

2
* * *
Икенсе көндө иртән Ринатты һорау алырға тип тағы тышҡа сығарҙылар. Тәмле былау еҫе танауына бәрелде. Шунда ғына ныҡ ашағыһы килгәнен тойҙо. Баҡсалағы алма һәм йөҙөм ҡыуағы аҫтында табын әҙерләнгән икән. Шул табын күренеп торған урынға ултырттылар. Кисәге шыма йөҙлө ир бөгөн икенсе, ҡыҫҡа еңле күлдәктән ине. Ул Ринатты күреү менән:
– О-о, “шурави”, хәйерле көн! – тигән булды.
Ринат уға баш ҡағып ҡуйҙы, аҫтан ғына тирә-яҡты ялт-йолт ҡарап алырға ла өлгөрҙө. Бында шулай инде, һәр йорт бер бәләкәй генә ҡәлғә-нығытма. Ихаталары балсыҡҡа таш ҡатырып, бейек итеп өйөлгән – һикереп сығып ҡасырмын тимә. Ул ирекһеҙҙән ауылдарындағы кәртә һәм таҡтанан ғына ҡороп эшләгән ихаталарҙы хәтерләп алды. Ҡайһы бер кешеләрҙең ундай ихаталары ла юҡ.
Егеттең аҫтан ғына тирә-яҡты ҡараштырғанын теге әҙәм дә һиҙеп алды. Ул инде үҙ сиратында:
– Файҙаһыҙ. Бынан ҡасып китә алмайһың. Ҡасҡан осраҡта ла тарлауыҡтан сыҡҡанда афғандар посына, йә булмаһа, засадаға эләгәсәкһең. Ә унда минең кеүек кешесә һөйләшеп тормайҙар. Үҙегеҙҙә етештерелгән, һеҙҙеңсә әйтһәк, “калашка”нан бер генә очередь ебәрәсәктәр. Шулай булғас, яҡыныраҡ кил һәм эргәмә ултыр, – тип егетте үҙе эргәһенә саҡырҙы. Ринаттың ҡулындағы бығауҙы ысҡындырмағайнылар. Ул, сылбырҙарын сылтыратып, таҙа битленең эргәһенән бер-ике метр ситтә торған ташҡа барып ултырҙы. Таш әле ҡояш нурынан саҡ йылынып ҡына килә.
Ул башының бер туҡтауһыҙ геүләүен баҫырға тырышып, баҡса эсендәге һый-ниғмәттәр тулы өҫтәлгә күҙ төшөрөп алды. Күрәһең, уның был хәрәкәте ирҙең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Ир, әҙерәк мыйыҡ аҫтынан йылмайғандай итеп, дуҫтарса һүҙен башланы.
– Кисә ныҡлап танышырға форсат булманы. Минең исемем – Джон Смит. Халыҡ-ара “Ҡыҙыл хач” ойошмаһының Афғанстандағы күҙәтеүсеһе булам. Беҙҙең ойошма тураһында ишеткәнең барҙыр инде. Илдәр араһындағы конфликт һәм һуғыштар арҡаһында бәлә-ҡазаға юлыҡҡандарға, шулай уҡ әсирҙәрҙең тормошон еңеләйтеүгә күп көс һалабыҙ, әсирлектән ҡотолорға ярҙам итәбеҙ. Шулай булғас, һин минең менән осрашыуға шатланырға ғына тейешһең. Беҙ бар ерҙә лә була алмайбыҙ. Һине осратыуыбыҙ ҙа осраҡлы ғына булды. Һине был әсирлектән ҡотҡарырға тырышасаҡбыҙ.
Ринат һаман баҡсалағы мул һыйлы өҫтәлде уйлап, тегенең һөйләп бөткәнен дә көтмәй:
– Ҡасан ашағанды ла оноттом. Ашағы килә, – тип ҡуйҙы. Былай әйтә алғанына үҙе лә аптырап китте. Ашау тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, уның, ысынлап та, бик ашағыһы килде.
“Шыма бит” үҙе лә өҫтәл яғына ҡарап алды ла:
– Әле беҙҙең һүҙҙәр бөтмәне. Берәй дөйөм фекергә килгәс, иркенләп ашап, сәйләп алырбыҙ. Һеҙҙең халыҡ сәй ярата бит. Баллап һәм ҡаймаҡлап, шулаймы? – тип тә өҫтәп ҡуйҙы.
Ринат эстән генә: “Тик ятмаған, беҙҙең Уралда йәшәгән башҡорт һәм татар тураһында һорашҡан, ахыры”, – тип уйлап алды.
Егет тағы взводтағы сержантты уйланы. Ул төшкө аш ваҡыты етә башлаһа: “Ас ҡорһаҡҡа эшләге лә, уйлағы ла килмәй, һуғышыу тураһында һүҙ ҙә әйтмәйем. Һуғыш – һуғыш инде ул, ә төшкө аш ваҡытында булырға тейеш”, – ти торғайны. Шуға ла ул тағы ла еңмешләнеп:
– Ас ҡорһаҡҡа башҡа йүнле фекер килмәй. Ашарға ине, – тип ҡуйҙы ла тағы баҡсаға күҙ төшөрөп алды.
“Ҡыҙыл хач” ағзаһы:
– Ашау ҡасмаҫ, тәүҙә һөйләшеп килешәйек. Унан иркенләп мәжлес ойошторорбоҙ.
– Юҡ, тәүҙә ашау, унан һөйләшеү. Табын артында ла һөйләшеп була бит.
Тегенең был тиҫкәре “шурави”ҙан беренсе еңелеүе ине, ә әсирлеккә эләккән еңмеш башҡорт егетенең бәләкәй генә булһа ла еңеүе булды. Әлбиттә, был совет һалдатын эт итеп туҡмап, йә булмаһа берәй аҙна һыуҙа ғына тоторға ла булыр ине. Юҡ, ул үҙенсә – яҡшылыҡ менән егетте үҙ яғына ауҙарырға уйланы. Шулай ҙа, еңелеүен йәшерергә тырышып, һалдатты табынға саҡырҙы. Ситтәге алмағасҡа эленгән йыуынғыста “таҙа” бит-ҡулдарын сайҙы. “Шурави” ҙа яйы сыҡҡанда биттәрен йыуып алды. Улар табынға килеп ултырыуға, лампа эсенән сыҡҡан дейеү малайы шикелле ҡыланып, эргәләренә таҙа ғына кейенгән йәш кенә афған егете килеп баҫты һәм табындағыларҙы хеҙмәтләндерергә тотондо. “Шурави”ҙың табын ситендә ҙур ғына самауыр башында парҙарын сығарып торған сәйнүккә ҡарап алғанын күреп, тиҙ арала йәшел сәй яһап ултыртты. Сәйҙән хуш еҫтәр таралыуына ҡарамаҫтан, совет һалдаты кәсәнән бер-ике генә йотто. Уның йәшел сәйҙе тәүге тапҡыр тәмләп ҡарауы ине. Бик оҡшатып бөтмәне. Табын бик мул ине. Шуға ла Ринат яйлап, иркенләп ашарға уйлағайны ла ҡатын-ҡыҙ ҡуллы әҙәм тағы һүҙен дауам итте:
– Йә, нимә уйлайһың, йәш кеше? Әле һиңә, моғайын, ун туғыҙ йәштәр самаһы. Бар ғүмерең ошонда пленда үтеүен теләмәйһеңдер бит? Унан да бигерәк, был ҡырағай халыҡты беләһең, күп һорап тормайҙар. Патрондары етерлек, уларға кешене аттылар ни, мал һуйҙылар ни – айырма юҡ. Фанатик, ҡара халыҡ. Хатта күмеп тә яфаланмайҙар. Ана, тау өҫтөндә осоп йөрөгән төйлөгән һәм үләкһә ҡоҙғондарына аҙыҡ булаһың да ҡуяһың. Бына шулай, ҡәберең дә булмай.
Ринат ауыҙын тултырып сәйнәй-сәйнәй:
– Мине ҡотҡарырға иҫәбең булғас, ҡотҡар! Мин риза.
– Һеҙ – урыҫтар – бик ҡыҙыҡ һәм ҡырағай халыҡ. Оло кеше менән бик дорфа һөйләшәһегеҙ. Барығыҙ ҙа бик тәрбиәһеҙ...
– Мин урыҫ түгел. Мин – башҡортмон.
– Бына тағы үҙеңдең тупаҫлығыңды күрһәтәһең. Тыңлап бөт. Башҡорт булыуың бигерәк тә һәйбәт. Һеҙҙе – башҡорттарҙы – урыҫтар ғүмер баҡый ҡырҙы. Француздар менән һуғышта ла урыҫтар һеҙҙең кеүек ҡоллоҡҡа төшкән халыҡтарҙы алғы сафтарға ҡуйҙы. Парижға беренселәрҙән булып керҙек тип шапырынған булаһығыҙ. Ә бит урыҫ генералдары юрамал һеҙҙе алдан ебәрҙе. Француздар Парижды һаҡлап, көслө ҡаршылыҡ күрһәтер, һалдаттар күп ҡырылырға мөмкин тип, алдан һеҙҙең кеүек буйһондоролған халыҡты ебәрҙе. Ә француздар аҡыллы халыҡ, ҡаршылыҡ күрһәтеп тә торманы. Улар һуғыштарҙан туйып бөткән. Бына шуға ла һеҙ маҡтанып, беҙ Парижға беренсе керҙек, тигән булаһығыҙ. Ә генералдарығыҙҙың бик тә аҫтыртын сәйәсәтен аңлап бөтөрмәйһегеҙ. Башҡорттар менән етәкселек иткән Шайморатов генералды ҡылыс-һөңгө менән фашист танктарына ҡаршы ебәреп, күпме башҡорт ҡырылды? Йә, әйт инде, кем ҡылыс күтәреп, һөңгө тотоп танкка ҡаршы бара? Әле лә, бына был Афған һуғышы ла, башҡорттарға арт һөртөргә лә кәрәкмәй. Урыҫтар өсөн һуғышып йөрөйһөгөҙ. Сәйәси хәлдәрҙе аңлап бөтөрмәйһегеҙ. Имеш, интернациональ ярҙам күрһәтәһегеҙ. Ә бит һеҙ – агрессорҙар. Сит мәмләкәткә баҫып керҙегеҙ. Бына шуға ла һин әле минең алда әсир хәлендә ултыраһың. Эйе, был ҡоллоҡтан һине азат итергә, һине ҡотҡарырға, эйе-эйе, һине азат итергә мин генә булдыра алам. Һинең кеүек пленға төшкәндәр һеҙҙең СССР тигән дәүләтегеҙгә кәрәк түгел. Ҡотолоп ҡайтһағыҙ ҙа, барыбер һеҙҙе Себер көтә. Һалҡын себер, хурлыҡ һәм кәмһетелеүҙәр көтә. Хатта атай-әсәйҙәрегеҙгә бармаҡ төртөп күрһәтәсәктәр. Ана, һатлыҡ йәнде тәрбиәләүселәр, тип. Ана, предателдең ата-әсәһе килә, тип. Өйләнәм тиһәң дә, әсирлектә булған кешегә ниндәй ҡыҙ кейәүгә сығыр икән? Балаларың булһа, улар ғүмер баҡый һатлыҡ йән балалары булып ҡаласаҡ. Һеҙҙә иҫән халыҡ дошмандары балалары әле лә бар. Һатлыҡ йән, нимес әсирлегенән ҡайтҡандарҙың балалары. Бына шулай, туғаным, уйла. Барыһын да уйла! Миңә иртәгәнән дә ҡалмай Исламабадта булырға кәрәк. Ашығыс эштәрем бар. Иртәгәгә тиклем уйла, – тине.
Ғәфү үтенә-үтенә, инде һый-ниғмәттәрҙән ҡәнәғәт булып туя башлаған Ринатты әле бер яҡтан, әле икенсе яҡтан шарт-шорт иттереп фотоға төшөрөп алды:
– Һине ҡотҡара торған документтарҙы тултырғанда кәрәк буласаҡ, – тине. Аҙаҡ хушлашып:
– Аңла, туғаным, иртәгәгә тиклем ваҡытың бар. Хуш, – тине лә бер ҡабым ризыҡ та ҡапмайынса, өҫтәл артынан тороп, өйгә инеп китте.
Шуны ғына көткән кеүек, уның ҡулын бығаулаған сылбырҙан теге һаҡалтай килеп тә тотто һәм башы менән ымлап, үҙе артынан эйәрергә ҡушты. Ни эшләһен, әсир – әсир инде. Яҙмышы ла ҡолдарҙыҡы кеүек. Уны тағы теге ярым ҡараңғы һарайға индереп, стеналағы ҡулсаларға сылбырын беркетеп ҡуйҙылар. Был юлы аҫтына бер аҙ һалам йәйгәйнеләр.
Ринат ярым ҡараңғы келәттә үҙ уйҙары менән яңғыҙ ҡалды. Ярай әле туйғансы ашаттылар. Теге “Ҡыҙыл хач” хеҙмәткәре һөйләгәндәрҙе иҫенә төшөрөп уйланды. Былар ниндәй ниәт менән уны ҡотҡарырға теләй? Күңеленә “Ҡыйыш баш” Заһит бабайҙың үҙ башынан үткәндәрен һөйләгәне иҫенә килеп төштө.
Уны ла бит себерҙән ҡайтҡас ауылға индермәйенсә, землянкала йәшәргә мәжбүр иттеләр. Тик ул бик тә тырыш кеше ине. Ауылдаштарынан ҡалышмайынса өй бөтөрөп, һуңлап булһа ла, етеш тормошта йәшәне.
Ринат ул ваҡытта үҫмер ине: һигеҙенсе класты тамамлағайны. Бесән өҫтө. Атаһы арбаға бесән тейәп Ринатты ауылға ҡайтарып ебәрҙе. Кире килгәндә тағы бер һәнәк, туҡланырға ризыҡ алып килергә ҡушты. Ауылға етергә лә күп ҡалмаған, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ат нимәнәндер өркөп, ҡапыл ситкә боролдо. Йөк ауҙы. Ринат бесән өҫтөнән ергә тәгәрәп төштө. Ярай ул-был булманы. Бесән тейәлгән арбаны кире тәгәрмәстәренә баҫтырырға тырышһа ла, барып сыҡманы. Бесәнде бәйләгән баҫырауҙы сисеп, йөктө бушатырға ғына ҡала. Шулай аптырап торғанда, арттан “Ҡыйыш баш” Заһит бабай ҡыуып етте.
Икәүләп ҡыйынлыҡ менән йөктө кире ултырта алдылар. Йөк бер яҡҡа ҡыйшайғайны. Шулай ҙа оло кешенең кәңәше һәм өйрәткеләүе менән ауылға имен генә ҡайтып еттеләр. Заһит ағай алып ҡайтҡан бесәнде өйөргә лә ярҙамлашты. Ринаттың әсәһе тиҙ генә сәй табыны өлгөртөп, сәй эсергә саҡырҙы. Сәйләп алғас, Заһит ағайҙы оҙатырға Ринат та эйәреп ишек алдына сыҡты. Шунда “Ҡыйыш баш”:
– Ҡара әле, улым, минең яҡындағы, ана теге тау артында ғына бер-ике күбәлек бесәнем ҡалды. Берәй бушыраҡ ваҡытыңда атығыҙҙы алып торормон әле. Шул бесәнде килтереп ауҙарырға ине. Ауылға яҡын булғас, мал-тыуар емерә башлар, – тине.
Әле иртә ине. Ринатҡа ла атаһы янына иртәгә генә барырға. Шуға ла ул:
– Кискә тиклем ат та, мин дә бушбыҙ. Әйҙә, ағай, бөгөн үк килтерәйек.
– Ай, улым, бөгөн килтерә алһаҡ бик тә яҡшы булыр ине лә ул. Мин өйгә ҡайтып, әҙерәк ҡапҡыларға, эсергә сәй булһа ла яһатып алайым инде.
– Юҡ, Заһит ағай, улай оҙаҡҡа китә. Әйҙә, хәҙер үк ҡуҙғалайыҡ. Самауырҙа ҡайнаған һыу бөтмәгән. Сәйҙе әсәй яһап бирер.
Шулай иттеләр. Был уңыштан Заһит ағайҙың күңеле тамам күтәрелеп, урман юлында йырлап уҡ ебәрҙе һәм Ринатты маҡтап алды. Егеттең дә күңеле булып, ул инде үҙен күптән ҡыҙыҡһындырған һорауҙы Заһит ағаһына бирмәйенсә түҙә алманы:
– Заһит ағай, бер һорау бирһәм, асыуланмайһыңмы?
– Юҡ, улым, асыуланмайым. Бөгөн кәйефем һәйбәт. Хет икешәр һорау бирһәң дә була.
Һорауҙы бирергәме-юҡмы тип, егет бер аҙ икеләнеп торҙо. Оло кешенең үпкәләүенән ҡурҡты. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуы көслө ине. Ни булһа шул булыр, тәүәккәлләне:
– Заһит ағай, ниңә һине “Ҡыйыш баш” тип йөрөтәләр?
Егет Заһит ағаһын күҙ ҡырыйы менән генә күҙәтә башланы. Тегеһе инде бер аҙ көлөмһөрәп, башын сайҡаны. Ринат “Ҡыйыш баш”ты ниңә улай атағандарын бер аҙ ишетеп белә ине. Шулай ҙа ағайҙың үҙенән ишеткеһе килде.
– Бәй, минең баштың ярты һөйәге юҡ бит. Шуға ҡыйыш баш тип атайҙар инде. Быныһын ғына үҙең дә беләһең бит.
– Ә шулай ҙа, ни эшләп улай булды һуң?
Заһит ағай кеткелдәп көлөп алды ла тағы башын сайҡап ҡуйҙы һәм көтмәгәндә моңло ғына итеп:
– Ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы, – тип йыр һуҙып алды ла аттың әкрен генә юртҡан ыңғайына һәм арбаның үҙ көйөнә келтер-келтер килеүенә ҡушылып, һөйләп алып китте. – Һуғышта булды, улым. Һуғышта. Нимес снарядының ярсығы алып китте баштың яртыһын. Дөрөҫөрәге, баш һөйәгенең бына ошо яғын. Шуға ла йәй ҙә, ҡыш та бүректе һалмайым. Ошо яҡҡа ҡырынайтып кейәм. Ҡыш һыуыҡ теймәһен, йәйен эҫе ҡапмаһын тип. Оҙаҡ ҡына госпиталдә ятып сыҡтым. Шәп йәһүд хирургының ҡулына эләктем. Алтын ҡуллы кеше ине. Мәрхүм инде ул. Мине ҡабаттан кеше итеп яһаны. Ул булмаһа үлер инем. Мин һауыҡтым. Госпиталдән һуң ҡабат үҙемдең часҡа ебәрҙеләр. Унда мин ялан кухняһында хеҙмәт иттем. Аттарҙы яҡшы белгәнгә, уларҙы ышанып тапшырҙылар. Бына шул аттар менән алғы һыҙыҡҡа ашарға ташыным. Ниндәй генә ҡаты бәрелештәр булмаһын, һуғышсыларҙы ваҡытында ашатырға кәрәк. Быныһы – яҡшы осраҡта. Ә инде аламаһы – бик ҡаты алыштар булғанда алғы һыҙыҡҡа барып етеп булмай. Беҙҙең һуғышсыларҙың ҡайһы берҙә өсәр көн ашамай-эсмәй һуғышҡан саҡтары ла булды. Булды инде, улым, барыһы ла булды. Бына шундай хәлдәр ине.
Заһит, һөйләүенән туҡтап, ауыр көрһөндө, уйҙарына бирелеп, тынып ҡалды. Ринат, бар батырлығын йыйып, тағы бер һорауын бирҙе:
– Ә ни эшләп һуң һиңә һатлыҡ, пленный тиҙәр?
Заһит был юлы бер һүҙ ҙә өндәшмәй оҙаҡ ҡына барҙы. Ат күптән юртыуынан туҡтап, үҙ ыңғайына ғына атлай. Тирә-яҡта төрлө-төрлө урман ҡоштары һайраша. Заһит ағаһының бесән биләмәһенә лә күп ҡалманы. Ағай әкрен генә тамағын ҡырғылап алды ла:
– Әсирлекте әйтәһең инде, улым? Уға килгәндә, был һуғыш бөткән көндө булды. Чехословакияның урман-тауҙары араһында инек. Тик шуныһы бар: һин минән ишеткәндәрҙе бер кемгә лә ауыҙ асып һөйләмәҫкә тейешһең. Шулай буламы?
– Һис кемгә һөйләмәйем. Валлаһи!
– Улым, быларҙы, йәғни мин һөйләгәндәрҙе, тыңларға ла, һөйләргә лә әлегә ваҡыты етмәгән. Әммә, улым, һиңә һөйләйем. Барыбер кемдер белергә тейеш бит. Береһенә лә һөйләмә. Әлегә кәрәкмәй.
1945 йылдың туғыҙынсы май көнө ине. Һуғыш бөткәнде хәбәр иттеләр. Әй ундағы шатлыҡты белһәң, улым. Ҙур шатлыҡ ине. Тик беҙҙең яланда ғына һуғыш бөтмәгән. Фашист зәхмәттәренең ҡалдыҡ-боҫтоҡ яһилдары, Америка ғәскәрҙәре биләгән зонаға сығып ҡалырға тырышып, ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә. Беҙ тегеләрҙе ҡамап алғайныҡ. Мин инде үҙ вазифам буйынса засадала ятҡан беҙҙең һуғышсыларға ашарға алып барырға тейешмен. Ғәҙәтемсә, ике тәгәрмәсле еңел арбаға аҙыҡ-түлекте, Еңеү уңайынан бирелгән арыу ғына миҡдарҙағы спиртты алдым да киттем тегеләр янына. Үҙем уйлайым: һуғыш бөттө, беҙ еңдек. Фашистар ҙа ҡаршылыҡ күрһәтеүҙән туҡтар. Уларға ла, моғайын, хәбәр иткәндәрҙер, тим. Беҙҙекеләр урынлашҡан позиция бик уңайлы урында. Дошман яулап һәм ҡамап алырлыҡ түгел. Бер ҡалҡыулыҡта. Етмәһә, бик яҡшы итеп нығытылған. Чехтарҙың электән 1914 йылда уҡ ҡалған бетондан эшләнгән позициялары булған.
Кәйеф һәйбәт. Һин нимә, мин бит үҙебеҙҙекеләргә һуғыштың бөтөүе тураһында шатлыҡлы хәбәр алып киләм. Етмәһә, арбала теге шайтан һыуы ла етерлек.
Килеп еттем үҙебеҙҙекеләр эргәһенә. Берәү ҙә мине ҡаршы алмай. Әһә, мин әйтәм, былар еңеү тураһында нисек булһа ла ишеткәндер. Юрамал мине шаярталар, тим. Уны-быны уйламай, атты эргәләге ағасҡа бәйләнем дә тегеләргә өндәшәм. Тауыш юҡ. Окопҡа һикереп төштөм дә ДОТ-тың тимер ишеген шығырҙатып асып ебәрҙем. Ә унда миңә автоматын төҙәп ике фашист башкиҫәре баҫып тора. Береһе, етмәһә, бармағын ирененә тейҙереп, ҡысҡырмаҫҡа ҡуша, ярым ҡараңғы ДОТ эсенә күрһәтә. Ә унда беҙҙең һуғышсыларҙың мәйеттәре ята. Барыһы ла бысаҡ менән сәнселгән. Унлап һалдат. Тағы бер фашист арттан арҡаға автомат менән килтереп төрттө.
Бына шулай көтмәгәндә әсирлеккә эләктем. Былар үҙебеҙҙекеләргә аҙыҡ алып килеүемде белгәс, мине ДОТ ишегенең тотҡаһына бәйләп ҡуйҙылар ҙа, шау-гөр килеп ашарға ултырҙылар. Асыҡҡандар. Мине маҡтай-маҡтай шнапстан да, йәғни спирттан да ауыҙ итәләр. Кәйефтәре күтәрелеп китте быларҙың. Бер туҡтауһыҙ:
– Гут, гут, русен һалдатен, – тиҙәр.
Ашап туйҙылар былар. Хәҙер мине аталар инде йә үҙҙәре менән алып китәләр тип көтәм. Бер стакан спирт һалып бирҙеләр.
– Наен, – тип, баш һелкәм.
Күрәһең, офицерҙары был күп була тигәндер инде, яртыһын бушатып һыу ҡушты. Тағы миңә һуҙа. Урыҫ һүҙҙәрен вата-емерә:
– Үлергә еңелерәк булыр, – ти.
Башҡа шунда уҡ, һуғыш бөткәндә бына шулай йүнһеҙ әжәл менән үл инде, тигән уй килде. Әйтерһең дә, үлемдең йүнлеһе, йүнһеҙе була. Бының урыҫса аңлағанын самалап, тегеңә:
– Иртән Берлиндан радиограмма бирҙеләр. Һуғыш бөттө. Капитуляция! – тим.
Капитуляция тигән һүҙҙе ишетеп, тегеләрҙең бөтөнләй күҙҙәре аларып, ҡоторона уҡ башланы. Бөттө баш! Миңә лә “капут” тип уйлайым. Шунда фриц офицеры үҙенең һалдаттарына миңә теймәҫкә ҡушты, шикелле. Төрткөләп-төрткөләп ДОТ-ҡа индереп ташланылар. Ишекте тыштан нимә менәндер терәп тә ҡуйҙылар. Бер аҙҙан тышта тауыш-тын бөттө. Былар китте инде, тип уйлап, тирә-яҡты ҡараштырып алдым. ДОТ эсендә беҙҙең ун һалдат үлеп ята. Ҡалғандары, моғайын, ситтәлер. Ишекте этәп ҡарайым, ҡайҙа ул, ҡымшанмай ҙа. Амбразура тишегенә күҙ һалам. Тик был тишектән оло кеше түгел, бала ла сыға алмаҫ. Иҙән-түшәм дә бетондан эшләнгән. Ҡаҙып сығырмын тимә. Ҡулды бәйләгән бауҙы нисек етте шулай систем. Нисек ҡотолорға был таш ҡапсыҡтан? Шулай ҡараштырып, һәр мөйөштө ҡапшап йөрөгәндә ишек төбөндә генә ятҡан бер сәғәт табып алдым. Яҡтығараҡ килтереп ҡарайым, көмөштән эшләнгән кеҫә сәғәте. Эргәһендәге келәһенә баҫҡайным, ҡапҡасы асылып китте лә ниндәйҙер марш яңғыраны. Нимес сәғәте был. Төҙөк, тек-тек килеп йөрөй үҙе. Берәйһенеке төшөп ҡалғандыр инде тип, эсендәге яҙыуын да уҡып тормай, кеҫәгә һалып ҡуйҙым. Уҡыһам да нимә яҙылғанын аңлайыммы ни? Мин бит, “ханде хох”, “Гитлер капут” һәм “шнель”, “шнапс”тан башҡаны белмәйем дә.
Иртән ниместәр мине ябып киткән булһалар, төштән һуң үҙебеҙҙекеләр килеп ДОТ-ты асты. Барлығы алты-ете сәғәт бикле ултырғанмындыр. Нимәләр генә уйлап бөтмәнем. Үҙебеҙҙекеләр килеп ҡотҡармаһа, баш бөткәйне. Бер нисә көн килмәй торһалар – бөтөнләй капут. Мәйеттәрҙән ҡурҡҡан юҡ. Һуғыш бит, уларға терәлеп йоҡлаған саҡтар ҙа булды. Ул көндәрҙә ямғырҙар күп яуҙы. Ямғырҙан һуң бөтөнләй йылытып, хатта көндәр эҫетеп ебәрҙе. Берәй көндән һуң мәйеттәр тарҡала башлаясаҡ, уларҙың еҫенә тонсоғоп үләсәкһең. Шуларҙы уйлап ныҡ шөрләнем.
Ярай ҡотҡарҙылар-ҡотҡарыуын, унан китте тикшереү. Икенсе көнгә инде мине үҙебеҙҙең частың гауптвахтаһындағы яңғыҙҙар камераһына ябып та ҡуйҙылар. Бына шулай, теге ДОТ эсендә бикле ултырһам, бары алты-ете сәғәт ултырҙым. Ошо ваҡыт эсендә нимәләр генә уйлап бөтмәнем. Шул алты сәғәт өсөн ғүмерем буйына ниндәй генә атамалар тағып бөтмәнеләр. Ул фашист, ул һатлыҡ йән... Пленный, әсир атамаһын да ҡуштылар.
Ә инде “СМЕРШ” командаһындағы бер йәш кенә лейтенант шул тиклем тырышты, шул тиклем тырышты. Миңә немец шпионы тигән яла ла яҡты. Етмәһә, кеҫәнән теге көмөш сәғәт тә килеп сыҡты. ДОТ иҙәненән таптым, тип әйтеп ҡарайым да ул. Ҡайҙа ул, ышанырға ла теләмәй. Бына шул сәғәттең ҡапҡасына нимессә “Рейхтың иң яҡшы разведчигына” тип яҙылған икән. Һуғыш бөтмәгән булһа, аталар ине. Хозчасть командиры ла мине яҡлап булашты. Командирҙың үҙен саҡ минең эргәгә ябып ҡуйманылар. Имеш, һатлыҡ йәнде яҡлайһың. Һин үҙең дә “предатель” түгелме тип, уны ла тикшерә башланылар. Ҡыҫҡаһы, теге ҡәһәр һуҡҡан сәғәт минең бар тормошомдоң аҫтын-өҫкә килтерҙе. Ә бит хыялдарым ҙур ине. Орден-миҙалдар тағып ауылға ҡайтып керәм, имеш. Ҡайттың, ти, бына. Тағы ун ике йылды сәпәп тә ҡуйҙылар. Унан этап менән Себергә оҙаттылар. Ә Себер бик ҙур. Икһеҙ-сикһеҙ ҙур. Һәм бик тә мәрхәмәтһеҙ!..
Бына шулай, улым. Тапҡан әйберең ни тиклем ҡиммәтле булһа ла алма! Һин һәйбәт егетһең. Үҫкәс тә һәйбәт булып ҡал.
Әйтәм бит, шулай итеп минән “придәтел” яһанылар, ә унан Себергә оҙаттылар. Ҡайҙа ғына булырға тура килмәне. Кем генә булып эшләмәнем дә, ниндәй генә үләнде ашаманым. Беҙҙең кеүектәрҙе иң ныҡ яфалап, кәмһетеүселәр, уголовник, бур-ҡараҡтар булды. Хатта кеше үлтереүселәр ҙә күкрәктәрен киреп, “кеше үлтерһәк-үлтерҙек, әммә илебеҙҙе һатманыҡ” тип, ҡуҡырайып йөрөнө.
Иң үкенеслеһе шул булды: һуғыштың башынан аҙағына тиклем һуғышып йөрө лә, һуғыш бөткән көндө һинән һатлыҡ йән яһаһындар инде. Ә бит мин – беренсе империалистик һуғышта ла ҡатнашҡан кеше. Унда бөтөнләй бала ғына инем. Әлеге шул Кронштадт фетнәһендә ҡатнашты тип, беренсе тапҡыр ун йылға ултырттылар. Унан Хоҙайҙың хикмәте менән иҫән-һау ҡотола алдым. Инде әҙерәк аҡса эшләйем тип, Беломор-канал төҙөлөшөнә ҡалдым. Юҡ, тағы Фин һуғышы башланды, яңынан алдылар. Әҙәм мәсхәрәһе, ҡышҡы сатлама 40 градуслы һыуыҡта аяҡта обмотка һәм ботинка менән билдән ҡар йырып атакаға бар инде. Өҫтә йоҡа ғына шинель. Ярай хәрәкәт иткәндә ул тиклем өшөтмәй. Саҡ ҡына туҡтап торҙоңмо, бөттө – ҡатаһың. Шулай дошман позицияһына атакаға ташландыҡ. Тәрән ҡарҙан йүгерә торғас тирләп сыҡтыҡ. Бына шунда финдарҙың пулеметтары ике яҡлап кинжальный ут асты. Ятырға мәжбүр булдыҡ. Бер сәғәт самаһы үттеме-юҡмы, ярты халыҡ тора алманы. Торорға итеп ҡарайбыҙ, ҡайҙа ул, ағас башындағы тегеләрҙең снайперҙары командирҙарҙы сүпләп бөтөрҙө. Мин урманда үҫкән кеше снайперҙың ҡайһы ағас башында ултырғанын тиҙ самалап алдым. Йүнләп күренмәй, дошман бөтөнләй аҡтан кейенгән. Шулай ҙа тауыш яңғырап килгән яҡтан түгел, ә ҡаршы яҡтағы ағас башында ултыра икәнен һиҙендем. Тауыш бит урманда үҙенә бер төрлө яңғырай. Бик диҡҡәт менән ҡарайым теге ҡарағай башын, әһә, самаланым. Беленер-беленмәҫ кенә ҡар ҡойолдо. Етмәһә, ныҡ һыуыҡ бит, ауыҙынан пар сыҡҡан кеүек булып китте. Ара йыраҡ ҡына. Ярай ҡулда теге Мосин винтовкаһы. Көбәге ғәләмәт оҙон һәм йөрөтөргә уңайһыҙ булһа ла, бик төҙ ата. Теге Герман һуғышында ағайым йыраҡҡа атҡанда нисегерәк атырға кәрәген, йәйен-ҡышын ҡайһылай төҙәргә икәнен өйрәткәйне. Бына шуларҙы иҫкә төшөрөп, ярты метрлап өҫкәрәк төҙәп, атып ебәрҙем. Тегегә тейҙе, шикелле. Ҡарағайҙан байтаҡ ҡына ҡар ҡойолдо. Шулай төҙәп, хәҙер инде саҡ ҡына аҫҡараҡ, тағы берҙе аттым. Был юлы ла ҡар ҡойолдо. Бер ҙур ғына киҫәк ҡар ағасҡа эленеп торҙо ла ергә осто. Быныһы инде ҡар түгел, теге мәлғүн ине. Киттем фин снайперына табан шыуышып. Атлап та, йүгереп тә бара алмайһың – пулемет уты һине киҫә йә башҡа снайперҙары күреп ҡалырға мөмкин. Тәрән йомшаҡ ҡарҙа атлап барыуы ла ҡыйын, ә бында шыуышырға кәрәк. Шулай яртылаш ҡарға күмелеп, оҙаҡ шыуыштым. Дөрөҫөрәге, ҡарҙан йөҙөп барҙым тиһәң дә була. Тәки барып еттем тегенең эргәһенә. Минең ике пулям да тейгәйне. Бөткән был.
Яҡшы кейенгән, өҫтөндә тун. Тун өҫтөнән масхалат кейгән. Һырма салбарҙан. Салбары ла ниндәй әле, әллә болан тиреһенән тегелгән, әллә эт тиреһенән. Аяғында йөнө эскә ҡалдырып тегелгән йылы күн итек. Унтыға оҡшап тора. Һис өшөрлөк түгел. Үлгән был. Үҙемдең дә өшөп үлгем килмәй. Бар йылы кейемдәрен һалдырып, кейеп алдым. Кейемдәр миңә тап-таман. Ә тегенең винтовкаһы, малай, снайперҙар винтовкаһы. Оптик прицелы ла бына тигән. Кире үҙебеҙҙекеләр яғына шыуышам. Ярты араны үткәс, үҙебеҙҙекеләр ата башланы. Күрәһең, дошман һалдаты тип уйланылар. Ярай әле урыҫса аты-юлы менән ҡысҡырып һүгенәм. Шунан ғына туҡтанылар. Иртәгәһенә инде мине штабҡа алып киттеләр. Имеш, мин морадерство менән шөғөлләнәм. Финды сисендергәнмен. Ә иң туҙға яҙмағаны, шул кейемдәрҙе кейеп, дошман яғына сығып ҡасмаҡсы булғанмын. Сөй өҫтөнә туҡмаҡ тигәндәй, тикшереүсе һорау алғанда үҙебеҙҙең шинель-кейемдәрҙе һәм обмотка менән ботинканы яманлағанмын. Ҡышҡы һалҡында кемдең башына етте икән ҡыҙыл һуғышсыларҙы ошолай кейендерергә, тип яла яҡҡанмын. Дошмандың ҡоралы менән кейемдәрен маҡтағанмын икән. Фин снайперын юҡ иткән өсөн йә миҙал, бер ҙә булмаһа, маҡтау ишетермен тип өмөтләнгәйнем. Булды, ти, һиңә, булмай ни. Тот ҡапсығыңды йомарлап. Гарнизон төрмәһенә оҙаттылар. Төрмә – төрмә инде. Ниндәй генә ҡыйын булһа ла, баш осонан пулялар һыҙғырмай, снарядтар шартламай. Шуның арҡаһында ғына ул Фин һуғышынан иҫән ҡалдым тип уйлайым. Ә бит күптәр, бик күптәр дошман пуляһынан түгел, ә һалҡындан туңып үлде. Бына шулай, улым. Был турала мин һиңә һөйләмәнем, һин тыңламаның. Әле йәшһең, минең йәшкә еткәс, аңларһың әле. Быларҙы үҙең генә бел. Беҙ ябай халыҡ һәм беҙҙең яҙмыш өҫтәгеләргә ҡыҙыҡ та түгел, уларға кәрәкмәй ҙә...
* * *
Ринат шуларҙы уйлап, яңынан ойоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Икенсе көндө тағы ишекте шығырҙатып астылар. Гел ҡараңғыла ятҡанға, битенә көлтәләй яҡтылыҡ бәрелеүҙән күҙҙәре сағылып китте. Уянғайны инде ул, тик тауыштарҙы тыңлап, ярым йоҡомһорап ятты. Тышҡа алып сыҡтылар. Бөгөн башының геүләүе һәм ауыртыуы бер аҙ баҫыла төшкәйне. Тағы теге кисәге бәндә эргәһенә алып килделәр. Шул уҡ өҫтәл артына ултырттылар, тик бөгөн һый-маҙар юҡ. “Ҡыҙыл хач” кешеһе иҫәнләшкән булды. Тегеһен-быныһын һораштырып алды. Кейсынан бер төргәк ҡағыҙҙар сығарып, Ринатҡа ошоларҙы уҡып сығырға һәм имза ҡуйырға ҡушты. “Беҙ һинән ҡыҫҡаса ғына интервью алырға тейешбеҙ. Ни өсөн часыңды ташлап киттең һәм ни өсөн Афғанстанда һуғышырға теләмәйһең, барыһы-барыһы тураһында ла һөйлә”, – тине.
Ринат был бәндәнең һүҙҙе ҡайһы яҡҡа борғанын тәүҙә аңғармайыраҡ торҙо, ахырҙа шуны аңланы: унан һатлыҡ йән яһарға уйлайҙар бит! Имеш, ул үҙ теләге менән дошман яғына сыҡҡан да, хәҙер Америкаға ҡасырға йыйына... Был “шыма бит” шул Америка президентынан сәйәси яҡлау һораған үтенескә имза ҡуйҙыртырға самалай түгелме һуң?!. Бына һиңә мә!
Көсөргәнешле уйлауҙан уның баш геүләүе һәм ауыртыуы көсәйә башланы. Шул ваҡыт ата-әсәһен иҫенә төшөрҙө. Улар был турала ишетһәләр нимә тиерҙәр ҙә, ауылдаштар ни уйлар. Туғандарына, барлыҡ нәҫел-ырыуҙарына ниндәй ҡара тап ятасаҡ. Бахыр Заһит бабаһы алты сәғәт ябыулы торғанға ғүмер буйы һатлыҡ йән ҡушаматы йөрөттө. Юҡ! Тағы бер тапкыр юҡ!
Ул бит үҙ теләге менән әсирлеккә төшмәне. Көслө шартлауҙан һуң контузия алыу сәбәпле һушын юғалтты. Һушын юғалтмаған булһа, былай ғына бирелмәҫ ине.
Уның өндәшмәй генә башын эйеп, үҙ уйҙарына бирелеп ултырыуын күреп, американ (бының шулай икәненә Ринаттың шиге ҡалманы) егеткә текәлеп ҡарап:
– Йә, егет, нимә уйға ҡалдың?
– Уйлайым.
– Күп уйлаған – һаҙға батҡан. Уйланған күркә ашҡа эләккән, тиҙәрме әле урыҫтар?
– Мин урыҫ түгел!
– Беләм. Бик яҡшы беләм. Урыҫтар һеҙҙе яулап алып, буйһондорған халыҡ һеҙ.
– Юҡ, беҙ үҙ иркебеҙ менән урыҫ дәүләтенә ҡушылғанбыҙ.
– Эйе, һеҙҙең башығыҙға шулай һеңдергәндәр. Шуны аңла: бер ниндәй кеше лә, бер ниндәй халыҡ та үҙ ирке, үҙ теләге менән ҡоллоҡҡа төшмәй. Әйҙә, улайһа, бер кино күрһәтәм. Минең арттан эйәр.
Американ урынынан тороп, ҡапҡаға табан йүнәлде. Ситтә генә торған автоматлы һаҡалтайға башы менән генә ымланы. Ҡоралын әҙер тотоп, һаҡалтай ҙа улар артынан эйәрҙе. Урамға сыҡтылар. Урамда сыр-сыу килеп уйнаған бала-саға уларҙы күреү менән шым булды. Барыһы ла был сәйер кейемле кешеләрҙе күҙәтте. Арыҡтың теге яғында беҙҙең тиҙ ярҙам машинаһы “УАЗ”-ға оҡшаған бер машина тора, шуның янына килделәр. Улар килеп етеүгә машина шоферы урынынан төшөп, артҡы ишекте асты. Инеп ултырғас, американ:
– Бына, күр, беҙҙең сәнәғәт етештергән һәм һуңғы электрон ҡаҙаныштар менән йыһазландырылған машинаны. Беҙ хәҙер элекке совет һалдатының Афған әсирлегенән ҡотолоп, Америкала нисек йәшәп ятҡанын ҡарарбыҙ.
Ул өҫтәл өҫтөндә торған бер ҙур ғына тартманы, унан стенаға беркетелгән бер шкаф ишеген асты. Өҫтәге шкафта телевизор урынлаштырылған булып сыҡты. Уны аҫтағы тартмалағы ҙур ғына магнитофонға тоташтырҙы ла ҡабыҙып ебәрҙе. Ринат белмәй ине әле был нәмәнең видеомагнитофон икәнен. Ул ғәжәпләнеп, бындағы тауҙар араһындағы шайтан ҡуйынына урынлашҡан ҡышлаҡта ла телевизор күрһәтә икән, тип уйланы. Бына экрандан ниндәйҙер музыкаға ҡушылып, бик тә матур һәм моңло тауыш менән ҡатын-ҡыҙ йырлағаны ишетелде лә ошо уҡ бәндәнең йөҙө күренеп китте. Американ үҙенең элекке совет һалдатынан интервью аласағын тәүҙә инглизсә, унан урыҫса әйтте. Ринаттар йәшендәге егетте күрһәтә башланылар. Ул ниндәйҙер бер цехта машиналар йыуа икән, урыҫса һөйләп алып китте. Оҙаҡ ҡына һөйләне. Үҙенең нисек ҡасып китеүен, унан Америка хөкүмәтенән сәйәси һыйыныу һорағанын һәм бына хәҙер Америкала ирекле гражданин булып йәшәүе тураһында ла тел сарланы. Ошонда эшләй икән. Ярты йылдан бына тигән машина алып ебәргән. Ул шулай итеп Америкала йәшәүҙең ниндәй рәхәт икәнен иҫ киткес итеп маҡтаны. Аҙаҡтан элекке ватандаштарына, бергә хеҙмәт иткән иптәштәренә мөрәжәғәт итеп: “Ниңә һеҙгә ҡан ҡойоп, әллә ниндәй тормошҡа ашмаҫтай, коммунистарҙың утопик идеялары өсөн һуғышып йөрөргә? Ҡоралдарығыҙҙы ташлап ҡасығыҙ! Иҫән ҡалырһығыҙ! Мәскәүҙә ултырған бер генә түрәнең, бер генә коммунистың балаһы ла мылтыҡ күтәреп, Афғанда һуғышып йөрөмәй. Ата-әсәләрегеҙҙе, ағай-туғандарығыҙҙы уйлағыҙ. Һуғышта хатта райком, райсоветта эшләгән түрәләрҙең балаларын да күрмәҫһең. Беҙ бит Афғанстан иленә баҫып кергән агрессорҙар...”
Ошондайыраҡ интервью менән тағы дүрт-биш егет сығыш яһаны. Барыһы ла Американы маҡтаны. Барыһы ла ҡорал ташлап капиталистар яғына сығырға өндәне. Ринат уларҙы ҡараны ни, ҡараманы ни, тигәндәй, бер ҡолағынан керҙе, икенсеһенән сыҡты. Ул көтмәгәндә “Ҡыҙыл хач” уполномоченныйын ғәжәпләндереп:
– Бөгөн ашамайбыҙмы ни? – тип һораны.
Теге бер аҙ аптыраған төҫһөҙ күҙҙәрен уға төбәп, бер килке ҡарап торҙо ла Ринат алдына баяғы ҡағыҙҙарҙы шылдырып:
– Күрҙеңме элекке әсирҙәрҙең нисек иркен йәшәгәнен? Бына, мин күрһәткән урынға имзаңды ҡуй һәм һине видеофильмға төшөрөп, интервью аласаҡмын. Мин биргән һорауҙарға яуаптар бына бында яҙылған, – тип, артына әйләнеп тағы яҙыуҙар менән тулы биш-алты бит ҡағыҙҙы егет алдына ҡуйҙы. – Ә унан инде һин ирекле кеше һәм беҙ һинең менән туйғансы һыйланасаҡбыҙ. Ашарға ла, эсергә лә булыр. Теләһәң, иң матур ҡырағай Азия ҡыҙҙарын да алдыңа теҙеп ҡуйырбыҙ. Теләгәнен һайлап алырһың.
Ринат үрелеп ҡулына ручка алды. Бындай ручканы беренсе ҡабат күрә ине, шуға ла әйләндереп-тулғандырып, бер аҙ ручканы ҡараштырып ултырҙы.
Американ егетте дәртләндереп:
– Әйҙә, ҡыйыуыраҡ бул! Бында ҡурҡырлыҡ бер ни ҙә юҡ. Һин үҙеңдең ғүмереңде ҡотҡараһың. Бынан әллә иҫән ҡотолормон тип уйлайһыңмы? Былар – ҡырағай халыҡ. Быларға кеше ғүмере ни, себен ғүмере ни – айырма юҡ. Бер сәғәттән нимә булырын белә алмайһың. Беҙгә бынан тиҙерәк тайыу яғын уйларға кәрәк. Әйҙә, әйҙә, туғаным. Ата-әсәйеңдәргә лә, йәшерен каналдар аша, иҫән икәнлегеңде хәбәр итербеҙ. Юғиһә, һинең исем-фамилияң менән берәй детдомда үҫкән һалдаттың йөҙ-биттәрен танымаҫлыҡ хәлгә килтереп “ҡара тюльпан” менән ауылығыҙға ҡайтарырға мөмкиндәр. Быныһы – яҡшы саҡта. Әсәйеңдәргә аҙмы-күпме пенсияһы булыр. Ә бит, ул дошман яғында беҙгә ҡаршы һуғышып, һәләк булды тип әйтеүҙәре лә бар. Ә кем асыҡлап йөрөй? Ә кем һине эҙләй? Һеҙҙе күптән оноттолар инде. Һеҙҙең позициялағылар хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәй. Һеҙ – һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалған мәйеттәр. Аламаһы – духтарға һатылғандар исемлегендә булыу. Беҙ барыһын да күреп торабыҙ. Ышанмаһаң, бына ҡара!
