Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2025, 13:05

Буранғол уҡыусыларының шатлығы сикһеҙ!

Ауыл халҡы исеменән сығыш яһаған хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Хәҙисә Хилалова ҡыуанысын йәшермәне. -Ошондай бүләк өсөн "Салауат" ЯСЙ-һына рәхмәт, бигерәк тә ата-әсәләр ҡыуана. 40 йыл элек төҙөлгән был бина һыуыҡ ине, уны беҙ һәм ошонда йәшәгән балалар яҡшы белә, -тине Хәҙисә Рәйес ҡыҙы. -Хәҙер танырлыҡ түгел. Табип амбулаторияһы яңырҙы, балалар баҡсаһына ла бында урын табылды. Хәҙер клубты ғына йүнәтергә ҡалды.

Буранғол уҡыусыларының шатлығы сикһеҙ!Буранғол уҡыусыларының шатлығы сикһеҙ!
Буранғол уҡыусыларының шатлығы сикһеҙ!

Әбйәлил районының Буранғол ауылында яңы уҡыу йылы ҡыуаныслы ваҡиғаларҙан башланды. Ошо көндәрҙә Буранғол урта мәктәбенә өр-яңы автобус бирелһә, бөгөн "Салауат"ЯСЙ-һы ярҙамы менән ремонтланған мәктәп интернаты тантаналы асылды. Был районда әлеге йәмғиәт тарафынан эшләнгән икенсе социаль проект. Буранғолдарҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, "Салауат" ЯСЙ-һы етәксеһе Таһир Бәхтегәрәев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова килде. Улар Белем көнөнә арналған линейкала уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға яңы уҡыу йылында уңыштар теләне.
Айрат Зиннәт улы инвестор - "Салауат" ЯСЙ-һына һәм ҡыҫҡа ваҡытта иҫке интернат бинаһын яңыртҡан төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
-Беҙ үҙ вәғәҙәбеҙҙе үтәнек: бөгөн интернат бында йәшәйәсәк уҡыусылар өсөн үҙ ишектәрен асты. Беҙҙең компания йәш быуын лайыҡлы шарттарҙа белем алһын өсөн көс һала. Хәҙер интернатта уҡыу, спорт менән шөғөлләнеү, бейеү, төрлө оҫталыҡтарға өйрәнеү өсөн шарттар бар. Балалар тик тырышһындар, бар яҡтан үҫешһендәр, -тине Таһир Тимербай улы буранғолдарҙы тәбрикләп.
Ауыл халҡы исеменән сығыш яһаған хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Хәҙисә Хилалова ҡыуанысын йәшермәне.
-Ошондай бүләк өсөн "Салауат" ЯСЙ-һына рәхмәт, бигерәк тә ата-әсәләр ҡыуана. 40 йыл элек төҙөлгән был бина һыуыҡ ине, уны беҙ һәм ошонда йәшәгән балалар яҡшы белә, -тине Хәҙисә Рәйес ҡыҙы. -Хәҙер танырлыҡ түгел. Табип амбулаторияһы яңырҙы, балалар баҡсаһына ла бында урын табылды. Хәҙер клубты ғына йүнәтергә ҡалды.
Ҡунаҡтар ал таҫманы киҫкәс, тантанала ҡатнашҡан һәр кем танығыһыҙ булып яңырған интернатты ҡарарға ашыҡты. Яҡты, матур бүлмәләр, бөтә уңайлыҡтар, яңы йыһаздар - бында йәшәйәсәк уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең шатлығы сикһеҙ ине. Мәктәп уҡыусылары һәм интернатта йәшәүселәр туҡланған ашхана яңырған, хеҙмәт дәрестәре уҙасаҡ бүлмәләргә ҡыҙҙар өсөн теген машиналары, бешерергә өйрәнеү өсөн плитә, башҡа кәрәк-яраҡ ҡуйылған, малайҙарға төрлө станоктар, эш ҡорамалдары бар. Музей, бейеү бүлмәһе, спорт залына ҡала уҡыусылар көнләшерлек. Яҡшы сифатлы материалдарҙан эшләнгән йыһаз балаларға оҙаҡ хеҙмәт итәсәк. Шундай шәп шарттар өсөн ата-әсәләр йәмғиәт етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Интернатта Шәрип, Мәйгәште ауылдарынан 30-ҙан ашыу бала йәшәйәсәк. Юлдаш ауылынан Ирек Аҡмырҙин улы Альбертты бында бишенсе класҡа алып килгән. "Бында интернат ремонтланыуы хаҡында белеү менән Буранғол мәктәбенә күсерергә булдыҡ. Улым риза, ул спорт менән шөғөлләнә, бында бөтә шарттар булыуы оҡшаны. Ялдарҙа килеп алып ҡайтып йөрөйәсәкмен. Бүлмәләр уңайлы, иркен. Бик шәп", -ти ул.
Ауыл халҡы өсөн тағы бер шәп яңылыҡ -"Салауат" ЯСЙ-һы интернатты капиталь ремонтлай башлағас, уның менән бер бинала урынлашҡан дөйөм табип офисын да йүнәтергә хәл итә. Бөгөн ул да ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Шулай уҡ бында балалар баҡсаһы төркөмө өсөн дә бүлмәләр эшләнеүе кескәй буранғолдар өсөн ҙур шатлыҡ булды.Бында ла өр-яңы йыһаздар, сантехника ҡуйылған. 

Динара Сәфиуллина

 

Буранғол уҡыусыларының шатлығы сикһеҙ!
Буранғол уҡыусыларының шатлығы сикһеҙ!
Буранғол уҡыусыларының шатлығы сикһеҙ!
Буранғол уҡыусыларының шатлығы сикһеҙ!
Буранғол уҡыусыларының шатлығы сикһеҙ!
Буранғол уҡыусыларының шатлығы сикһеҙ!
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас