта оҫтаһы итеп таныта. Аҙаҡ ун йылдан артыҡ Себергә вахта ысулы менән эшкә йөрөй. Район үҙәк китапханаһында эшләгән Гөлфиә Хәйрулла ҡыҙы менән осрашып, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Икеһенең беренсе никахтарынан тыуған Юлиә менән Гөлфиәгә атай, әсәй наҙын тигеҙ итеп бүләләр. Ҡыҙҙарын матур итеп туйҙар яһап, кейәүгә бирәләр. Юлиә университетта уҡығанда, ялы ваҡытында ейәнсәрҙәрен дә ҡарап, олатайлыҡ бурысын да шатланып үтәй. Красноусолда йорт һалып сығалар, оҫта ҡуллы ир барыһын да үҙе эшләй, төҙөй.
Ҡайныһынан өлгө ала

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға һикһән йыл ваҡыт үтһә лә, Совет һалдаттарының батырлығы – беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы быуындан-быуынға күсә. Дүрт йыл дауамында барған ҡан ҡойошта еңеү яулауҙа үҙ өлөшөн индергән һалдаттың үлемһеҙ рухы Рәсәйҙең һәр бәләкәй генә төпкөл ауылында йәшәй һәм йәшәйәсәк. Бөгөн тыуған илен һаҡлап ҡулына ҡорал алыусыларға ла уларҙың батырлығы яҡты маяҡ булып тора. Әлтәф Мөхәмәҙиә улы МХО башланып бер йыл самаһы ваҡыт үткәс, яуға юлланырға теләге барлығы хаҡында әйтә. “Унда йөрөргә йәшең дә үтеп бара, бынамын тигән эшең дә бар. Ҡыҙҙарың, ейәнсәрҙәрең һинең өсөн өҙөлөп тора, был уйҙы башыңдан сығар”, – тип ҡатыны был уйынан баш тартыуын теләй. Бер нисә тапҡыр вахтанан ялға ҡайтҡанында өгөтләп күндерә ала. Тик әрме хеҙмәтендә Рәсәй сиген һаҡлағанда төрлөһөн күргән, ҡатынының атаһы – ҡайныһын йыш ҡына үҙенә өлгө итеп алған ир-уҙаман: “Ҡайным туҡмап бөтөрмәгән нацистарҙың башына мин барып етеп ҡуям. Йәштәргә ҡарағанда миндә тәжрибә лә, сабырлыҡ та етәрлек. Яңы тормош юлына баҫҡан егеттәр ҙә йәл. Мин дә бармаһам, унда кем алышырға тейеш һуң?” – тип, 2023 йылдәң ноябрендә МХО-ға юллана.
Әлтәф Мөхәмәҙиә улының ҡайныһы – Шафиҡов Хәйрулла Нәбиулла улы фашистар менән алышҡанда ҡаһарманлыҡ күрһәткән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының береһе була. 1925 йылда Юлыҡ ауылында донъяға килә. Бала сағынан нужа һурпаһын күп татырға тура килә. Кулак тип уларҙы ғаиләһе менән Себергә һөргөнгә ебәрәләр. Бер нисә йылдан тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтыу бәхете тейә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ун һигеҙе тулып өлгөрмәһә лә, һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап военкомат тупһаһын тапай башлай. Әллә йәше етмәү сәбәпле, әллә “кулак мөһөрө” ҡағылыусылар һатлыҡ йәндәр булыр тип уйлап, ағалары менән уны тәүге осорҙа ебәрмәйҙәр. 1942 йылда Хәмитулла, Зәйнулла тигән бер туған ағайҙары менән бергә фронтҡа юллана. Ике тапҡыр “ҡара ҡағыҙы” килә. Береһендә янында бомба шартлағас, ул тупраҡҡа күмелеп ҡала. Командирҙары үлгән икән тип уйлап, тыуған яғына хәбәр ебәрә. Арттан килгән Совет һалдаттары тере икәнен күреп, ҡаҙып алалар. Немец илбаҫарҙарын ояһына тиклем баҫтырып барып, Еңеү яулағас ҡына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Юлыҡ ҡыҙы Сара Мөхәмәтзәкир ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләп, ун өс балаға ғүмер бүләк итәләр. “Ярты Европаны йәйәү үттем. Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын ине”, – тип йыш теләй. “Фронтта күргәндәрен бер тапҡыр ҙа һөйләмәне. Бөйөк Ватан һуғышы тураһында кинолар ҡарағанда ғына илай торған ине. Мунсанан кейенеп сыға ине. Бер мәл күлдәген алмаштырғанда арты менән тороп мине күрмәне. Яра эҙҙәренән сыбарланған арҡаһын күреп иҫем китте. Муйынында ла ҙур йөй бар ине. Шул яман шешкә әйләнеп, 1993 йылда атайым беҙҙе ташлап китте”, – ти Гөлфиә Хәйрулла ҡыҙы.
“Батырлыҡ”, “Батырлыҡ күрһәткәне”, “Варшаваны азат иткәне”, “Берлинды алғаны өсөн” тигән миҙалдар менән бүләкләнгән Хәйрулла Нәбиулла улы, шулай итеп, үлгәндән һуң да балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә генә түгел, кейәүҙәренә лә ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора һәм кейәүе Әлтәф Мөхәмәҙиә улының ҡулына ҡорал алырға этәргес бирә лә инде. Башҡорт тарихын яҡшы белгән егет беҙҙең милләттең изге тотем ҡомартҡыларының береһе бүре образы хөрмәтенә үҙенә “Бүре” ҡушаматын ала.

