

Сибай ҡалаһының ит комбинатында эшләүем
Сибай ҡалаһына ит эшкәртеү комбинатына юрист булып эшкә урынлаштым. Был өлкәлә проблемалар бик күп булды. Шуны бәйән итеүҙе урынлы булыр, тип уйлайым.
Ул ваҡытта Сибайҙа етештерелгән күп төрлө ит һәм колбасалар сит өлкәләргә, хәрби ҡаласыҡтарға (Челябинск-40), Свердловск, Чита, Магнитогорск һ.б. ҡалаларға оҙатылды. Башҡортостан халҡына, әлбиттә, туналған ҡабырғалар (халыҡ әйтмешләй “рожки и ножки”) ғына һатыуға сығарыла ине. Магнитогорск халҡы Сибайҙан килгән ит, колбасаларҙы сиратта тороп, “Сибайская мясная продукция самая вкусная!” тип көтөп ала торғайнылар, ә ҡайһы бер һатыусылар Башҡортостандан, ғөмүмән, яҡын-тирә райондарҙан (Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы) килеүселәргә “ас башҡорттар” тип мыҫҡыл итеп, колбаса, сосискалар кеүек ризыҡтарҙы һатмай маташа инеләр. Ә Сибай ит комбинаты шул уҡ райондарҙың колхоз-совхоздарында тир түгеп эшләгән башҡорттарҙың мал-тыуарын эшкәртә ине...
Совет осоронда урлашыу бөтөн экономик-иҡтисади системаны ялмап алғайны. Эштән ҡайтыусылар – ҡулына, ҡуйынына берәй деталь, ә ит комбинатында колбаса ҡыҫтырып ҡайталар ине (“несундар”). Ит комбинатынан ҡайтып барыусыларҙы милиция хеҙмәткәрҙәре тентеп, ҡыҫтырып алған колбасаларҙы конфискациялайҙар ине. Әгәр шул уҡ продукция иркен һатылһа, күптәр бындай мәсхәрәгә ҡалмаҫтар ине.
“Несундар” тураһында шул ваҡытта халыҡ араһында көләмәс (анекдот) йөрөнө. Социализм илендә йәшәгән кеше капиталистик илгә сығып заводҡа эшкә төшкән һәм көн дә ғәҙәт буйынса бер деталде урлап алып сыға икән. Урындағы эшләүселәр мастерға: “Ни өсөн һеҙ уның урлашыуын тыймайһығыҙ?” – тигәндәр. Мастер: “У него пережиток социализма, скоро пройдет”, – тигән.
Совет пропагандаһы урлашыу, эскелек, дин тотоу һ.б. күренештәрҙе “пережиток капитализма” тип атай ине.
Шул уҡ ваҡытта Совет осоронда вагондарҙағы продукцияларҙы йөҙәр меңләп урлайҙар ине. Мин Сибай комбинатында юрист-консультант булып эшләй башлағас, 200–300, хатта 500 меңлек ит продукциялары етмәй ебәрелгән, тигән дәғүәләрҙе күреп, иҫем китте. Ярты ставкаға мине Сибайҙың май заводына саҡырҙылар. Уларҙа ла шундай уҡ проблемалар ине... Мин иң тәүҙә комбинатта етештерелгән продукцияны тейәгәндә урлашаларҙыр, тип уйланым, һәм шул процесты ентекләп, һәр аҙымды тикшереп сыҡтым. Йөк ташыусыларҙың, склад хужаларының продукцияны тейәгән ваҡытта урлашыу мөмкинлеге булмауына инандым. Бөтөн продукция вагонға теүәл тейәтелеп, пломба ҡуйылып, һатып алыусыға ебәрелә. Бөтөн булған закондарға, инструкцияларға таянып, Сибай типографияһында “Контрольная отгрузка” тигән бланкылар баҫтырып сығарттым һәм ҡала милицияһынан ОБХСС (отдел по борьбе с хищениями социалистической собственности) вәкиле ҡатнашлығында продукцияларҙы тәғәйенләнгән урындарға ебәрә башланыҡ. Дәғүәләрҙең килеүе туҡтаны. Элеккеләре лә Арбитраж суд аша ыңғай хәл ителде.
Май заводында ла шундай уҡ ысул менән продукцияны һатып алыусыларға ебәрә башлағас, урлашыуҙар туҡтаны. Директоры Фәйзуллин Вәкил Сафый улы яҡын дуҫыма әйләнде.
Ул ваҡытта юрисконсульттың эш хаҡы бик түбән булды, ни бары 120–140 һум. Директор Сергей Иванович Васильев һәр ваҡыт: “Эх, Зуфар Иргалиевич, будь моя воля или собственность, я бы выписал вам половину из тех сотен тысяч рублей, которые вы вернули комбинату, а не жалкие 20–30 рублей, которые по существующему положению я могу тебе премировать”. Ғөмүмән, ул ваҡытта хосуси милек булманы. Дәүләт аҡсаһы бер “кеҫәнән” икенсе “кеҫәгә” генә күсте.
Советтар Союзындағы урлашыу темаһына ҡағылғас, шул осорҙағы параллель иҡтисад (теневая экономика) эшмәкәрлеген дә күҙ уңайынан сығарыу яҙыҡ булыр ине. Әлбиттә, хәҙерге ортодокс коммунистар һәм совет ысынбарлығын белеп, аңлап етмәгән ҡайһы берәүҙәр уны иңҡар итәләр. Был күренеш миңә следователь булып эшләгән ваҡыттан билдәле. Ғөмүмән, параллель иҡтисад совет власының тәүге йылдарында уҡ формалашты һәм яңы иҡтисади сәйәсәт (НЭП) осоронда сәскә атты. Билдәле совет яҙыусылары Ильф һәм Петровтың “Алтын быҙау” (“Золотой теленок”) исемле әҫәрендә бушҡа ғына совет миллионеры Корейко образы барлыҡҡа килмәй. Уның прототиптарының күптәре Сталин осоронда репрессияға эләгәләр. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда “корейколар” илдәге буталсыҡтан, дефициттан файҙаланып, “подпольный цех”тар ойошторҙолар. Уларҙы “цеховиктар”, тип йөрөттөләр. Шул уҡ ваҡытта Совет армияһы Германияны баҫып алғас, беҙҙең илдең полководецтары-еңеүселәре Германиянан эшелонлап үҙҙәренә мөлкәт алып сығарыу ғәҙәти хәлгә әүерелә. Улар тураһында хәҙерге интернет заманында мәғлүмәттәр етерлек. Римляндар әйтмешләй: “Еңеүселәргә хөкөм юҡ” (лат. “Non iudicatus winners”). Коррупция, урлашыу совет власының иң юғары эшелондарын да ситтән үтмәне. Ләкин ундай кешеләр совет системаһының айырым кастаһын тәшкил иттеләр һәм сәйәси яҡтан ышанмаусанлыҡ тыуған хәлдә генә ил башлығы рөхсәте менән яуапҡа тарттырылдылар, йә булмаһа, иң юғары власть өсөн көрәш ваҡытында үҙҙәренең вазифаларынан бушатылдылар. 1960 йылдарҙа юғары власть өсөн Л. И. Брежнев Н. С. Хрущевҡа ҡаршы көрәш башлағас, Хрущевтың иң яҡын һәм тоғро хеҙмәттәштәрен сафтан сығарыуға йүнәлтелгән “сәйәси уйындар” башлана. Беренсе булып армия генералы ГРУ (Главное разведовательное управление) етәксеһе Серов Иван Александрович 1963 йылдың 12 апрелендә үҙ вазифаһынан бушатылып, Советтар Союзы Геройы исеменән мәхрүм ителеп, генерал-майор дәрәжәһендә Төркөстан хәрби округына күсерелә. Төп сәбәптәрҙең береһе – һуғыштан һуң бик күп трофейҙарҙы үҙләштереү.
Был йәһәттән шулай уҡ Н. С. Хрущевтан һуң партия иерархияһында икенсе урынды биләгән ЦК КПСС-тың секретары һәм Президиум ағзаһы Фрол Роман улы Козловтың яҙмышы ғибәрәт. Ленинград өлкәһенең “оптово-торговая база”ның директоры Георгий Петр улы Зуйков иң яҡын әшнәһе була һәм уның барлыҡ урлашыуҙарын баҫырып килә. 1962 йылдың 10 июлендә Зуйков ҡулға алына. Тентеү ваҡытында дөйөм ауырлығы 12 килограмдан артыҡ булған батша осороноң төрлө дәрәжәле 1616 алтын тәңкәләре, 200 алтын америка долларҙары; 5160 ҡағыҙ америка долларҙары, 11 алтын ҡойолма, шулай уҡ Швейцария банктарынан ҡойолмалар, 5 алтын пластина, завод етештергән 3 рулон алтын фольга һәм башҡа төрлө алтын әйберҙәр – революцияға тиклемге алтын өҫтәл миҙалы, гәүһәр менән биҙәлгән 4 брошка һәм беләҙек (дөйөм ауырлығы 3 кг тирәһе), 61.85 каратлы 16 айырым гәүһәрҙәр һәм ынйы теҙелгән еп табыла. Байлыҡтарҙың күбеһен ул Волковский зыяратында ерләнгән ҡыҙының ҡәберендә йәшерә. 1963 йылдың 24 июнендә Зуйков атырға хөкөм ителә. Хөкөм үтәлә. Козлов бөтә биләгән вазифаларҙан бушатыла, уның урынына Л. И. Брежнев КПСС-тың икенсе секретары итеп тәғәйенләнә.
Советтар Союзында дәүләт милкен урлашыу темаһына ҡағылып, “Московский комсомолец” гәзите түбәндәгеләрҙе яҙа: «Возникает вопрос: почему же советская власть не пресекла это тотальное воровство? Да все очень просто: для того чтобы остановить массовое воровство, нужно было сажать всех, кто ворует. Но если в отдельных областях счет только пойманных с поличным «несунов» шел на десятки тысяч, то в масштабах всей страны это были уже миллионы. Для них понадобился бы новый ГУЛАГ. Управлявшие страной геронтократы из Центрального Комитета Коммунистической партии СССР не решились пойти на такое. Массовое воровство продолжалось, и, по оценкам Госплана СССР, расхищалось до 40% ВВП! Вдумайтесь: почти половину разворовывали! Тотальное воровство наряду с бесхозяйственностью и неэффективностью социалистического способа производства привели в конечном итоге к развалу экономики и распаду СССР.
Поклонники СССР начинают истерить: мол, воровали не все. Да, не все. Были те, кто не воровал принципиально, но таких были единицы, просто доли процента, которые вообще не влияли на общую картину. Могли не воровать те, кому просто нечего было взять на своей работе. Но таких тоже было немного. В качестве примера часто приводят учителей — мол, им нечего было взять, кроме мела. Да, но учителя с удовольствием принимали подношения от родителей учеников, которым нужно было «подтянуть отметки». Это тоже было своеобразное воровство, просто в иной форме. Собственно, весь СССР к восьмидесятым годам прогнил — и экономически, и идеологически. Поэтому и развалился.
Но есть и еще одно серьезное последствие тотального воровства: оно приводило к моральной и нравственной деградации советских людей. Менялся менталитет: воровство на предприятии не считалось преступлением и даже пороком, и практически стало нормой! Сформировался новый тип людей — homo sovetikus. Эти люди приспособились к уродливой советской системе и очень успешно паразитировали на ней. Вот они сегодня и ностальгируют по той «райской жизни», рассказывая детям и внукам о том, «как хорошо жилось в Советском Союзе».
Брежнев осоронда урлашыу һәм ришүәтселек юғары власть даирәләрендә генә киң ҡолас алыу түгел, ғөмүмән, дәүләттең һәм совет йәмғиәтенең һыҙатына әйләнеп, уның асылын һүрәтләне. Миҫал өсөн, СССР Балыҡсылыҡ хужалығы министры (Министерство рыболовного хозяйства СССР) А. А. Ишковтың илдә иң ҙур енәйәт ойошмаһы төҙөүен иҫкә төшөрөү ҙә етә. Ил хужаһы Л. И. Брежневтың әшнәһе булараҡ, 1979 йыл уны яуапҡа тарттырып торманылар, ә почетлы хаҡлы ялға оҙатырға мәжбүр булдылар, ә уның урынбаҫарын һәм енәйәт ойошманың башҡа ағзаларын үлем язаһына хөкөм иттеләр. 1980 йылдарҙа балиғ булған быуын “узбекское дело”, йә “хлопковое дело” тип аталған енәйәт эшен хәтерләйҙер. Шул ваҡыттарҙа Л. И. Брежнев Үзбәкстанда эш сәфәре менән булғанда, уның хужаһы Рәшидов илде аҡ алтын мамыҡ менән тәьмин итеү өсөн, самаһыҙ күп йөкләмә алды. Ул ваҡытта барлыҡ Мәскәү гәзиттәре маҡтау һүҙҙәре менән Үзбәкстанды күмделәр, ә хужаһы тағы ла бер “Хеҙмәт Геройы” миҙалы менән наградланды. 1990–1991 йылдарҙа Мәскәүҙә Үзбәкстандың тулы хоҡуҡлы вәкилдәре менән осрашырға тура килде, дуҫтарса аралаштыҡ. Уларҙың һөйләүенсә, Мәскәүҙән мамыҡты ниндәй күләмдә йыйыу тураһында план-задание йылдан-йыл арттырылып, тәбиғәттең, ерҙең мөмкинлектәрен иҫкә алмайынса, төшөргәндәр. Ул осорҙа планды үтәү, законды үтәгән һымаҡ ҡәтғи булды. “План – закон” тигән төшөнсә хакимлыҡ итте, шуға күрә лә планды үтәйбеҙ тип, хужалыҡтар, өлкәләр һәм, ғөмүмән, бөтә республика мәжбүри “припискалар” менән мәшғүл булғандар. Шул “үтәлгән” планға аҡса ла бүленгән. Булмаған, йыйылмаған мамыҡҡа аҡса алыу – ул енәйәт. Был енәйәтселектең төп нигеҙендә юлбашсылыҡҡа, йәғни Мәскәүҙә ултырған ил хужаһына, табыныу принцибына ҡоролған административ-командалыҡ системаһы ятты.
С. И. Васильев Сибай ҡала советының башҡарма комитетында ултырыш ваҡытында беҙҙең ит комбинатында нисек проблемаларҙы хәл итеү тураһында һөйләгән һәм минең исемде телгә алған. Башҡарма комитеты рәйесе А. П. Огарков мине торлаҡ-коммуналь идаралыҡтың торлаҡты иҫәпләү һәм бүлеү бүлегенә етәксе вазифаһына эшкә саҡырҙы. “Вы опытный юрист, надеюсь, все будет законно, здесь уж порядок наведете”, тине. Шулай итеп, Сибай ҡала советында эш башланым.
Сергей Иванович Васильев – урыҫлашҡан сыуаш халҡының лайыҡлы улы ине. Мин ҡала советының башҡарма комитетына эшкә китергә булғас, эй, туҙынды. “Вот мы подготовили хорошего кадра – юриста, а они его от нас забирают! Женись на начальнике колбасного цеха и вам сразу трехкомнатную квартиру дадим”, – тине. Ысынтап та, колбаса цехын бик аҡыллы һәм оҫта белгес, Йылайыр районында тыуып үҫкән ҡыҙ етәкләй ине. Уның етәкселегендә Сибайҙа әҙерләнгән колбасалар сифат билдәһенә өлгәштеләр, ләкин минең пландар – Совет системаһында эшләп, үҙ көсөмдө һынап ҡарау ине.
Сибай ҡала советының
башҡарма комитетында хеҙмәтем
Бөтөн ҡала советының башҡарма комитетында эшләгән башҡорттарҙы бармаҡ менән һанарлыҡ ине. Аппаратта тик урыҫтар ғына эшләне. Ябай кейенеп йомош менән килгән башҡорттарҙы индермәй, тәкәббер ҡарап, ишектән үк бороп ебәрәләр ине.
Минең алда ике ҙур мәсьәлә тора ине. Беренсеһе – ул ваҡытта закон буйынса ҡабул ителгән торлаҡтың 2% һуғыш инвалидтарына һәм яуҙа һәләк булғандарҙың ғаиләләренә тәғәйенләнергә тейеш булды. Сибай ҡалаһында ундай халыҡ күп кенә ине, ләкин күптәр ваҡытында фатир ала алмай интеккәндәр. Шул арҡала элекке ҡала башҡарма комитеты рәйесе Силаевты, торлаҡ-коммуналь хужалығы начальнигы Березинды вазифаларынан бушатып, яуаплылыҡҡа тарттырмайынса икенсе эшкә күсергәндәр ине.
Барыһын да тергеҙеү буйынса ҙур эш башҡарылды. Ғөмүмән, военкоматтан ирҙәре һуғышта һәләк булған тол ҡатындарҙың (әбейҙәрҙең) исемлеген алып, үҙемдең следователь һөнәрен иҫкә төшөрөп, барыһын да эҙләп таптым. Күптәре ер өйҙә (землянка) Ҡамышлы, Алтын, 34 ҡасабаларында йәшәйҙәр. Беҙҙең башҡорттоң йыуашлығына күңелем бик ныҡ әрнене, сөнки килмешәктәр үҙҙәренә тейеш булмағанды умырып алалар... Өйҙәр күп төҙөлдө, шуға күрә ике йыл эсендә барыһына ла фатир биреп бөттөм. Йома һайын әбейҙәр килеп доғаларын уҡып, миңә фатихаларын биреп китәләр. Люба исемле секретарь (егеттәр менән шаяртып “Мөхәббәт” тип исем ҡуштыҡ) тик йылмайып ҡына ултыра ине. Мин аспирантураға киткәс, башҡорт егетенә кейәүгә сығып, башҡорт телен үҙләштереп, әлеге көндә бик матур донъя көтәләр.
Күңелемдә бер эпизод уйылып ҡалды. Ғинуар айының бер көнөндә миңә фронтовик ағай килде. Инвалид. Бер аяғы юҡ. Күп йылдар буйына фатир бирмәй ыҙалатҡандар.
“Олатай, март айында яңы йорт тапшырыла, мин һиңә ике бүлмәле, икенсе ҡаттан иң яҡшы фатир бирермен”, – тинем. “Улым, мине бит Өфөгә больницаға һалалар, санаторийға ебәрәләр (санаторийға путевка алыу еңел булмай торғайны), барайым микән, юҡ микән, тағы ла фатирһыҙ ҡалһам, бик ҡыйын булыр”, – тине. “Олатай, барығыҙ, ял итегеҙ, һеҙгә фатир буласаҡ”.
Март айы, мин уның әбейе менән бергә ике бүлмәле фатир һайлап, дуҫ егеттәрҙе ярҙамға саҡырып, күсерешеп, уның ҡайтыуына вокзалға машина ебәртеп, өйөнә алып барып ҡуйҙым. Ҡыуанысынан ул хатта илап ебәрҙе, миңә рәхмәтен белдереп, 200 һум аҡса һондо. Хистәрҙән күңел тулышып, күҙҙәргә йәштәр эркелде. “Олатай, һеҙгә күптән фатир бирергә тейештәр ине”, – тинем.
Минең әсәйемде, кем икәнен белеп, таный башлағас, Зөфәрҙең әсәһе, тип ныҡ хөрмәт иттеләр, Сибайға килгән һайын һәр кем ҡунаҡ итергә тырышты.
Сибайҙа ҡала советында эшләгәндә, миңә яңы йорттан бер бүлмәле фатир бирҙеләр. Шул ваҡытта өйләнергә тигән ҡарар ҡабул иттем, сөнки миңә 30 йәш тула ине. Ғәйзулла ҡартатайым 30 йәштә өйләнгән, мин дә шул йәштә өйләнәм тигән маҡсатым бар ине. Быға ирешеү бик ауыр булманы. Бер йылдан улыбыҙ Арсен тыуҙы.
Ғөмүмән, киләсәк яҙмышымды Сибай ҡалаһында ҡалып эшләргә ниәтләгән инем, ләкин донъя икенсегә боролдо, пландар тормошҡа ашмай ҡалды.
Икенсе ҙур мәсьәлә – Сибай ҡалаһында төҙөлөш менән бәйле ине. Билдәле булыуынса, 1948 йылдың 25 мартында СССР Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә Башҡорт еҙ-көкөрт (Башкирский медно-серный комбинат) комбинатына нигеҙ һалына. Шул йылда Сибайҙа 7 мең кеше йәшәһә, 1955 йыл 20 меңгә тиклем етә. РСФСР-ҙың Юғары Совет Президиумы указы нигеҙендә Сибай ҡасабаһы республика кимәлендәге ҡала статусына эйә була. Комбинат эшселәре өсөн барактар төҙөлә. Хәҙерге быуын ундай йорттарҙа кешеләр йәшәгәнен күҙ алдына ла килтерә алмай. Оҙон коридорлы йорт һәм ике яҡтан 13–15 м2 бүлмәләр теҙелеп китә. Ул бүлмәлә йоҡлайҙар ҙа, аш та бешерәләр, бала ла ҡарайҙар. Һыуҙы урамдан колонканан ташыйһың. Бәҙрәф тышта. Барактар булған ҡаласыҡты 1-се участка, тип йөрөттөләр. 60-сы йылдарҙа, илдең хужаһы Н. С. Хрущев булғанда, бөтә коммуналь уңайлыҡтары булған 5-әр ҡатлы йорттар һалына башланы. Бүлмәләр 15–17 м2 булһа ла, баракта йәшәгән кеше өсөн ундай йортҡа күсеү бик ҙур ҡыуаныс булды. Ундай бәләкәй, тар квартираларҙы совет халҡы “хрущевка”, тип атаны. Эш барышында тырыш хеҙмәт өсөн ыңғай баһаланғандар сират нигеҙендә күсерелә барҙы. 70-се йылдарҙа барактарҙа күпселек халыҡ тәртип боҙоусылар, енәйәт ҡылыусылар тәшкил итте. Башҡорт АССР-ның Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә барактарҙа йәшәгәндәрҙе бөтә уңайлыҡтары булған йорттарға күсереү программаһы ҡабул ителде. Уны ғәмәлгә ашырыуҙы миңә йөкмәттеләр. Шуға күрә бөтәһен дә яңы йорттарға күсереү маҡсаты тора ине минең алда.
1-се участка, ғөмүмән, үҫешкән енәйәтселек менән дан тотто, хатта көндөҙ ҙә унда барыуы ҡурҡыныс ине. Өс йыл дауамында шуның менән мәшғүл булдым, бушаған барактарҙы емертеп, уның урынына балалар аҙығы етештереүсе һөт-консерва комбинаты төҙөнөләр. Маҡсатыма ирештем – ундағы халыҡты яңы һәм бушатылған (вторичное) йорттарға күсерҙем. Улар араһында, әлбиттә, төрмәлә ултырып сыҡҡандар, рецидивистар һ.б. бар ине. Тәүге осор мине ҡурҡытырға ла маташтылар, ләкин следователь булып эшләү тәжрибәһе һөҙөмтәһендә тиҙ арала “уртаҡ” тел таптым. Эште еренә еткереп үтәнем, был хаҡта хөкүмәткә рапорт та ебәрелде. Мин бик шат булдым, бәлки, киләсәктә совет органдарында эшләрмен тигән уйҙар менән дәртләнеп йәшәй башланым.
Сибай ҡалаһының хужаһы, ҡала хакимиәтенең беренсе секретары, Әхмәровты Өфөгә күсереп, беренсе секретарь итеп Ғүмәров тигән кешене ҡуйҙылар. Мин Сибай ҡала Советы башҡарма комитеты Александр Павлович Огарков менән туранан-тура уның етәкселеге аҫтында эшләнем. Мине эшкә алғанда ул шулай тине: “Зуфар, последнее слово всегда будет за Вами, поскольку Вы работали следователем, на Вас не буду давить!” “Александр Павлович, я только в рамках закона буду работать, только при таком условии я приду на эту должность!” – тинем. Был вазифала эшләү бик хәүефле ине, сөнки йорттар бүлеп биреү ябай эш түгел, бер генә хата – һин төрмәлә. Шуға күрә һәр бер төҙөлгән йорттоң, тапшырылған фатирҙарҙың документтарын айырым папкаға туплап, тегеп, мисәт менән нығытып, опись эшләп барҙым. Быларҙың барыһы ла шул маҡсаттан эшләнде – әгәр ҙә тикшереү ваҡытында яла яғырға тырышыусылар фальсификация менән шөғөлләнеп, кәрәкле документтарҙы юҡ итһәләр, үҙеңдең ғәйепһеҙлегеңде иҫбатлау ауырға төшөр ине.
Бер ваҡыт Ғүмәров Огарков менән икәүләп Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында ҡунаҡта булғанда, һәйбәт итеп байрам иткәндәр, күңел асыу икеһенең араһында һуғыш менән тамамланып ҡуйған. Шунан һуң Ғүмәров мине саҡыртып алды ла, Огарковты “надо кончать”, тине. “Һин, ҡустым, миңә компромат бир. Ниндәй квартирҙы по блату биргән”, – тине. “Мин бөтә фатирҙарҙы фәҡәт законлы рәүештә генә бирҙем, әгәр хата китһә, иң тәүҙә мине ултыртырға тейешһегеҙ”, – тинем. “Нужно найти! Какую квартиру дали с нарушением?” “Иң тәүҙә һеҙ мине ултыртырға тейешһегеҙ!” “Ах, ты, сволочь! И тебя посадим!” – тине Ғүмәров.
Ошо һөйләшеүҙән һуң миңә тикшереү менән Сибайҙың прокуроры Низаметдинов килде. Ике-өс ай тикшергәндән һуң, бер нәмә таба алмағас, судьялар Зуев һәм Арыҫланов та, тикшерергә хоҡуҡтары булмаһа ла, килделәр. Шулай итеп, һигеҙ ай дауамында барҙы был тикшереүҙәр, “прессинг”. Партияның ҡала комитетында эшләгән таныштар миңә Ғүмәров яҡлы булырға кәңәш итте, сөнки уларҙың фекеренсә, Огарковтың “карьераһы бөткән”, уның киләсәге өмөтһөҙ. Уны фашлаған документтарҙы бирһәң, үҙеңә яҡшы буласаҡ, тип “дуҫтарса” кәңәштәре менән минең кабинетты тапанылар... Ниһайәт, бер көндө Башҡортостан Республикаһы юстиция министры урынбаҫары Харьков Вениамин Павлович үҙе килде. Ун көн тәмәке тарта-тарта тикшерҙе, тикшереп бөткәс: “Зуфар, почему на тебя бочку катят? Тут идеальный порядок. Тебя надо к ордену представить, и провести республиканский семинар по ведению дел. Я приеду и доложу Шакирову (партия обкомының беренсе секретары), что тут такой “орел” сидит Еникеев!” – тине.
Миңә Сибай ҡала Советы депутаттарының башҡарма комитетында эшләү оҡшай ине, сөнки үҙеңдең хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күреп булды. Миңә торлаҡ төҙөү һәм уларҙы законға таянып ғәҙел бүлеп биреү вазифалары йөкмәтелгәйне. Хәҙерге заманда халыҡ араһында Совет заманында фатир бушлай бирелде, тигән фекер йөрөй. Ләкин ул совет мифтарының береһе, сөнки фатир, йорттар төҙөргә аҡса кәрәк. Аҡсаны ҡайҙан алдылар ҙа кем бирҙе һуң? Америка миллиардерҙарымы? Әлбиттә, совет хеҙмәтсәндәре үҙ аҡсаһына һатып алдылар. Уның механизмын аңлау өсөн бер аҙ ғына экономиканың нескәлектәренә сәйәхәт итәйек.
Ул тулыһынса К. Маркстың “Капитал” тигән бөтөн донъяға билдәле булған фундаменталь хеҙмәтендә күрһәтелгән. Схематик рәүештә ҡайҙан аҡса хасил булғанын түбәндәгесә күрһәтергә мөмкин. Мәҫәлән, эшсе бер сменала, йәғни 8 сәғәттә 100 деталь эшләй икән, һатыуҙа уның хаҡы 10 һум. Һәммәһе 1000 һумлыҡ тауар. Шуның 1/10 өлөшө (100 һум) уның эш хаҡына китһә, 500 һумы дәүләткә һалым формаһында күсерелһә, ҡалғаны заводҡа сығымдарҙы ҡаплауға, эшселәргә сыҡҡан сығымды йорттар, санаторий, стадиондар, мәҙәниәт һарайҙары төҙөргә, путевкалар һатып алырға һ.б.
Сибайҙың “тотҡаһы” Башҡорт еҙ-көкөрт комбинаты (БМСК) булды. Уның етештергән продукцияһы күберәк сит илдәргә китеп торҙо һәм уның өсөн комбинат миллионлаған доллар килем алды. Уның күләме дәүләт сере булып торҙо. Шул килемдәрҙең бер өлөшө Сибай эшселәренә йорт төҙөүгә бүленә ине. Төҙөлгән фатирҙарҙың 10% ҡала советының башҡарма комитеты ҡарамағына: табиптарға, уҡытыусыларға, милиция, прокуратура, совет, партия хеҙмәткәрҙәренә бүленә; 2% һуғыш ветерандары, инвалидтарға, һуғышта һәләк булғандарҙың ғаиләһенә бирелә ине. Ҡалғанын сират буйынса эшселәр алды.
Мин был эшкә килгәндә, торлаҡ алыу буйынса сиратта тәртип юҡ ине. Закон буйынса сиратты предприятие администрацияһы профсоюз менән бергә төҙөй ине. Фатирҙарҙы предприятие биргән исемлек буйынса ҡала советының башҡарма комитеты раҫлай һәм мин етәкләгән бүлек ордер яҙып бирә ине. Һәр предприятиенан өс йыл рәттән төҙөлгән сират исемлеген һоратып алып, һәр бер йылдыҡын тикшереп, сағыштырып сыҡтым. Әгәр ҙә кемдер алға йә артҡа списокта күскәнен күрһәм, профком әһелдәрен саҡыртып, аңлатма алдым, сөнки совет законы нигеҙендә кем “прогул” ебәргән, айнытҡысҡа эләккән, шулар ғына профсоюз һәм администрацияның берҙәм ҡарары менән бер-ике баҫҡыс аҫҡа төштөләр.
Шулай итеп, Сибай ҡалаһында торлаҡты ғәҙел һәм фәҡәт закон нигеҙендә бүлеүҙе юлға һалдым. Сибай ҙур ҡала түгел. Барыһы ла бер-береһен белә. Бер аҙ эшләгәс, бар халыҡ мине таный һәм ихтирам итә башланы.
