Шоңҡар
+24 °С
Дождь
Йәмғиәт
4 Сентября 2025, 04:41

Балаға ни өсөн иғтибар кәрәк?

– Ун алты йыл дәүләт эштәрендә яуаплы вазифалар башҡарҙым, барыһы ла яҡшы ине, зарланырлыҡ сәбәп юҡ. Әммә һуң ҡайтам, балаларға иғтибар етмәй.

Балаға ни өсөн иғтибар кәрәк?Балаға ни өсөн иғтибар кәрәк?
Балаға ни өсөн иғтибар кәрәк?

Баҡса сәсеп тә, уны ҡарамаһаҡ, һыу һибеп, ҡыйын утап тормаһаҡ, ниндәй хәлгә килеүе билдәле. Бынан тыш та, эше күп. Шуның һымаҡ, бала табыуын тапҡас, тейешенсә тәрбиәләү, һәләттәрен үҫтерергә тырышыу талап ителә. Ярай, үҫер әле, тип үҙ яйына ҡуйһаҡ, уның күңеленә ниндәй орлоҡ һалыныры, ниндәй уй-хистәр, ҡараштар тыуыры билдәһеҙ.
Тап ошоно аңлап та ике бала ата-әсәһе Альмира менән Рушан Ҡолдәүләтовтар ең һыҙғанып эшкә тотонған. Улар үҫмерҙәргә бар йәһәттән дә ярҙам иткән “Уңышлы балалар мәктәбе” асҡан. Бындай аҙымға ниндәй сәбәп этәргән?
Альмира Рәдиф ҡыҙы менән ошо хаҡта әңгәмәләшәбеҙ.