Айҙар буйы бәйләнешкә сыҡмай

Хәрби әҙерлек үтеү менән, алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр. Айҙар дауамында бәйләнешкә сыҡмаған саҡтары ла була. Ҡатыны уның хәлен командирҙары аша ғына белеп тора. Улар иһә Әлтәф Мөхәмәҙиә улының батырлығы тураһында йыш телгә алып торалар. Яуҙаштары өсөн дә тоғро һалдат булып ҡала. Бигерәк тә йәш егеттәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн йәнен дә аямаған саҡтары йыш ҡабатлана. Янында һәр ваҡыт бергә йөрөгән “Малый” ҡушаматлы егет менән китеп барған саҡтарында ҡапыл дрон пәйҙә булғас, ул тиҙ генә уны үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай һала. “Ағай, үҙ ғүмерең өсөн ҡурҡмайһыңмы ни?” – тип һорай тегеһе аҙаҡ. “Мин ярты быуат ғүмер йәшәгәнмен. Ә һиңә әле балаларыңдың үҫкәнен күрергә, ейән-ейәнсәрҙәреңде һөйөргә кәрәк”, – тип яуап бирә “Бүре”.
Туғыҙ ай яу яланында йөрөгәс, тыуған яғына отпускыға ҡайта. Туғандарының, дуҫтарының хәлдәрен белешеп сыҡҡас, донъя мәшәҡәттәренә сума. Төҙөлөш материалдары, көндәлек тормошта кәрәкле техникалар ала, бөтөрмәгән эшен еңеү менән ҡайтҡас, тамамлап ҡуясағы тураһында әйтә. Үҙе иһә ҡабаттан яуға ашҡына. “Миңә иптәштәрем янына бара һалырға кәрәк”, – ти ул.
– “Гөлфөй, мин ҡайтасаҡмын”, тип, ҡапҡанан сыҡҡанда ҡосаҡлап үпте. Мине яратып Гөлфөй тип йөрөттө. Һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, гелән шат йөрөгән, тормошто яратҡан кешенең ҡарашында уйсанлыҡ, һағыш бар ине. Ләлә апайым менән күрешкәнендә: “Ҡайтып булмаҫтыр инде ул”, – тип тә әйтеп һалған. Һуңғы тапҡыр күрешеүебеҙҙе һиҙһә лә, мине алдан ҡайғыға һалырға теләмәгәндер. Беҙҙе аяп йәшәне. МХО-ла барған хәлдәр, күргәндәре тураһында ла һөйләмәне, – ти Гөлфиә Хәйрулла ҡыҙы.

Яралы иптәшен ҡотҡарам тип...

Һуңғы тапҡыр былтыр августың икенсе яртыһында ҡатыны менән бәйләнешкә керә “Бүре”. Йәнә бер нисә ай һөйләшә алмаясаҡтары, алғы һыҙыҡҡа китәсәге хаҡында әйтә. Утыҙынсы сентябрҙә имен-һау яу яланынан сыға. Әммә унда яраланып ятып ҡалған иптәше күңеленә тынғылыҡ бирмәй. Бер иптәше менән төндә уны алып сығырға китә һәм шунан һуң тере әйләнеп ҡайтмай.
Егерменсе ноябрь көндө командирҙары: “Ирегеҙҙе һаҡлап ҡала алманыҡ. Ғәфү итегеҙ. Уның кеүек оло йөрәкле кешеләр был донъяға һирәк тыуа”, – тип смс-хат ебәрә. Туғыҙынсы декабрҙә Әлтәф Мөхәмәҙиә улының кәүҙәһе тыуған яғына алып ҡайтып ерләнә. Ялға ҡайтҡан сағында, бер-бер хәл булһа, тыуған ауылы Имәнлеккә алып ҡайтыуҙары тураһында васыят итеп әйтеп киткән.

Тоғро дуҫ ине...

Тыуған илен яҡлап башын һалған яугирҙар тураһында беҙ онотмаҫҡа һәм исемдәрен мәңгеләштерергә тейешбеҙ. Әлеге ваҡытта МХО-ла һәләк булыусыларға таҡтаташтар, уҡыған мәктәптәрендә герой парталары асылыуы ошо хаҡта һөйләй ҙә инде. Әлтәф Мөхәмәҙиә улына ла тыуған ауылы Имәнлектә быйыл таҡтаташ асыла. Был сараға туғандарының, дуҫ-иштәренең күпләп йыйылыуы, уның, ысынлап та, яҡшы, кешелекле, ярҙамсыл кеше булыуы тураһында һөйләй.
– Әлтәф менән әрме хеҙмәтенә барғанда, Өфөләге йыйыу пунктында таныштыҡ, – ти хеҙмәттәш дуҫы Вәкил Юлмөхәмәтов. – Ихласлығы, ябайлығы менән баштан уҡ үҙенә тартып торҙо. Барыу менән Афған һуғышына әҙерләй башланылар. Кереп өлгөрмәнек, шул ваҡытта ил башлыҡтары тарафынан килешеү төҙөлөп, тыныслыҡ иғлан ителде. Ул БТР-ға уҡып, шунда йөрөнө. Был тимер атты ауыҙлыҡларға оҫтарып алғас, яңы хеҙмәткә алынғандарҙы өйрәтә башланы. Ошонда олоно – оло, кесене кесе итә белеүен күрҙем. Үҙен “дед” итеп күрһәтеп, көс ҡулланып йөрөмәне. Хеҙмәтебеҙ тамамланырға ярты йыл самаһы ваҡыт ҡалғас, беҙҙе төрлө урындарға ебәрҙеләр. Әммә ҡайтыр саҡта йәнә осраштыҡ. Шул мәлдә, 1990 йылда, Красноусолда уның туғандарында төшкән фотоларҙы әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Аҙаҡ та ғаиләләр менән аралашып торҙоҡ. Яҡшы дуҫ ине, бер нимәгә лә вайымһыҙ, ғәмһеҙ була белмәне. Холҡона бәйле шул һыҙаттары ла ҡабаттан ҡулына ҡорал алырға этәргәндер, тип уйлайым. Сик һаҡсылары көнө билдәләнгәндә Әлтәфкә таҡтаташ асылыуы ла осраҡлы хәл түгелдер. Уның хөрмәтенә бергә йыйылып, беҙҙең дуҫлыҡтың мәңгелек икәнлеген йәнә бер ҡат иҫбатланыҡ.
Асылына ғүмере буйы тоғролоҡ һаҡлаған “Бүре” буйһонмаҫ рухы, ғәҙеллеге, намыҫлылығы, яҡшы атай, олатай, ғаилә башлығы булыуы менән үҙен белгән һәр кемдең күңелендә, мәңге һаҡланыр.

 

 

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Ғафури районы.

Автор:
Читайте нас