Теге тағы ниндәйҙер кнопкаларға баҫты. Шунда Ринатҡа космостан төшөрөлгән видео күрһәтергә тотондо. Унда хатта уларҙың БТР-ҙары нисек шартлағанға тиклем күренә ине. Иптәштәренең нисек һәләк булғанын күреү Ринаттың был иргә ҡарата тора-бара асыуын ҡабарта башланы. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡулындағы матур ручканы урталай һындырып ташланы. Ручка һынды һәм ул нисектер еңел һулап ҡуйҙы ла:
– Юҡ инде! Ҡотҡарғығыҙ килһә, былай ҡотҡарығыҙ. Юҡ икән, юҡ! Мин бер ниндәй ҙә ҡағыҙ-документҡа имза ҡуймайым!
Американ ауыр һуланы, был тиҫкәре совет һалдатын һындырып булмаҫын аңлап:
– Юҡ тек, юҡ. Мин һине, ысынлап та, ҡотҡарырға теләнем. Һәр кем үҙ яҙмышына үҙе хужа. Ярай, Аллаһ һиңә түҙемлек бирһен. Мине иҫеңә төшөрә торған көндәрең алда әле, туғаным. Һеҙҙең кеүектәрҙе бында һуҡаға егеп, миналар ҡуйылған ерҙе һөрәләр. Шулай ҙа, мә, бына минең адрес, түҙер әмәлең ҡалмаһа, ошо адрес менән хат ебәр. Булдыра алһаң инде. Ҡалаларҙа почталары эшләй. Тик шайтан да керергә ҡурҡҡан бындай тау-таш араһында почта йөрөмәй.
Бына шулай тамамланды уларҙың һөйләшеүе. Машина китте. Һаҡалтай уның арҡаһына “калашка” көбәге менән арыу ғына килтереп төрттө лә нимәлер әйтте. “Шурави” аңламаны, шулай ҙа алға атлап китте. Уны тағы теге ҡараңғы һарайға индереп яптылар. Ашау һәм һыу тигән нәмә бөгөн булмаҫ, ахыры.
Оҙаҡ ятырға ирек бирмәнеләр, бер аҙҙан икенсе бер “дух” кереп, тышҡа алып сыҡты. Йортта уның кеүек тағы бер әсир баҫып тора ине. Әсирҙәрҙең бығауҙарын бергә эләктереп, етмәһә, күҙҙәрен дә ҡыҫып бәйләп ҡуйҙылар. Эргәләренә атмы, ишәкме егелгән арба килеп туҡтаны. Күҙе бәйле булһа ла, Ринат бының шулай икәнен һиҙҙе. Өтөп-төртөп тигәндәй арбаға ултырттылар. Арба ҡуҙғалып китте. Эргәләрендәге һаҡалтай әллә ниндәй ҡарлыҡҡан тауыш менән нимәлер әйтте-әйтеүен, тик әсирҙәр аңламаны. Ринат эргәһендә ултырғандың ҡолағына тура килтерергә тырышып:
– Һин кем? – тип бышылданы.
Теге өндәшмәне. Ринат тағы һорауын ҡабатлағайны, уларҙы алып барған һаҡалтай икеһенең дә башына йоҙроғо менән арыу ғына килтереп һуҡты ла үҙенең килбәтһеҙ тауышы менән баяғы һүҙен ҡабатланы. Ринатҡа арыу ғына эләкте. Башы тағы үлтереп шауларға кереште. Хатта уҡшытырға итә башланы. Оҙаҡ барҙылар. Бер төрлө генә һәм уңайһыҙ ултырып барғанға аяҡтары ойоп, бер ни һиҙмәҫлек хәлгә килде. Түбәлә Афған ҡояшы рәхимһеҙ ҡыҙҙыра, томра эҫе. Шыбыр тиргә баттылар. Тау араһынан баралар, ахыры, шарлап аҡҡан һыу тауышы ла ишетелеп китә. Һыу эргәһендә еләҫ һауа. Ныҡ итеп һыу эске килә. Шулай оҙаҡ, бик оҙаҡ барҙылар. Бына алда эт өргән тауыштар һәм тауыҡтар ҡытҡылдағаны ишетелеп китте, бала-саға тауышы салынды. Күрәһең, ниндәйҙер ауылға килеп еттеләр. Арбаны сыр-сыу килгән балалар уратып алды. Бер аҙҙан ниндәйҙер ағас күләгәһенә туҡтанылар. Арбаға ҡуша бәйләп ҡуйылған аяҡ-ҡулдарын сисеп, ултырған урындарынан тартып төшөрҙөләр. Ринат, аяғы һиҙмәҫ хәлгә етеп ойоғанлыҡтан, аяғында баҫып тора алмай гөрһөлдәп ергә ауҙы.
Бала-саға булды, шикелле:
– Ҡафыр! Ҡафыр! – тип уның арҡаһына тибеп китте. Ҡайһыһылыр балаларға йылан кеүек ыҫылдап алды. Тегеләре шым булды. Кемдер егетте елкәһенән тартып торғоҙҙо һәм тағы төрткөләп ары алып китте. Ниндәйҙер йортҡа индереп, күҙҙәре бәйләнгән сепрәкте систеләр. Тик ул бер нимә лә күрмәне. Ҡыҫып бәйләүҙән ул ниндәйҙер ваҡытҡа күреү һәләтен юғалтҡайны. Күҙҙе ыуырлыҡ та түгел. Ҡулы икенсе тотҡондоң ҡулына ҡыҫҡа итеп бәйләнгән. Ринат нисек итһә- итте, эйелеп күҙҙәрен ыуғылап алды. Шунан һуң ғына ул әҙерәк яҡтылыҡты шәйләп, бер аҙҙан күҙен ҡаплаған ҡараңғылыҡ асыла төштө.
Улар ниндәйҙер балсыҡ менән таштан өйөлгән бейек ихаталы йорт эсендә баҫып тора булып сыҡты. Йорт тупһаһында яҡшы ғына кейемле, оҙон ғына буйлы берәү тора. Күрәһең, йорт хужаһы. Уның эргәһенә тағы берәү килеп баҫты. Улар был икәүгә ҡарап, нимәлер һөйләшеп алдылар. Йорт хужаһы ниндәйҙер Әхмәтте саҡырып, әсирҙәрҙе йорттоң теге башында урынлашҡан һарайға ябырға ҡушты.
Һарай эсендә был икәүгә оҡшаған тағы ла дүрт “шурави” ултыра икән. Уларҙың да ҡулдары бәйле. Инеүселәр һарай эсендәгеләр менән иҫәнләште. Шунда береһе яңы әсирҙәрҙе иҫкәртеп:
– Шымығыҙ! Бышылдашып ҡына һөйләшегеҙ. Ишетеп ҡалһалар, кереп туҡмарға тотоналар. Һеҙ ҡайҙан, кемдәр?
Шулай танышып алдылар. Төрлө өлкәләрҙән барҙар икән. Башҡортостандан Ринат бер үҙе булып сыҡты. Уларҙың күбеһе бер ай элек әсирлеккә эләгеүселәр. Араларында яралылар ҙа бар.
Бер аҙҙан тотҡондарға берәр түңәрәк үзбәк икмәге – нан таратып сыҡтылар. Һыу мөйөштәге ниндәйҙер ҙур ғына ҡалай һауытта ине. Бындағы тәүге көндәре шулай үтте.
Икенсе көндө уларҙы ҡараңғылы-яҡтылынан ныҡлы һаҡ аҫтында ҡышлаҡ эргәһендәге баҫыуға алып килделәр. Ауыл текә тауҙарға һыйынып ултырған бер ҡышлаҡ ине. Ҡышлаҡтың ҡаршы яғында һөҙәк кенә тауҙар теҙмәһе күренә, күптән сәселмәйенсә ташландыҡ хәлгә килгән баҫыу йәйелеп ята. Шунда һаҡсыларҙың береһе урыҫсаны вата-емерә баҫыуға күрһәтеп:
– Бына, алдығыҙҙа һеҙҙекеләр миналаған баҫыу. Үҙегеҙ миналанығыҙ, үҙегеҙ таҙартығыҙ! Әйҙәгеҙ, алға! – тип ҡысҡырҙы.
“Шурави”ҙар аптырашып тынып ҡалды. Шунда бер “дед” булды, шикелле:
– Ҡулдарҙы бәйләгән килеш нисек миналарҙы зарарһыҙландыраһың? Исмаһам, ҡулдарҙы сисегеҙ, – тине.
Быларҙы алып килгән һаҡсыларҙың өлкән кешеләре инеме, әллә командирҙары булдымы?
– Ҡаса башлаһағыҙ? – тип шикле ҡарашын төбәне.
– Һуң, һеҙ бит беҙҙе һаҡлайһығыҙ. Шулай булғас, беҙ ҡасмаһын өсөн нығыраҡ һаҡлағыҙ! Ныҡ һаҡлаһағыҙ – беҙ ҙә ҡасмаҫбыҙ, – “дед” шаяртыбыраҡ яуапланы.
Яуап “дух”ҡа оҡшаны, ул шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Һәм ниңә көлгәнен эргәһендә торған иптәштәренә лә тәржемә итте. Барыһы ла шарҡылдашып көлөп алды. Ниндәйҙер сит ил машинаһына тейәлеп, баштан-аяҡ ҡоралланған тағы биш-алты “дух” килде. Командирҙары уларға күрһәтмәләр биреп, төрлө яҡҡа баҫырға бойорҙо. Бер нисәһе, машинаға ултырып, баҫыуҙың арғы осона китте. Шарҡылдап көлгән һаҡалтай берәм-берәм “шурави”ҙарҙы сылбырҙарынан ысҡындырҙы. Бер рәткә теҙеп ҡуйҙы ла башы менән ымлап:
– Вперед, орлы! – тине.
“Шурави”ҙарҙың барыһы ла тиерлек христиан динендәгеләр ине. Бер нисәһе суҡынып алды. Быны күреп ҡалған һаҡсы төкөрөнөп ҡуйҙы. Ринат уларҙың суҡынғанына ҡарап, үҙенсә бисмиллаһын әйтеп, өләсәһе өйрәткән ниндәйҙер доғаны уҡып, “әппәр” итеп ҡуйҙы. Күңеленән генә, Хоҙай яҙмаған эш булмаҫ, бүтән төрлө үлергә яҙған икән, шартлап үлмәҫбеҙ әле. И, Аллам, үҙ ярҙамыңдан ташлама, миңә атай-әсәйем янына ла ҡайтаһы бар бит әле, тип бышылданы ла беренсе булып баҫыуға атланы. Ҡайҙандыр, Кавказдан булды, шикелле, оҙаҡ ҡырынмауҙан шул уҡ “дух”тарға оҡшап киткән “шурави”:
– Я, христианин! Не буду вашу поганую землю очищать от наших мин. Скоро все подохнете, басурманы, с вашим Аллахом! Бегите, ребята, бегите врассыпную, – тип ҡысҡырҙы ла йылғаға табан йүгерҙе.
Нисек кенә борғоланып, зигзаг яһап йүгермәһен, эргәләге һаҡсы ашыҡмай ғына шул яҡҡа боролдо ла “калашка”нан бер генә һиптерҙе. Теге, бахырың, йүгергән ыңғайға гөрһөлдәп барып төштө.
Был хәл ҡалғандарға бик тә ауыр тәьҫир итте. Ҡасыу тураһында уйлап та булмай. Һәр һалдатҡа – ике-өс һаҡсы. Улар инде ҡоралдарының затворын күптән тартып, һаҡлыҡ келәһен ысҡындырып ҡуйған. Саҡ ҡына шикле хәрәкәт яһаһаң да атып үлтерәсәктәр.
Ринат бар диҡҡәтен аяҡ баҫыр ергә күсерҙе. Полктың уҡыу мәктәбендә һәм карантинда ятҡанда алған белемен иҫенә төшөрөргә тырышты. Ниндәй миналар ҡулланылғанын һәм уларҙы нисек зарарһыҙландырыу тураһындағы бар белгәнен барларға тотондо, тик улар башынан сығып осҡан. Ғәҙәттә, миналарҙы шахмат тәртибендә урынлаштырыуҙары иҫенә төштө. Иғтибар менән һәр үлән төбөн, һәр осраған таш-балсыҡ киҫәген өйрәнә-өйрәнә аяғын алға шыуҙырҙы. Иң ҡурҡҡаны – зарарһыҙландырып булмай торған миналар. Шулар ғына булмаһа ярар ине, тип уйланы. Сөнки уларҙы ала башлаһаң – шартлай. Тағы кеше аҙымына шартлай торғандары ла бар. Ундайҙарҙы урынында ғына шартлатып юҡҡа сығарып була. Әле генә күҙ алдарында булған ҡот осҡос вәхшилек егеттең бар уй-зиһенен биләп алды. Теге һалдаттың гөрһөлдәп йығылыуы башын томаланы. Уға ла ошондай мәғәнәһеҙ үлем менән үлергә тура килерме икән ни? Ҡартәсәһе әйтә торғайны: “Ахыры заманға ҡаршы нимә уйлайһың, шул алға килә”, – тип. Шуны иҫләп, үлем тураһында уйламаҫҡа тырышты. Нисек кенә әлеге фажиғәне мейеһенән сығарып осорорға теләһә лә, күҙ алдынан китмәне. Әлеге шул “Ярты баш” Заһит ҡарт иҫенә килеп төштө. Бер ваҡыт унан: “Атакаға барғанда үлемдән ҡурҡманығыҙмы?” – тип һорағайны. Ул ғәҙәтенсә көлөмһөрәп: “Ҡурҡып нимә эшләй алаһың? Артта заградотряд килә. Кире боролоп ҡара, шунда уҡ атып йығасаҡтар. Эйе, тәүҙә ҡурҡыта. Унан өйрәнеп китәһең. Тора-бара шулай кәрәк тип ҡабул итә башлайһың. Ҡурҡыу бөтә. Һуңынан инде, улым, мин үлемдән ҡурҡманым. Үлем үҙе ҡурҡаҡтарҙы һәм үлем тураһында уйлағандарҙы һағалап тора. Уны уйлаһаң, үҙе һине эҙләй башлай. Атакаға барғанда ла, дошман атакаһын кире ҡаҡҡанда ла гел ҡартәсәй өйрәткән “Ҡолһуаллаһ” доғаһын ҡабатланым”, – тигәйне.
Ринат шуларҙы уйлап, сираттағы аҙымын атларға ғына уйлағайны, нәҡ ул баҫасаҡ урында үлән әҙерәк һарғайыбыраҡ тора. Тирә-яҡтағылары йәм-йәшел. Башын йәшен уты кеүек ярып “бында мина булырға тейеш” тигән уй үтте. Ул ҡапыл туҡтап ҡалды. Ятып, ситләтеп кенә теге урындың эргәһен соҡой башланы. Ер ҡаты ине. Шулай ҙа тырнаҡтарын аҡтарып, ауырттырып булһа ла сирәмде аҡтарып ташланы. Бармаҡтары менән һиҙҙе – мина. Ысынлап та, пехотаға ҡаршы ҡулланыла торған беҙҙең совет минаһы. Бик тә яуыз һәм ҡәһәрле, аҫтыртын мина. Быны бер нисек тә зарарһыҙландырып булмай. Етмәһә, шартлар алдынан метр-метр ярым ер өҫтөнә һикерә, унан һуң ғына шартлай. Ергә ятып та ҡасып ҡотолормон тимә.
Ринат тирә-яғына ҡаранып алды. Уға беркетелгән һаҡсы – теге урыҫса һупалаған “дух”. Ул иптәше менән ара-тирә уның яғына ҡараштырып, ниҙер һөйләй-һөйләй, тәмәке көйрәтә. Ринат тороп баҫты. “Дух”тар, автоматтарын уға төҙәп, иғтибар менән күҙәтә башланы. Ул, ҡулдарын күтәреп, “дух”тарға яҡыныраҡ килде лә үҙе тапҡан минаға күрһәтеп, шуға атырға ҡушты. Тик һаҡалтай тештәрен ыржайтып уҫал ғына көлөп:
– И-и-ди, и-ди-и, ҡафыр! Иди, делай свое дело! – тип, автомат көбәге менән уға янап, минаға табан күрһәтте.
Егеттең бер ҙә юҡҡа ғына үлгеһе килмәй ине. Шуға ла халыҡтың ”суҡын, улым, суҡын, ҡафырҙың күңеле булһын!” тигәнен иҫенә төшөрҙө. Тағы “әсир” Заһиттың туҡтауһыҙ “Ҡолһуаллаһ” доғаһын ҡабатланым тигәнен хәтерләне. Шуларҙы уйлап алды ла ҡояшҡа ҡарап, ҡибланы самаланы. Ҡибла Афған ерендә көньяҡ-көнбайышҡа табан ине. Тағы ла бындағы ҡарттарҙың намаҙҙы шул яҡҡа ҡарап уҡығандарын күргәне бар. Шуға күрә ҡибла яғына ҡарап баҫты ла ҡышлаҡта көнөнә әллә нисә яңғыраған аҙанды ярты тауыш менән генә ҡабатларға тотондо. Ул инде уны ятлап уҡ алды. Бәләкәй сағында уҡ мулла бабайҙан аҙанды ишеткәне бар ине. Шуға ла аҙан тауышын ишетһә, гел бала сағы иҫенә төшөп, тыуған ауылын, туған-тыумасаларын һәм ата-әсәһен хәтерләүҙән күҙенән йәштәре сығып, хистәргә бирелеп китә ине. Әле лә шул белгән доғаларҙы бер нисә тапҡыр ҡабатланы.
“Шурави”ҙың былай аҙан әйткәнен аптырап ҡарап торған “дух”тар минаға тоҫҡап, бер-бер артлы атып ебәрҙе. Ринат, атыу тауышын ишетеп, “бөттөм, миңә аттылар!” тип уйлап та өлгөрмәне, пуля тейеүҙән детонация булып, мина шартланы. Хатта ара йыраҡ ҡына булыуға ҡарамаҫтан, хәлһеҙләнгән ярсыҡтар шабырҙап алдына ҡойолдо. Бер аҙҙан ел кеүек шартлау тулҡыны ла “шурави”ҙы иркәләп үтте. Эйе, ул шулай уйланы. Ҡайһы берҙә шартлау тулҡыны кешене үлтермәйенсә, йылы таң еле кеүек иркәләп тә китә икән. Егет шулай уйлап та бөтмәне, “дух”тар уның эргәһенә килеп баҫты. Урыҫса һупалаған “дух” тамаҡтарын ҡырғылап:
– Һин кем? – тип һораны.
– Ринат. Вәлитов Ринат, – тине егет.
Был тағы ҡабатланы:
– Һин кем? Мөслимме?
Ринат уны аңлап етмәне. Сөнки “мөслим” һүҙен беренсе ишетеүе ине: Юҡ, тип башын һелкте.
Тегенең асыуы ҡабарып:
– Христианин-ҡафырмы ни? – тип екерҙе.
Ринат аңлап алды, былар милләтен, динен һорайҙар, ахыры. Тағы “юҡ” тип башын сайҡап алды ла:
– Юҡ, мин башҡорт. Мосолман, – тип аҙаҡтан өҫтәп ҡуйҙы.
Башҡорт тигән һүҙҙе белмәгәнгә, тегеләр тағы аптырашта ҡалды һәм үҙ-ара гәпләшергә тотондо. Усҡа-ус һуғышып, ҡыҙыу-ҡыҙыу ғына бәхәсләшеп тә алдылар. Шунан береһе:
– Төшөр салбарыңды! – тип бойорҙо.
Егет был ике “дух”тың нимә әйтергә, нимә эшләргә уйлағанын аңламаны, салбар ҡайышын тотҡан килеш тора бирҙе. “Дух” ярым асыуланып:
– Һал ыштаныңды! Сөннәтлеме?
Ниһайәт, “шурави” аңлап алды. Былар уның сөннәтле булыу-булмауын тикшерә, тимәк. Ситтәр алдында былай ҡыланғаны булмаһа ла, нишләһен инде, салбар-трусигын төшөрөп, был икәү ҡаршыһына баҫты. Ринат сөннәтле ине. Эйе, бәләкәй сағында, әле лә хәтерләй, ниндәйҙер бер ҡарт уға матур салбар тегәбеҙ тип, һикегә ятҡырып, сөннәтләп киткәйне. Бына хәҙер шуның һөҙөмтәһен тегеләргә күрһәтеп тора.
“Дух”тар, күрәһең, уның сөннәтле-сөннәтһеҙме икәне тураһында бәхәсләшкән. Отолғаны, йөҙҙәрен боҙоп, отҡан иптәшенә ҡабы менән тәмәке һәм саҡма-зажигалкаһын һуҙҙы. Отҡаны, урыҫса һупалаған “дух”, “шурави” эргәһенә яҡын уҡ килеп, ҡәнәғәтлек менән уның ҡулбашынан ҡаҡты ла, башы менән ымлап, эшен дауам итергә ҡушты. Ринат ике аҙым да атларға өлгөрмәне, алға киткән иптәштәренең икеһе, аяҡ аҫтарында мина шартлап, ергә ҡоланы. Күрәһең, береһе яраланғайны, ауыртыуҙан ҡысҡырып, әсәһен иҫенә төшөрөп, ярҙамға саҡыра башланы. Оҙаҡ аҡыра алманы, уға автоматтан ут һиптерҙеләр. Бахырың, тағы бер-ике ҡысҡырырға иткән кеүек ғырылданы ла бөтөн кәүҙәһе менән тартышып, тынып ҡалды. Был икәү кемдәрҙең генә ғәзиздәрҙән-ғәзиз балаһы булды икән?
Ринат бөгөн һигеҙ мина тапты. Уның бәхете бар ине – иҫән ҡалды. Баҫыуҙы минанан таҙартҡанда өс иптәше үлде. Алдараҡ бер һыйырмы, ишәк үләкһәһеме күренде. Уны яртылаш ҡоҙғондар ашап бөтөрөп бара. Уларға ла ошондай үлем янаймы икән? Уларҙы ла шулай ҡоҙғондар соҡормо? Мәйеттәрҙе күмергә рөхсәт итмәнеләр. Һәләк булғандарҙы баҫыу ситенә сығарырға ҡуштылар. Уларҙы күтәреп яфаланманылар. Күтәрерлек тә түгел, үлгән кеше ике тапҡыр ауырая тиҙәр, дөрөҫ икән. Аяҡтарынан тотоп һөйрәргә тура килде. Шулай иптәштәренең береһен сығарғанда уның аҫтында тағы мина шартланы. Бахыр, үлгәс тә иптәштәренең ғүмерен һаҡлап ҡалды. Минаның зарары егеттәргә теймәне. Тик тегенең кәүҙәһе генә теткеләнде. Ахыры, һаҡсылар ҙа был эштән арығайны, тиҙерәк ҡайтырға ашыҡтылар. Баҫыуҙа тәүге көндәре шулай үтте.
Ҡайтҡас уларға тағы берәр түңәрәк үзбәк икмәге бирҙеләр ҙә теге һарайға индереп яптылар. Яптылар ғына түгел, ҡулдарын баш осондағы шүрлеккә нығытып ҡуйылған “лимонка” чекаһына бәйләнеләр, шулай уҡ аяҡтарын тарттырып, мина чекаһына эләктерҙеләр. Ҡасыу түгел, һаҡһыҙыраҡ һелкенһәң дә шартлап көлөң күккә осасаҡ. “Лимонкалар” эргәһендә танкка ҡаршы ҡуйыла торған ҙур миналар ҙа ята. Улар ҙа детонация менән шартлаясаҡ. Бында кешеләр генә түгел, бөтә аҙбарың юҡҡа сығасаҡ. Уларҙы ситтә торған аҙбарға ябыуҙары юҡҡа түгел икән. Ярай аҫта әҙерәк һалам бар. Элек бында йә һарыҡ, йә кәзә аҙбары булған. Был афған ерендә көндөҙ түҙеп торғоһоҙ эҫе, ә төндәрен һыуыҡ. Тауҙарҙан һыуыҡтың рәхимһеҙ тәгәрмәс кеүек тәгәрәп төшкәне һиҙелеп тора. Йылы кейемең булмаһа, кәкрәйәһең, урыҫ әйтмешләй, калатун.