– Ун алты йыл дәүләт эштәрендә яуаплы вазифалар башҡарҙым, барыһы ла яҡшы ине, зарланырлыҡ сәбәп юҡ. Әммә һуң ҡайтам, балаларға иғтибар етмәй. Ә уларҙың тап үҫешә торған ғына сағы. Ял көндәре генә һүҙ оҫтаһы, актерлыҡ курстарына йөрөтәбеҙ. Ләкин был ғына етмәй, барыһына ла өлгөрөүе ҡыйын. Беҙҙең хәлгә оҡшаш ғаиләләр бик күп икәнлеге билдәле, көнө буйы эштә йөрөгәндәр бер нисек тә балаһына тейешенсә иғтибар бүлә алмай. Ошо хаҡта иптәшем менән оҙаҡ ҡына уйланғандан һуң, үҫеш мәктәбе булдырырға ҡарар иттек. Яңы шөғөлөбөҙ балаларҙың һәләтен үҫтереү менән бәйле булырға тейешлеген ныҡлы аңлай инек. Тиҙҙән телмәр, актерлыҡ һәләтен үҫтереү, финанс белеме биреү буйынса, билде биштән быуып, эш башланыҡ. Йәй буйы лидерлыҡ лагеры ойошторолдо, биш смена булдырылды. Ҡайһы бер балалар өсәр смена йөрөп, бик яҡшы үҙгәрештәргә иреште, рәхәтләнеп ял итте.
– Күҙҙәре телефон экранынан айырылмаған балаларҙың иғтибарын нисек яулайһығыҙ?
– Үҙ эшен яҡшы белгән, үҙ өлкәһендә уңыштарға ирешкән сағыу белгестәрҙе йәлеп иткәнбеҙ. Уларҙы саҡырып, дәрестәр үткәреүҙәрен, балалар менән оҫталыҡтарын уртаҡлашыуын һорайбыҙ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан алып барыусылар, Милли йәштәр театрынан актерҙар килә. Шулай уҡ Өфөлә билдәлелек яулаған финанс белгестәре, стилистар йәлеп иттек. Оҫта коуч һәм психологтар менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Белгестәр балалар менән һәр ваҡыт һөйләшәләр. Ысынында, үҫмерҙәргә аралашыу етмәй. Гаджеттарҙан айырылмайҙар, сөнки атай-әсәйҙең ваҡыты етмәү сәбәпле, иғтибар итеүсе, һүҙ ҡушыусы, хатта хәлдәрен, хис-тойғоларын һорашыусы юҡ. Ә беҙ улар менән ололарса әңгәмә ҡорабыҙ, етешһеҙлек эҙләү, тәнҡитләү, әрләү кеүек мөнәсәбәт күрмәйҙәр. Бала өсөн был бик мөһим. Сөнки, хәҙерге ваҡытта уларҙың тормошонда ла көсөргәнеш, стресс күп.
Бөгөнгө үҫмерҙәрҙең күбеһе тулы ғаилә өлгөһөн күрмәй үҫә. Уларҙың күбеһе үҙҙәренә бикләнеп, ауыр хис-тойғолар солғанышында йәшәй. Был үҙ сиратында агрессия, бер-береңде рәнйетеү, кәмһетеү кеүек ҡылыҡты тыуҙырмай ҡалмай. Бындай балалар менән айырым программа буйынса эшләргә тура килә. Төрлө ғаилә байрамдары ла үткәрәбеҙ. Икенсе төрлө йәшәү, аралашыу өлгөһөн күрһәтергә тырышабыҙ йәш быуынға. Башҡаса әйткәндә, уйҙарын, тормошҡа ҡарашын үҙгәртәбеҙ. Бала уңышлы кеше кеүек фекер йөрөтһөн өсөн бар көстө һалабыҙ.
– Үҫмер менән уртаҡ тел табыуы еңел түгел, барыһына ла ризалыҡ белдереп, ыңғай ғына фекерҙә булмай ул. Был йәһәттән ауырлыҡтар килеп тыумаймы?
– Балаһы менән күберәк үҫешкә ынтылған, һәр яҡлап үҙ өҫтөндә эшләгән, камиллашырға ынтылған ата-әсәләр шөғөлләнә. Беҙҙең аудитория башлыса шундай кешеләрҙең балалары тип ышаныслы әйтер инем. Ололарҙан күрмәксе, үҫмер ҙә үҫешергә, яңы нәмәләр белергә, өйрәнергә тырыша.
Шулай уҡ үҫмергә оло булып күренергә тырышыу хас. Бына ни өсөн биҙәнә, сәсен ниҙәр генә эшләтмәй, кемдер тарта башлай, эсеп тә ҡарай… Уға икенсе юлдар менән үҙеңде оло итеп тоторға мөмкин икәнлеген аңғартырға кәрәк. Социаль яҡтан әүҙемлек күрһәтеп, аң кимәлен, белемде үҫтереп тә ололар кеүек була аласағын аңлатыу, ошоно мейеһенә һеңдереү мотлаҡ. Төрлө уйындар, алымдар аша уны асырға, һәләтен асыҡларға мөмкин. Үҫмерҙе аңлау, хәленә инеү, тиң күреп аралашыу мөһим.
– Ә ниндәй һәләттәр балаға киләсәктә юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә?
– Мәктәптә уҡыу-яҙыу, ҡабатлау, һүҙ юҡ, файҙалы, әммә бәхәсле ваҡиғаларҙа үҙеңде яҡлай белеү, бер нәмәгә ҡарамай маҡсатыңа ынтылыу – тормошта нығыраҡ кәрәк. Етмәһә, бөгөнгө белем биреү системаһы аныҡ фәнде өйрәтеүгә ҡоролған. Ә был артабан һәр ваҡытта ла кәрәк белем түгел. Йәшәү, уңыштарға ирешеү өсөн дөрөҫ итеп аралашыу, үҙ фекерең, ҡарашың булыуы, кешеләр менән уртаҡ тел табыу, аҡса эшләй белеү, финанс яҡтан грамоталылыҡ мөһим.
Балаларҙың лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү киләсәктә ныҡ ярҙам итә. Үҙ-үҙенә ышанысы арта, оялыуҙан туҡтай, яңылыҡтарҙан ҡурҡмай алға бара. Маҡсат ҡуйырға, ваҡытын дөрөҫ бүлергә өйрәнә. Кеше алдында сығыш яһай белгән, харизмалы шәхес булып үҫеп етә.
– Тимәк, үҫмерҙәрҙе уңышлы кешегә хас барлыҡ сифаттарға ла өйрәтергә, был хаҡта күңеленә һалырға кәрәк?
– Эйе, сөнки әленән үк төшөндөрә башламаһаҡ, уңышлы булыу идеяһын күңеленә һалмаһаҡ, быға өйрәтмәһәк, ҡайһы юлдан китере билдәһеҙ. Хыял иткән һөнәренә уҡыған хәлдә лә, үҙеңде кеше алдында тота белеү, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булыу – шул тиклем кәрәкле сифаттар. Йәнә үҙенә хас стилдә кейенгән, аҡса менән эш итә белгән, креатив йәш кеше бер ҡасан да иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ундайҙарға эш тәҡдим итәләр, проекттарҙа хеҙмәттәшлек итергә саҡыралар.
Бындай йәш кеше үҙен ышаныслы тота, көсөнә таяна, бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫын белә. Йөҙөп йөрөп, һайлап эшләй ала. Әлбиттә, ундайҙарға шәхси тормошта ла еңелерәк. Үҙ баһаһын тойған, ҡулында һөнәре, башында белеме булған, сығыш яһай алған үткер, баҫҡан урынында ут сәсрәткән йәш кеше күпкә бәхетле лә. Сөнки уның алдында меңләгән юл, меңләгән мөмкинлек асыла.
– Матур ғаилә өлгөһө күрмәгән, үҙен тейешенсә күрһәтә, кеше алдында тота белмәгән, оялған, ләкин ата-әсәһенең уны ошондай үҫеш мәктәптәренә йөрөтөргә мөмкинлеге булмаған балаларға ни эшләргә кәңәш итер инегеҙ?
– Күберәк китап уҡыһындар, китапханаларға йөрөһөндәр. Мәктәп программаһынан тыш та бик ҡыҙыҡлы әҙәбиәт күп. Нисек телмәрҙе үҫтереү, нисек аралашыу, аҡса тотоу, йыйыу, хатта матур кейенеү хаҡында ла китаптар бихисап. Уҡылғанды кемгәлер һөйләп тә ҡараһындар.
Үҙенә өлгө булырҙай, уңышлы, алдынғы кешеләр менән аралашырға тырышһындар. Танышырға ҡыйыулыҡ табыу ҙа – бер ҙур аҙым.

 

Гөлсинә ЙОСОПОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас