+24 °С
Дождь


"30 август көнө Ырымбур ҡалаһының төҙөлөүенә 282 йыллығына ҡарата ҙур байрам үтте. Ырымбурҙа йәшәгән бөтә милләттәр ҙә ҡатнашты. Беҙ ҙә ҡала уртаһында тирмә ҡороп үҙебеҙҙең мәҙәниәт, аш-һыу, экспонаттар менән танышырҙыҡ. Милли кейемдәрҙәә көнө буйы сығыш яһаныҡ. Тирмә янында ваҡытлыса Ырымбур өлкәһенең губернаторы вазифаһын башҡарыусы Е.А Солнцев менән яңы Ырымбур ҡалаһы мэры,сығышы менән Стәрлебаш районы егете Альберт Йомаҙиловты ҡаршы алдыҡ", - ти Ырымбур ҡалаһындағы“Яйыҡ” башҡорт фольклоры ансамбленә нигеҙ һалыусы, оставкалағы милиция майоры Марат Самат улы Сарбаев.