Ринат бөгөнгө күргәндәренән шул тиклем тетрәнгәйне. Бер көн эсендә үҙен ун йылға, юҡ, егерме йылға ҡартайған кеүек хис итте. Кисерелгән психик көсөргәнештән арыны. Контузия алғандан һуң тынғылыҡ бирмәгән башы, һалам өҫтөнә тынысланып ятҡас, тағы геүләп ауыртырға тотондо. Әйтерһең дә, башы, вагон тәгәрмәстәре аҫтында ҡалып, йөрәге типкән һайын сатнап ярыла башлай. Хатта йүнләп уйҙарын да уйлай алмаҫ дәрәжәгә етә. Бар уйлай алғаны: ҡасырға, ҡасырға һәм ҡасырға! Йөрәк, бер йыртҡыс ҡарсыға булып, баш эсенә кереп ултырған да ауырттырып, үҙ ритмына мейене суҡый ҙа суҡый.
Тотҡондарҙың барыһы ла бер ҡағиҙәне аңдарына һеңдереп ҡуйҙы. Ни генә булыуға ҡарамаҫтан, һелкенергә ярамай! Иртәнгә тиклем йәшәгең килһә – һелкенмә! Ә инде иртәгәһе көн – Аллаһ ҡулында. Яңылыш һелкенеүҙән бауҙар тартылып, мина чекаһы ысҡынһа, бөттө. Йә Хоҙай, әгәр ҙә был Ғаләмдә барһың икән, яфаланған ҡолдарыңа ярҙам ит. Яҙмыштарын әҙерәк кенә булһа ла еңеләйт!
Иртәгәһенә уларҙы теге баҫыуға алып барманылар. Һарай алдына сығарып ултырттылар. Ринаттың самалауы буйынса,“дух”тар кемделер көтә. Тегеләй-былай инеп-сығып йөрөгән тылмас “дух” күренеп ҡалды. Ринат уға ҡул болғап, үҙ янына саҡырҙы ла миналарҙан баҫыуҙы тиҙерәк таҙартыу өсөн ырғаҡ-тырма яһарға кәрәклеген аңлата алды. Ниндәйерәк ырғаҡ булырға тейешлеген һыҙып та күрһәтте. Һаҡалтай әллә аңланы, әллә юҡ. Бер һүҙ ҙә әйтмәй китеп барҙы. Төшкә табан бармаҡ йыуанлыҡ тросҡа сылбырҙар менән ҡулдарынан бәйләнгән ете әсирҙе килтерҙеләр. Ринат Америкалағы негр ҡолдарҙы теҙеп баҙарға һатырға алып килеү тураһындағы рәсемде ниндәйҙер бер иҫке китапта күргәйне. Бында ла нәҡ шулай тегеләрҙе теҙеп ҡуйҙылар. Тәүге көндө был өйҙөң тупһаһына сығып ҡарап торған ир бөгөн дә яңы килгәндәрҙе барланы. Үҙенең ярҙамсыларына ниндәйҙер күрһәтмәләр бирҙе лә тағы инеп юғалды. Яңы килгәндәрҙе Ринаттар алдына ултыртып, улар бәйләнгән сылбырға эләктереп ҡуйҙылар.
Ринаттың эргәһенә тура килгән һалдат бик таҙа һәм башҡаларҙан бер башҡа бейегерәк ине. Ул ҡаш аҫтынан күҙҙәрен уйнатып алды ла үҙенең алдында ултырғандарға ҡарап:
– Ҡайһығыҙ бында “бугор”, йәғни старший?
Егеттәрҙең береһе лә өндәшмәне. Был өсәү кисәге хәлдәрҙән һуң шок хәлендә, үҙҙәренең ауыр уйҙарына бирелеп ултыра. Өндәшеү менән дә ни фәтүә. Улар бында барыһы ла бер тигеҙ хәлдә – әсирҙәр. Теге ҡырыҫ ҡына:
– Нимә, телегеҙҙе йоттоғоҙмо әллә?
Ринат яңы килгәнгә күтәрелеп ҡараны ла, эргәһендәгеләр өндәшмәгәс:
– Ну, мин старший, – тигән булды.
– Не нукай! Салабондар, мине тыңлағыҙ! Мин – “дед”! Шуға күрә, бөгөндән башлап бында мин старший. Дөрөҫөрәге, ошо минуттан мин бында “бугор”. Ишеттегеҙме? Ә һин, “нукающий”, минең ярҙамсым буласаҡһың! Аңлашылдымы?
Әсирҙәрҙең береһе лә “эйе” тип тә, “юҡ” тип тә өндәшмәне. Ринат та яуапһыҙ ҡалды. Был үҙен “дед” тигән әсир яңыраҡ ҡына “дух”тар ҡулына эләккән “шурави” ине. Унда ла әле үҙ ғәйебе менән: әфиүн эҙләп, баҙарға сыҡҡанда эләктереп алдылар. Шуға ла бында булған хәлдәрҙе һәм буласаҡ ваҡиғаларҙы күҙ алдына ла килтермәне. Һаман әтәсләнеп һәм үҙен күрһәтергә була Ринатҡа күҙен аҡайтып:
– Ниңә өндәшмәйһең? Әллә мине аңламайһыңмы? Өндәшмәйһең, значит мине аңламайһың. Ҡараға буялған – черномазый, һин дә шул “дух”тар нәҫелендәге чуркамы әллә? Шуларға оҡшап тораһың!
Ул, Ринаттың башҡаларға ҡарағанда ҡарараҡ булыуына һәм йөҙө менән урыҫҡа оҡшамауына баҫым яһап, кәмһетергә уйланы. Был әзмәүерҙең тауыш күтәреп, башҡаларға ҡысҡыра-ҡысҡыра нимәлер һөйләгәнен һаҡта торған “дух” ишетеп алды. Күп уйлап тормай, килеп тегенең һыртына приклад менән арыу ғына тондорҙо ла, үҙенсә нимәлер иҫкәртеп, тағы бер-ике ныҡ ҡына тибеп, кире урынына барып баҫты. Әзмәүер ауыртыуҙан йөҙөн һытып, тешен ҡыҫып:
– Чурка! Һинең арҡала эләкте. Мин быны иҫеңә төшөрөрмөн әле. Инәңде шулай итермен... – тип ҡәбәхәт һүгенеп ыҫылданы.
Ринат өндәшмәне. Ниңә талашып, ҡаршы әйткеләшеп торорға? Бында барыһы ла дошман ҡулында. Барыһы ла улар ихтыярында. Теләйҙәр икән – йәшәйһең, теләмәһәләр, ошо минутта уҡ атып үлтерергә мөмкиндәр. Ә был, яңы килгән йүнһеҙ, аңлап бөтөрмәй ине әле бындағы тәртип һәм тормошто. Тормош тип әйтеп булһа. Тормош түгел – ормош, ә, дөрөҫөрәге, әжәл менән ҡасыш уйнау. Кем кемдән хәйләкәрерәк тә, кем кемде тиҙерәк алдай...
Бер аҙҙан тотҡондарҙы теҙеп, арыҡ таҙартырға алып киттеләр. Ринат “дух”тарҙың үҙ-ара һөйләшкәндәренә иғтибар менән ҡолаҡ һалып барҙы. Күп һүҙҙәр башҡорт-татар һүҙенә оҡшашлыҡҡа-оҡшаш та ул, тик һүҙҙең нимә тураһында барғанын ғына аңларлыҡ түгел. Былар үзбәктәр түгел шул. Уларҙы аңлауы еңел ине.
Ринат юл буйына тирә-яҡты ҡарап-өйрәнеп барҙы. Эйе, тауҙар бейек һәм текә. Баштарында ялтырап ҡар ята. Ә был яҡтағы тауҙар ул ҡәҙәр текә түгел, һөҙәгерәк. Ҡояшҡа ҡарап самалаһаң, көньяҡ шул яҡта. Ә беҙҙең СССР иле Афғанстандың төньяғында, был бейек ҡая-тауҙар артында. Ул шулай география фәненән алған белемен иҫенә төшөрөп барҙы.
Көндөң ҡалған өлөшөндә ауылға ағып килә торған арыҡты тәрәнәйтеп таҙарттылар. Эш бөткәс, ҡайтыр алдынан, Ринат теге һаҡалтай һаҡсынан ҡулы менән ишаралап йыуынып алырға рөхсәт һораны. Рөхсәт иттеләр-итеүен. Тик урыҫ милләтенән булғандарҙы арыҡтан йыраҡҡараҡ ҡыуҙылар. Егеттәрҙең аңлауы буйынса, ҡафыр йыуынған һыу ҡышлаҡҡа барырға тейеш түгел. Ни эшләһендәр, арыҡтан ситкә канау йырып, шунда сайҡандылар. Һыу тауҙарҙан килгәнгә бик һалҡын ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һыу – һыу инде, билгә тиклем сисенеп, рәхәтләнеп йыуынып алдылар.
Ҡайтҡас, тағы теге һарай алдына теҙеп ултырттылар ҙа көндәгесә берәр түңәрәк нан таратып сыҡтылар. Бөгөн кружкаларға тултырып ҡайнар йәшел сәй ҙә бирҙеләр. Теге әзмәүер нисектер Ринат эргәһенә ултыра алды. Ашарға ғына тотонғайнылар, яһил Ринат ҡулынан икмәген тартып алды ла:
– Бөгөнгө көндән кис бирелгән ашың минеке буласаҡ. Юғиһә, төндә быуып үлтерәм, – тип ыҫылданы.
Белмәй ине әле ул һарай эсендә нисек ҡунғандарын. Хатта кесе хәжәтеңде лә салбарыңа бушатырыңды. Олоһо булһа ла шулай. Хет үлеп кит, һинең янға бер кем дә кермәҫ һәм бер кемде сығармаҫтар. Урыныңда борғоланып ятыу түгел, һелкенә лә алмайһың. Ринат та тишек арбанан төшөп ҡалмаған, тегенең ҙур кәүҙәһенән ҡурҡып торманы – үҙ өлөшөн кире тартып алды. Быны көтмәгән әзмәүер егеттең боғаҙынан эләктереп, быуа башланы. Ринат был йүнһеҙҙе көс менән еңеп булмағанын аңлап, бармағын тегенең күҙенә батырҙы. Был ығы-зығы, тартҡылашыуҙы күреп ҡалған һаҡсы, ҡысҡыра-ҡысҡыра килеп, икеһенең дә арҡаһына приклад менән тондорҙо. Ҡысҡырыуға арғы аласыҡтан тылмас килеп сыҡты. Һаҡсы ҡулдарын бутай-бутай уға нимәлер аңлатырға тотондо. Тылмас тартҡылашыусылар эргәһенә килде. Әзмәүер, ауыртҡан күҙен ыуғылап, йәшенә мансылып ултыра ине. Ул әзмәүерҙән:
– Нимә булды? – тип һораны.
– Юҡтан ғына күҙгә килтереп төрттө, – тип әзмәүер алдашырға тотондо.
Шунан ул Ринатҡа башын ғына ҡағып, һораулы ҡарашын төбәне. Ринат дөрөҫөн һөйләп бирҙе. Нисек мыҫҡыллап “черномаз” тигәнен дә, икмәген тартып алғанын да әйтте.
Тылмас Мәскәүҙә уҡыған ваҡытында бер профессор малайының унан шулай “черномаз-чабан” тип көлгәне өсөн биргеләп ташлағайны. Шуның арҡаһында теге профессор киҫәге уны уҡыуынан ҡыуҙыртты. Тылмас шуларҙы иҫенә төшөрөп алды. Унан да ҡафырҙар шулайыраҡ көлгәйне бит. Тауышҡа башҡа “дух”тар ҙа йыйылды. Тылмас һуғышыусыларҙың икеһен дә торғоҙоп, ҡапма-ҡаршы баҫтырҙы ла, Ринатҡа төртөп күрһәтеп, әзмәүерҙән:
– Ошомо черномаз? Был басурман буламы? – тип һораны.
Теге күҙен дә йоммай:
– Эйе, ул ҡара күт һәм ҡара сутыр. Эйе, ул басурман. Юҡҡа ғына күҙгә килтереп төрттө. Мин уны барыбер инәһен тегеләй-былай итеп аҡылға ултыртам, салаганың, – тип, күҙен һаман ыуғылап, янарға тотондо.
Тылмас үҙенең күкрәгенә төртөп:
– Миңә ҡара әле, мин дә бит черномаз һәм һеҙҙеңсә – ҡафырса – ҡара күт һәм, әлбиттә, ҡырағай басурман. Шулай булғас, һин минән дә көлгән булып сығаһың. Ә беҙ үҙебеҙҙән көлгәнде бик яратып бөтмәйбеҙ. Бигерәк тә ҡафырҙарҙың көлгәнен. Шуға күрә һиңә һайларға тура киләсәк. Йә үҙең теләп басурман-мосолман булаһың, йәғни үҙ-үҙеңде сөннәтләйһең. Йә басурман булырға теләмәйенсә, ҡафыр ҡалып, стенаға баҫаһың, һәм беҙ һине атабыҙ. Һайла! Йә басурман булып йәшәйһең, йә ҡафыр булып үләһең.
“Дух” ҡулындағы сәғәтенә ҡарап алды ла дауам итеп:
– Бына шулай, һиңә иртәнгә тиклем уйларға ваҡыт бирәбеҙ. Иртә кистән яҡшыраҡ тиҙәрме һеҙҙә? Ә хәҙер, марш, ял итергә!
Бар пленныйҙарҙы теге аҙбарға индереп, көндәгесә ҡул-аяҡтарын мина чекаһына бәйләп, йоҡларға һалдылар. Кеше йоҡлағанда ҡырҡ тапҡыр урынында әйләнеп, борғолана, тиҙәр. Моғайын, шулайҙыр, һанаған юҡ. Ә бына бында бер тапҡыр ҙа боролоп ята алмайһың. Арҡа-арттарың бер төрлө генә салҡан ятыуҙан, таҡта кеүек ҡатып китһә лә борғолана алмайһың.
Яңы килгәндәр минаға бәйләнеп ятыуҙың нимә икәнен белмәй ине, шуға ла бөтөнләй телһеҙ ҡалдылар. Тик теге башта ятҡан әзмәүер генә үҙ алдына һүгенеп, барыһын ҡәһәрләп ятты. Бер аҙҙан йүнле-рәтле уйлай алырлыҡ хәлгә килеп тынысланғас:
– Ҡара әле, теге ни... чурка. Откуда ты?
Ринат үҙенең ауыр уйҙары менән уяулы-йоҡоло ята ине. Ни тиһәң дә, йоҡлаған килеш яңылыш һелкенеп китеүҙән йә боролоп ятыуҙан ҡурҡа. Шулай ҙа тәндең һәм аңдың кешенең үҙенә лә билдәле булмаған, йәшәргә кәрәклеген иҫкәртеп торған, һәр саҡ уяу үҙһаҡсы-ҡарауылсыһы бар икән. Бына шул эске һаҡсы үҙ эшенә ныҡлап тотонғайны. Ул әҙ генә һелкенеүҙән дә һаҡлап, егетте уятҡылап торҙо. Ринат уяулы-йоҡоло ята ине, тик Ринат өндәшеүсегә яуап бирмәне, теге бер аҙ уфтанып ятты ла:
– Татарин что ли? Извини! Что так вышло. Как у вас? Һеҙҙә нисек кешене бестерәләр? Күпме киҫеп ташлайҙар? Ғөмүмән, бестереү нисек эшләнә? Һөйлә әле.
Ринаттың ныҡ арығанлыҡтан, был йүнһеҙ менән әңгәмә ҡорғоһо ла, уның һорауҙарына яуап биргеһе лә килмәне. Шуға ла өндәшмәне. Ауылда ҡалған туған-тыумасаларын, ата-әсәһен уйлап ятты. Өйҙө, ауылдаштарҙы уйлау нисектер күңелгә еңеллек, йәнгә тыныслыҡ бирә ине. Ә мөйөштән бер туҡтауһыҙ төрлөсә уфтанып мығырҙау, хатта лышыҡ-лышыҡ илау ҙа ишетелеп торҙо. Шунда кемдер түҙмәне:
– Туҡтайһыңмы һин, сволота, юҡмы? Үҙең ғәйепле бит. Бында һиңә казарма түгел. Бында старик-дедтар ҙа, салабон-черпактар ҙа юҡ. Барыбыҙ ҙа тип-тигеҙ. Барыбыҙ ҙа ҡол-әсирҙәр. Аллаңа һәм өйөңдәге мөйөштә эленеп ҡалған изгеләреңә табын! Моғайын, ярҙам итмәй ҡалмаҫтар, – тип ыҫылданы.
Тегенең лышыҡ-лышыҡ илауы ара-тирә ишетелһә лә, лыбырҙап ялбарыуы туҡталды.
Иртән барыһын да көндәгесә аҙбар нигеҙе буйына теҙеп ултырттылар. Күренеп тора: яңы килгәндәр бөтөнләй йоҡламаған. Бер кемдең дә тиктомалға үлгеһе килмәй. Күҙҙәре ҡыҙарып, үҙҙәре аңҡы-тиңке килеп ултыра. Көндәгесә берәр үзбәк икмәге көтһәләр ҙә, бөгөн шул икмәк ҙурлығындағы йоҡа ҡабартма-көлсә генә бирҙеләр. Бына һаҡсы эргәһенә тылмас килеп баҫты. Шуны әйтергә кәрәк: тылмас был һаҡсыларҙың түрәһе шикелле. Үҙен гел шулай ҡалғандарҙан өҫтөн тота. Бөгөн нимә булырын башҡа “дух”тар ҙа белә, шикелле. Барыһы ла тамаша көткән кеүек йорт алдына йыйылды. Күрше йорттағылар ҙа килде. Тылмас әзмәүерҙе, башҡалар бәйләнгән тростан ысҡындырып, ситкә баҫтырҙы, аяҡтарын бығаулап ҡуйҙы. Билендә аҫылынып торған зиннәтле бысағын әзмәүергә һуҙғайны ла кире уйланы. Йыйылған халыҡҡа нимәлер әйтте. Шундағы халыҡ шау-гөр килеп көлөшөп алды, тел шартлатып, тегенең дөрөҫ эшләүен хупланылар. Тылмас, үҙемдең зиннәтле бысағымды шаҡшы ҡафырҙы сөннәтләп бысратмайым, тине. Һәр хәлдә, Ринат шулай аңланы. Тылмас һаҡсыны саҡырып алды ла уның “калашка”һына эләктерелгән штык-ножды ысҡындырып, бөтөнләй кеше төҫө ҡалмаған әзмәүергә һуҙҙы:
– Йә, ҡарап ҡарайыҡ әле, нисек итеп һин үҙ теләгең менән басурман-мосолманға әйләнерһең икән? Сөннәтлә үҙеңде! – тип, ҡатлы-ҡатлы һүгенеп, әсирҙәр алдында үҙенең урыҫса яҡшы һүгенгәнен күрһәтеп, маҡтанып алды.
Шулай шул, СССР-ҙа сит илдән килеүселәр, ғөмүмән, сит ил кешеләре, студенттар иң тәүҙә һүгенергә өйрәнергә тейеш. Сөнки был илдә йәшәүсе төп халыҡ иң тәүҙә яҡшы һүгенһәң генә, һине аңлап, хөрмәт итә башлай, үҙ итә.
Әзмәүер бөтөнләй бөгөлөп төштө, кисәге зәһәрлегенең тамсыһы ла ҡалмағайны. Ҡулындағы штык-нож елдә елберҙәгән япраҡ шикелле ҡалтырай башланы. Салбарын һалдырҙылар. Тик теге нимә эшләргә лә белмәй, илап ебәрҙе. Йәш аралаш:
– Не могу! Егеттәр, булдыра алмайым! – тип аҡырып уҡ иларға тотондо. Ринатҡа йәшле күҙҙәре менән ҡарап: – Ярҙам ит, татар, һин... һин бит беләһең. Үҙем булдыра алмайым. Ҡайһығыҙ белә? Берәйегеҙ ярҙам итегеҙ, зинһар! Ну, пожалуйста, егеттәр! – тип башҡаларға ҡарап ялынһа ла, уға ярҙам итергә теләүсе табылманы, сөнки был “дух”тарҙың уйында нимә икәнен белеп булмай. Үҙеңде лә әзмәүер эргәһенә баҫтырып ҡуйырҙар.
Бахырҙың ҡулынан штык-нож төшөп китте. Тылмас күрһәтмәһе буйынса, ике “дух” уны һөйрәп тигәндәй аҙбар стенаһына илтеп һөйәне, сөнки әзмәүерҙең атларға аяҡтары ҡарышты, рәте ҡалмағайны. Һаҡсы ҡоралын уға төҙәй башланы. Шул саҡ Ринатҡа был меҫкен шул тиклем ҡыҙғаныс булып китте. Үҙенең ата-әсәһен уйлап алды. Был мәлғүндең дә ата-әсәһе барҙыр инде. Үҙен “дед” тине бит. Моғайын, бер айҙан өйөнә ҡайтырға тейеш булғандыр инде. Ә улдарының ҡайҙа эләккәнен әсәләре белмәй ҙә.
– Туҡтағыҙ! Мин үҙем уны сөннәтләп үсте алам, – тигәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Ринат.
“Дух”тар араһында үзбәктәр ҙә бар ине, шикелле. Улар, шаулашып, атырға әҙерләнгән һаҡсыға туҡтап торорға ҡушты. Шунда бер “дух” Ринат эргәһенә килеп, уны бығауынан ысҡындыра башланы һәм үзбәксә:
– Татармы? – тип һораны.
Ринат башын “юҡ” тип ҡаҡты. Теге төпсөндө:
– Улайһа ҡайҙан беләһең татарсаны?
– Мин – башҡорт. Татарҙар менән беҙҙең телдәр яҡын. Айырма юҡ тиергә лә була. Башҡорт менән татар – ҡәрҙәш халыҡ.
– Ну, башҡорт, булдыра алһаң, ҡотҡар ҡафырҙы, – тине лә ерҙә ятҡан штык-ножды ҡулына алып, үткерлеген бармағы менән һыпыра-һыпыра ҡарап, Ринат ҡулына килтереп тотторҙо.
Йорттағы бар халыҡ алда ни булырын ҡыҙыҡһынып көтә башланы. Ә инде аҙбар стенаһына һөйәлгән теге бахырың бөтөнләй бөтөрөндө, был басурман минән хәҙер бар үсен ала инде тип, ҡыуырылып төштө. Унда кисәге мин-минлеге лә, үҙен һауалы тотоуының эҙе лә ҡалмағайны. Хатта әзмәүерҙең буй-һынына саҡлы кесерәйеп, бөрөшөп ҡалды. Ринат һаҡалтайҙан йод менән бинт һораны. Бүтән саҡ булһа, һораған әйберҙәрен бирмәҫтәр ҙә ине. Алда ниндәйҙер ҡыҙыҡ булырын көткән “дух”тар уныһын да тиҙ таптылар. Ринат үҙенең был өлкәлә белгәндәрен иҫенә төшөрһә лә, тулҡынланыуҙан ҡулдары ҡалтыранды. Унынсы класты бөткәс булды, шикелле. Бер яйы сыҡҡанда ауыл муллаһынан: “Сөннәтләү ниңә кәрәк?” тип һорағайны. Мулла абзый әллә ни төпкә төшмәй генә:
– Беренсенән, таҙалыҡ һәм ирлек көсө ныҡлы булһын өсөн, – тине.
– Ә урыҫтар ниңә сөннәтләнмәйҙәр? – тип әйтеүенә:
– Урыҫтарҙың Алла тип йөрөткән Иисус Христостары ла сөннәтле. Уны тыуғандан һуң етенсе көндә сөннәтләгәндәр. Был көндө дини байрам тип һанайҙар. Ә инде сөннәтләнмәүҙәре уларҙың үҙҙәренән. Ябай халыҡ – наҙан халыҡ, үҙҙәренең Аллалары сөннәтле икәнен дә белмәйҙәр. Йәврәйҙәр – аҡыллы халыҡ. Улар беҙҙең кеүек сөннәтле. Был юҡҡа ғына түгел, улым. Сөннәтләү нимә инде, ғәүрәттең башын ҡаплап торған тире ярыһын ғына киҫеп ташлайҙар. Шуға ла ислам динендәге халыҡтарҙа ул ағза шешеп һәм башҡа ауырыуҙар менән яфаланыу юҡ дәрәжәһендә. Был турала медицина китаптарынан уҡып белергә мөмкинһең. Сөннәтләнмәгәндәр юҡ-бар сир менән һәм ир көсһөҙлөгө менән яфалана. Ә беҙ – мосолман һәм йәһүдтәрҙә ул юҡ. Шуға ла мосолман булған ирҙәргә мәрйә халҡы йәбешеп ята, нисек булһа ла кейәүгә сығырға тырыша. Ә һин, улым, берүк улар халҡына, мәрйә ҡыҙҙарына яҡын барма!
Бабай шулай тип аңлатҡайны. Бына хәҙер шул барлы-юҡлы белемен һәм тәжрибәһен барлап, теге мәхлүктең ғүмерен һаҡлау өсөн ҡулланырға уйлай. Ә әзмәүер ҡурҡып, уның күҙҙәренә ҡарап тора. Әйтерһең дә, быуар йылан күҙенән ҡарашын ала алмаған ҡуян балаһы. Ринат тегенең ҡурҡынған күҙҙәренә ҡарап, эргәһенә килеп баҫты ла:
– Бында ҡурҡырға кәрәкмәй. Был ҡурҡыныс нәмә түгел. Күреп тор, аҙаҡтан рәхмәт кенә әйтәсәкһең. Мин һиңә насарлыҡ эшләргә теләмәйем. Был ҡәһәр һуҡҡан Афған илендә бер-беребеҙгә ярҙам итмәһәк, беҙҙе берәм-берәм ҡырып бөтөрәсәктәр. Мин дә сөннәтле, үлмәнем бит. Әҙерәк ауыртыр инде. Укол ҡаҙағандан да ныҡ булмаҫ. Аҫҡараҡ төшөр салбарыңды! Ҡурҡма, мин дә кеше бит. Һин дуракты ҡотҡарырға теләйем. Юғиһә, аталар бит үҙеңде. Ата-әсәйең һинһеҙ нимә эшләр?
Ринаттың шулай тыныс, бик тә баҫалҡы тауышынан теге лә бер аҙ тынысланды. Уның әйткәндәрен тыңланы һәм, ниндәйҙер өмөт менән уның ҡарашынан күҙен алмай, егеткә текәлде.
Ринат тағы ла тынысыраҡ итеп:
– Ҡурҡма! Беҙҙе әле малай саҡта уҡ сөннәтләнеләр. Әллә, бер ҙә үлеп китмәнек. Иҫән-имен ошо тотҡонлоҡтан ҡотолһаҡ, балаларыбыҙ ҙа булыр әле, Аллаһ бойорһа!
Әзмәүер, Ринаттың тыныс ҡына һөйләүенән һәм мейегә үтеп керерҙәй ҡарашынан, ысынлап та, гипнозланған кеүек күҙен алманы. Бына шулай итеп, Ринат был әзмәүерҙе сөннәтләне.
– Бына, күрҙеңме, барыһы ла ябай. Үтте лә китте. Исемең нисек?
– Ваня Соколов.
– Ярар, Иван, асыуланма. Мин һиңә асыу тотмайым. Бына хәҙер киҫелгән урынды йод менән эшкәртербеҙ. Әҙерәк әрнер һәм ҡанар. Улай ғына була инде. Туйға саҡлы төҙәлер!
– Бөттө ләме ни?
– Эйе. А ты боялся, даже трусы не помялись, – тип ҡуйҙы.
Ваня үҙенең бот араһына ҡарарға ҡурҡһа ла, йылмайып ебәрҙе. Был тамашаны тын да алмай ҡарап торған “дух”тар ҙа, Ивандың йылмайыуын күреп, эштең уңышлы тамамланыуына һоҡланыуҙарын йәшермәй тел шартлатып, ах-вах килеп, “бабасы” ролен уйнаған Ринатты маҡтаны.
Бына шундай хәлдәр менән Ринат “дух”тар араһында бер аҙ ихтирам яулауға өлгәште. Уларҙы яңынан теге тросҡа беркетеп, баҫыуҙы минанан таҙартырға алып китергә әҙерләнделәр. Ринат, тылмас менән һөйләшеп, яңы ғына сөннәтләнгән һалдатты бөгөнгә эштән азат итеүҙәрен үтенде. Теге аптырап:
– Ҡафырҙымы? Юҡ! – тине.
Ринат үҙһүҙләнеп:
– Ул хәҙер ҡафыр түгел, ә сөннәтле кеше. Мосолман булырға әҙерләнә. Теймәйек уға бөгөн. Ана, ниндәй таҙа ҡиәфәтле шурави. Ул әле әллә ниндәй эштәр башҡарасаҡ. Юҡҡа имгәтмәйек. Көсө етерлек, ат кеүек эшләйәсәк ул, – тигәс, ҡул ғына һелтәне.
Иванды һарай алдында бығаулап ҡалдырҙылар. Баҫыуға килеп еттеләр. Өсөнсө көн үлгән мәйеттәр өҫтөндә ҡоҙғондар өйөрө ултыра. Иң тәүҙә оло ғына ҡәбер ҡаҙып, мәйеттәрҙе шунда күмделәр. Әле эш башланмаған, ә бар тотҡондарҙың да кәйефтәре иң түбән нөктәлә. Мәйеттәрҙе ҡоҙғондар эштән сығарып боҙғайны. Әсирҙәрҙең күбеһе был хәлгә түҙә алмай уҡшып, барлы-юҡлы ашағандарын да ҡоҫорға тотондо.
“Дух”тар тотҡондарҙы кәмһетеү, түбәнһетеү һәм уларҙың рухын һындырыу өсөн шулай эшләйҙәр ине. Рухы һынып, түбән тәгәрәгән әсирҙән теләһә ниндәй әшәкелек эшләтергә була, теләһә ниндәй мәлғүнде әүәләп була.
Япон машинаһында теге көндө Ринат һөйләгән тимер тырнаҡтар, оҙон беҙҙәр менән арҡандар килтереп киттеләр. Егеттәр эштең нисек икәненә тиҙ төшөндө. Иң мөһиме, минаны табырға ғына кәрәк. Ә инде уны зарарһыҙландырыу хәҙер уйын эш кеүек кенә. Эштәр худҡа китте. Егеттәр үҙҙәренең белгәндәре һәм тәжрибәләре менән үҙ-ара бүлешеп, кәңәшләшеп алды. Табылған минаның эргәһенә теге ырғаҡты ергә батыралар ҙа яй ғына арҡандан тарта башлайҙар. Тырнаҡҡа эләккән мина шартлай, зарары егеттәргә теймәй. Ринат беҙҙең һалдаттар урынлаштырған миналарҙы нисек табырға кәрәклеген ҡабатлау таблицаһы кеүек күңеленә һеңдереп ҡуйҙы. Йәшергән әйберҙе табыр өсөн йәшереүсе роленә керергә кәрәк. Мин сапер булһам минаны ҡайҙа урынлаштырыр инем, тип уйлай белергә кәрәк.
Был баҫыуға һуңғы барыуҙарында барыһын да ғәжәпләндергән тағы бер хәл булып алды. Баҫыуҙы миналарҙан таҙартып бөттөк тигән көндө Ринаттың башында бер шик тыуып, баҫыу межаһы эргәһенә килеп баҫты. Күңеле менән һиҙҙе: ошо тирәлә мина булырға тейеш. Уйлап та бөтмәне уның янына Силәбе яҡтарынан булған сыуаш егете йүгереп килде лә:
– Һине көтәбеҙ. Ҡайтырға команда булды, – тип, боролоп китеп тә барҙы. Ринат уны иҫкәртеп өлгөрә алманы, егет минаға баҫты. Көслө шартлау яңғыраны. Силәбе егете нимә булғанын да һиҙмәне, теткеләнеп ергә ауҙы. Ринатты ла шартлау тулҡыны ергә күтәреп бәрҙе. Ул аңын юғалтты. Мәрхүмде баҫыу ситенә ерләнеләр. Һаҡалтайҙар рөхсәт итте. Ринат яраланмаған булып сыҡты. Тик эргәһендәге минаның көслө шартлау тәьҫиренән тағы бер ҡаты контузия алды. Әзмәүер уны бер үҙе күтәреп, ҡышлаҡҡа тиклем алып ҡайтты. Контузияһы бик ҡаты булды, шикелле, икенсе көндө иртән генә аңына килде. Тәүҙә аңҡы-тиңке килеп йөрөнө. Яйлап зиһене асылды. Ошо көндән башлап ул ысын саперға әүерелде тиһәң дә була. Аллаһ уны был юлы ла үҙ рәхмәтенән ташламаны, һаҡланы. Был ҡышлаҡтағы баҫыуҙарҙы миналарҙан таҙартып бөткәс, уларҙы икенсе ҡышлаҡҡа оҙаттылар.
Был һуңғы контузиянан һуң Ринат, әйтерһең дә, яңынан тыуҙы. Уның бик тә ғәжәйеп һәләте асылды. Ул инде миналарҙың ҡайҙа урынлаштырылғанын һис бер яңылышыуһыҙ әйтеп бирә башланы. Әйтерһең дә, уларҙы телевизорҙан күрә ине. Ошо һәләте менән тиҙ ҡыҙып китеүсәнлек тә барлыҡҡа килде. Ҡыҙып китһә, нимә эшләгәнен аңламаҫ хәлгә етеп, үҙгәрә лә ҡуя. Күҙҙәре аларып, аҡ-ҡара күренмәй башлай. Ул саҡта эргәһендә тормауың хәйерлерәк. Уның үлемдән бөтөнләй ҡурҡмаҫ дәрәжәгә етеп, холоҡ-фиғеле үҙгәрҙе. Шулай ҙа була икән.
Тауҙарҙа ҡыш етте. Тәүҙә ҡар оҙаҡ яумай торҙо ла, бер көндө иртән бар донъя ап-аҡ ине. Был яңы ҡышлаҡта уларҙы төрлө-төрлө төркөмдәргә бүлеп, башҡа ҡышлаҡтарға оҙаттылар. Бай һәм хәллерәк халыҡ әсирҙәрҙе үҙ-ара бүлешеп алды. Буш эшсе-хеҙмәтселәр барыһына ла кәрәк булып сыҡты. Ҡасыу тураһында уйларлыҡ та түгел. Был ҡышлаҡ бер ҙур ғына тарлауыҡта урынлашҡан. Әйтерһең дә, бер ҙур ҡапсык. Яҡты донъяға сығыр өсөн ҡапсыҡ ауыҙынан үтергә кәрәк, ә унда һаҡсылар тора. Афғанстанды аңламаҫһың – һәр ауыл айырым бер дәүләт кеүек. Һәр ауылдың үҙ биләмәһе, үҙ һаҡсы-һуғышсылары бар. Ҡайһы берҙә ауыл менән ауыл һуғышып та алырға мөмкин. Йә булмаһа, әле генә үҙ-ара һуғышҡан ике ауыл берләшеп, икенсе күршеләренә һуғыш менән барырға ла булдыра. Ә инде бар ил өҫтөнә берәй бәлә-ҡаза, йә булмаһа, дошман яу менән килһә, бөтөн асыу-үпкәләрен онотоп, тиҙ арала бергә берләшеп, дошманға ҡаршы күтәреләләр. Ирҙәр бала саҡтан уҡ ҡорал менән эш итергә өйрәнгән. Ә ҡоралдың ниндәйе генә юҡ. Хан заманынан ҡалған көбәгенән ҡора торған филтәле мылтыҡтарҙан башлап, лазер прицеллы пистолеттарға тиклем табырға мөмкин.
Ринатты бик ҡарт Лотфулла исемле бабайға бирҙеләр. Бабайҙың өс малайы ошо ҡәһәрле һуғышта һәләк булған икән. Уның ике ҡатыны бар. Ә иң ғәжәбе: йәш ҡатын бабайҙан бик йәш булып, йәш аралары илленән дә артыҡ, шикелле. Ринат был йәш ҡатынды тәүҙә бабайҙың ҡыҙы тип уйлағайны. Бабайҙың бар йорт-ере ошо йәш кенә ҡатын ҡулында – донъяны ул көтә. Бабайҙың донъяһы ныҡлы. Уға Ринатты хеҙмәтсе итеп билдәләнеләр. Бабай барыһын да һорашып, кем-ҡайҙан икәнен белгәс кенә, ун әсир араһынан Ринатты һайлап алды. Ҡул-аяҡтағы бығауҙарҙы күптән алдылар, ул хәҙер ирекле йөрөй. Ҡышлаҡ урамынан да иркенләп үтә ала. Бер кем бер һүҙ әйтмәй. Тәүҙәрәк уны ҡыҙыҡһынып күҙәтһәләр ҙә хәҙер улай ҡараусы ла юҡ, шикелле. Һәр хәлдә, ундай ҡараштарҙы һиҙмәне. Ҡышлаҡ ҙур ғына булып, унда бер лавкалары ла бар. Ул лавкала йәнең нимә теләй шуны табырға була. Кәкре, тутығып бөткән шөрөп-ҡаҙаҡтан башлап видеомагнитофонға тиклем бар. Беҙҙең СССР ниндәй алға киткән космик держава булһа ла, Ринат тәүге тапҡыр һатыуҙа видеомагнитофонды шул магазинда күрҙе. Ысынлап та, халыҡ урта быуаттарҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәр менән йәшәһә лә, “Мантана” джинсыһы менән аяҡтарына һуңғы модалы “Адидас” кроссовкалар кейгән ҡыҙ-егеттәрҙе аҙым һайын осратырға була. Советтарҙың төшөнә лә кермәгән хуш еҫле жвачка-һағыҙ сәйнәп йөрөүсе, япон сәғәте таҡҡан балалар ҙа етерлек бында.
Ринаттың тырышлығы һәм отҡорлоғо бушҡа китмәне. Ул инде пуштун телендә лә, үзбәк телендә лә матур ғына аңлашып һөйләшергә лә өйрәнде. Ни тиһәң дә, ике йылы ошо халыҡ араһында тотҡонлоҡта үтте бит. Хәҙер бына дари телен үҙләштерә башланы. Бабайҙың өйөндә батарейка менән эшләй торған транзисторлы радиоалғысы ла бар. Шуның аша һуғыштың һаман дауам иткәнен ишеткеләп ҡала. Аталарына “улығыҙ үлде” йә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ ҙа килгәндер, моғайын. Әсәһенә ауырҙыр инде. Ул бит ғаиләлә бер генә малай ине.
Ринатты таң ҡалдырғаны Лотфулла бабайҙың йәш ҡатыны булды. Тәүҙә “шурави” уны үҙенән олораҡ йәштәге ҡатын тип уйлағайны. Пәрәнжәһеҙ күргәс, иҫ-аҡылы китте, булғас та була икән оҡшашлыҡ кешеләрҙә. Был йәш кенә ҡатын ауылдағы күрше Тимербикә әбейҙәргә Өфөнән ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөгән ҡыҙға оҡшаған. Әйтерһең дә, уның игеҙәге ине.
Бына ошо ҡатын Тимербикә әбейҙең ейәнсәре Айһылыуҙы иҫенә төшөрҙө лә инде. Ә Айһылыу, ҡала ҡыҙы булһа ла, ҡырағай. Үҙенең янына ауыл егеттәрен яҡын килтермәне. Уны оҙатырға һәм әҙгә генә булһа ла, ҡулынан тоторға күпме егет хыялланды. Юҡ, Айһылыу ауыл егеттәре өсөн күктәге ай һымаҡ, буй етмәҫ бер һылыу булып ҡалды. Ринат та уны күпме оҙатырға хыялланып, байтаҡ йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе. Аптырағас, егеттәр был буй етмәҫ ҡыҙға яҡын килмәй башланылар. Ә уға ауыл егеттәре бар ни ҙә, юҡ ни. Бына хәҙер шул буй етмәҫ Айһылыуға ике тамсы һыу кеүек оҡшаған ҡатын ошо ҡарттың йортонда донъя көтә.
Егеттең кейемдәре күптән туҙғанға, ни бирһәләр шуны кейҙе. Шуға ла бер йолҡошҡа оҡшап тора ине. Бабайҙа эшләй башлағас, уның бабайҙың үлгән улдарының кейемдәрен бирҙеләр. Ҡарттар күңелдәре менән бик кешелекле һәм асыҡ кешеләр булып сыҡты. Әлеге шул улдары советтарға ҡаршы һуғышта һәләк булыуҙары арҡаһында тәүҙә “шурави”ға нисектер шикләнеберәк ҡаранылар. Уның һәр эшен, һәр аҙымын күҙәтеп торҙолар. Ә “шурави” ауыл егете бит, йортта булған бөтә эште белеп һәм еренә еткереп башҡарҙы. Ул көс яғынан да ныҡлы егет ине. Ҡарттар уның эшенән ҡәнәғәт булып, ашау яғын да ҡыҫманы. Шуға ла шурави бер аҙҙан ит йыйып, матурланып китте. Юғиһә, был йортҡа килгәндә тире лә һөйәк кенә ине.
Әсирҙең йортта эшләп йөрөгәнен тәҙрәнән ҡарап торорға яратҡан әбей һалдатты үҙенең ҡайһылыр улына оҡшата ла башланы, шикелле. Ринатты күҙәтеп, йыш ҡына күҙенән йәштәрен дә һөрткөләй ине. Ә бабай йәш сағында мөғәллим-хәлфә булып, балалар уҡытҡан. Ринатты ғәрәп әлифбаһынан хәреф танытты. Шулай итеп, буш ваҡытында “шурави” ғәрәпсә уҡырға, яҙырға өйрәнде. Унан инде үҙе үк ҡыҙыҡһынып, Ҡөрьән китабынан ҡайһы бер доғалар уҡып ҡараны. Ғәрәпсә аңламағас, ҡыҙығын тапманы.
Ҡыштың ҡыҫҡа бер көнөндә бабай менән әбейҙе башҡа бер ҡышлаҡҡа ҡунаҡҡа алып киттеләр. Бер-ике көндән ҡайтырға тейештәр ине, бик ҡаты буранлап ҡар яуҙы. Буран тип әйтеп тә булмай, бында тау араһында әллә ни бураны ла юҡ, ә ҡарҙы иште генә. Бабайҙың йәш кәләше өйҙә был “шурави”ға күҙ-ҡолаҡ булып, эштәр ҡушып, шуларҙы тикшереп торорға тейеш ине. Ринат ул көндө көнө-төнө яуған ҡарҙарҙы көрәне. Шишмәгә һыуға бара торған юлды ҡарҙан таҙартып, бик ныҡ һыуһағайны. Шишмәнән тирләгән килеш услап һыу эсте, шунда тамағына бәрҙе, күрәһең. Иртәнгә тамағы шешеп, тауышына саҡлы юғалды, сирләп йығылды. Бар эш йәш ҡатын елкәһенә ҡалды. Ринат хатта ризыҡты ла йоторлоҡ хәлдә түгел ине. Ауырыуҙың бик етди төҫ алғанын самалап, йәш ҡатын әсир егетте үҙенсә дауаларға тотондо. Шул ваҡытта йөҙөн ярым ҡаплаған пәрәнжәһен һалырға тура килде. Тәүҙә Ринат был ҡатынды таныманы. Өйгә саҡырылған берәй табип ҡыҙҙыр, тип уйланы. Тик кейемдәренә иғтибар иткәс һәм тауышынан ғына был ҡыҙҙың бабайҙың йәш ҡатыны икәнен аңланы. Ул үҙен Зөһрә тип таныштырҙы.
Йәш ҡатын да бабайҙарҙың өйҙә булмауҙарынан файҙаланып, үҙен иркенерәк тотто. Ринаттың уға аптыраулы күҙҙәре менән йоторҙай булып ҡарауынан бер аҙ ҡыҙарынһа ла, кире битен ҡапламаны. Тамағына ниндәйҙер әскелтем нәмәләр ҡаптырып, төрлө төнәтмәләр эсерҙе. Йәш ҡатын рәхәтләнеп был егеттең тәндәрен ҡапшап, майҙар һөрттө. Зөһрә ир наҙына һыуһағайны. Сөнки бабай бик ҡарт һәм ауырыу сәбәпле йәш кәләше менән бер төн ҡундымы, юҡмы? Ни эшләйһең, бабай бабай инде. Икенсе көндө әҙерәк арыуланғас, ни булһа шул була тип, аҙағын уйлап та тормайынса, егет ҡатындың биленән алып үҙ өҫтөнә ятҡырҙы. Тәүҙә ҡурҡҡайны, ҡаршы килеп, ҡысҡыра башлар тип. Ә инде “миңә ҡул һуҙҙы, йә булмаһа, пәрәнжәмде күтәреп ҡараны” тиһә, “шурави”ҙы һис шикһеҙ атырҙар ине. Ҡатын бик ҡарышманы. Өҫтәлдә торған шәмде генә һүндерҙе. Бергә йоҡланылар. Оҙаҡ һөйләшеп яттылар. Ҡатын үҙенең башынан үткән тарихын һөйләп бирҙе...
– Беҙҙең тауҙар араһындағы ҡышлаҡ һеҙҙең ғәскәрҙәргә бик ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтте. Бер осҡосоғоҙҙо ла бәреп төшөрҙөләр. Шуға үс итеп ауылды һауанан килеп утҡа тоттолар. Ауыл бөттө. Мин дә һәләк була инем, ауылдан йыраҡ ҡына урында ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләргә ҡустым менән йылға буйына төшкәйнек. Шул сәбәпле бер беҙ генә иҫән ҡалдыҡ. Барыһы ла һәләк булды. Ҡустым менән икәүләп ҡулдан килгәнсә ҡәбер ҡаҙып мәйеттәрҙе ерләргә тотондоҡ. Тик ике кеше нимә генә эшләй ала? Күптәрен шул бомбанан ҡалған соҡорҙарға тултырып ерләнек. Үҙебеҙ бер ҙур ғына баҙ табып шунда йәшәй башланыҡ. Сөнки ҡышлаҡта бер иҫән йорт та ҡалмағайны. Ҡустым, үс алырға теләп ауыл харабалары араһынан берәй ҡорал табып булмаҫмы тип йөрөй торғас, ике автомат табып ҡайтты. Бар туғандарҙың үсен алырға тип, үҙе теләп һуғышҡа китте. Өс йыл элек булды был хәл. Бабайҙың әбейе сығышы менән беҙҙең ауылдан. Бабайҙың улдары һуғыштың тәүге йылында уҡ өсөһө лә шәһит булған. Ҡустым һуғышҡа киткән йыл ине. Лотфулла бабай шул йылдың ҡышында әҙерәк эштәре бөткәс, ҡәйнешенең хәлен белергә тип ауылға килгән. Ә ауыл да, туғандары ла юҡ. Тик мин йәшәгән баҙҙан ғына бер аҙ төтөн сыҡҡанын шәйләп алған. Ҡышҡылыҡҡа йүнле-рәтле ризыҡ та әҙерләй алманым. Бына шунда бабай мине килеп тапты. Ҡыш, үҙең беләһең, ҡараңғы тиҙ төшә һәм тауҙарҙа бик һыуыҡ. Бабай ҡунып ҡалды. Ә иртәгәһенә бөтөн донъя ҡотороп аҫты-өҫкә килде. Буранлап, айҙан артыҡ ҡар яуҙы. Ә беҙ бабай менән аслы-туҡлы шул баҙҙа йәшәнек. Етмәһә, баҙҙың өҫтөнә лә күпләп ҡар өйгән. Баҙ ҡапҡасын күтәреп кенә сығырлыҡ та түгел. Ярай әле мөрйә булып хеҙмәт иткән ҡалай торба буйлап тамсы тама. Бына шул һыуҙы эсеп айҙан артыҡ икәү генә йәшәнек. Шул саҡта оялып тороу тигән нәмә ҡалманы, һәм бабай үҙенең ҡайғыһын һөйләне.