Әлбиттә, йәшәргә яраҡһыҙ барактарҙан кешеләрҙе уңайлыҡтары булған йорттарға күсереү, һуғыш инвалидтарына һәм һуғышта һәләк булып ҡалғандарҙың ғаиләһенә квартиралар бүлеү, тәртипкә һалыу, шулай уҡ кооператив торлаҡты төҙөүҙе йәнләндереп ебәреү һәм рәткә һалыу – былар барыһы ла һүҙҙә түгел, ә ысынбарлыҡҡа халыҡтың файҙаһына, мәнфәғәтенә башҡарылған эштәр булды. Киләсәктә лә ошо йүнәлештә эшләргә уйҙарым бар ине, ләкин район, ҡала кимәлендә нисек кенә лә тырышып эшләһәң дә, Өфөнән КПСС-тың Өлкә комитеттың Беренсе секретары “назначать” итеп ҡуйған район йә ҡала “хужаһы” беренсе секретарына буйһоноп, ҡол кимәленә ҡалып, эшләмәһәң һәм йәшәмәһәң, һине юҡҡа сығарырҙарын көт тә тор. Прокуратура һәм Совет системаһында эшләү тәжрибәһе мине шундай һығымтаға килтерҙе. Халҡыма фән өлкәһендә хеҙмәт итергә ниәт мине аспирантураға йүнәлтте.
Юстиция министры урынбаҫары В. П. Харьков киткәндең икенсе көнөнә үк, А. П. Огарковтың рөхсәте менән, Сибай ҡалаһы граждандар оборонаһы начальнигы ярҙамсыһы булып эшкә төштөм һәм бер йыл эсендә инглиз телен өйрәнеп, кандидатлыҡ минимумын тапшырҙым. Бер үк ваҡытта профтехучилищеға кистәрен йөрөп, электрогазосварщик һөнәрен үҙләштерҙем, сөнки аспиранттарҙың стипендияһы 100 генә һум ине. Ул ваҡытта инде өйләнгән булыуыма күрә, ғаиләне ҡарарға тейеш инем.
Эшсе һөнәре аспирантурала уҡығанда ныҡ ярҙам итте. Свердловск өлкәһенә беҙ, йәш ғалимдар барып, ауыл хужалығы өсөн төрлө объекттар төҙөп, былай кеше бер йыл эшләгән аҡсаны ай ярым, ике ай эсендә эшләй инек. Ҡышын, яҙлы-көҙлө диссертация яҙҙым.
Аспирантурала уҡыуым
Свердловск ҡалаһына китеп, аспирантураға уҡырға индем. Унда барғас, профессор Забелишинский миңә Өфөгә ҡайтып, яңы ғына хоҡуҡ буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған Раянов менән һөйләшергә кәңәш итте. Уның менән һөйләшкәс, яйлап имтихандарға әҙерләнә башланым. Аспирантураға инеү өсөн, әлбиттә, инглиз телен белеү мөһим ине. Хәләл ефетем Фәрзәнә менән, ул сит телдәр факультетын тамамлаған, бер йыл буйына әҙерләндек. Бер аҙнала 5-се класс программаһын, икенсе аҙнала 6-сы класс һ.б. АҠШ-тан MБA (межбиблиотечный абонемент) линияһы буйынса “Национальная политика по охране окружающей среды” китабын яҙҙыртып алып, икәүләп тәржемә иттек. Һөҙөмтәлә, юридик текстарҙы тулыһынса өйрәндем, тип әйтһәм дә хата булмаҫ. Имтиханды “дүртле”гә бирҙем.
Шулай итеп, 1985 йыл кандидат минимумын уңышлы тапшырып, аспирантураның көндөҙгө бүлегенә уҡырға индем.
Ул ваҡытта аспирантураға уҡырға инеү бик ҡатмарлы булды, сөнки уҡып бөткәс, юғары уҡыу йорто киләсәктә һине эшкә урынлаштырыуҙа гарантия бирергә тейеш ине, ә университеттың юридик факультетында вакансиялар юҡ. Өфөнөң бөтә юғары уҡыу йорттарын йөрөп сыҡтым, ләкин ректорҙарҙың береһе лә миңә гарантия бирмәне, дөрөҫөн әйткәндә, теләмәне. Күңел төшөп, “Ағиҙел” ҡунаҡханаһы туҡталышында аэропортҡа китергә торғанда, ҡаршылағы сәнғәт институтына күҙ һалдым һәм “ятып ҡалғансы, атып ҡал” тигән ниәт менән унда ла инергә булдым. Бәхетемә күрә, Заһир ағай Исмәғилев үҙендә ине һәм шунда уҡ ҡабул итте. Хәлемде аңлатып биргәс: “Һай, ҡустым, булдырабыҙ беҙ уны!” – тип шунда уҡ кафедра мөдире Зиннур ағай Нурғәлинде саҡыртып алды ла кәрәкле документтарҙы әҙерләп бирергә ҡушты. Мин сәнғәт институты гарантияһы буйынса аспирант булып уҡырға индем.
Заһир ағай Исмәғилевкә ҙур рәхмәтлемен, ул ысын мәғәнәһендә бөйөк шәхес. Һәйкәле эргәһенән үткәндә, һәр саҡ йәне йәннәттә булһын, тип изге теләктәремде теләйем...
Өс кешелек бүлмәлә миңә, дүртенсе кешегә, ишек эргәһендә урын бирҙеләр. Карауат юҡ, Сибайҙан йыйылмалы карауат (раскладушка), бәләкәй генә өҫтәл килтерҙем. Минән башҡа бүлмәлә тағы өс егет йәшәй. Ишек төбөндә ятып диссертация яҙырға тотондом.
Бындай шарттарҙа йәшәүе ауырға тура килде, сөнки следователь булып эшләй башлағандан айырым фатирым булды, Сибайҙа ла бик яҡшы квартирам бар ине, ләкин бер йыл шулай ыҙалап йәшәгәндән һуң, ике кешелек бүлмә бирҙеләр.
Аспирантурала уҡығанда үҙемә шундай маҡсат ҡуйҙым – бер минутты ла сарыф итмәй файҙалы үткәрергә.
Эскелек менән мауыҡманым, йога менән шөғөлләндем. Иртәнге сәғәт етелә уянам, йога, физик күнекмәләр эшләйем, бер сәғәт диссертация яҙам, унан һуң – иртәнге сәй. 10–15 минут ял иткәс, тағы ла диссертацияға тотонам. Ял минуттарында йога менән шөғөлләнәм, шулай төш етә. Төшкө аштан һуң ике сәғәт Өфө буйлап йөрөп киләм, кәмендә 10–15 саҡрым юл үтәм, йә булмаһа “Динамо” стадионында йүгерәм. Ҡайтҡас, тағы ла диссертация өҫтөндә эшемде дауам итәм, сәғәт 11 тулһа, йоҡларға ята инем. Һәр көнөм шулай яҙылған ине. Хатта аспирантурала уҡығанда, бер бүлмәлә йәшәгән иптәш егет Хажипов Рафиҡтың туйы булғанда, бер-ике сәғәткә барҙым да, кискә табан ҡайтып, 9-ҙа диссертация яҙып ултыра инем.
Бер йылда диссертациямды әҙерләп бирҙем, икенсе йыл төҙәтеүҙәр, тултырыуҙар өҫтөндә эшләп, өсөнсө йыл Мәскәүҙә Советтар Союзы Фәндәр Академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институтында яҡлауға ҡуйҙылар.
1985 йыл – үҙгәртеп ҡороу (перестройка) осоро ине. Ул ваҡытты ихлас ҡабул иттем, сөнки илебеҙгә үҙгәрештәр кәрәк ине. Горбачевтың һәр сығышын беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә икән, тип радио, телевидение, баҫмалар аша күҙәтеп, анализлап, КПСС тарафынан ҡабул ителгән төрлө ҡарарҙарҙы ентекләп уҡып барҙым.
1989 йыл илдә Советтар Союзы халыҡ депутаттары съезы ойошторолдо һәм улар тарафынан совет илендә тәү тапҡыр даими эшләгән яңы Юғары Совет һайланды. Унда ҡабул ителгән закондарҙы беҙҙең автономиялы республикалар статусына ниндәй яңылыҡтар индерә, тигән маҡсат менән һәр береһен һыҙыҡ аҫтына алып барҙым.
Экологик хоҡуҡ буйынса диссертация әҙерләнем. Беҙ уҡыған дәүерҙә ул фән юҡ ине, шуға күрә лә уны тәрән, ентекләп өйрәнергә тура килде. Киләсәктә ошо юҫыҡта камил белгес булырға тырыштым.
Ни өсөн был йүнәлеште һайланым? Экология (боронғо грек телендә “эко” – йәшәгән йорт, торлаҡ, мөхит, логос – фән) – барлыҡ тере организмдар һәм уларҙың берләшмәләренең үҙ-ара һәм тирә-яҡ мөхит менән бәйләнештәрен өйрәнеүсе фән.
Беҙ, ауыл балалары, тәбиғәттең айырылмаҫ бер өлөшө булып үҫтек. Моҡас ауылы эргәһендәге тау битләүендә биҙрәләп еләк йыйып, өй артындағы баҡсаға терәлеп үҫкән урмандан балан тиреп алып ҡайта инек. Ләкин был хөрриәт оҙаҡҡа һуҙылманы, 60–70-се йылдарҙа тау битләүҙәре, болонлоҡтар иген сәсеү өсөн һөрөлдө. Унда йырғанаҡтар барлыҡҡа килеп, ер эрозияға дусар булып, файҙаһыҙға әйләнде. Һөрҙөртөргә мөмкинлек булмаған тау битләүҙәрендә үҫкән ҡылғанды, сейәлектәрҙе Баймаҡ районы хужалыҡтарының 200 мең баштан ашыу һарығы юҡ итте, ул ерҙәр таҡыр булып ҡалды. Ә йылҡы малының һаны иһә 78-се йылда шәхси хужалыҡтарҙа 107 башҡа етә ине. Ат тотоу өсөн рөхсәтте БАССР-ҙың Министрҙар Советынан алдылар. Баймаҡта йәшәгән дуҫым Радмир Зөбәйер улы Ишбулатовтың әйтеүенсә, һуғышта бер аяғын юғалтып ҡайтҡан атаһы йыл һайын Өфөнән Министрҙар Советынан ат тоторға рөхсәт ҡағыҙы барып алған. Минең атайым Ирғәле Сафый улы өс тапҡыр яраланып, һуғыштан үҙ аяҡтары менән иҫән-һау ҡайтҡас, ундай рөхсәт ҡағыҙы булманы. Хаҡлы ялға сығып, ат һатып алып, ҡыуанып йәшәй башлағас, уның исеменә ауыл советынан атын бөтөрөргә яҙма талап килде.
Ғөмүмән, башҡорт халҡы юҡҡа ғына борон-борондан йылҡысылыҡ менән шөғөлләнмәгән, сөнки йылҡы малы һарыҡ кеүек тәбиғәтте, үҫемлектәрҙе юҡҡа сығармай. Ат тиҙәктәре, киреһенсә, үләндәр өсөн файҙалы, кәрәкле микроэлементтарға бай.
Яҙып үткәндәр тураһында уйланыуҙар һәм экология фәне өлкәһендә ныҡлап эшләү – Башҡортостандың мөстәҡиллеге һәм башҡорт телен дәүләт кимәленә күтәреү өсөн көрәштә логик нигеҙ булып торҙолар (был турала “Ағиҙел” журналының 1989 йылдың 12 һанында баҫылып сыҡҡан “Беҙ тиң хоҡуҡлымы?” мәҡәләһендә таныша алаһығыҙ).
Ғөмүмән, был өлкәлә беҙҙең илдә тирә-яҡ мөхиттең ҡануниәте үҫешмәгән ине. Бөтөн Советтар Союзында был өлкәлә профессорҙар һәм башҡа белгестәр бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына инеләр. Шуға күрә лә был фәндең үҫешенә үҙ өлөшөмдө индерергә тырыштым. АҠШ-тан МБА (межбиблиотечный абонемент) аша был өлкәлә нәшер ителгән фәнни-юридик монографияларҙы алдырып, уларҙы фотоға төшөрөп (ул осорҙа беҙҙең илдә ксерокс юҡ ине), ентекләп уҡып сыҡтым, һәм шул уҡ ваҡытта инглиз телен камиллаштырҙым. Ғөмүмән, АҠШ-та (USA – United States of America, “state” – башҡортса “дәүләт”, русса иһә “state” һүҙен боҙоп, “штат” һүҙенә алыштырғандар һәм уның дөрөҫ тәржемәһе – “Америка ҡушма дәүләттәре”) тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бик юғары кимәлдә. 1992 йыл Бостон ҡалаһында нефть эшкәртеү заводының биләмәһендә аҡҡан йылғала бәрҙе балыҡтары һаҡланыуына иҫебеҙ китте. Америка халҡының тирә-яҡ мөхитте һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән көрәше үткән быуаттың 60-сы йылдарында башланған һәм күпкә өлгәшкән. Һуңынан, депутат булараҡ, 1990 йылда Башҡортостандың Экологик кодексын әҙерләгәндә, АҠШ-та ҡабул ителгән һәм ыңғай яҡтан практикала үҙ-үҙен күрһәткән хоҡуҡи нормаларҙы үҙебеҙҙең хоҡуҡиәткә индерҙем һәм улар 2000 йылдарға ҡәҙәр беҙҙең халыҡҡа (Башҡортостанға) хеҙмәт иттеләр. Улар “вертикальная власть” һәм “единое правовое простанство” концепцияһы нигеҙендә федераль властар тарафынан ғәмәлдән сығарылды, сөнки ундай алдынғы хоҡуҡи нормалар федераль ҡануниәттә юҡ һәм беҙҙең Башҡортостан закондары, федераль чиновниктар фекеренсә, Рәсәй закондарын һүҙмә-һүҙ ҡабатларға тейештәр.
Бер ай Мәскәүҙә Ленин исемендәге Советтар Союзы үҙәк китапханаһында шөғөлләндем. Ул ваҡытта ҡунаҡханаларҙа буш урындар юҡ, шуға ла Мәскәүҙә СССР Генераль прокурорҙың урынбаҫары булып эшләгән, Сверловскиҙа юридик институтта бер группала уҡыған дуҫ егет Розанов Александр Александрович ярҙамы менән полиграф училищеһының дөйөм ятағына урынлашып, шунда йәшәнем.
Мәскәүгә ике тапҡыр алдан яҡлауға (предзащита) барҙым. Ҡунаҡханаға урынлашып булманы, өсәр көн Ҡазан вокзалында йоҡлап йөрөнөм. Өсөнсө тапҡыр барғанда, Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы үҙенең туғаны Зөбәйерҙең адресын бирҙе, мин шунда барҙым. Кремль эргәһендә урынлашҡан дөйөм ятаҡта 10 көн йәшәнем. Хәлил Әбүбәкер улына ҙур рәхмәтлемен.
Шул осорҙа халыҡтың нисек йәшәгәнен күҙ алдына килтерер өсөн бер миҫал. Мин Мәскәүгә киткәндә Фәнис Мансур улы Раянов ит алып ҡайтырға аҡса биреп ебәрҙе, сөнки, беренсенән, унда ит 1 һум 50 тин, ә Өфөлә 10 һум, икенсенән, ит Башҡортостан ҡала баҙарҙарында ғына һатыла ине. Мәҫәлән, Сибайҙа ит алыу өсөн, иртәнге сәғәт 5-тән барып сиратҡа торорға кәрәк. Этелеп-төртөлөп, ниндәй киҫәге эләгә, шуға риза булып, ҡайтып китәһең. Итте яҙҙан алып көҙгә тиклем Силәбе өлкәһендә йәшәгән ҡаҙаҡтар һаталар. Ҡыш етһә, беҙҙең башҡорттар һуғымдан ҡалғанын баҙарға сығаралар. Ғинуар айы. 50 килограмм ит алып поезд менән Өфөгә ебәрҙем.
Оло быуын, Совет осорон һағынып, йәштәрҙең ҡайһы берҙәре уларға ҡушылып, бөгөнгө көн тормош етешһеҙлектәренә ҡарата, күрәһең, протест йөҙөнән һөйләйҙәр. Ләкин мин ике дәүерҙе лә маҡтай алмайым, сөнки Совет заманында бөтә нәмә Мәскәүҙә генә булды, башҡа ерҙә юҡлыҡ... “Дефицит”, “достать по блату” тигән төшөнсәләр СССР-ҙа йәшәгән һәр кешегә, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, аңлашыла ине. 80-се йылдарҙа “острый дефицит” тигән төшөнсә халыҡ лексиконына инде, ә инде 90-сы йылдар башында ярма, май, колбаса һ.б. талон менән генә һатыла башланы.
Күренекле сәйәсмән Валерия Новодворская әйтеүенсә: “Сахара сүллегенә коммунистар режимы урынлашһа, бер йылдан ҡом дефицитҡа әүерелеп, талон аша ғына һата башлаясаҡтар”. Ә хәҙерге көндә иһә, Егор Гайдар әйтмешләй, репрессияға таянған бюрократик-олигархик һәм, “вороватый капитализм” режимдар хакимлығы. Был этапты ла Рәсәй халҡы һәм дәүләте үтергә тейештер, күрәһең.
Китапханала, архивта эшләгәндә Башҡортостан тураһында бик күп мәғлүмәттәр таптым. Хәҙерге көндә улар баҫылып сыҡты, ә ул саҡта минең өсөн яңылыҡ булды, сөнки ундай материалдар беҙҙең архивтарҙа ете ҡат йоҙаҡҡа бикле ине. 1928–1929 йылдарҙа башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ ҡабул ителеүе тураһындағы документтарҙы ҡулдан яҙып күсереп алдым. Был проблемалар минең диссертацияма турана-тура ҡағылмаһа ла, башҡорт теле, башҡорт халҡының киләсәге тураһында проблемалар мине һәр саҡ борсоно.
Алдынғы йәмәғәтселек ер йөҙөнән юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында ҡалған йәнлек, үҫемлек төрҙәрен “Ҡыҙыл китап”ҡа индереп, төрлө яҡлап ҡурсалай. Шул уҡ ваҡытта милли телдәрҙең, аҙ һанлы халыҡтарҙың юғала барыуына, ассимиляцияға дусар булыуына хөкүмәттең һәм күп һанлы, үҙҙәрен “донъяның хужаһы” тип иҫәпләгән халыҡтарҙың битараф булыуы ғәҙәти хәл ине... Совет осоронда проблемаларҙы телгә алыу мөмкин булманы, сөнки “милләтсе” тигән мөһөр һуғып, “бүре билеты” тотторалар ине.
Диссертацияның бер өлөшөндә башҡорттарҙың белеп малсылыҡ менән шөғөлләнеүҙәре асыҡ күрһәтелгән. Дәлилдәрҙең береһе – башҡорттарҙың борондан килгән йолаһы – йәйләү, сөнки күсмә көнкүреш тәбиғәттә булған үҫемлектәрҙе һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән.
Игенселек беҙҙең халыҡ өсөн төп шөғөл булмаған, һәр кем үҙенә етерлек кенә иген үҫтергән.
Башҡа милләтәрҙең көнкүрешенә иғтибар иткәндә, шундай һығымтаға килергә мөмкин – һәр халыҡ үҙе йәшәгән мөхиткә яраҡлашып ҡына хужалыҡ алып барған. Мәҫәлән, чукча һ.б. Төньяҡ океан буйында йәшәгән аҙ һанлы халыҡтар, совет власы тарафынан ризыҡтарынан сикләтеү һөҙөмтәһендә, үлемгә дусар булғандар. Белгестәр фекеренсә, фәҡәт морж, нерптарҙың иттәрендә һәм майҙарында ғына төньяҡтың ауыр тәбиғи шарттарында һыуыҡтан һаҡлаған витаминдар бар. Хәҙерге белгестәр иһә Америка ҡитғаһында йәшәгән Дакота ҡәбиләләренең юҡҡа сығыуын колонистарҙың, ерле халыҡтың төп аҙығы булған, бизондарҙы ҡырып бөтөрөүҙәре менән бәйләйҙәр. Шулай уҡ Алыҫ Төньяҡ халыҡтарының рустарҙың колонизациялау алдынан уртаса ғүмер оҙонлоғо 80 йәш булһа, хәҙер 40 йәшкә еткәс мәрхүм булалар.
Диссертациямдың айырым бүлеген экологик аңды (экологическое сознание) хоҡуҡи фән күҙлегенән тикшерҙем. Тел, әлбиттә, аңды матдилаштырыуға йүнәлтелгән берҙән-бер мөмкинлек. Халыҡтың меңәрләгән йылдар дауамында формалашҡан экологик аңы, йәшәйеше фәҡәт тел ярҙамында ғына йәмғиәткә еткерелә. Яңы тыуған балала әсә теле аша ғына тыуған иленә, еренә, тәбиғәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләнәсәк. Шуға күрә лә, экологик темаға бәйләп, башҡорт теленең хоҡуҡи статусын да өйрәнә башланым, сөнки был осраҡта туған тел – айырылғыһыҙ компонент, халыҡ аңының этәргес көсө булып тора.
Мәскәүҙә Ленин китапханаһында минең ҡулға башҡорт теленең хоҡуҡи статусы буйынса 20-се йылдарҙағы закондар йыйылмаһы килеп эләкте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Өфөлә был документтарҙы осратманым, совет осоронда улар бирелмәнеләр... Мин ошо йыйынтыҡты тулыһынса ҡулдан күсереп алып ҡайттым. Башҡортостандың дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы буйынса лекциялар үткәреүгә минең өсөн бик бай материалдар булды.
Үҙемдең диссертацияла автономиялы республикалар, әлбиттә, үҙебеҙҙең Башҡортостан союздаш республикалар менән тиң хоҡуҡлы булырға тейеш, тигән концепцияны күтәреп сыҡтым. Сөнки минең диссертациям “Правовая охрана природы в Башкирском АССР” тигән проблемаға арналған ине. Ә тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙы көйләгән ҡануниәт (экологическое законодательство) халыҡ хужалығын көйләгән ҡануниәттең (хозяйственное законодательство) бер тармағын тәшкил итте. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш кимәле үткән быуаттың 80-се йылдарында союздаш республика статусындағы Литва, Латвия, Эстония кеүектәрҙән күпкә артыҡ ине.
Материалдар туплау барышында Башҡортостандың, башҡа автономиялы һәм союздаш республикаларҙың хужалыҡ өлкәһенә ҡараған закондар системаһын да өйрәндем.
Шуға күрә лә автономия статусын алған республикаларҙың хоҡуҡтары союздаш республикалар менән бер тиң булырға тейеш, тигән идея ҡайһы берҙәргә ныҡ оҡшаманы һәм ғилми советҡа кире рецензиялар килә башланы. Был мине ныҡ борсоуға һалды. Ҡайһы бер ҡыйыу фекерҙәрҙе диссертацияла күрһәтмәҫкә ғилми етәксем Ф. М. Раянов кәңәш иткәйне, ләкин мин тыңламаным. Әйҙә, үҙ һүҙлеһең икән, нисек теләйһең, шулай яҡла, тип ҡул һелтәне һәм Мәскәүгә ғилми советҡа килмәне. Ныҡ борсолоу һөҙөмтәһендә тәнемде ҡып-ҡыҙыл нөктәләр баҫты (аллергия реакцияһы). Йога күнекмәләре менән ныҡлап өс көн шөғөлләнгәс, төш күреп йоҡлап киттем. Имеш, “Ирәндек” совхозында һабантуй бара. Йыйылған халыҡ минең шәп-шәп атлап килгәнемде күреп, ике яҡҡа таралып, миңә юл бирҙеләр. Мин һайғауҙың осона етеҙ генә менеп, халыҡҡа ҡул болғаным... Һәйбәт кәйеф менән уянып киткәндә, тәнемдәге ҡыҙыллыҡтар бөткән, икенсе көнө диссертация яҡлауҙың уңышлы үтәсәгендә шигем юҡ ине...
1988 йылдың 29 апрелендә кандидатлыҡ диссертациямды яҡлап, бик ҡыуанып ҡайтып төштөм.
Бөтә булған ваҡиғалар, күрәһең, эҙһеҙ үтмәне, йыл һайын яҙ еткәс, аллергия менән яфаланам. Һуңғы йылдарҙа май айында сит илгә диңгеҙ буйына барыу ныҡ ярҙам итә.
Диссертацияны алдан яҡлауыма күрә, аспирантураны тамамлауға ярты йыл бар ине, ләкин Раянов мине сәнғәт институтына ебәрмәне, үҙебеҙҙә лекциялар алып барырһың, тип алып ҡалды. Ассистент итеп штатҡа алдылар. Шул уҡ ваҡытта сәнғәт институтында Совет хоҡуғы дисциплинаһынан дәрестәр алып барҙым.
Май айында Германияның Галле округынан беҙҙең юридик факультетҡа үҙ-ара тәжрибә менән уртаҡлашырға коллега-профессор килде. Совет заманында Башҡортостан һәм ГДР-ҙың Һалле (Галле) округы хеҙмәттәш-туғандаш инеләр. Ул ваҡытта минең дәрестәрем юҡ ине, шуға күрә декан Ф. М. Раянов уны оҙатып йөрөүемде һораны. Һуңынан шуныһы асыҡланды – минең уның менән аралашырға КГБ-нан рәсми рөхсәтем булмай сыҡты. Совет илендәге инструкциялар буйынса, сит ил кешеһе менән аралашып, оҙатып йөрөү өсөн “допуск” кәрәк. Ләкин перестройка ваҡыты булғас, Ф. М. Раянов ҡул ғына һелтәне. Сит илдәр факультетына шылтыратып, немец теле бүлегендә уҡыған ике ҡыҙҙы саҡыртты ла, ике аҙна буйына мин уларҙың ярҙамы менән немец коллеганы Өфө буйлап алып йөрөнөм. Әле лә хәтеремдә уның Горбачевты маҡтап, ҡасан ғына беҙҙә лә (ГДР-ҙа) перестройка башланыр икән, тип әйтеүҙәре. 1988 йылдың май айы ине. Күп тә үтмәй 1989 йылдың 9 ноябрендә Берлин стенаһын емереп, ГДР дәүләте сәйәси картанан төшөп ҡалды.
Ярты йыл самаһы уҡытҡас, Фәнис Мансур улы, БДУ-ның юридик факультеты деканы, минең ғилми етәксем: “Зөфәр, әйҙә, һин башҡорт, “История государственно-правовых учреждений БАССР” буйынса ла лекция алып бар,” – тине. Мин ҡуш ҡуллап ризалаштым, сөнки Башҡортостан тарихы менән ҡыҙыҡһыныуым бик ҙур ине. Студент йылдарында яҡут, ҡаҙаҡ егеттәре менән һөйләшкәндә, халыҡтарыбыҙҙың яҙмышы һәм киләсәге тураһында серләшкәндә, мин башҡорттарҙың дәүләтселек һәм хоҡуҡи тарихы хаҡында яҙыу маҡсатын белдергәйнем. 2000 йылдарҙа маҡсатымды тормошҡа ашырып, юридик фәндәре буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, бихисап китаптар нәшер иттем. Әле лә ул теманы дауам итеп, Мәскәү һәм сит ил журналдарында мәҡәләләрем донъя күреп тора.
Тәбиғәтте һаҡлауҙан – сәйәсәткә
1989 йылда юридик факультетта экология фәне буйынса лекциялар уҡый башланым. Ул ваҡытта республикабыҙҙа, ғөмүмән, илдә экологияға бәйле проблемалар бик күп ине.
1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһында авария була. Рәсми властар тәүге көндә үк был донъя кимәлендәге һәләкәтте совет халҡынан йәшереп тоторға уйлағандар. Хатта май байрамында кешеләрҙе демонстрацияға сығарғандар. Һөҙөмтәлә бик күп кеше, шул иҫәптән балалар, радиацияға эләгеп, һәләк булғандар. Билдәле булыуынса, авариянан һуң өс ай эсендә 50 кеше үлеп ҡала, 4000 кеше авария ҡорбандары, тип иҫәпләнә. Радиация саңы сит илдәргә лә барып етте. Һәләкәт тураһында мәғлүмәт донъяға таралғас ҡына, май байрамдарынан һуң, ҡала халҡын күсерә башланылар. АЭС-тан 30 саҡрымға һуҙылған зонанан 115 мең кеше күсерелде. Хәҙерге көндә ул төбәк йәшәүгә яраҡһыҙ. Советтар илендә атом станцияһында авария тәүгеләрҙән булманы. 1957 йылдың 29 сентябрендә Силәбе өлкәһендә башҡорт ауылдары урынлашҡан төбәктә Ҡыштым аварияһы була. Уны халыҡтан йәшереп, Арғаяш, Ҡоншаҡ, Кәҫле, Бағараҡ, Покровск райондарында 23 ауыл күсерелеп, ер менән тигеҙләнә. Атап үткән төбәктә күлдәрҙәге һәм йылғаларҙағы балыҡтар бөгөнгө көндә лә ризыҡҡа яраҡһыҙ.
М. С. Горбачев башлаған “гласность” дәүерендә был факттар киң йәмәғәтселеккә билдәле булды. 1980 йылда Нефтекамск янында Башҡортостан АЭС төҙөү эше башлана һәм 1991 йылда Ағиҙел ҡалаһы статусы бирелә. Шул уҡ йылдарҙа Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһын быуып, Иштуған һыуһаҡлағысын төҙөү эше башлана. Ғөмүмән, был быуаттарға иҫәпләнгән, тәбиғәттең йөҙөн үҙгәрткән, кешеләрҙең йәшәйешенә хәүеф янаған төҙөлөш эштәре тейешле экспертизалар үткәртеп кенә башҡарылырға тейеш. Совет власының урындағы халыҡ менән кәңәшләшеүе тураһында һүҙ ҙә булманы.
1988 йылдың декабрь айында ер-һыуҙың, ғөмүмән, тәбиғәттең яҙмышына (улар барыһы бергә “Ватан” тигән төшөнсәне тәшкил итәләр) беҙ – вайымлы ғалимдар, яҙыусылар, журналистар – Башҡортостан интеллигенцияһы – берләшеп, экологик хәрәкәтте ойошторҙоҡ. Рус, татар, йәһүдтәр араһында Өфөлә был хәрәкәттә башҡорттарҙан мин бер үҙем булдым тиһәм дә, хата булмаҫ. Химик, профессор Марс Сафаров, яҙыусы Борис Павлов, журналист Булат Уразбаев, Рөстәм Хәмитов һ. б. шәхестәр уның “ядро”һын тәшкил иттеләр. Аҙаҡ республикала танылған шәхестәргә әүерелделәр, күбеһе депутат булып һайланды. Мәҫәлән, Рөстәм Зәки улы Хәмитов республикабыҙҙың Президенты итеп һайланды. Был хәрәкәттә ул бик әүҙем ҡатнашты. Мин йәшәгән дөйөм ятаҡҡа йыш килеп йөрөнө, ләкин, бәлки, әсәһе – мишәр, атаһы төньяҡ-көнбайыш башҡорто булып, ҡала мөхитендә үҫкәнгә күрә, үҙенең башҡорт милләтенән икәнен күрһәтмәне. Беҙ уның менән фәҡәт рус телендә фекерләштек. Уның менән тәүге осорҙа мин йәшәгән БДУ-ның 6-сы дөйөм ятағында осраша инек. Миңә 60 йәш тулыуға арналған мәжлестә ул республиканың Президенты булараҡ ҡатнашты һәм һүҙ тотто: “Захожу в общежитие, май месяц, Зуфар что-то пишет, чихает, аллергия. Спрашиваю, что ты пишешь? Он отвечает: “Конституцию Республики Башкортостан”. Һуңынан “Ты давно заслужил орден Салавата Юлаева”, тигән һүҙҙәр менән орденды тапшырҙы.
Тәүге осорҙа союздаш республика идеяһын билдәле эколог, рус яҙыусыһы Борис Павлов милләтселәрҙең шашыуы тиеберәк ҡабул итте. Милли һорауҙарҙы мин уға аңлатып бирҙем. Шул осорҙа фәлсәфәүи йыйынтыҡта баҫылып сыҡҡан “Этнические корни экологического правосознания” (“Экологик хоҡуҡи үҙаңдың милли тамырҙары”) тигән ҙур ғына мәҡәлә баҫтырып сығарҙым һәм Б. Павловҡа бүләк иттем. Ул аҡыллы, төплө белемле рус интеллигенты булараҡ, күтәрелгән проблемалар менән ризалашты. Сөнки экология яғынан үҫемлектәрҙең, хайуандарҙың бер төрө лә юғалмаһын, тип көрәш алып барғанда, меңәр йыл буйына формалашҡан милләт, уның теле күҙ алдында юҡҡа сыға, ә беҙ шуға битарафбыҙ. Ҡайҙа логика? “Каждый язык – это модель описания мира”, – тигән фекер уның өсөн дә киләсәк көрәштә лейтмотивҡа әүерелде. Рус халҡына беҙҙең хәрәкәттең суверенитет идеяһын популяр рәүештә аңлатыуға күп көс һалды, һәм беҙ уның менән бергәләп радио, телевидение аша сығыштар яһаныҡ. Беҙҙең формаль булмаған етәксебеҙ, татар зыялыһы, интеллигенты, химия фәндәре докторы Марс Ғиләз улы Сафаров та был фекерҙәрҙе хупланы. Ғөмүмән, беҙҙең экологик хәрәкәттәге көрәштәштәрем, Башҡортостанға суверенитетты союздаш республика статусы аша алһаҡ ҡына, көрсөккә төшкән илдәге проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек буласаҡ, тигән минең һығымта менән килештеләр.
Ысынбарлыҡта ул дәүерҙә Башҡортостандағы предприятиеларҙың ни бары 3 проценты ғына Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағында, 79 проценты – СССР, ә 18 проценты РСФСР-ҙың министрлыҡтарына, ведомстволарына буйһона ине һәм тулыһынса уларҙың иҡтисади сәйәсәтен үткәрҙеләр. Ғөмүмән, был административ-команда иҡтисадына хас күренеш булараҡ билдәле факт. Республиканың власть органдарының ул предприятиеларға тәьҫир итеү мөмкинлектәре аҙ ине. Шуға күрә лә, беҙ союздаш республика статусы өсөн өгөт-нәсихәт алып барғанда иҡтисади һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә халыҡтың иғтибарын йәлеп итеп, Башҡортостан союздаш республика кимәленә күтәрелгән шартта ғына, предприятиелар үҙебеҙҙең хөкүмәткә буйһонасаҡ һәм беҙгә ил кисергән кризистан сығырға мөмкинлек буласаҡ, тигән фекерҙе үткәрҙек.
“Союздаш республика статусы башҡорт милләтселегенә килтерә, шуға күрә лә иҡтисади суверенитет алһаҡ та етә” тигән фекерҙе “Советская Башкирия” гәзите алға һөрҙө. Беҙ шул ваҡыттағы РСФСР, СССР Конституцияларына таянып, автономиялы республикаларҙың бюджеты атап үткән конституциялар нигеҙендә үҙ аллы түгел, юғарынан билдәләнә һәм шуға күрә лә союздаш республика статусы алмайынса, иҡтисади үҙаллылыҡ утопик фекер икәнлеген халыҡҡа аңлатырға тырыштыҡ. Шул уҡ ваҡытта, шул дәүерҙәге закондарға анализ эшләп, хатта союздаш республиканың да мәҙәни, иҡтисади һәм сәйәси мәсьәләләрҙе хәл иткәндә үҙ аллы булмауын иҫбат итеп, киләсәктә уларҙың да хоҡуҡтарын киңәйтеү кәрәклеген иҫбатланыҡ.
Мәҫәлән, 1989 йыл СССР-ҙың Юғары Советы Литва, Латвия һәм Эстония республикаларының иҡтисади үҙаллылығы тураһында закон ҡабул итте. Ләкин административ система ул законды ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирмәне һәм ул республикаларҙың Союздан сығыу сәбәптәренең береһе булып торҙо. Һуңынан, үҙ аллы дәүләт булып киткәс, Балтик буйы республикалары “Киләсәктә Рәсәй менән бер ниндәй ҙә сәйәси килешеүгә (договорға) инмәҫкә һәм Рәсәй ҡатнашҡан сәйәси союздарҙа ағза булып тормаҫҡа” тигән конституцион закон ҡабул иттеләр.
1989 йылдың 22 ноябрендә Өфөлә “Өфөхимпром” предприятиеһында авария һөҙөмтәһендә, Шөгөр йылғаһы аша Ағиҙелгә ағып сыҡҡан фенолдың ПДК-һы 100 тапҡырға артып, Өфө халҡы эсер һыуһыҙ ҡалды. Өфөгә водовоз машиналары менән таҙа һыуҙы ташынылар. Алты ай үткәс, 1990 йылдың 23 апрелендә Өфө ҡалаһының санэпидемстанцияһы һыуҙы эсергә мөмкин, тип иғлан итте. Меңәрләгән ҡала халҡы урамға митингыға сыҡты. Уны ойошҡан рәүештә үткәреү беҙҙең елкәгә төштө, сөнки рәсми власть вәкилдәре халыҡ менән туранан-тура эшләй белмәйҙәр ине. Экологик хәрәкәттә хоҡуҡи-юридик мәсьәләләрҙе хәл итеү минең ҡарамаҡҡа йөкмәтелгәйне. Мин экологик хәрәкәтте юридик ойошма (юридическое лицо) булараҡ теркәү өҫтөндә эш алып барҙым. Ни өсөн? Беренсенән, дәүләт тарафынан танылған хәрәкәт рәсми рәүештә ойошма булһа, уның үҙенең мисәте, рәсми бланкыһы, юридик адресы һәм банкта иҫәп-хисап (расчетный) счеты буласаҡ. Икенсенән, беҙгә, йәғни экологик хәрәкәт ағзаларына, “неформал”, йәки “экстремист”, тип ҡушамат тағып, дәүләт яғынан етди мөнәсәбәт булманы. Өсөнсөнән, 1989 йылда СССР халыҡ депутаттарын һайлау башланды һәм 1990 йылға РСФСР, БАССР-ға халыҡ депутаттарын һайлау кампанияһы билдәләнгәйне. Шул осорҙағы Совет закондары нигеҙендә юридик ойошма булып рәсми теркәлгән йәмғиәттәрҙең депутатлыҡҡа кандидат итеп Совет гражданын күрһәтергә хоҡуғы булды. Был минең өсөн бигерәк тә мөһим ине, сөнки үҙемдең киләсәк тормошомдо депутат булып альтернатив һайлауҙар аша һайланып, халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн хеҙмәт итергә пландар ҡора инем.
Юрист булараҡ, беҙҙең экологик ойошманы рәсми теркәтеү юлдарын өйрәнә башланым. БАССР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһының 45-се статьяһы нигеҙендә граждандарҙың ижтимағи ойошмалар төҙөүгә хоҡуҡтары булһа ла, Совет осоронда Конституция туранан-тура ижтимағи сәйәси мөнәсәбәттәрҙе көйләгән хоҡуҡи акт-документ түгел, ә сәйәси Декларация рәүешендә хеҙмәт итте. Хәҙерге Конституцияға теркәлгән нормалар үтәлмәһә, һәр граждан судҡа мөрәжәғәт итеп, уның үтәлешен талап итергә хоҡуғы бар. Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 59-сы статьяһының 3-сө бүлегендә: “Рәсәй Федерацияһы гражданы, әгәр ҙә уның диненә йәки ҡараштарына ҡарата, шулай уҡ федераль закон менән билдәләнгән башҡа осраҡтарҙа хәрби хеҙмәт итеү ҡаршылыҡҡа килтерһә, альтернатив граждандар хеҙмәтенә алыштырырға хоҡуҡлы”, – тигән норма бар. Граждандарҙың альтернатив хеҙмәте тураһында закон 2002 йылдың 25 июлендә ҡабул ителде һәм 2004 йылдың 1 ғинуарында ғына үҙ көсөнә инде. Шуға ҡәҙәр әрмелә хеҙмәт итергә теләмәгәндәр, Конституцияның ошо нормаларына таянып, альтернатив граждандар хеҙмәтен үттеләр. Был миҫал хәҙерге Конституцияның нормаларының туранан-тура ғәмәлгә ашыуына аныҡ өлгө булып тора.
Ул дәүерҙә Башҡорт АССР-ында Бөтә Рәсәй тәбиғәт һаҡлау йәмғиәтенең (Всероссийское общество охраны природы) бүлеге бар ине. Уның үҙенең аппараты, финансистары һәм һәр бер районда, ҡалала йәмәғәт башланғысында йөрөгән бүлексәләр булған. Ғөмүмән, бөтөн яҡтан камил юридик ойошма ине. Мине, Сибай ҡалаһы Советында эшләгәндә, ундағы тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһының рәйесе итеп һайланылар һәм аспирантураға тиклем йәмәғәт башланғысында ошо вазифаны башҡарҙым. Үҙемдең иптәштәремә, Марс ағай Сафаровҡа ошо йәмғиәткә ағза булараҡ яҙылырға һәм, киләсәктә конференция үткәреп, уны председатель кимәленә күтәрергә тәҡдим иттем. Совет осоронда ундай ойошмалар, әлбиттә, КПСС Өлкә комитеты һәм КГБ контролендә инеләр. Уларҙың ҡаршылыҡтарына ҡарамайынса, 1989 йылдың май айында беҙ ошо уйыбыҙҙы атҡарып сыҡтыҡ. Был минең һәм иптәштәрем өсөн бик ҙур һынау булды, сөнки үҙ алдыңа маҡсат ҡуйып, уны ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге миңә ҙур ышаныс бирҙе. Ысынлап та, республикабыҙҙың тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтендә беҙ Башҡортостан халҡы өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙыҡ. Мин илдә М. С. Горбачев алып барған хоҡуҡи сәйәсәтте анализлап, һәм шул уҡ ваҡытта сит ил тәжрибәһенә таянып, үҙемдең диссертациямда алға ҡуйған маҡсаттарҙы фәҡәт хоҡуҡи формалар, йәғни законопроект рәүешендә билдәләп, парламент процедураһын ҡулланып көрәшһәм генә, еңеүгә өлгәшеп буласаҡ, тигән фекергә килгәйнем. Үҙемдең был уйҙарымды экологик хәрәкәттә ҡатнашҡан көрәштәштәремә һәр ваҡыт әйтеп килдем.
1990 йылдың март айында Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының Юғары Советтарына депутатлыҡҡа кандидат итеп Тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең актив ағзаларын күрһәттек. Беҙҙең бер нисә кандидат Өфө ҡалаһынан РСФСР-ҙың Юғары Советына депутат булып һайландылар. Үҙем депутатлыҡҡа Һаҡмар һайлау бүлегенә үтергә һәм фәҡәт урындағы халыҡ кандидат итеп күрһәтһә генә, депутат мандаты өсөн көрәшергә булдым. РСФСР кимәленә депутатлыҡҡа ынтылманым, сөнки Башҡортостандың киләсәге, уның теле, мәҙәниәте фәҡәт үҙебеҙҙең республикала хәл ителәсәге көн кеүек асыҡ ине.
Экологик хәрәкәттән – сәйәсәткә
Иштуған һыуһаҡлағысы, Ағиҙел ҡалаһында атом электростанцияһын төҙөү, Өфө нефтехим заводында авария һөҙөмтәһендә фенолдың ағыуы, интернациональ проблема булараҡ, Башҡортостандың бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмаған төрлө милләт вәкилдәрен берләштерҙе.
1989 йылдың йәй айҙарында Бөрйән һәм Баймаҡ райондарында бер ай самаһы ауылдарҙан ауылдарға йөрөп, клубтарҙа, мәктәптәрҙә, һауынсыларҙың, көтөүселәрҙең йәйге йәйләүҙәрендә, колхоз һәм совхоздарҙың гараждарында, ғөмүмән, халыҡҡа үҙемдең уй-фекерҙәремде еткерҙем. Рус һәм башҡорт телдәрендә халыҡҡа етешле һәм аңлайышлы итеп һөйләргә тырыштым һәм оҫта ораторлыҡтың нескәлектәрен үҙләштерҙем. Атайымдың миңә бала саҡтан уҡ боронғо грек ораторы Демосфендан үрнәк алырға кәрәк, тип әйткәндәрен һәр ваҡыт хәтерҙә тоттом.
Юридик факультетта ғилми советта шул уҡ идеялар менән сығыш яһағанда, декан Людмила Самсонова: “Зуфар Иргалиевич, Вы людей подкупаете своей убежденностью”, – тип әйтте.
Баймаҡ районында үҙем эшләп киткән “Ирәндек” совхозы һәм “Һәүәнәк” совхозы эшселәре алдында, Темәс, Билал, Өмөтбай, Күгиҙел һ.б. Һаҡмар йылғаһы буйында ултырған ауылдарҙа сығыш яһаным. Сөнки 1990 йылдың март айында БАССР-ҙың Юғары Советына 280 депутат һайланырға тейешлеген, ошоға тиклем үткән һайлауҙарҙың ниндәй округтар буласағын ныҡлап ҡарап сығып, үҙемә Түбә һайлау округын һайлап алдым. Минең өсөн иң мөһиме – был округта Түбә ҡасабаһы, “Таналыҡ” колхозынан башҡа Башҡортостандың иң тәүге Зәки Вәлиди дәүерендәге баш ҡала – Темәс һәм шуға яҡын Һаҡмар буйында урынлашҡан ауылдар.
XX быуат аҙағында башҡорт иленең иҡтисади-сәйәси хәле
1985 йыл Михаил Горбачев башлаған реформалар һөҙөмтәһендә “перестройка”, “ускорение”, “гласность”, “плюрализм” тигән төшөнсәләр халыҡ-ара мәғәнә алып, донъя йәмәғәтселеге өсөн СССР-ҙа барған демократлаштырыу процестарының символына әүерелделәр. Ул сәйәсәт үҙәк һәм союздаш республикаларҙа, атап әйткәндә, Балтика буйы һәм Кавказ аръяғы республикаларында нәшер ителгән матбуғат биттәрендә тиҫтә йылдар буйы йыйылған проблема буйынса асыҡтан-асыҡ фекер алышыуға мөмкинлек бирҙе. Де-юре федератив тип аталған, ләкин ысынбарлыҡта үтә тиҙ үҙәкләштерелгән һәм де-факто унитар дәүләт булып торған Советтар Союзының административ-команда нигеҙендә ҡоролған иҡтисадта “ускорение”, йәғни тиҙләнеш, ғөмүмән, утопик идея ине һәм был халыҡтың фәҡирләнеүенә килтерҙе.