“...Улдарым һәләк булды. Әбейем ҡартайҙы, яңынан бала табырлыҡ хәлдә түгел. Миңә икенсе ҡатынлыҡҡа риза булып кил. Бар мөлкәтемде ҡалдырырға кешем ҡалманы. Ауылығыҙҙағы Абдулла ҡәйнешем ине. Уның малайына васыятнамә килтергәйнем. Күреп тораһың, барыһы ла һәләк булғандар. Риза булып килһәң, балабыҙ булһа ла, булмаһа ла – бар мөлкәтемде һиңәҡалдырам. Башҡа кешем ҡалманы. Беҙ ҡарт инде, беҙҙе ҡарарһың. Ҡәһәрле һуғыш арҡаһында илдә ир-ат аҙ ҡалды. Исмаһам, үҙең мал-мөлкәтле бай ҡатын булырһың. Риза бул, ҡыҙым”, — тигәс, ризалаштым инде. Ни эшләйһең, беҙҙең афған ҡатындары бик оялсан. Ә бында бер баҙ эсендә йәшәп ятабыҙ. Баҙ мөйөшөнә соҡоп бәҙрәфте шунда яһаныҡ. Бик оят булмаһын өсөн бер сымылдыҡ һымаҡ нәмә элдем. Бына шулай булды. Февраль башында ғына, яҙ ҡояшы ныҡлап ҡарай башлағас, баҙ өҫтөндәге ҡар ирене. Һәм бер төндө тышҡа күтәрелдек. Көндөҙ үк күтәрелер инек, бабай-ирем ризалашманы. Һуҡыр айыуыбыҙ мөмкин, тине. Хәҙер бына ошо өйҙә аҫрау ҡыҙ вазифаһында хужабикә булып өсөнсө йыл инде донъя көтәм, – тип йәш ҡатын уфтанып алды. Баҙҙа сағыбыҙҙа никахты үҙе уҡыған булды.
Ирем менән бала тураһында күп һөйләштек. Бабайҙың ирлек хәле лә шул үҙе ҡәҙәр генә. Шуға ла былай тине: “Әгәр ҙә балаға уҙһаң, бар күршеләр, халыҡ алдында минең йәш ҡатыным тиермен. Ә инде бала булмаһа, аҫрау ҡыҙ булып йәшәрһең. Аҫрау ҡыҙ булып ҡалһаң, икенсе кейәүгә сығырға ла еңелерәк булыр. Беҙ ҡарт бит инде, тағы күпме ҡалған йәшәргә, Аллаһ үҙе генә белә”. Ул үҙе миңә һинең менән йоҡларға кәрәклеген тәҡдим итте. Балаға уҙһам, бабай миңә өйләнгәнен халыҡҡа белдерәсәк. Шулай булғас, бик оялып торма. Күреп торам, әле һин өйләнмәгәнһең һәм ҡатындар менән нисек йоҡларға кәрәген дә белмәйһең.
Һәм бына совет һалдаты-”шурави”, ә ысынбарлыҡта Афғанстан әсире Ринат беренсе тапҡыр ҡатын менән йоҡланы...
Бабай әбейе менән ҡунаҡта ун көнгә яҡын тороп ҡайтты. Бабай бик хәйләкәр ҡарт ине. Үҙенең йәш ҡатыны ауырға ҡалғанын белгәс кенә, теге ос муллаһын саҡырып, үҙе менән йәш бисәһенә никах уҡытҡан булды. Йәнәһе, белһендәр: бабай үҙе аҫрау ҡыҙым тип йөрөткән хеҙмәтсе ҡыҙға өйләнде. Әгәр, бабайҙың аҫрауы урыҫ әсиренән ауырға ҡалған, тип ғәйбәт таралһа, Зөһрәне ҡыйнап, ауылдан ҡыуасаҡтарын көт тә тор. Дошман һалдаты менән төн үткәргәнен белһәләр, ҡатынды үлтерергә лә мөмкиндәр. Ә хәҙергә барыһы ла, бабайҙы ғәйепләп, ҡартайып бөткән бит инде, бер аяғы гүрҙә, үҙе һаман йәш ҡыҙға өйләнде, тип уны сәйнәнеләр.
Бында өйҙәр өйәңкеләрҙе һырып алған ҡарға оялары кеүек. Ҡышлаҡта буш һәм өй төҙөргә яраҡлы ерҙәр аҙ булыу арҡаһында йортто тау битендә әҙерәк тигеҙерәк урынға мендереп һалалар. Ситтән ҡараһаң, тау битен, ҡая аҫтарын төрлө-төрлө ҙурлыҡтағы өйҙәр йәбешеп һырып алған. Шуға ла тау-ҡаяға йәбештереп һалынған өйгә йәйәүләп инерлек кенә һуҡмаҡтан йөрөйҙәр. Шул һуҡмаҡтан һыуын да, яғырға утын-тиҙәкте лә үҙ елкәләренә күтәреп ташыйҙар. Аҙбарҙары булып һарыҡ-кәзә тотҡандары ла малға аҙыҡты шул тар һуҡмаҡтан, бауға бәйләп үҙ елкәләрендә күтәрә. Был бабайҙар ҡышлағында шулай. Ә бабайҙың өйө аҫта, тигеҙҙә һәм һыу эргәһендә булғанға, улай уҡ һыу һәм мал аҙығы ташыу ҡыйын түгел. Юл-урам да яҡындан үтә. Ошо тарлауыҡта урынлашҡан башҡа ҡышлаҡтарҙа ла шулай. Ни-нәмәһенә ҡыҙығып, ошондай тар урынға тығылып ултырғандар? Аңламаҫһың. Бер тура килгәндә бабайҙан һорағайны, ул:
– Улым, беҙҙең ҡышлаҡҡа бер ҡасан да дошман аяғы баҫмаған. Һәм баҫмаҫ та. Үҙең күреп тораһың да инде, тирә-яҡта ниндәй бейек ҡая-таштар. Беҙгә тик бер юл менән генә инергә була. Ә ул юлды беҙҙең кешеләр һаҡлай, – тип аңлатты.
Март баштарында ҡояш ныҡлап ҡыҙҙырып ҡар күпләп ирей башланы. “Дух”тар Ринаттың бабайҙа йәшәгәнен онотмағандар икән. Бер көндө кинәт кенә был тауҙар ҡуйынына ышыҡланып ултырған ҡышлаҡҡа килеп менделәр ҙә бында булған тағы өс әсир менән бергә Ринатты ла алып киттеләр. Бабай “дух”тарға үҙендәге “шурави”ҙы алып ҡалыр өсөн аҡса ла тәҡдим итеп ҡараны. Тик тегеләр ризалашманы. Әсир менән нескә күңелле бабай күҙ йәштәрен һөртә-һөртә хушлашты. Зөһрә уны тәҙрәнән генә ҡарап оҙатты. Ул да илай ине. Бабай Ринатты алып китеүселәргә был әсирҙең һәйбәт, яҡшы һәм йомшаҡ күңелле кеше икәнен әйтеп, бик ҡыйырһытмауҙарын, яфаламауҙарын үтенде. Ринат һәм тағы өс әсирҙе арбаға ултыртып, аҫҡа, тигеҙлеккә алып киттеләр. Тигеҙлеккә яҡынлашҡан һайын йәшеллек тә мулыраҡ күренә башланы. Бына тарлауыҡтағы һаҡ посын да үттеләр. Алда – билдәһеҙлек. Сөнки тарлауыҡ ауыҙына етәрәк, уларҙы алырға килгән әҙәмдәр, иҫтәренә төшөп, егеттәрҙең күҙҙәрен бәйләп ҡуйҙы. Посты үткәндәрен шундағы һаҡта торған “дух”тарҙың тауышынан самаланылар. Тағы шул ҡолаҡта арба тәгәрмәсенең үҙенә май һорап һыҙланып, һыҡранып шығырҙауы ғына йөрәкте әрнетә. Тәгәрмәстең илауын бер Ринат ҡына аңлай ине. Ул ошо тәгәрмәстең һыҙланыуына ҡушылып, үҙ уйҙарына батты. Эйе, Зөһрә тау араһындағы ҡышлаҡта ҡалды. Өс көн элек кенә Лотфулла бабай, әсир йәшәгән йылы аласыҡ эсенә кереп, уны үҙҙәрендә ҡалырға бик ныҡ итеп өгөтләне.
– Улым (эйе хәҙер ул уға бөтөнләй яҡын итеп “улым” тип өндәшә башлағайны), намаҙ уҡый беләһең. Хәҙер һин ысын мосолманһың. Беҙҙеңсәне лә, үзбәксәне лә яҡшы аңлап, матур һөйләшәһең. Беҙҙә генә ҡал. Үҙегеҙҙең ҡафырҙар иленә ҡайтма. Һин бик эшсән һәм уңған кешеһең. Тормош көтөү һиңә бында ауыр булмаҫ. Уҡый-яҙа белгән кеше ҡышлаҡта икәү-өсәү генә. Һанаһаң, бер ҡул бармағы ла етә. Ҡышлаҡта йәшәүселәрҙең балаларын уҡытырһың. Теләһәң, Зөһрәгә өйләнерһең, теләһәң, башҡа ҡыҙҙы алып бирербеҙ. Ҡалымды үҙем түләрмен. Уның өсөн һис ҡайғырма. Балаларың булыр. Ҡал, улым, беҙҙә генә. Күреп тораһың, минең улдарым һуғыш башланған йылда уҡ һәләк булдылар. Ҡарт көнөмдә бер кемем дә ҡалманы. Беҙҙе ҡарарһың. Теләһәң, айырым өй һалып, башҡа сығырһың.
Бабай шулай оҙаҡ егетте өгөтләне. Ә “шурави” һүҙһеҙ генә үҙ уйҙарына бирелеп, Тыуған илен – Башҡортостанын, ата-әсәһен уйлап өндәшмәй генә ултырҙы. Һәм бабайҙың күҙҙәренә ҡарап:
– Рәхмәт, бабай, рәхмәт! Тик минең үҙ илемдә ата-әсәйем яңғыҙ ҡалды. Улар минең иҫәнме-юҡмы икәнемде лә белмәйҙәр. Бына нисә йыл минән хәбәр юҡ. Уларҙы шул ҡәҙәр һағындым. Һөйләп аңлатырлыҡ та түгел. Ауылыма ҡайтып уларҙы күрмәһәм, үҙем дә һағыштан үлермен кеүек. Юҡ, бабай, бында ҡала алмайым. Тағы бер тапҡыр рәхмәт һеҙгә! Мине үҙ улығыҙ кеүек ҡаранығыҙ. Ашаттығыҙ, кейендерҙегеҙ. Һеҙҙә үҙ өйөмдә йәшәгән кеүек йәшәнем.
– Ярар, улым, улай үҙ ата-әсәйеңдәрҙе ҡайғыртыу – яҡшы сифат. Уйла, улым, әле ваҡыт бар. Барыһын да уйла. Үҙ илеңә ҡайтҡас, Себер ебәрмәҫтәрме? Шуныһын да уйла, – тип, урынынан торҙо. Уфтанып һәм егеттең арҡаһынан бер яратып алды ла сығып китте.
Эйе, Лотфулла ҡарт бик уҡымышлы ине шул. Ошо әллә ниндәй йәһәннәм ауыҙындағы ҡышлаҡта йәшәп, Себерҙең ниндәй урын икәнен белер булғас, күп нәмәне белә булып сыға бит. Себер – насар яғы менән бик данлыҡлы урын, әллә бабай үҙе лә шул яҡтарҙа булып ҡайтҡан кешеме?..
Арба һаман шул бер көйгә илап үҙ моң-зарын арбалағыларға һөйләй төҫлө ине. Тау араһынан шул арбаның илауын тыңлап ике көн төштөләр. Төндә ҡунырға туҡтаған бер поста ғына ары-бире ҡапҡылап алдылар. Бүтәнсә ашатыу булманы. Тағы шул бығау, тағы шул ҡасмаһындар өсөн бәйләп ятҡырыуҙар. Әлеге шул эт тормошо башланды.
Хәҙер юл эргәһендәге миналарҙы таҙартырға ҡуштылар. Тағы бик ҡурҡыныс, һәләкәтле көндәр башланды. Был, төрлө техникаға ҡаршы ҡуйылған ҙур миналарҙы ла Ринат оҫта таба башланы. Уның шулай теләһә ниндәй минаны тиҙ таба алыу һәләтенә була ла инде бында тигеҙлеккә алып төштөләр. Тик әсирҙәр һаман тыуған ил сигенән йыраҡлаша барҙылар. Шуға эсе бошто. Һөйләшеүҙәрен тыңлаһаң, Пакистан сигенә лә йыраҡ түгел. Ринат үҙенең пуштун телен аңлауын йәшерергә тырышты. Сөнки “дух”тар уның үҙ телдәрен аңлағанын белһәләр, тотҡондар араһында бик һөйләшеп бармаҫтар. Ниәт-уйҙарын улар алдында бөтөнләй асып һалмаҫтар. Ә былай, әсир барыбер аңламай тип, бер-береһе менән рәхәтләнеп асыҡтан-асыҡ һөйләшәләр.
Тирә-яҡта яҙ. Миналар булмаған баҫыуҙарҙа гөрләп эш ҡайнай. Был дүрт әсирҙе унда ла эшләргә йөрөтәләр. Кисә Ринат өсөн бик тә ҡурҡыныс хәл булып алды. Был аҫтағы ҡышлаҡ геүелдәп аҡҡан тау йылғаһының ике яғына урынлашҡан. Ике яҡты тростан эшләнгән аҫылмалы күпер генә тоташтыра. Эштән ҡайтҡанда йыраҡтан уҡ күрҙе, халыҡ өйөлөшкән һәм ҡысҡырышалар. Яҡыныраҡ килгәйнеләр: шул аҫылмалы күперҙең нәҡ уртаһында свай-бағанаға тотоноп бер бала аҡырып илай. Ә күперҙең өҫтөнән ике яҡлап та бик ҡурҡыныс итеп ҡайнап тау йылғаһы аға. Бала был күпер уртаһына нисек барып эләккән? Кем белһен? Күперҙең ике яҡ эргәһен һыу ҡаплаған, етмәһә, һыу ағымына ул бик яман итеп сайҡалып тирбәлә. Бахыр балаға арҡандар ҙа ырғытып ҡарайҙар. Тик бала бик ҡурҡҡан, үҙенең нәҙек кенә беләктәре менән свайҙы ҡосаҡлаған да ҡысҡырып әсәһен саҡыра. Әсәһен бала эргәһенә ебәрмәйенсә ике ир тотҡан. Әсәһен ебәрһәләр, ул да һыуға батып һәләк булырға мөмкин икән. Сөнки бына-бына тауҙан тағы ла көслөрәк һыу ташҡыны төшөргә тейеш, ти. Барыһы ла ҡысҡырыша, бар ҡатын-ҡыҙ илаша. Ирҙәр, тештәрен ҡыҫып, нимә булырын көтәләр. Сөнки бала бағананан ҡулын ысҡындырып бауға тотонорға ҡурҡа. Һыу тауышы менән бала ярҙағы ололарҙы ишетмәй ҙә.
“Шурави” шунда үҙенең яҙ көнөндә нисек һыуға аҡҡанын һәм Заһит бабайҙың уны һыуҙан алып сыҡҡанын хәтерләп, ҡалтыранып ҡуйҙы. Был баланы ҡотҡармаһалар, һәләк буласаҡ бит. Ул бер балаға ҡарап алды, бер сарбайлап, баламды ҡотҡарығыҙ, тип илаған ҡатын яғына күҙ һалды. Һаҡсының уны туҡтатырға тырышып екеренеүенә лә ҡарамай, ярҙан арҡан ырғытыусы һаҡалтай эргәһенә килеп баҫты. Тегенең осорорға әҙерләнгән бауҙың осон тотоп, үҙенең биленә ныҡлы ғына бәйләп, һыуға кереп тә китте. Ярҙағы ҡысҡырышыуҙар тынды. Барыһы ла ни булырын көтә башланы. Бер нисә ҡатын уны дәртләндереп ҡысҡырышып алды. Ринат аяғы менән ҡапшап таҡталарҙы барлап һәм тросҡа ике ҡуллап йәбешеп яйлап алға атланы. Һыу бик тә һалҡын, боҙло-ҡарлы ине. Бына теге бала йәбешкән урталағы свайға ла барып тотондо. Һыу бында әле баланың аяғына килеп етмәгән. Шуға ла бала бик өшөмәгән. Әммә теше-тешкә теймәй ҡалтырай ине. Ринат уның ҡулынан тотоп бағананан ысҡындырырға тырышты. Тик бала шул ҡәҙәр ҡурҡып бағанаға сытырҙап йәбешкән – һис кенә лә ысҡындырырлыҡ түгел. Бер ҡулын ысҡындырһа,икенсе ҡулы менән йәбешә. Сөнки аҫылмалы күпер һыу ағышына бик ныҡ итеп сайҡала. Шуның арҡаһында әсир ҙә ҡулынан тросты ысҡындыра алмай. Ысҡындырһа, сайҡалып һыуға йығылырға мөмкин. Унан икеһе лә һәләк буласаҡ. Нисек итһә-итте, Ринат баланы ҡосағына ала алды. Бала хәҙер сытырҙап, Ринаттың муйынына тотондо. Баланың ҡыҫып тотоуынан тын алыуҙары ҡыйынлашты. Егет ышаныслы булһын өсөн баланың кейеменән дә тешләп алды. Сөнки һыуыҡтан балаға шок булып, һушын юғалтып, йығылырға мөмкин. Тау йылғаһының ағымына ҡарарға ҡурҡыныс. Алдан, арттан ҡотороп аҡҡан йылғаға ҡараған көйө бер миҙгелгә уның башы әйләнеп, зиһене сыуалып китте. Шуға ла ул сытырҙатып күҙҙәрен йомоп кирегә боролдо. Шунда ул: “Бауҙың осон оҙонораҡ ҡалдырырға кәрәк булған. Улай иткәндә бауҙың буш осо менән баланы үҙ кәүҙәмә бәйләгән булыр инем”, тип уйлап ҡуйҙы. Бына халыҡты ҡурҡытҡан икенсе яҡтан килеп ҡушыласаҡ ташҡындың да геүләгәне ишетелде... Ярҙа халыҡ тағы ныҡлап ҡысҡыра башланы ла кинәт кенә тынып ҡалды. Ринат артына боролоп ҡарай алманы. Ҙур йөк машинаһы бейеклегендә ажғырып килгән икенсе ташҡын уны бәреп йыҡты. Әсирҙең башынан: “Их тағы өс метр араны сығып өлгөрә алманым. Бала әрәм була инде”, тигән уй йәшендәй һыҙылды. Унан: “Бауҙары ғына түҙһә ярар ине”, – тип ҡуйҙы.
Улар бәхетенә бау түҙҙе. Сөнки ул капрондан эшләнгән альпинистар арҡаны ине. Һуштарын юғалтыр дәрәжәгә етеп һыуға сәсәгән Ринат менән баланы ярға ирҙәр күмәкләшеп тартып саҡ сығарып өлгөрҙө. Яр башында тәгәрәтә, һелкетә торғас, бала һушына килеп, әүәл ҡоҫоп, унан илап ебәрҙе. Әсир ҙә үпкәһенә эләккән ҡарлы-боҙло һыуҙарҙан сәсәй-сәсәй саҡ тын алып, күҙҙәрен асты. Йыйылған халыҡ әсирҙең был батырлығынан таң ҡалып, баштарын сайҡап, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә уны маҡтаны. Кемдәр булғандыр, ҡулдарын ҡыҫып рәхмәттәр әйттеләр. Ҡотҡарыусы менән баланы яҡындағы бер йортҡа алып кереп һикегә һалдылар. Ике һаҡсыны халыҡ нимәгәлер әрләп ташланы. “Шурави” аҙаҡтан ғына белде. Ҡарауылсылар был әсирҙе алып ҡайтып зинданға ябырға теләгән икән.
“Шурави”ҙың хәле бик шәптән түгел ине. Ҡарлы-боҙло һыу аҫтында ҡалыуҙан әлеге шул тамағы шешеп сыҡты. Икенсе көндө уны зинданға алып ҡайтып яптылар. Ярай әле еүеш кейемдәре иртәнгә саҡлы кибеп өлгөрҙө. Юғиһә, был һалҡын зинданда бөтөнләй бөтә ине. Ошо ваҡиғанан һуң әсирҙең сәләмәтлеге бик насарланды. Тын алыуы ауырайып, тамағы ныҡ шешеүҙән ашай алмаҫ булды. Ике көндән һуң ҡотҡарылған малайҙың туғандары уның хәлен белергә килделәр. Әсирҙең хәл эсендә баҙҙа ятҡанын күреп, уны бик ныҡ ҡыҙғандылар. Малайҙың атаһы ауылды үҙ ҡулында тотҡан байға барып һөйләшеп, әсир һалдатты үҙ өйҙәренә алып ҡайтырға рөхсәт алды. “Дух”тар араһында ла, ябай халыҡ араһында ла “шурави”ҙың абруйы артһа ла, уның хәле бик алама ине. Һыуыҡ ныҡ тейгән. Им-том менән шөғөлләнеүсе ҡарсыҡты саҡырғандар. Ул да булдыра алмағас, ниндәйҙер бер ирҙе күрше ҡаланан алып килделәр. Бына шул ир “шурави”ға әллә нисәмә уколды бер юлы ҡаҙап, иртәгә лә ҡаҙарға тип, тағы дарыуҙар ҡалдырып китте. Шунан һуң ғына бер аҙ хәле еңеләйеп, организмы төҙәлеү яғына бара башланы. Ул аҙна-ун көн урында ятты. Төҙәлеп урамға сығып йөрөй башлағас, уны тағы баҫыуҙарҙы минанан таҙартырға алып киттеләр. Һәм халыҡ был “шурави”ҙы “ҡурҡыу белмәҫ, тере миноискатель” тип йөрөтә башланы. Хатта был ғәжәйеп әсирҙе күрергә ошо ҡышлаҡ егеттәренең командиры булған “дух”, башынан аяғына саҡлы ҡоралланған ике тән һаҡсыһы менән килеп күреп китте. “Шурави”ға эсергә тип тағы ниндәйҙер дарыуҙар ҙа ҡалдырҙылар. Имеш, тиҙерәк ныҡлап төҙәл. Һеҙҙе тағы ла икенсе, мөһимерәк урынға күсерәсәктәр, тип тә өҫтәне. Ауырып ятҡанда уның афған-пуштун һәм үзбәк телен яҡшы аңлап, һөйләшә белгәне асыҡланды. Шуға ла хәҙер “дух”тар уның менән тылмасһыҙ аралаша башланы.
Ысынлап та, уларҙы тау йылғаһы буйында урынлашҡан оло юл үтә торған бер ҙур ҡышлаҡҡа килтереп урынлаштырҙылар. Был йылғаға эреле-ваҡлы инеш-шишмәләр килеп ҡушыла. Уларҙы һаман, элекке кеүек, тик ауыр эштәргә генә йөрөтәләр.
Йәй ине, баҫыуҙа эшләп йөрөгән сағында ишетеп ҡалды был геүләүҙе. Һәм таныны, беҙҙең БТР һәм КамАЗ-дар тауышы ине. Уны ҡарауыллап йөрөүсе һаҡсы әллә берәй яҡҡа киткән, әллә тағы әфиүн тартып миңрәүләнеп ята, үҙенең ҡыуышы эргәһендә күренмәне. Ринат, бар көсөн йыйып, ҡышлаҡҡа табан тороп йүгерҙе. Оло юл ҡышлаҡ уртаһынан үтә ине. Шуға ла тиҙерәк-тиҙерәк ҡышлаҡҡа ҡайтып етергә кәрәк тип ашыҡты. Бар ниәте үтеп барыусы беҙҙең ғәскәрҙәр колоннаһы ҡаршыһына сығып, берәй БТР-ҙы, йә булмаһа, берәй машинаны туҡтатыу ине. Колонна ҡаршыһына сығып өлгөрә алһа, күптән хыялланып көткән азатлыҡ киләсәк бит. Ниһайәт, азатлыҡ, азатлыҡ!
Бына инештең текә ярынан йүгереп төшкән ыңғайға һыуға барып ҡапланды. Тағы тороп йүгерҙе. Ҡаршыла текә генә инештән һыу ташый торған бормалы-бормалы һуҡмаҡ. Һуҡмаҡҡа ла тиҙ менеп етә алды. Тик колоннаның был башы ҡышлаҡҡа кергән, ә теге осо күренмәй. Өлгөрәм тип уйлап алды. Өлгөрәм, өлгөрәм. Бынауы тар урынды үтһә, иркенгә сыға. Нәҡ ошо тар урында бер афған биҙрәләрен күтәреп һыуҙан ҡайтып бара. Ул юл биреп был тар урындан үткәреп ебәрһә, ҡотоласаҡ. Юғиһә, тар урынды урай-урай таштар артынан арыу ғына ара йүгерергә тура киләсәк. Өлгөрмәҫкә мөмкин. Ринат йыраҡтан уҡ пуштунса:
– Юл бир! Үткәреп ебәр! – тип ҡысҡырҙы.
Урындағы йола буйынса тау һуҡмағында осрашҡан саҡта ашығыусыға һәр саҡ юл бирелергә тейеш. Был – яҙылмаған, әммә ҡәтғи үтәлергә тейешле ҡанун. Теге бәндә ысынлап та юл бирҙе. Һуҡмаҡҡа ҡуйған биҙрәләренә тиклем үҙенә тартты. Эргәһенән туҡтамай йүгер ҙә үт. Ләкин, әлеге шул яҙмыш тигән нимәнең “ләкин”е бар икән шул. Ләкин был “дух” үҙенең бик ныҡ булмаған сәләмәтлеге менән гел шул ҡарауылда, һаҡта торорға мәжбүр булған афған булып сыҡты. Башҡалар кеүек дошманға ҡаршы ҡорал күтәреп йөрөй алырлыҡ түгел һәм бик аҫтыртын ялҡау бер бәндә ине. Ҡыҫҡаһы, “дух” уны таныны. Сөнки әсирҙәрҙе күп тапҡыр һаҡлап йөрөттө. Теге ваҡытта, яҙғы ташҡын ваҡытында, халыҡ әрләп ташлаған һаҡсы ине был бәндә. Эйе, ул таныны һәм, шурави уның эргәһенән йүгереп уҙғанда, ҡулындағы көйәнтәһе менән әсирҙең теҙ аҫтына бар көсөнә килтереп һуҡты.
Бындай хәлде көтмәгән Ринат, ауыртыуҙан һәм көйәнтәгә абыныуҙан ергә йығылды. Ярай әле яңынан таштары тырпайып торған текә яр аҫтына тәгәрәмәне лә, балтыр һөйәге һынманы. Бөттө, бар өмөт-хыялдар быялалай ватылып селпәрәмә киләме? “Шурави” ярһып һикереп торҙо, уға мыҫҡыллы йылмайып, серек тештәрен ыржайтып ҡарап торған “дух”тың боғаҙына йәбеште. Ергә йығып һалды. Әсирҙән был тиклем етеҙлек һәм көс булырын күңеленә лә килтермәгән афған ҡаршылыҡ та күрһәтә алманы. Шуравиҙың күҙенә “серек теш”тең башына тондорорға яраҡлы хет берәй таш та күренмәй, исмаһам. Шул мәлдә һыулы биҙрә торғанын күреп алды һәм үҙ-үҙендә аңламай тегенең башын тулы һыулы биҙрәгә тыҡты. Өс минут үтмәгәндер “серек теш”, һыуға тонсоғоп, бөтөнләй тынып ҡалды. Әсирҙең ҡолағына тағы БТР һәм машиналар тауышы салынды. Ул, аяҡ һөйәктәре ауыртыуын да һиҙмәй, юл эргәһенә килеп сыҡты. Әһә, колонна үтеп бөтмәгән икән әле. Тағы бер-ике “Урал” машинаһы күренде. Ул юлға уҡ сығып баҫты ла, бар көсөн йыйып, ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡулдарын болғап, машинаны туҡтатырға уйланы. Кабиналағылар ике афғандың яр ситендә һуғышып ятҡанын бая уҡ күреп тамаша ҡылып киләләр ине. “Был ниндәй тиле афған, һуғышыуынан туҡтап, беҙгә ҡаршы сыҡты? Етмәһә, туҡтарға ҡуша. Бөтмәҫ бында йыйын ҡырағай тип, эргәһенән шажлап үтеп киттеләр. Бына аҙаҡҡы машина әкренәйеүен-әкренәйҙе, был сәйер “дух”ты тапап китеүҙән ҡурҡты, ахыры. Ул да үтеп китте. Машина кузовында беҙҙең һалдаттар ултыра ине. Әсир машинаны ҡыуып етергә теләп артынан ҡысҡырып йүгерә башланы. Тик машинала ултырып барғандар иҫерек инеме, әллә әфиүн сәйе эсеүҙән миңгерәүләнгәйнеләрме, береһе ҡулына автоматын алып, Ринаттың баш осонан пулялар һиптереп, очередь бирҙе. Ул ҡолаҡ эргәһенән генә пулялар һыҙғырып үтеүенә иғтибар ҙа итмәй, сәмләнеп тағы ла ҡыҙыуыраҡ йүгереп, тамағын яра-яра, мин “шурави”, мин совет һалдаты, тип ҡысҡыра башланы. Машиналағылар уны ишетмәне. Теге һалдат яңынан уның аяҡ аҫтына тағы ут һиптерҙе. Пуляларҙың юл туҙанына ҡаҙалыуҙарын күргән әсир, бар тырышлығы бушҡа киткәнен аңлап, тештәрен ҡыҫты. Тамағына һулышын ҡаплап төйөн тығылды. Һәм ул хәлһеҙләнеп, юл эргәһенә барып ултырҙы ла машиналар тауышы менән азатлыҡтың үҙенән йырағая барғанын тойоп, илап ебәрҙе. Ниндәй уңышһыҙлыҡ, ниндәй үкенесле хәл... Бына-бына ҡотолам тигәндә бар ниәттәр емерелде.
Шулай итеп, Ринаттың өсөнсө тапҡыр ҡасыуы ла уңышһыҙлыҡ менән тамамланды. Тәүге ҡасыуында тауҙар араһында аҙашып духтар посына барып сыҡты. Унда уны бик ҡаты ҡыйнап ташланылар. Икенсеһендә тел белмәү арҡаһында килеп эләкте. Ул саҡта ла ҡыйнап ташлағайнылар. Бына әлегеһе лә барып сыҡманы. Теге “серек теш” осрамағанда барыбер берәй машинаға йәбешә алыр ине.
Ике көндән шәриғәт суды була, тинеләр. “Серек теш”тең ҡайҙандыр ағаһымы, ҡустыһымы ҡайтып етергә тейеш, ти. Шуны көтәләр. Ринатты баҫыуҙы миналарҙан таҙартырға ла алып сыҡманылар. Зинданда мөйөштә бығаулы килеш ултырып ҡалды. Бөтөрөндө егет. Бөтөнләй өмөтһөҙлөккә бирелде. Ул хәҙер инде, атһалар тиҙерәк атһындар, этләп яфаламаһалар ярар ине тигән уйҙарға бирелеп ултырҙы. Теге “серек теш”те тонсоҡтороп үлтергән өсөн, әлбиттә, атасаҡтар. Уны тонсоҡторғанға һис үкенмәне. Бер яһил үлде. Исмаһам, башҡа тотҡондарға аҙмы-күпме еңелерәк булыр.
Суд һаман булманы. Көтмәгәндә тауҙарҙан төшкән Лотфулла бабай уны эҙләп тапты. Ринатты баҙҙан сығарҙылар. Бабай уны ҡосаҡлап тигәндәй алды, бик йылы итеп ҡуш ҡуллап иҫәнләште. Ул күстәнәстәр ҙә тейәп килгән икән. Әсиргә генә түгел шундағы һаҡсыларға һәм башҡа “дух”тарға ла өлөш сыҡты. Ни ғәжәп, шул уҡ көндө теге ҡышлаҡтан һыуға бата яҙған баланың да ата-әсәһе килде. Күрәһең, улар был әсир-”шурави”ҙы нимә көтәсәген беләләр ине. Әсир ҡыҫҡаса ғына нимә булғанын һөйләп бирҙе. Теге тешһеҙҙе нисек тонсоҡторғанын ғына ипләп һөйләй алманы. Бары тик: “Йүнләп хәтерләмәйем дә инде. Барыһы ла ҡыҙыулыҡ менән эшләнде”, – тине.
Икенсе көндө суд булды. Судтары ла бик ҡыҙыҡ икән. “Серек тешле”нең теге ҡайтҡан ҡустыһы ҡазыйҙан үлем язаһы талап итте. Ташҡында ҡотҡарылған баланың атаһы һәм әсәһе был “шурави”ға мәрхәмәтле булыуҙарын үтенде. Ә инде Лотфулла бабай бөтөнләй икенсе яҡлап һүҙ башланы. Мосолман мосолманға ғына түгел, бар тотҡон-ҡолдарға мәрхәмәтле булырға тейешле икәнен, Ҡөрьәндең ниндәйҙер сүрәһен уҡып ишеттерҙе. Уға ҡаршы ҡазый шул ук Ҡөрьән китабының икенсе урынын асып “күҙгә – күҙ, тешкә – теш, үлтергәнгә – үлем” тигәнен уҡыны. Тағы ла, мәрхүмдең туғандары нимә әйтер, яза шуға ла бәйле, тип өҫтәне. Шунда уның яҡлылар егеттең бына нисә йыл инде баҫыу-юлдарҙы минанан таҙартҡанын да әйтеп үттеләр. Шулай оҙаҡ ҡына бәхәсләшеп, барыһы тураһында ла һөйләшкәс, ҡазый “шурави”ҙы мәңгелек ҡоллоҡҡа “серек теш”тең ғаиләһенә бирергә тигән ҡарар сығарҙы. Ярар, быныһы өсөн дә рәхмәт. Ҡоллоҡ ҡәбергә кереп ятыу түгел. Ринатты был ауылдан йыраҡ та булмаған бәләкәй генә күрше ҡышлаҡҡа алып киттеләр.
Аллаһы Тәғәлә унда ла үҙ мәрхәмәтенән ташламаҫ әле. Лотфулла бабай шулай тип тынысландырған булды. Теге “серек теш”тең ғаиләһе йәшәгән күрше ҡышлаҡка тиклем оҙата барҙы. Һәм Ринаттың ҡолағына:
– Зөһрә малай алып ҡайтты. Беҙҙең улыбыҙ бар, – тип ҡуйҙы ла, егеттең күҙҙәренә ҡарап, серле генә йылмайып алды.
Ринат был хәбәргә шатланырға ла, ҡайғырырға ла белмәне. Тик Лотфулла бабайға:
– Әбейҙәргә минән сәләм әйтерһегеҙ. “Ә улығыҙға ниндәй исем ҡуштығыҙ? – тиүенә, ҡартлас бөтөнләй үк яҙ ҡояшылай йәйелеп:
– Һинең исемде ҡуштыҡ, улым, һинең исемде, – тине.
“Шурави” был хәбәргә йылмайып:
– Афғанда бындай исем бармы ни? – тиүенә.
– Хәҙер булыр. Беҙ уға Ринатулла тип ҡуштыҡ. Зинатуллаға яҡын исем. Бәләкәй улымдың исеме Зинатулла ине. Айырма бер хәрефтә генә. Һин ҡайғырма, улым. Аҙыраҡ аҡса әтмәләгәс, мин һине килеп һатып алам. Барыбер быларҙа ҡалдырмам. Бик төшөнкөлөккә бирелмә, улым. Аллаһы Тәғәлә һине юҡҡа ғына әллә нисә үлемдән алып ҡалманы. Тәҡдирең әле уҡылып бөтмәгән. Тәҡдир ағасындағы япрағың урынында ныҡ эленеп тора. Төш күрҙем, балам, өйөңә ҡайтып етәһең әле һин. Шунда беҙҙе иҫеңә төшөрөп, беҙҙең хөрмәткә берәй доға ла уҡып ҡуйырһың. Лотфулла бабайҙың нимәләрҙер тағыһөйләргә иҫәбе бар ине лә, Ринаттың ҡол булып хеҙмәт итәсәк өйгә килеп тә еттеләр. Бабай менән ҡапҡа төбөндә бик йылы ғына һаубуллашып айырылыштылар. Айырылышыр алдынан бабай, Ринатты бөтөнләй аптыратып, ҡолағына сеп-сей татарса:
– Мин үҙем дә шул Урал яғында балалар уҡыттым бит. Утыҙынсы йылдарҙа ҡасып китергә тура килде. Йөрөй торғас, бына ҡайҙа килеп эләктем, – тине.
Бына һиңә мә! Үәт хәбәрҙе һалды бабай. Тик ҡапҡа асылып хужалар егетте эскә төртөп кереттеләр. Уларҙың был “шурави”ға ҡарата асыуҙары көслө ине. Оҙаҡлап Лотфулла бабай менән хушлашырға ла ирек бирмәнеләр. Ҡапҡа ябылды. Бабай ҡапҡа артында ҡалды.
Шулай итеп, Ринат “серек теш” йортонда хеҙмәтсе-ҡол булып йәшәй башланы. Ҡол ҡол инде. Йорттағы бар эште уға өйҙөләр. Таң атыр-атмаҫтан эште өйгә һыу ташыуҙан башлай. Ринат йәшәгән йортта ҡарт менән ҡарсыҡ оло улының ҡатыны менән тора. Ә “серек теш”тең өй-йорто күршелә генә. Әсир шул йорттағы аласыҡта көн күрергә тейеш булһа ла, килендәре ҡырҡа ҡаршы төшөп, ҡайныһына:
– Йортомда сит ирҙең йәшәүен теләмәйем. Ул минең иремде һәләк итте. Һеҙҙә генә йәшәһен, – тип белдерҙе.
Йортта ваҡ-төйәк һәм ялыҡтырғыс эштәрҙе уның елкәһенә өйҙөләр. Эш эш инде. Баҫыуҙы минанан таҙартыу түгел. Унда минут һайын, секунд һайын һинең ғүмерең ҡыл өҫтөндә генә аҫылынып тора. Үҙең яңылышһаң да, иптәшең яңылышһа ла бөттө, үлдең тигән һүҙ. Баҫыу, һуҡмаҡ-юлдарҙы минанан аралағанда күпме дуҫ-таныштары һәләк булды. Йүнләп танышырға ла өлгөрмәй ҡалған һалдаттар ҙа әллә күпме ине.
Хужаларҙың йорто бер тыҡрыҡ кеүек урында, йылға яры эргәһендә урынлашҡан. Яр бейек булмаһа ла, һыуҙы аҫтан ташырға кәрәк. Тормоштарын әллә ни етеш тип әйтеп булмай. Сөнки кистәрен кәрәсин лампаһын тоҡандырырға ла рәттәре юҡ. “Серек теш” ҡайһы бер саҡта ҡайҙандыр, совет хәрбиҙәренән, әфиүнде соляркаға алмаштырып алып ҡайтҡан булған. Хәҙер ул да юҡ бит инде. Аласыҡтарында хан заманынан ҡалған примус менән керогаз тигән нәмә лә ята ла ул. Тик әлеге шул аҡса юҡлығы ҡамасаулай. Бензин, кәрәсин бик ҡыйбат. Баҡса артынан ғына тау йылғаһы шаулап-шарлап ағып ята. Йылға буйында тал һәм ул белмәгән башҡа ҡыуаҡ-ағастар үҫә. Уларҙы ла ҡыш яғырға тип киҫеп бөтөп баралар. Был бәләкәй генә тау ҡуйынына һыйынып ултырған ҡышлаҡҡа һыу элек арыҡ буйлап ағып килгән булған икән дә ул. Тик бер нисә йыл элек, яҙғы ташҡын һыу күтәрә торған яйланманы ватып ташлаған. Ә дамба арыҡты яраҡһыҙ хәлгә килтереп йырған. Ҡышлаҡта ирҙәр булмау арҡаһында барыһын да яңынан ҡорорға, яңынан һипләргә ҡарт-ҡороноң ҡулынан килмәй икән.
“Шурави” бер көндө ул урынды барып ҡарап та ҡайтты. Ҡышлаҡтан әллә ни йыраҡ та түгел, ауылдың был юғары ос башында икән. Әсир ҡоллоҡта көн күргән йорт бик уңайлы урында урынлашҡан булып сыҡты. Ни тиһәң дә, һыу менән тәьмин итер өсөн аҙыраҡ дамба-быуаны быуырға һәм арыҡтың емерелгән ерҙәрен тергеҙергә генә кәрәк. Ә инде ватылған һыу күтәрә торған тәгәрмәс быуа эргәһендә ята. Ринат йорт эштәренән бушаған арала аҙна-ун көн шул ҙур тәгәрмәсте һипләп булашты. Уның ниәтен белгәс, ауылдағы йәш малай-шалай ҙа уға ҡушылды. Тәгәрмәс әҙер. Тик нисек уны торғоҙоп элекке урынына ултыртырға? Шулай аптырап йөрөгәндә, ҡышлаҡтың теге осонда йәшәгән бер кәкрәйеп бөткән ҡарт килеп, өс аяҡ яһап шуның ярҙамында күтәргәндәрен һөйләп аңлатты. Ул өсаяҡты ҡайҙан алаһың да, уны яһар өсөн ете-һигеҙ кәртә-ағасты ҡайҙан табаһың?
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти. Был эшкә тәүҙә ҡыҙыҡһынып, “шурави” бер үҙе булдыра аламы, юҡмы тип көткән ҡарт-ҡоро ла, йәш-елкенсәк тә үҙҙәре лә һиҙмәҫтән уға ярҙам итә башланылар. Ҡайҙандыр өсаяҡтар ҙа табылды. Ҙур ҡуласаға кейҙерергә торба ла булды. Шулай итеп, ай ярым тигәндә ауылға арыҡ буйлап һыу ҙа килде. Ринатты ла төнгөлөккә бығаулап һарыҡ аҙбарына япмай башланылар. Ашауы ла бер аҙ һәйбәтләнде. Ҡышлаҡтағы халыҡ, үҙ ауыҙынан өҙөп булһа ла, был уңған әсиргә ихтирам күрһәтергә тырышты. Ул инде бер аҙ иркенлек алды. Хәҙер ҡышлаҡтан йырағыраҡ китеп йөрөү мөмкинлеге лә тыуҙы. Дөрөҫ, уға “серек теш”тең 10–12 йәштәр самаһындағы улына күҙ-ҡолаҡ булырға ҡушылған. Ә улар был малай менән күптән дуҫлаштылар инде.
Шулай бер сәфәрендә Ринат тау аҫтында тәгәрәп ятҡан “Урал” машинаһын күреп ҡалды. Нисек итһә-итте, тау аҫтына төшөп, шул машинаны ҡаранылар. Машина эргәһендә бер һөлдә ята. Әллә ни уйлап тормай, уны таштар менән күмеп, ерләп ҡуйҙылар. Был иҙгеләнеп бөткән “Техпомощь” машинаһының бар йыһаздары ла урынында ине. Таланып бөтмәгән. Шунда уҡ бензин менән эшләй торған ике цилиндрлы бер электр генераторы ла ята. Ҡайһы бер урындары йәмшәйгән булһа ла, ҡарап алһаң, эшләрлек. Бына быныһы бөтөнләй шәп нәмә. Һәм “шурави”ҙың башында бик шәп уй-ниәт тыуҙы. Беҙҙең халыҡта “ниәт–ярты эш” тигән әйтем бар. Бик тә дөрөҫ. Бөгөн ошо тау аҫтында тәгәрәп ятҡан машинанан бар асҡыс-сүкеш кеүек кәрәк-яраҡтарҙы алып ҡайттылар. “Шурави” малайҙан был турала өндәшмәй торорға ант иттерҙе. Шулай килештеләр, малай өндәшмәҫкә вәғәҙә бирҙе. Икенсе көндө көнө буйына тау аҫтынан теге машинала булған электрогенераторҙы күтәрҙеләр. Бәләкәй арбаға һалып алып та ҡайттылар. Ҡыҙыҡһыныусы һәм күпте күреп, күпте белергә яратыусыларҙың шиктәрен арттырмаҫ өсөн арбаға сыбыҡ-сабыҡ һәм үлән тултырҙылар.
Ҡыҙҙырып ҡаранылар, тик генератор эшләмәне. Шунан яңынан машина янына барып был генераторҙың барлыҡ техник китаптарын, схемаларын да алып ҡайттылар. Электр схемаһынан башҡа нәмә табылманы. Ни тиклем тырышһа ла, теге эшләргә теләмәне. Инде юҡҡа этләшеп алып ҡайттыҡ, ахыры, тип уйлай башлаған Ринаттың башына бер төндө бик тә гениаль уй килде. Сөнки һуңғы аҙналарҙа йоҡоһон йоҡламай көнө-төнө тигәндәй ошо генератор тураһында уйланы. Уй былай ине: ярар, двигателе ҡыҙмаһа ла, генераторҙы һыу ярҙамында әйләндерергә була бит. Тик теге һыу күтәрә торған тәгәрмәскә нисек генераторҙы көйләп ҡуйырға? Бына мәсьәлә ҡайҙа! Уйлана торғас, уныһын да уйлап тапты. Теге һыу күтәрә торған тирмән ҡуласаһы кеүек ҙур ҡуласа эргәһенә бәләкәйерәк тәгәрмәс әтмәлләп ҡуйырға кәрәк. Һәм, тырыша торғас, уныһын да эшләп ҡуйҙы. Ҡышлаҡ малайҙары бик белдекле шул. Ҡайҙа нимә ятҡанын белмәһәләр – улар малай буламы ни? Бер яр аҫтында үҙҙәре тәгәрәтеп төшөргән ниндәйҙер ҙур трактор тәгәрмәсен иҫтәренә төшөрҙөләр. Этләшеп булһа ла, уныһын да алып ҡайтып, һыу күтәртә торған ҡуласа күсәренә беркетә алдылар. Бала-сағаның һәм әсирҙең бар буш ваҡыты ошо эш менән үтте. Шулай итеп, бер көндө һыу ярҙамында генератор әйләнеп, ток бирә башланы. Бына мөғжизә, бына тәбиғәттең сере. Ысын сихыр инде был... Ҡышлаҡтағы ҡарт-ҡоро был сихырлы машинаны ҡарарға йыйылды. Ҡара һин уны, был ҡол хеҙмәтсенән дә башлы кеше юҡтыр яҡын-тирәлә. Ҡалалағы ғәжәйеп ут тураһында ишетеп кенә белгән ҡарттар хәҙер инде үҙҙәренең ҡышлағында ла шундай ут барлыҡҡа килгәнен үҙ күҙҙәре менән күрҙе.
Тик әле әйләнеү тиҙлеге етмәгәнлектән генератор бик көсһөҙ, барлығы бер нисә лампочканы ҡабыҙырлыҡ ҡына ине. Малай-шалай дәртләнеп, яңынан эшкә тотондо. Тырыша торғас, яңы быуа быуып икенсе ҙур ҡуласа эшләнеләр. Хәҙер инде бар эш менән тәжрибә туплаған Ринат етәкселек итте. Генераторҙы ауыл уртаһына күсерҙеләр, сөнки төндә урлап та китергә мөмкиндәр икән. Шулай итеп, ҡышҡа кереүгә был егерме-утыҙ йортло ҡышлаҡта, зәғиф кенә булһа ла, электр уты яна башланы. Был хәбәр тиҙ арала тирә-яҡҡа таралып, был мөғжизәне күрергә күрше ҡышлаҡтан килеүселәр ҙә йышайҙы.
Бына бер көндө ҡышлаҡҡа бик ҙур булмаған “дух”тарҙың отряды килеп төштө. Күрәһең, ҡышлаҡта электр уты янғаны уларҙы ла ғәжәпләндерҙе. Һәм духтар командиры ауылды утлы иткән ҡол-хеҙмәтсене күргеһе килгәнен белдерҙе.
Ни өсөн үҙен “дух” командиры саҡырғанын әлегә аңламаған Ринатты ике һуғышсы килеп, командир урынлашҡан бай йортона алып барҙылар. Егет нимә уйларға ла белмәне. Иң тәүге уйы тағы мина таҙартырға алып китерҙәр инде булды. “Дух”тар командиры уң аяғына сатанлаған бер йәш кенә егет булып сыҡты. Әле үҙенә йүнләп һаҡал-мыйыҡ та сыҡмаған бер еүеш танау инде. Еүеш танау тыштан ғына шулай күренә. Ә ысынбарлыҡта һуғыш барған илдә барыһы ла ғәйәт тиҙ өлгөрә һәм был командир утты-һыуҙы кисеп сыныҡҡан тәжрибәле һуғышсы ине. Уның алдына килтереп баҫтырҙылар. Командир бик етди ҡиәфәттә сатанлай-сатанлай тотҡондо иғтибар менән алдан-арттан тигәндәй урап ҡарап сыҡты. Унан ултырғысҡа барып ултырҙы ла:
– Беҙҙең пуштунса ҡайҙан беләһең? – тип һораны.
– Өйрәндем. Шунан беләм.
– Үзбәксә лә беләһең, тиҙәр, дөрөҫмө? Уны ҡайҙан өйрәндең? Үзбәкме әллә?
– Юҡ, мин үзбәк түгел. Мин башҡорт, беҙҙең телдәр оҡшаш.
Теге шулай һорау ала. Ә Ринат бар хәтер һандығын аҡтарып, был “дух”ты ҡайҙа күрҙем икән тип баш вата. Маңлай эргәһендәге миңенә тиклем таныш. Ә “дух” һаман һораша ла һораша.
– Эйе, ҡасан пленға төшкәнемде лә оноттом инде. Биш йыл самаһы, шикелле. Ғәрәпсәгә һәм намаҙ уҡырға шул-шул ҡышлаҡтағы Лотфулла бабай өйрәтте.
Дошман командиры тағы урынынан тороп, бик сатанламаҫҡа тырыша-тырыша арлы-бирле йөрөп алды. Унан инде бик тә мөһим мәсьәлә ҡараған кеүек:
– Бөгөндән үҙемдең приказым менән һине ҡышлаҡ малайҙарын уҡытырға мөғәллим итеп тәғәйенләйем. Малайҙар... эйе... малайҙар, автомат күтәрер алдынан хәреф танып, уҡырға-яҙырға өйрәнергә тейештәр...
Түрә шулай аллы-артлы йөрөп Ринатҡа нисек эште башлап алып китергә кәрәклеге тураһында нотоҡ уҡый. Ә “шурави”ҙың зиһене, ҡаҙан ҡайнағандағы шикелле ҡайнап сығыу дәрәжәһенә етеп, ҡыҙғандан-ҡыҙа. Көсөргәнешле уйлауҙан башы сатнап, шаулай уҡ башланы. Нотоҡ һөйләүсенең тауышы ла ҡолағына бик йыраҡтан саҡ-саҡ ишетелә.
– Ҡара әле, әсир, әллә һин мин һөйләгәндәрҙе тыңламайһың да инде?
– Хайр... Хайр... ул бик яҡшы итеп тыңлайымһеҙҙе Хайр...ул..ло, – тип ҡуйҙы.
“Шурави” шулай тотлоға-тотлоға был командирҙың исемен саҡ иҫенә төшөрә алды. Яңылышмаһа теге саҡты, яңы ғына хеҙмәт итә башлаған йылда, ҡышлаҡ эргәһендә аяғы яраланған малайҙы шулай атайҙар ине шикелле... Яңылышырға ла бик мөмкин, аяғы сатан бәндәләр менән донъя тулы. Ә бына маңлай эргәһендәге миңе нәҡ шул малайҙыҡы кеүек, һул яғында ине. Тағы ла үҙ алдына ҡабатлап:
– Тыңлайым Хайрулло, тыңлайым, – тип тынып ҡалды.
Хәҙер инде командирҙың ғәжәпләнер сағы етте. Ул да тынып ҡалды. Эстән генә: “Ҡара һин уны, ер аҫтына йәшерелгән минаны ла үтә күрә, тип һөйләйҙәр, күрәһең. дөрөҫтөр. Әллә ысынлап та был әсир күрәҙәсеме икән? Минең исемде ҡайҙан белә?”
Афған илендә наҙанлыҡ бик көслө булыу арҡаһында им-томға, сихырға һәм башҡа шундай юҡ-бар хөрәфәттәргә халыҡ бик ышана. Бер арауыҡ командир зиһен-уйҙарын тәртипкә килтерә алмай торҙо. Сөнки командир үҙенең алдындағы ысын афғандарса кейенгән, инде яурындарын да бер аҙ нығытырға өлгөргән һаҡаллы шуравиҙы таныманы.
– Һин барыһын да ҡайҙан беләһең? Әллә сихырсымы?
– Юҡ, мин сихырсы ла, күрәҙәсе лә түгелмен. Миңә әлхәмдүллилаһ, Аллаһы Тәғәләм ярҙам итә. Уның ярҙамы менән бына һеҙҙең илегеҙҙә ҡол рәүешендә булһа ла иҫән-имен йөрөйөм. Иншалла! – тип Лотфулла ҡарт һүҙҙәрен ҡабатлап яуап бирҙе.
Түрә инде үҙенең алдында ысын мосолман баҫып торғанын зиһене менән аңланы. Шуға ла ныҡ аптыраны. Һәм ғәжәпләнеп:
– Мине ҡайҙан беләһең? – тип һораны.
Ринат был командирҙың теге саҡта яраланған малай Хайрулло икәненә шиге ҡалмайынса:
– Беләм, һарыҡ-кәзә көткәндә совет һалдаттары аяғыңды яралағандарын да беләм. Шунан үҙеңде шул ваҡыт саҡ атып китмәнеләр. Уныһын да беләм. Бабай өйөндә нисек дауаланып ятҡаныңды ла, кемдәр дауалағанын да беләм, – тине лә бер мәлгә тын ҡалды. Өйҙөң түбәһенә теҙелеп сырҡылдашҡан сыпсыҡтарға ҡарап алды. Унан, береһенә лә иғтибар итмәйенсә, текә тауҙар яғына боролоп һәм шул тау башындағы ап-аҡ боҙҙарға күҙ йөрөтеп үҙ алдына һөйләнгән кеүек дауам итте: – Һуғыш бөтә. Ә бына мин һаман һеҙҙең илдә ҡол хәлендә ыҙа сигәм. Миңә лә өйгә ҡайтырға ваҡыт, – тип ҡуйҙы.
Командир Ринатты таныманы. Танырлыҡ та түгел шул. Әммә ул һөйләгәндәрҙе һушы китеп тыңлап торҙо. Был әсир уның бар тормошон һөйләп бирҙе түгелме һуң? “Дух” нимә әйтергә лә белмәне. Бары тик:
– Шунан? – тиеү менән генә сикләнде.
– Һин нисә тапҡыр үлемдән ҡалдың? Һиңә лә өйөңә ҡайтырға ваҡыт. Мине лә үҙең менән ал. Ҡоллоҡтан ҡотҡарыу изге мосолман эше һәм сауаплы ғәмәл. Иншалла! Ҡөрьәндә лә шулай яҙылған.
Эйе, иртәгәһенә Ринатты Хайрулло үҙе менән алып китте. Ринат шатланып бөтә алманы. Сөнки был Тыуған илгә табан, ҡоллоҡтан ҡотолоу яғына яһалған тағы бер аҙым ине. Хайруллоның һалдаттары Пакистан сигенә китеп бара икән. Һөйләшеүҙәренән шуны белде. Унда ҡорал тейәлгән каруанды ҡаршы алып һәм һаҡлап ҡайтырға тейештәр, ти. Бына нисек килеп сыҡты. Ул һаман үҙенең яҙмышы, тәҡдир күрһәткән юлдан атлап СССР сигенән йыраҡлаша ғына түгелме? Нимә яҙған булһа ла, тик яҡшыға ғына була күрһен инде. И, Аллам! Үҙеңдең рәхмәтеңдән ташлама, тип Хоҙайға ялбарҙы.
Икенсе көндө тигеҙлеккә сығып, уларҙы көтөп торған машиналарға тейәлделәр. Төркөмдә утыҙ биш баштан-аяҡ ҡоралланған һуғышсы. Хайрулло әсирҙе үҙенең эргәһенән йыраҡ ебәрмәне. Һәр саҡ күҙ алдында тотто. Уның менән кәңәшләшкән булды. Әллә ысын күңелдән, әллә күҙ буяр өсөн генә. Ошо ҡорал артынан барыуҙары уңышлы буламы, әллә ҡаршылыҡтарға осрарҙармы тип кәңәшләште. Тағы ла ҡабатлап инде бына нисәнсе тапҡыр:
– Теге көндө һуғыш туҡтай, тинең. Быны ҡайҙан белдең? – тип һорап ҡуйҙы.
– Күңелем шулай һиҙә. Оҙаҡламай һуғыш бөтөргә тейеш. Тик үҙ-ара ыҙғыш-талаш буласаҡ әле. Ә беҙҙең сәфәр – бик ҡурҡыныс сәфәр. Уяу булырға кәрәк, – тип ҡуйҙы.
Тәүҙә уға ҡорал бирмәнеләр, ул үҙе лә һораманы. Сөнки белә ине: ул-был була ҡалып эш бәрелешкә китһә, һәр саҡ кемдең ҡулында ҡорал, шуны тәүҙә үлтерәсәктәр. Ринат үҙенең ябайлығы һәм Афған илендәге ситуацияны һәм сәйәси хәлде, бигерәк тә һуғыш хәлдәрен белмәүе арҡаһында Совет ғәскәрҙәре, үҙебеҙҙекеләр, әлбиттә, каруанға һөжүм итерҙәр тип көттө. Тик беҙҙең ғәскәрҙәр Пакистан сигенә тиклем килеп етә алмағайнылар. Сик буйы райондарында “дух”тарҙың төрлө хәрби төркөмдәре хәрәкәт итә. Ҡайһы саҡта бер төркөм икенсе төркөм һуғышсылар менән дә бәрелешеп алалар, йәғни үҙ-ара һуғышалар ине.
Бына сик вазифаһын үтәгән бик ҙур булмаған йылға янында теге яҡтан ҡорал тейәп килгән машиналарҙы бушатып, “дух”тар был яҡтан килгән машиналарға тейәнеләр. Пакистандар үҙҙәренең йөгө өсөн аҡса алып ҡайтып китте. Көн кискә ауышҡанлыҡтан Хайрулло ошо урында уҡ ҡуна ҡалырға булды. Усаҡ яғып тормай ғына ҡоро паектар менән киске ашты ашанылар. Командир тирә-яҡҡа һаҡ ҡуйып сыҡты. Йылға яғынан ҡамау һәм тегендәй-бындай дошман килеүе көтөлмәгәнлектән, ул яҡҡа һаҡты бөтөнләй ҡуйманы ла. Ҡасырға иң уңайлы ваҡыт етте түгелме?! Ринат таң алдынан йылға буйлап ҡасырға ниәтләне.
Төн ҡараңғы. Күктә йондоҙҙар ғына секерәйешеп бер-береһенә күҙ ҡыҫышалар. Командир дөрөҫ уйлаған икән, төн уртаһында кемдәрҙер уларға һөжүм ойошторҙо, бәрелеш булып алды. Ошо алыштан файҙаланып, Ринат йылғаға табан тәгәрәп китте. Тороп йүгерергә ҡурҡты, сөнки йә быларҙың, йә һөжүм итеүселәрҙең пулялары тейергә мөмкин ине.
Ҡайҙа шыуышып, ҡайҙа тәгәрәп тигәндәй йылғаға барып төштө. Тауыш сығармаҫҡа тырышып һыу аҡҡан ыңғайға йөҙөп китте. Һыу йылы ине. Бына бер аҙҙан атышыу тауыштары ла тынды. Ә ул йылғанан ағып бара. Иң ҡурҡҡаны – был көньяҡ йылғаларында крокодил булмаһа ярар ине, тип уйланы. Кеҫәһендәге бәләкәй генә үткер Лотфулла бабай ҡалдырған хәнйәрен ҡапшап ҡуйҙы. Ярай әле Хайруллоның һалдаттары уны тентемәне. Юғиһә, бабай ҡалдырған бысаҡтан да, әҙ-мәҙ ҡара көнгә тип тотҡан аҡсанан да ҡолаҡ ҡаға ине. Яр эргәһенән ағым ыңғайына оҙаҡ йөҙҙө. Ярға сығып эҙ ҡалдырыуҙан ҡурҡты. Көскә йылғаның арғы яғына йөҙөп сыҡты. Йылғаның ағымы уртала бик тә шәп – көслө икән. Ярҙан менеүҙәре лә бик ҡыйын булды. Әллә нисә тапҡыр менеп еттем тигәндә кире йығылып төштө. Төндә йүнле бер әйбер күрермен тимә. Бик оҙаҡ этләшкәндән һуң ғына саҡ ярҙан күтәрелеп тигеҙ ергә ауҙы. Оҙаҡлап ятырлыҡ түгел. Төнгө һалҡындан ҡалтырата башланы. Инде ҡотолдом тигәндә һыуыҡ тейҙереүҙән ҡурҡып, ашыға-ашыға тағы алға атланы. Атлағас улай уҡ һалҡынды һиҙмәне. Хатта бер аҙ йылынып китте. Кейемдәр ҙә кипте. Ҡыҙыулыҡ менән еүеш кейемдәрен дә һығып тормағайны.
Бына таң да атты. Ул һаман йылға буйлап һалынған һуҡмаҡтан алға атланы ла атланы. Йүнләп белмәй ҙә, әллә ул Афған, әллә Пакистан еренән атлап китеп бара. Алда – билдәһеҙлек. Ә шулай ҙа азатлыҡҡа ни етә, ниндәй татлы кисерештәр. Хет тороп йүгер, хет ергә ятып тәгәрә. Һине бер кем дә тыймай. Һине бер кем дә күҙәтеп тормай. Һауалағы һәм йылға буйындағы төрлөсә ҡысҡырып һайрашҡан иртәнге ҡоштарҙың тауышы ла икенсе, ирекле булып ишетелә. Кисә Хайруллонан:
– Ниңә йылғаның теге яғына сығып туҡтамайбыҙ? Һыу ҙа инеп алыр инек. Ул яҡта ана тал-ағастар ҙа күберәк. Усаҡ яғып сәй ҡайнатырға ла булыр ине – тип әйтеүенә, теге:
– Ярамай! Ул яҡ – Пакистан ере, – тип аңлатты.
Афғандарға бик ышанып та барырлыҡ түгел. Ул бит уларҙың ҡоло. Ә ҡолға барыһын да дөрөҫ һөйләп бармайҙар. Ярар Афған ереме, Пакистан ереме, ҡайһылай булһа ла ул азат. Тик яңынан “дух”тар ҡулына ғына эләкмәҫкә кәрәк. Ә Пакистан ере булып, сик һаҡсылары осраһа, уларға ни тип аңлатыр? Уларҙың телен аңлармы ла, улар уның һөйләгәненә ышанырҙармы? Пограничниктарҙы иҫкә төшөрөү уны бер аҙ ғына айнытып ебәрҙе. Азатлыҡ булһа ла, һаҡланырға кәрәк. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Аллаһ. Сик һаҡсыларына нимә һөйләр ҙә, нимә тип аңлатыр? Пограничниктар тотоп алып кире Афғанстанға оҙатһалар?
Ул шундай шөбһәле уйҙар менән, талдар араһынан һалынған бормалы-бормалы һуҡмаҡтан атлай бирҙе. Яр буйлап ситтәрәк юл да бар икән. Ул юл да был яҡҡа боролоп, тал тағы ла ул белмәгән ағастар менән ышыҡланған һуҡмаҡҡа килеп ҡушылды. Быға ҡасҡын шатланды ғына, сөнки юлдан барыу еңелерәк. Ағас араһынан барғанға уны бик күреп тә булмаясаҡ. Ағастар сит-ят күҙҙәрҙән уны ныҡлап һаҡлай. Арттан, йә булмаһа, алдан килгән машина-маҙарҙарҙың тауышын алдан уҡ ишетергә була. Был уға тиҙ генә ағастар араһына кереп ҡасырға мөмкинлек бирәсәк. Ул,ғәҙәтенсә, юлда килеп тыуасаҡ хәлдәргә алдан уҡ әҙерләнеп һаман атланы. Бына юл кинәт кенә боролош яһап, йылғанан бөтөнләй ситкә боролдо. Боролошта ал да, арт та йүнләп күренмәй. Тик тауыш-маҙар ишетелмәйме тип, ул ҡолаҡтарын нығыраҡ торғоҙҙо. Тирә-яҡты тыңлап, артына тағы бер ҡат күҙ һалып, тикшерә-тикшерә атлауын белде.
Алға боролоп ҡарағанда һуң ине инде. Ул килеп сыҡҡан боролошта бер йөк тейәлгән арба ҡыйшайып туҡтап ҡалған. Етмәһә, эргәһендә уны бик тә иғтибар менән күҙәткән әҙәмде лә күреп ҡалды. Ни эшләргә? Кире боролоп артҡа йүгерергәме? Улай итһәң, кешелә ирекһеҙҙән шик тыуҙыраһың. Юл ситендәге талдар араһына кереп юғалырға мөмкин. Тик улай ҙа ярамай. Афған ҡышлағындағы кеүек, бар ауыл кешеләре йыйылып, шиклене эҙләргә сыҡһалар? Яҡында ғына ҡышлаҡ та булырға мөмкин. Ул бит был яҡтарҙы белмәй. Нисә көн машинала килделәр. Ысынлап та, теге “дух” әйтеүенсә, был Пакистан ере булып сыҡһа. Ул үҙенең алтынсы һиҙгерлек интуицияһына таянып, юлын дауам итте. Ситкә лә йүгермәне. Ә нисәмә йылдар дауамында тупланған “шикле әҙәмдәрҙән ҡасырға кәрәк” тигән йәнгә һеңгән ғәҙәткә буйһоноп, ҡасырға тигән хискә бирешмәне. Нисек кенә теләге ҙур булһа ла, уны еңеп, алға атлауын белде.
Бабай үҙенең ҡыйшайған арбаһы тирәләй әле был, әле теге яғына сығып ҡарай. Ә үҙе юлдан килеүсене күҙенән ысҡындырмай. Ҡораллы кеше лә түгел. Типһә тимер өҙөрҙәй ир ҙә түгел. Ап-аҡ һаҡаллы ҡарт ҡына бер бабай. Ринат нишләптер оло кешеләргә, бигерәк тә ҡарт бабайҙарға гел ышанып ҡарай. Бәләкәйҙән үк шулай булды. Әле лә бабайҙың арбаһына нимәлер булған. Яйлап ҡына бабай янына килде. Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса ҡулын күкрәгенә ҡуйып, бер аҙ эйелә биреп, тауышһыҙ ғына иҫәнләште. Бабай ҙа сәләмде алып яуап бирҙе. Бабай уға күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап алды ла тап-таҙа пуштун телендә:
– Тәгәрмәс төштө, ҡуйышырға ярҙам ит, улым. Рәхим итеп!
Ринат өндәшмәй генә арбаны ҡарап, бер әйләнеп сыҡты. Тәгәрмәсте нығытып ҡуйған оло шөрөп-болты төшкән икән. Бабай шул болтты тотоп аптырап баҫып тора. Егет йәһәт кенә арбаның тәгәрмәсе төшкән яғындағы үрәсә аҫтына керҙе лә арбаны иңе менән күтәрҙе. Арба шаҡтай ауыр ине. Бабай тәгәрмәсте кейҙереп болтын бороп нығытты. Арба хужаһы егеткә ҙур рәхмәттәр әйтеп, үҙенең эргәһенә ултырырға тәҡдим яһаны. Егет арбанан урын алғас, ҡуҙғалып киттеләр. Ҡарт тегеһен-быныһын һорашҡан була. Ауыҙға һыу ҡабып барып булмай бит. Ринат башы менән артҡы, үҙе килгән яҡҡа күрһәтеп:
– Йылға башындағы ҡышлаҡтан киләм. Эш эҙләп китеп барам. Йәшәргә мөмкинлек ҡалманы, – тигән булып, дөйөм һүҙҙәр менән генә яуапланы. Алты йыл әсирлектә булыу уны күп нимәләргә өйрәтте. Бигерәк тә сит-ятҡа асылып китеп, барыһын да һөйләмәҫкә кәрәклеген күптән аңлағайны. Бабай бик һүҙсән кеше түгел, үҙенең һорауҙары менән “шурави”ҙың башын ҡатырманы. Икеһе лә үҙ уйҙарына бирелеп, арба тирбәткән ыңғайға һелкенеп барҙылар. Бына алда тигеҙлектә урынлашҡан афған ҡышлаҡтарынан бер нимәһе менән дә айырылмаған ауыл күренде.
Эйе, йыраҡта-йыраҡта шул уҡ баштары боҙға ҡатҡан тауҙар теҙмәһе күренә. Йылға яғындағы тигеҙлек өҫтөндә баҫыуҙар йәйелеп ята. Әле күктә, әле йылға яғындағы тал-ҡыуаҡтар араһынан, сырҡылдашып әллә талашалар, әллә һайрауҙары шулай, Ринат белмәгән ҡоштар тауышы ишетелә. Ҡышлаҡҡа керер алдынан бабай егеткә ҡарамай ғына:
– Хәҙер ҡайһы яҡтарға юл тоторға уйлайһың? – тип һораны.
– Әллә инде. Ҡайҙа әҙерәк аҡса эшләргә була, шунда барырға иҫәп.
Бабай тағы һүҙһеҙ ҡалды. Дилбегәһен тартҡылап атты ашыҡтырҙы. Бер аҙ барғас, нисектер бөтөнләй сит кешегә һөйләгән кеүек.
– Хәҙер эш табыуҙары, ай-һай, ауыр буласаҡ. Булмаһа, әҙерәк миндә эшләп ал. Кейем-һалымың да таушалған. Яңыртырбыҙ. Яҡшыраҡ кейем кейһәң, эштең дә арыуырағын табырһың. Улдарым менән таныштырырмын. Улар икеһе лә Ҡарачи ҡалаһында портта эшләйҙәр.
Арба хужаһы шулай тине лә тағы тынып ҡалды. Күрәһең, был йәш кешегә уйларға мөмкинлек биреп, яуапты ашыҡтырманы. Ат һаман лүрт-лүрт юртыуын белде. Ат йүгергән ыңғайға арба ла ниндәйҙер ритмға эйәреп һелкенде. Ҡыҙыҡ ине. Ике тәгәрмәсле арбала Ринат элек ҡол хәлендә барған булһа хәҙер беренсе тапҡыр ирекле кеше булып тирбәлеп бара. Ә улар яғында арбалар оҙон һәм дүрт тәгәрмәсле. Аттар ҙа эре кәүҙәле. Бында аттар ваҡ икән, тип уйлап ҡуйҙы.
Бына ҡышлаҡҡа килеп керҙеләр. Афғандағы ҡышлаҡтан бер ни менән айырылмаһа ла, бында урамдар киң һәм тура, сөнки ҡышлаҡ тигеҙлектә урынлашҡан. Ҡышлаҡ иртәнге үҙ тормошо менән ҡайнай ине. Ана урамдың теге яғында пуштун үҙенең лавкаһын асып булаша. Тағы ла ниндәйҙер йорт эсенән тимер сүкегән тауыш ишетелеп, танауына күмер төтөнө еҫе килеп бәрелде. Тыҡрыҡтан бер төркөм халыҡты тәпәш кенә арбаһына тейәп, кабинаһыҙ, беҙҙең беларустарға оҡшаған трактор үтеп китте. Шурави нисек кенә күҙәтһә лә, ҡораллы кешеләрҙе күрмәне. Шуныһына иғтибар итте: урамда электр бағаналары теҙелеп тора. Ҡышлаҡ электр менән тәьмин ителгән икән, тип уйлап алды. Күңеле бер аҙ тыныслана төштө. Әммә уны был бабайҙың пуштун телендә һөйләшкәне генә бер аҙ шикләндерҙе. Пакистанда ла пуштун ҡәбиләләре йәшәгәнен “шурави” белмәй ине әле...
Дауамы бар.
Татарсанан Луиза КИРӘЕВА тәржемәһе.