Федерацияның формаль яҡтан ғәҙелһеҙ союздаш һәм автономиялыға бүленеп ҡоролоуы, Сталин дәүерендә күп милләттәрҙең репрессияға дусар ителеүе, тотош халыҡтарҙы үҙҙәренең ғәҙәти йәшәү урындарынан башҡа төбәктәргә күсереү культ дәүерендә милли төрлөлөктө, башҡа халыҡтарҙың рухи тормошо үҙенсәлектәрен һанға һуҡмауынан илдә милләт-ара көсөргәнешлелек киҫкен тора ине. Социализмдың “сәскә атҡан” осоронда ундай проблемаларҙы күтәреп сыҡҡан кешеләрҙе, “диссидент” тигән мөһөр һуғып, йә илдән ҡыуып сығара, йә төрмәгә, йә булмаһа психиатрик больницаға бикләй торғайнылар.
Атап үткән проблемалар буйынса фекер алышыу өсөн 1989 йылдың сентябрь айына КПСС-тың махсус Пленумы билдәләнде һәм матбуғат биттәрендә ошо мәсьәләгә арналған мәҡәләләр менән сығыш яһарға мөмкинлек тыуҙы.
Башҡортостанда “үҙгәртеп ҡороу” һәм уның мөһим өлөшө – матбуғатта фекерҙәрҙең төрлөлөгө үҙәккә ҡарағанда байтаҡҡа һуңлап килде. Ул КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты демократик процестарҙы ҡабул итмәүе, ә матбуғаттың партия әһелдәренең күрһәтмәләренән ситкә сыға алмауы менән аңлатыла ине. Ләкин шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда хәл итә торған проблемалар бик күп йыйылғайны.
Ғәйәт ҙур тәбиғи ресурстарға эйә булған беҙҙең Башҡортостан хәйерсе республикаға әүерелде. Сәнәғәт етештереүендә ҡаҙаныштар, ысынлап та, бар, ләкин ул республика халҡының материаль көнкүреше кимәлендә сағылыш тапманы. Мәҫәлән, Союз халҡының 1,4 процентын ғына алып торған БАССР төп фондтарҙың дөйөм ҡеүәте буйынса (46 миллиард һум) Союзда 5-се урынға сығып, тик Украина, Белоруссия, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстандан ғына ҡалышты. 1989 йылда эске милли продукт (ВНП) 24 миллиард һум, милли килем 9,8 миллиард һум (был ССР Союзы буйынса уртаса күрһәткестән 13 процентҡа күберәк) тәшкил итте. Сәнәғәт продукцияһы етештереү күләме буйынса БАССР-ҙың РСФСР-ҙа 8–9-сы, ә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса 3–4-се урындарҙы алып тороуы яҡшы билдәле ине.
Шул уҡ ваҡытта беҙҙең республика социаль характерҙағы күп күрһәткестәр буйынса РСФСР-ҙа һуңғы урындарҙы биләп торҙо. Мәҫәлән, йән башына тауар әйләнеше күләме буйынса ул РСФСР-ҙа 70-се урында, йән башына торлаҡ менән тәьмин ителеү буйынса – 52-се, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары буйынса – 59-сы, больницалар буйынса – 48-се, телефон элемтәһе буйынса 38-се урында торҙо.
Өҫтәүенә, Башҡортостандың, күбеһенсә, башҡорттар йәшәгән көньяҡ-көнсығыш, Урал буйы һәм төньяҡ-көнсығыш райондары айырыуса ҡыйын иҡтисади һәм социаль хәлдә тороп ҡалған булып сыҡты. Һуңғы 20–25 йылда күп хеҙмәт һалыуҙы талап иткән төп предприятиелар, бигерәк тә, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү предприятиелары, көнбайыш (Октябрьский – Туймазы сәнәғәт узелы) һәм төньяҡ-көнбайыш (Нефтекама сәнәғәт узелы) райондарында урынлаштырылды.
Мәҫәлән, 1966–1985 йылдарҙа Нефтекамала төп фондтар 11 тапҡырға, эшләүселәр һаны 4,2 тапҡырға (республика буйынса – 1,5 тапҡыр урынына) артты. Шул уҡ ваҡытта Уралдың металлургия үҙәктәре эргәһендә ятҡан көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙа сәнәғәт үҫтерелмәйенсә ҡалды. Ул ғына ла түгел, тик бер Әбйәлил районында ғына ла өс рудник бөтә халҡы-ние менән юҡҡа сыҡты. Урал һәм төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге ауылдарҙа (Асҡын һәм Ҡариҙел райондарын да индереп) сәнәғәт, электр энергияһы ла үтмәгән ине. Өфөнән радио һәм телевизион тапшырыуҙар ҡабул ителмәй, юлдар юҡ, күп ауылдарҙа магазиндар, клубтар, мәктәптәр авария хәлендә. Сибай, Учалы ҡалаларындағы төҫлө металлургия предприятиелары ҡалдыҡтары (асҡан саҡта сыҡҡан тоҡомдар) файҙаланымай. Мәҫәлән, Хәйбулла районы башҡаларҙан 15–20 йылға артта ҡалған ине. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың Урал буйы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында эш булмауы арҡаһында социаль, мәҙәни-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүгә иғтибар юҡ, хеҙмәткә яраҡлы халыҡ күпләп китте. Етмәһә, колхоз, совхоз үҙәктәрен, ауыл Советтарын рус һәм татар ауылдарына күсереү арҡаһында бик күп башҡорт ауылдары перспективаһыҙ тип бөтөрөлдө.
Былар бөтәһе башҡорт халҡы өсөн үҙ республикаһында үтә ауыр этник һәм демографик ситуация тыуҙырҙы. 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары бына ошоно күрһәтте. Ғәжәп, ләкин факт: Башҡортостандағы башҡорттар Совет власы йылдарында байтаҡҡа кәмегән һәм улар үҙ ерҙәрендә әкренләп милли аҙсылыҡ хәленә төштө. 1971 йылғы тулы булмаған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, хәҙерге Башҡортостан территорияһында 1 миллион 186 мең башҡорт йәшәгән һәм улар бөтә халыҡтың 36,4 процентын тәшкил иткән булһа, ә 80-се йылдарҙа республиканың төп халҡы ни бары 863 мең генә кеше һәм ул бөтә халыҡтың 21,9 процентын ғына тәшкил итә ине. Башҡорттарҙың һаны 70–80-се йылдарҙа ғына ла 72 меңдән ашыу кешегә кәмегән ине. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса үҙ милләте телен туған теле тип иҫәпләгән башҡорттар 64,4 процент ҡына булһа, 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 74,7 процент тәшкил итте.
Беҙҙең ғалимдарҙың иҫәпләүе буйынса һуңғы 10–15 йылда 580 мең крәҫтиән тыуған яҡтарынан сығып киткән һәм шуларҙың 400 мең самаһы – башҡорт, 10 йыл эсендә БАССР-ҙың көньяҡ райондарының береһе – Хәйбулла районы халҡының дүрттән бер өлөшө кәмеүе һәм китеүселәр һанының һаман арта барыуы юҡҡа түгел. ”Совет Башҡортостаны” гәзитендә (30. 03. 90) Ишембай районы халҡының да кәмеүе хаҡында “Тыуған яҡтан ниңә китәләр?” тигән ҙур булмаған мәҡәлә баҫылып сыҡты. Мәҫәлән, һуңғы 20 йылда бер Маҡар ауыл Советы халҡы ғына ла 20 тапҡырҙан ашыуға кәмегән (1970 йылда – 3 543 һәм 1990 йылда – 1 726).
Халыҡтың һәм республиканың был аяныс хәле башҡорт йәмәғәтселеген туплаған “Аҡ тирмә” клубында һәм Башҡорт халыҡ үҙәге ”Урал”да КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты алдында күтәрелеп сыҡты. Милли интеллигенция КПСС Үҙәк Комитеты исеменә шул турала хаттарҙа ла күп яҙҙы.
КПСС Үҙәк Комитетының 1989 йылдағы сентябрь айына билдәләнгән “милләт-ара мөнәсәбәттәргә” арналған Пленумына әҙерләнеү Башҡортостан матбуғатында ошо мәсьәләгә арналған мәҡәләләр менән сығыш яһарға мөмкинлек бирҙе. Мин “Үҙгәрештәр зарурлығы” исемле мәҡәләмде 1988 йылдың аҙағында уҡ “Совет Башҡортостаны” гәзитенә тапшырғайным, ул 1989 йылдың 22 апрелендә баҫылып сыҡты.
ҮҘГӘРЕШТӘР ЗАРУРЛЫҒЫ
Башҡортостан һәм Татарстан кеүек иҡтисадтары үҫешкән автономиялы республикаларға союздаш республика статусы биреү тураһында тәҡдимдәр 1977 йылда, СССР-ҙың яңы Конституцияһын әҙерләгәндә, индерелгәйне. Быны торғонлоҡ йылдары хакимдары енәйәтсел фекер итеп ҡабул итте. Шуға күрә лә ул матбуғат биттәре аша халыҡҡа етеү генә түгел, хатта ғалим-юристар тарафынан “Советское государство и право” журналының быйылғы 1-се һәм 2-се һандарында ҡуҙғатылды.
Союздаш республика файҙаһына ҡайһы бер дәлилдәр килтерәйек. Мин иң элек уларҙы, В. И. Лениндың Совет федерацияһы принциптарынан сығып, илдә хоҡуҡи дәүләт төҙөү идеяһы менән бәйләр инем. Ул принциптар 1917 йылдың 2 ноябрендә В. И. Ленин ҡул ҡуйған “Рәсәй халыҡтарының хоҡуҡтары декларацияһы”нда һәм III Бөтә Рәсәй Советтары съезы тарафынан ҡабул ителгән “Хеҙмәтсән һәм иҙелгән халыҡ декларацияһы”нда ҡаралған. Был документтарҙа милләттәрҙең үҙбилдәләнеш хоҡуғы, шулай уҡ уларҙың үҙ аллы дәүләт төҙөү хоҡуҡтары ҡаралған. Мәҫәлән, һуңғы декларацияла: “III Советтар съезы федерацияның төп нигеҙҙәрен генә билдәләй, ә инде федерация хөкүмәтендә һәм башҡа федераль учреждениеларҙа ҡатнашыуҙа һәр милләттең эшсе, крәҫтиәндәре үҙҙәренең тулы хоҡуҡлы Совет съездарында хәл итә”, – тип әйтелә.
Күренеүенсә, Совет федерацияһы нигеҙендә тиң хоҡуҡлы республикалар союзы булырға тейеш тигән фекер ята. Ошо йәһәттән сығып ҡарағанда, Башҡортостан һәм башҡа автономиялы республикаларҙы ысын мәғәнәһендә федерация ағзаһы тип әйтә алабыҙмы? Юҡ, һәм мең тапҡыр юҡ. Әгәр ҙә РСФСР-ҙың 1924 йылда ҡабул ителгән Конституцияһында, РСФСР милли республикалар федерацияһы булараҡ ҡарала, тип яҙылһа, ә инде 1936 һәм 1977 йылдарҙағы Конституцияларҙа уны иҫкә алыуҙы кәрәк тип тә тапмағандар. Был, әлбиттә, автономиялы республикаларҙың үҙаллылығын юғалтыуға килтерҙе, һәм уларҙы административ-бюрократик системаның бер механизмына әүерелдерҙе.
Конституция автономиялы республикаларҙы дәүләт тип иғлан итеүгә ҡарамаҫтан, улар өлкә һәм край менән бер рәттә тора. Мәҫәлән, РСФСР хөкүмәте тарафынан бөтә документтар край, өлкәләр буйынса бер рәттән ҡабул ителә, һәм был автономиялы республикаларға ла ҡағыла. Шулай итеп, улар мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә. Был күренеш, әлбиттә, Совет федерацияһы принциптарын боҙа һәм милләттәрҙең хоҡуҡтарын кесерәйтеүгә килтерә. Шуға күрә лә үҙгәртеп ҡороу, ғәҙеллек урынлаштырыу һәм хоҡуҡи дәүләт төҙөү логикаһы киләсәктә тиң хоҡуҡлы республикалар Союзы берҙәмлегенә килтерәсәк, тип фараз итергә була. Күренеүенсә, ул процесс автономиялы республикаларға союздаш республика статусы биреү менән бәйле буласаҡ.
Союздаш республика өҫтөнлөктәре хаҡында тотош томдар яҙырға була… Был мәҡәләлә мин бына нимәгә иғтибар итергә теләр инем: Башҡортостан йәки башҡа автономиялы республикаларҙың союздаш республика статусын алыуы үҙәкте көсһөҙләндерәсәк, тип әйтеүселәр табылыр, бәлки. Ләкин донъя тәжрибәһе бының киреһен иҫбатлай. Хәҙер сит илдәрҙә бөтә мәсьәләләрҙе фәҡәт үҙәктән генә хәл итеүҙе инҡар итәләр. Мәҫәлән, ҡоролошо буйынса унитар дәүләт булып иҫәпләнгән Италия һәм Испанияла өлкә һәм провинция менән тулы хоҡуҡлы һайланма органдар – джунте һәм парламент идара итә. Улар өлкә һәм провинция әһәмиәтендә үҙ аллы закондар ҡабул итә. Ә инде милли аҙсылыҡ йәшәгән өлкә һәм провинция органдарының закон сығарыу эшмәкәрлеге бер нисек тә сикләнмәгән.
Был дәүләттәрҙә өлкә һәм провинцияларға киң хоҡуҡ биреүҙең сәбәптәре фәһемле. Донъялағы һәр бер яңылыҡты тиҙ генә үҙләштереп, иҡтисадын ныҡ алға үҫтергән Япония ла был йәһәттән ситтә ҡалманы. Унда үҙәк үҙ функцияларының күбеһен префектураларға тапшырған. Хатта ауыл менән идара итеү органдары ла сит илдәр менән туранан-тура бәйләнешкә инә ала.
Шулай итеп, юғары үҫешкән капиталистик илдәрҙең урындағы (төбәк) ойошмалары һәм властары беҙҙең союздаш республикаларҙыҡына ҡарағанда күберәк хоҡуҡҡа эйә. Күрәһең, сәйәси һәм иҡтисади яҡтан үҙ-үҙен аҡлайҙыр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең илдең ҡайһы бер ғалимдары, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәре ҡырҡа үҙәкләштереүҙең, закондарҙы унификациялауҙың (бер ҡалыпҡа һалыу), йәмәғәт тормошон тигеҙләүҙең ни тиклем зыянлы булыуын төшөнөп етмәй. Ул азат фекерҙе быуа, халыҡтың ижадын тотҡарлай, рухи һәм ижтимағи-сәйәси тормошто зәғифләй, ярлыландыра. Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып эш итеү һөҙөмтәһендә, илдәге хаталар дөйөм һәм бер төрлөрәк булды.
Фекеребеҙҙе экология мәсьәләләре миҫалында ғына нигеҙләп ҡарайыҡ. Билдәле булыуынса, СССР Конституцияһы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләрен хәл итеүҙе союздаш һәм автономиялы республикалар ҡарамағына беркеткән. Ләкин үҙәктең ҡарары нигеҙендә тәбиғәтте һаҡлау буйынса Дәүләт комитетының берҙәм органдар системаһы төҙөлдө. Союз комитеты СССР Министрҙар Советына буйһонһа, уның союздаш һәм автономиялы республикаларҙағы органдары – урындағы Министрҙар Советына. Белеүебеҙсә, тәбиғәтте үҙгәртеп ҡороу проекттары, теге йәки был халыҡ хужалығы объекттары төҙөү Министрҙар Советы тарафынан хәл ителә. Ошондай саҡта республика тәбиғәтте һаҡлау Дәүләт комитеты тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүсе объекттар төҙөүгә ҡаршы сыға аламы? Юҡ, әлбиттә. Был осраҡта үҙәккә Бөтә Союз Дәүләт комитеты төҙөү менән сикләнергә кәрәк ине. Ә инде республикалар комитетын кемгә буйһондорорға – Министрҙар Советына йәки Юғары Советҡамы – үҙҙәре хәл итергә тейеш.
Республикаларға тулы хоҡуҡ биреү социалистик йүнселлектең инициативаһына киң юл асыр, хәл итәһе мәсьәләләрҙе үҙенсә һәм файҙалы ойоштороу юлдарын асыҡлауға килтерер ине. Уңышлы хәл ителештәрҙе башҡа республикалар ҙа файҙаланһа, бөтә ил өсөн ыңғай күренеш буласаҡ.
Был тәңгәлдә АҠШ-тың закондар сығарыу тәжрибәһе иғтибарға лайыҡ. Унда һәр штат үҙ аллы хоҡуҡ акттары ҡабул итә. Мәҫәлән, Мичиган штатының Закондар ҡабул итеү ассамблеяһы 60-сы йылдарҙа иң беренсе булып һәр гражданға тәбиғәт байлыҡтарын һаҡһыҙ ҡулланған һәм тирә-яҡ мөхитте бысратҡан өсөн предприятиеларға ҡаршы судҡа мөрәжәғәт итеү хоҡуғын бирҙе. Башҡа штаттар ҙа бынан өлгө алды. Шуныһы мөһим: был закондар АҠШ-та тормошҡа атҡарыла. Мәҫәлән, Калифорния штатында автомобилдәрҙән сыҡҡан газ кимәле дөйөм илдәгегә ҡарағанда ике тапҡырға юғары. Был штат өсөн АҠШ автомобиль төҙөү компаниялары махсус автомобилдәр сығарырға мәжбүр.
Башҡортостан сит илдәр менән сиктәш түгел, шуға күрә лә уға союздаш республика статусы бирелмәй, тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Был фекер дөрөҫ түгел. Сөнки СССР Конституцияһында союздаш республикаларға ҡарата ундай шарт юҡ. Ә Конституцияла ҡаралған союздан сығыу хоҡуғы, сик буйында урынлашмаған хәлдә лә, ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал. Уның өсөн илдәге барлыҡ халыҡтарҙың юғары кимәлдә сәйәси мәҙәниәткә эйә булыуҙары мотлаҡ. Мәҫәлән, Италия халҡы үҙ иле уртаһында ике дәүләт: Сан-Марино һәм Ватикан булыуҙарына тыныс ҡарай. Ә инде Көньяҡ Африка Республикаһының уртаһында Лесото дәүләте урынлашҡан. Миҙалдың икенсе яғы ла бар. Быуаттар төпкөлөндә үк үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылған башҡорт халҡы, Башҡортостан союздаш республика статусы алған хәлдә лә, федерациянан сығыуҙы маҡсат итеп ҡуймаясаҡ.
Шуныһы мөһим: Башҡортостан һәм башҡа автономиялы республикаларға союздаш республика статусы алыу өсөн хоҡуҡ яғынан тотҡарлыҡ юҡ. Ғөмүмән, союздаш республика статусы алыу унда йәшәгән бөтә халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм, дөйөм алғанда, илдең иҡтисадын һәр яҡлап ныҡ үҫтереүгә булышлыҡ ҡына итәсәк.
З. Еникеев, юридик фәндәр кандидаты
“Совет Башҡортостаны”. 1989. 22 апр.
Был мәҡәләлә иң мөһим идея – Башҡортостан союздаш республика статусын алһа ғына, халҡыбыҙ алдына баҫҡан проблемаларҙы хәл итә алабыҙ.
1985 йылда КПСС ҮК Генераль секретары М. С. Горбачев тарафынан СССР-ҙа башланған үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте шауҡымы Башҡортостанға тик 1987 йылда ғына килеп етте.
1987 йылдың 6 майында Советтар Союзы өсөн иң мөһим булған “Правда” гәзитендә Владимир Прокушевтың “Преследование прекратить!” тигән беренсе секретарь Шакиров Миҙхәт Зәкир улына ҡаршы ҙур мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Башҡортостан халҡы өсөн ул аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итте, сөнки 18 йыл буйы Башҡорт АССР-ның беренсе секретары булып эшләгән М. З. Шакировтың ғәйепһеҙ кешеләрҙе, мәҫәлән, КПСС-тың Өфө ҡала комитетының икенсе секретары Леонид Сафроновты, уға ҡаршы сығыш яһағаны өсөн, БАССР прокуратураһына бойороҡ биреп, төрмәгә ултыртыуы һ.б. башбаштаҡлыҡтары хаҡында һүҙ бара ине.
Хәҙерге заман кешеһенең сәйәси партия секретарының прокуратура менән етәкселек итергә ниндәй хоҡуғы булған, тигән һорауы тыуырға мөмкин. Был бик урынлы, сөнки бөгөнгө көндә прокуратура, МВД, ФСБ, һалым инспекцияһы, федераль судьялар һ.б. “силовиктар” Башҡортостан Башлығына буйһонмайҙар һәм уларҙы вазифаға билдәләгәндә уларҙың фекерҙәре иҫәпкә алынмай. Яуапты Башҡортостандың төҙөлөү тарихында табырға мөмкин.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Республикаһы – Үҙәк шура кимәлендә башҡорт хәрәкәте емеше. 2019 йылда илебеҙ халҡы, йәмәғәтселек Башҡорт АССР-ның 100 йыллығын Рәсәй кимәлендә билдәләне. Әгәр ҙә тарихҡа күҙ һирпеп ҡараһаҡ, де-факто, башҡорт халҡының Үҙәк шураһы (Центральный совет) республиканы 1917 йылдың 16 ноябрендә (яңы стиль менән 29 ноябрь) большевиктар революцияһынан һуң үҙенең фарманы менән иғлан итә. 1917 йылдың 8–20 декабрендә Ырымбур ҡалаһында Каруанһарайҙа Башҡортостан Республикаһының ойоштороу (учредительный) съезы булып үтә. Делегаттар башҡорт улыстарынан һәм өйәҙҙәренән (уезд) халыҡ тарафынан һайланып киләләр. Мәҫәлән, Миңзәлә өйәҙенән – 15, Орскиҙан – 14, Өфөнән – 14, башҡа өйәҙҙәрҙән һәммәһе 223 тулы хоҡуҡлы делегат һайлана һәм ҡатнаша. Хоҡуҡи күҙлектән ҡарағанда, яңы большевиктар яулап алған власть үҙенең III Бөтә Рәсәй Советтар съезында хеҙмәтсәндәрҙең һәм эксплуатация баҫымына эләккән халыҡтың хоҡуҡтары тураһында Декларация ҡабул итә һәм Рәсәй халҡының үҙбилдәләнешкә хоҡуғы, хатта үҙ аллы, мөстәҡил дәүләт төҙөү мөмкинлеге булыуын иғлан итә. Шул сәйәси-юридик документтар ошоғаса Рәсәй империяһының өлөштәрен тәшкил иткән, Польша һәм Финляндияға мөстәҡил дәүләт статусын биргән. Ни өсөн мин барыһын да ентекләп яҙам? Беренсенән, Башҡорт республикаһының барлыҡҡа килгән датаһын билдәләү зарур, сөнки уның 100 йыллығын 1919 йылдың март айында Башҡорт һәм Совет хөкүмәттәре араһында төҙөлгән Килешеү датаһын күҙ уңында тотоп үткәрелде. Башҡортостандың дәүләт булараҡ 1917–1919 йылдарҙа формалашыуын һәм үҫеш тарихын коммунист идеологтары инҡар итеү сәбәпле, бөгөнгө көндә лә шул юҫыҡтан алға китә алмайҙар.
Был ваҡиғалар тураһында Ә. Вәлиди Туғандың “Хәтирәләр”ендә яҙылған, материалдар архивта һаҡлана, тарихсыларҙың китаптарында килтерелгән, ләкин уларға юридик баһа әле һаман да бирелмәгән. Һис шикһеҙ, яҙып үткәндәр һәм 1917 йылдағы Үҙәк совет власы һәм башҡорт халҡының декабрҙә үткәргән ойоштороу Ҡоролтай материалдарына таянып, Башҡорт республикаһының тыуған көнө итеп 1917 йылдың 20 декабрен таныу зарур. Был тарихи хәҡиҡәт.
Башҡортостандың, РСФСР-ҙың субъекты, автономиялы дәүләте булараҡ, парламент республикаһы формаһында үҫеше күҙалланыла. Иң юғары орган – халыҡ тарафынан һайланып ҡуйылған Ҡоролтай, ә ул үҙ сиратында Башҡарма власть органдарын билдәләй. Территория үҙ аллы идаралы кантондарға һәм улустарға (волость) бүленә. Ғөмүмән, был төҙөлөш – тотороҡло, халыҡ мәнфәғәттәренән сығып идара ителгән хоҡуҡи дәүләт моделе. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы суверенитетты – мөстәҡиллекте 1990 йыл яулап алғас, 1993 йылға ҡәҙәр ошо юҫыҡта үҫешә һәм үҙенең тормошҡа яраҡлылығын иҫбат итә. РСФСР-ға Башҡорт республикаһы де-юре ҡушылғандан һуң, 1920 йыл Башҡорт АССР-ы үҙенең беренсе Советтар Союзында Конституцияны ҡабул итергә әҙерлек эштәре алып бара, ләкин 1920 йылдың 28 апрелендә Башҡортостан революцион комитеты рәйесе Ә. Вәлидов Мәскәүгә эшкә күсерелә.
1920 йылдың 19 май көндө Бөтә Рәсәй Башҡарма комитеты һәм РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы (СНК РСФСР) тарафынан “Башҡорт АССР-ның дәүләт төҙөлөшө тураһында” Декрет ҡабул ителә. Илдең хөкүмәт башлығы В. И. Ленин был Декретты Башҡорт АССР-ның Конституцияһы, тип атай. БАССР-ҙың аҙыҡ-түлек, финанс комиссарҙарын тулыһынса Үҙәк власҡа буйһондоралар. Әлбиттә, Ә. Вәлидов һәм уның көрәштәштәре был Декрет менән килешә алмайҙар һәм 1920 йылдың 19 июнендә Башҡорт ревкомы (ул осорҙа хөкүмәт ролен ул үтәй) тулы составта отставкаға китә.
1920 йылдың 28 июнендә Рәсәй (большевик) коммунистар партияһының РКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының ғәҙәттән тыш ултырышында Башҡортостан хөкүмәтен фәҡәт партияға ныҡ тоғро булған коммунистарҙан ғына төҙөргә кәрәк, тигән ҡарар ҡабул итәләр һәм республикалағы власть де-факто коммунистар партияһының Өлкә комитеты ҡарамағына күсә. Был хоҡуҡи цивилизациялы дәүләттәрҙең ҡануниәтенә һыймаған күренеш СССР, унда ингән союздаш һәм автономиялы республикаларҙың конституцияһында нығытылып ҡуйыла. Власть 1990 йылда ғына халыҡ тарафынан һайланып ҡуйылған легитимлы органдарға күсә.
Совет власы дәүерендә башҡорттарға ҡарата үҙәктән һәр ваҡыт ышанмаусанлыҡ сәйәсәте үткәрелде. Был йәһәттән Башҡорт республикаһына һәм милли кадрҙарға ҡарата булған үҙәк мөнәсәбәтен Башҡорт Совет республикаһындағы үҙәк вәкиле С. М. Диманштейндың хаты тулыһынса характерлай: “... башҡорттарҙың абруйын оҫта яһалмалылыҡ менән күтәрергә кәрәк. Бигерәк тә башҡорттарҙы декоратив характерлы урындарға күрһәтергә, БашЦИК президиумы рәйесе вазифаһын Совнарком рәйесе вазифаһынан айырырға. Башҡорттарҙы бер нимә лә башҡармаған, һорауҙар хәл итмәгән төрлө пленумдарға һайларға”.
Ысынлап та, Ш. Хоҙайбирҙин 1921 йылдың ноябрь айынан алып 1922 йылдың март айына тиклем Башҡорт АССР ВКП(б) рәйесе була, шунан һуң 1946 йылға ҡәҙәр башҡорттарҙы ил менән идара иткән коммунистар партияһының беренсе секретарҙары вазифаһына тәғәйенләмәйҙәр. 1923–1924 йылдарҙа Восканов (Восканян) Рубен Айрапетович, 1924–1927 йй. – Разумов Михаил Осипович, 1927–1929 йй. – Юревич Эдуард Янович, 1929–1937 йй. – Быкин Яков Борисович, 1937–1939 йй. – Заликин Александр Тарасович, 1939 й. ғинуар – ноябрь айҙары – Растегин Григорий Семенович, 1939–1942 йй. – Аношин Иван Семенович, 1942–1943 йй. – Задионченко Семен Борисович, 1943–1946, 1953–1957 йй. – Игнатьев Семен Денисович.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ғына ил башлығы И. В. Сталин, бәлки, һуғышҡа милли кавалерия дивизияһы төҙөп ебәргән башҡорт халҡына ышанысын һәм мәрхәмәтен белдерер өсөн, башҡорт милләтенең лайыҡлы шәхесе Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы 1946 йылдан алып 1953 йылға ҡәҙәр Башҡорт АССР-ының беренсе секретары вазифаһын башҡара. 1957–1969 йылдарҙа, С. Д. Игнатьевтың 1953–1957 йй. идара иткәненән һуң, Нуриев Зыя Нурый улына, аҙаҡ Шакиров Миҙхәт Закир улына “дилбегә” тапшырыла.
Совет заманында КПСС Өлкә комитетының Беренсе секретары ҡулында закон менән сикләнмәгән власть булды. Район һәм ҡала, предприятие, завод, төрлө дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәрен; республика, ҡала, район прокурорҙарын, хеҙмәткәрҙәрен; Дәүләт именлеге комитеты рәйесен; Эске эштәр министрын; юғары уҡыу йорттары ректорҙарын; техникум директорҙарын вазифаһынан бушатырға, йәки юғарыраҡ вазифаға тәғәйенләргә, йәғни үрләтергә хоҡуғы булды. Әлбиттә, республиканың Юғары Советы рәйесе, уның Президиумы, Министрҙар Советы рәйесе, министрҙар, БАССР-ҙың Юғары Суды, ҡала һәм район судьялары үҙ вазифаларын тик “Беренсенең фатихаһы”, йәғни рөхсәте менән генә башҡарҙылар.
Башҡорт АССР-ның 1978 йылдың 30 май айында ҡабул ителгән Конституцияһы нигеҙендә республика дәүләт власының иң юғары органдары булып Юғары Совет һәм Министрҙар Советы иҫәпләнделәр. Ләкин ысынбарлыҡта иһә, Юғары Советҡа, уның Президиумына һәм Министрҙар Советына үҙ аллы ҡарар ҡабул итергә советтар илендә хакимлыҡ иткән сәйәси система мөмкинлек бирмәне. Юғары Совет эшсе, крәҫтиән (колхозсылар), интеллигенция вәкилдәренән һәм партия совет органдары етәкселәренән КПСС-тың Өлкә комитеты Беренсе секретары тарафынан раҫланған 280 депутат тәшкил итте. Юғары Советтың составы бер мандатлы округтарҙа альтернатив булмаған һайлауҙар нигеҙендә 5 йыл һайын алышынып торҙо. Әлбиттә, район һәм ҡала хужалары – компартияның беренсе секретарҙары һәм министрҙар мотлаҡ рәүештә депутат булып һайландылар.
Юғары Совет ҡағиҙә булараҡ йылына бер тапҡыр ғына декабрь айында Мәскәүҙән ебәрелгән контроль һандар нигеҙендә төҙөлгән республика бюджеты тураһында закон ҡабул итә ине. Өфөгә сессияға килеү эшсе-крәҫтиән, интеллигенция вәкилдәренән һайланған депутаттар өсөн оло байрамға әүерелә ине. Сөнки Яңы йыл байрамы алдынан уларға дефицит булған әфлисун, мандарин, колбаса, шампан шарабы, һинд сәйе һ.б. байрам өҫтәлен биҙәгән аҙыҡ-түлек һатып алып ҡайтырға мөмкинлек булды... Бөгөнгө көн күҙлегенән сығып ҡарағанда, әлбиттә, башҡа һыймаҫлыҡ күренеш, әммә был совет ысынбарлығы.
Сессиялар араһында Юғары Советтың даими эшләгән органы – Президиум булып торҙо. 1970 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында инструктор булып эшләгән Ф. М. Раяновтың әйтеүенсә, Президиум исеменән бөтә ҡарарҙар ҙа өлкә комитетта әҙерләнеп бирелгән.
Министрҙар Советы республика кимәлендә хужалыҡ эштәре менән етәкселек итте. Башҡортостанда нефть һәм ауыр сәнәғәт (тяжелая промышленность) тармағына ҡараған завод һәм предприятиелар үҫештеләр. Ләкин улар БАССР хөкүмәтенә түгел, ә Мәскәүҙә урынлашҡан барыһы ла союз һәм союздаш республика кимәлендәге министерство һәм ведомстволарға буйһондолар. БАССР Министрҙар Советы фәҡәт Мәскәүҙән ебәрелгән күрһәтмәләр нигеҙендә республиканың колхоз-совхоздар, ауыл хужалығы өлкәһендә иген, арыш сәсеү, йылҡы, һыйыр, сусҡа, һарыҡ малдарын арттырыу һ.б. эштәрҙе ойоштороу мәшәҡәте менән булышты. СССР хөкүмәтенең һәм КПСС-тың Башҡорт АССР-ы өлкә комитетының үҙенең хөкүмәтенә булған мөнәсәбәтен бер генә миҫал сағылдыра.
Ул осорҙа ауыл хужалығы һәр ваҡыт иҡтисади кампанияларға бай булды. Яҙ һайын сәсеү, йәйгеһен бесән, “веткорма” (малға ашатыу өсөн йәш сауҡаларҙан эшләнгән миндектәр) әҙерләү, көҙгөһөн – “битва за урожай”, ҡышҡыһын – һауынды арттырыу, һарыҡ, һыйыр малдарын юғалтыуһыҙ үткәреү һ.б. Был бөтмәҫ-төкәнмәҫ кампанияларҙа көҙгөһөн студенттарҙы, мәҫәлән, беҙҙе, Свердловск юридик институтынан, беренсе курстан алып һуңғыһына тиклем картуф ҡаҙырға, БДУ-ла аспирантурала уҡығанда һәм кафедрала доцент булып эшләгәндә лә ял көндәрендә, ҡайһы саҡ эш ваҡытында ла, лекция-дәрестәрҙән беҙҙе алып ауыл еренә саф һауа һуларға, йәғни йәшелсәләр йыйырға, ебәрәләр ине. Был кампанияларҙа завод-фабрика эшселәре, интеллигенция әүҙем ҡатнашырға мәжбүр булдылар. Уларҙы ойоштороу эштәре мәнән һәр районға беркетелгән хөкүмәт ағзалары министерство-ведомстволар вәкилдәре, хужалыҡтарға район һәм ҡаланы етәкләгән, аппаратта эшләгән яуаплы хеҙмәткәрҙәр “вәкил” булараҡ мәшғүл булдылар. БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе вәкилдәр менән етәкселек итте. Шуға күрә минең дуҫым Министрҙар Советында яуаплы вазифа биләгән Рафиҡ Ғәлинде Өфө эргәһендә урынлашҡан Благовещенск районына ебәргәндәр. Өфөгә ҡайтырға Өлкә комитеттан рөхсәт булмағанлыҡтан, яҙлы-көҙлө айҙар буйына ҡала ситендәге ҡунаҡханала йәшәп, район кимәлендә ашлыҡ йыйыу буйынса йәнләндереү эштәрен алып барырға мәжбүр булған. Парадокс, ләкин совет ысынбарлығы. Был йәһәттән шул осор халҡы араһында таралған АҠШ Президенты Рональд Рейган тураһындағы көләмәс бик һәйбәт тасуирлай: “Иртәнсәк йоҡонан торғас, Рейган ҡатынына насар төш күреүе тураһында әйтә. “Нимә булды?” – тип һорағас, ул: “Гүйә, мине Л. И. Брежнев Кремлгә саҡыртҡан да: “Товарищ первый секретарь Вашингтонского обкома партии, почему вы не выполнили план по сдаче зерна?” – тип һорай!”
Ғөмүмән, формаль-альтернатив рәүештә булмаһа ла, халыҡ тарафынан һайланған, тимәк, юридик яҡтан ҡарағанда ниндәйҙер кимәлдә легитим власть органдары булған, Башҡорт АССР-ның Юғары Советы, уның Президиумы һәм Министрҙар Советы илдә хакимлыҡ иткән административ-бюрократик системаһының “винттары” булараҡ хеҙмәт иттеләр.
Район һәм ҡалаларҙа КПСС Өлкә комитетының Беренсе секретары “назначать” иткән партияның функционерҙары урындағы ижтимағи һәм иҡтисади тормоштоң тулы хоҡуҡлы һәм властары бер ниндәй ҙә закон менән сикләнмәгән хужа булып торҙолар. Бөгөнгө ҡала һәм район хакимиәт етәкселәренең хоҡуҡтары менән сағыштырып ҡарағанда, совет осоронда етәкселәр үҙҙәрен абсолют монарх, йәғни хан итеп хис иттеләр: судья, прокурор, милиция начальниктары предприятие һ.б. ойошма етәкселәре, мәктәп директорҙары – барыһы ла уларҙың “ҡурайына бейенеләр”. Әгәр ҙә кемдер “көйгә” килтереп баҫмай икән, икенсе көндө үк партбилетын тапшырып, “бүре билеты”н (“волчий билет”) алып, ҡаланан, райондан, ғөмүмән, республиканан күсеп китергә мәжбүр булды. Бындай етәксене еңел ҡотолдо, тип әйтә торғайнылар. Күп осраҡта прокурор, милиция начальнигына, халыҡ контроле комитеты етәксеһенә һәм судьяларға Фәләнов Фәлән Фәләновичҡа енәйәт кодексынан статья табып, ултыртырға, тигән бойороҡ бирелә. Улар тырышып-тырмашып, ең һыҙғанып эш башлайҙар ине.
“Аҡ тирмә” – башҡорт зыялылар клубы
1988 йыл минең өсөн ижтимағи тормош ҡайнап торҙо. Бер яҡтан экологик хәрәкәттә әүҙем ҡатнашып, унда мине һәм башҡорт халҡын ныҡ борсоған милли проблемаларҙы эколог дуҫтарға аңлатһам, икенсе яҡтан, март айында элекке “Нефтяник” мәҙәниәт һарайында (“Башҡортостан” дәүләт концерт залы ) һәр аҙна һайын йома көндәрендә башҡорт зыялылары менән осрашып, “Аҡ тирмә”лә һөйләшә инек. Уны яҙыусы Ғәзим Шафиҡов, ғалим Әхмәт Сөләймәнов, ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева, ғалим Сәфәрғәле Йәнтурин һәм КПСС-тың Киров районы комитетының өсөнсө секретары Рәшиҙә Солтанова ойошторҙолар.
Ул осорҙа илдә азатлыҡ рухы аңҡый ине. Беренсе секретарь Ш. З. Шакиров менән 20 йыл буйына (1967–1987 йй.) республиканың баш идеологы Таһир Ахунйәнов та үҙ вазифаһын бушатты. Башҡортостанда ла власҡа яңы килгән партия әһелдәре заман рухына яраҡлашып, халыҡҡа тиҫтәләр буйына йыйылған аһ-зарҙарын түгергә, фекер алышырға майҙан кәрәклеген аңлайҙар ине, күрәһең. Был майҙанды “Аҡ тирмә” тип атанылар.
1989 йылдың 23 май һанында рус телендә “Ленинец” гәзитендә сыҡҡан юридик фән кандидаты, юридик факультетта бергә эшләгән дуҫым Анатолий Тимонин менән “Государственное право, или право государства” тигән рубрика аҫтында беҙҙең әңгәмә баҫылып сыҡты. Ул осорҙа матбуғатта баҫылып сыҡҡан һәр бер гәзит-журналдар һаны, радио һәм телевидение аша әйтелгәндәрҙе халыҡ ентекләп уҡый һәм йотлоғоп тыңлай ине. Мин был мәҡәләләрҙә, радио һәм телевидениела күтәргән “Башҡортостанға союздаш республика статусы!” тигән тәҡдим башҡорт халҡының милли идеяһына әүерелде. Өфө башҡорттары һәм татарҙары өсөн мин ниндәйҙер кимәлдә билдәле бер шәхескә әүерелә башланым. Ҡайһы бер оло йәштәгеләр мине урамда күрһәләр, урап үтәләр ине, сөнки уларҙа ҡурҡыу тойғоһо тәрән ине.
Минең янға хоҡуҡ һаҡлау системаһында оҙаҡ йылдар буйына эшләгән оло ғына бер ағай: “Ҡустым, ҡурҡмайһыңмы? Һине ултырманылармы әле?” – тип ҡыҙыҡһынып китте. “Үҙем өсөн ҡурҡмайым, хәҙер илдә революцион үҙгәрештәр башланды. Әгәр ҙә ошо ваҡытта халҡыбыҙ өсөн 1917 йылда ҡан ҡойоп, ошо республиканы ата-бабалар ҡурҡыу белмәйенсә яулап алғандар икән, беҙҙең быуындың бурысы – уның сәйәси-хоҡуҡи статусын камиллаштырыу”, – тинем.
Һәр осрашыу йыр, бейеү, ҡурай менән тамамлана ине. 1989–1990 йылдарҙа башҡорт райондары “Аҡ тирмә” йыйылышына үҙҙәренең һәүәҫкәр артистары менән килә инеләр. Шунда мин халҡыбыҙҙың шул тиклем талантҡа бай икәнлегенә һушым китә ине. Иҫемдә, Ейәнсура районынан йәш кенә һауынсы ҡыҙҙың “Зөлхизә”не иҫ киткес моң менән башҡарыуы. Оҙон көй тамамланғас, Өфө халҡы ярты сәғәт тирәһе баҫып алҡышланы. Шуға күрә һәр кисәнән илһамланып ҡайта инем, сөнки йыр-моңға күмелеп йәшәү – үҙе бер бәхет. Ләкин шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов әйтеүенсә, халҡыбыҙҙың йыйылған ынйыларынан ҡала мөхитендә үҫкән, тәрбиәләнгән бик күп милләттәштәребеҙ мәхрүм булыуы, ҡыҙы – әсәһен, улы атаһын танымаған быуын үҫеүе күңелде ҡыра ине. Өфө урамдарында башҡорт һүҙен ишетмәй инек ул ваҡытта. Ысынлап та, тыуған илдә туған тел, тип һағындыра ине. “Аҡ тирмә” Өфө халҡы өсөн дөм ҡараңғы төндә шәм яҡтыһы кеүек үҙенә тартып, ата-әсәләренең ғәйебе һөҙөмтәһендә телдәрен белмәй үҫкән башҡорт йәштәрен, студенттарын йәлеп итте. Шуларҙың береһе тураһында яҙып үткем килә.
“Аҡ тирмә”лә мин МГИМО студенты, башҡортса бер һүҙ ҙә белмәгән, ләкин инглиз, француз, ҡхмер телдәрен үҙләштергән Вилорий Яҡупов менән дуҫлаштыҡ. Бер-ике йылда ул башҡорт телен үҙ итте. Ҡурайҙа уйнарға өйрәнде, Камбоджала илселектә (посольство) эшләгәндә байрам көндәрендә бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен ҡурай көйөнә бейеткән. 90-сы йылдарҙа беҙ суверенитетты – мөстәҡиллекте иғлан иткәс, Вилорий менән уны ғәмәлгә ашырыу юлдары тураһында башҡорт телендә хат аша бәйләнеш тоттоҡ. Ул инглиз телендә сыҡҡан “Бангкок пост” гәзитендә мәғлүмәт агентлығы “Рейтер” таратҡан минең интервьюны күреп ҡалып, гәзитте миңә ебәрҙе. Хәҙерге көндә дуҫым Вилорий Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй. Ул ваҡытта мин көндәлек алып бара инем. Шундағы бер яҙманы тәҡдим итәм.
3 март 1989 йыл. Яныбай ағай Хамматов менән “Аҡ тирмә”лә осраштым. Татарҙар, әгәр ҙә татар-башҡорт полктары Парижға барып етте, тип яҙһаң, Туҡай премияһы бирәбеҙ, тип әйттеләр, ти. Самат Шакиров тигән әҙиптәре бигерәк тә ныҡ дәғүәләшкән. Сыуаштарҙан бер батальон ғына Наполеонға ҡаршы походта ҡатнашҡан һәм улар һәр бер һуғышсының исемен музейҙарында яҙып элеп ҡуйғандар, ә беҙҙә 28 полктың хатта полк командирҙарының исемлеге юҡ, билдәһеҙ.
Француз, немец рәссамдары башҡорттар Берлинда ҡатын-ҡыҙҙар, балалар араһында тигән картиналар яҙғандар. Ләкин ул беҙгә билдәһеҙ. “Репродукцияларҙы йыйырға кәрәк”, – тине Яныбай ағай.
Яңыраҡ, 2020 йылдың март айында, республикабыҙҙың Башлығы Р. Ф. Хәбиров тырышлығы һөҙөмтәһендә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, ҡаһарманы генерал Шайморатов Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһында уның исемендә орден булдырылды. Киләсәктә, Аллаһы Тәғәлә насип итһә, республикала Башҡортостан ҡаһармандарына арналған музей булыр тип ышанам. Унда Алдар Иҫәкәевтән алып Шакирйән Мөхәмәтйәновҡа ҡәҙәр күргәҙмәләр залы булыр. Был изге эште башҡорт халҡы йәмәғәтселегенең башлап ебәреүе зарур.
Әлбиттә, “Аҡ тирмә”нең халыҡтың үҙаңын уятыуҙа роле иҫ киткес ҙур булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, совет заманында башҡорт зыялыларының ғына түгел, ғөмүмән, совет интеллигенцияһының аңында (подсознание) Сталин осорондағы репрессиялар Хрущев, Брежнев заманында Р. Ғарипов кеүек милли рухлы шағирҙарҙы урындағы партия әһелдәре тарафынан эҙәрләү, Ш. Бабичтың китаптарын баҫтырып сығармау, йәшереп тотоу, Солженицынды илдән ҡыуып сығарыу, академик Сахаровты Горький ҡалаһында һаҡ аҫтында тотоу һөҙөмтәләрендә халыҡта ҡурҡыу тойғоһо көслө ине. Шуға күрә, “Аҡ тирмә”лә берәү ҙә ойошоп, халыҡ мәнфәғәттәре өсөн көрәш башлауҙы баҙнатсылыҡ итмәне. 1989 йылдың 26 май йома көндө яҡташым Әбйәлил егете, ул ваҡытта фән кандидаты, Шишмә районы ауыл хужалығы тәжрибә институтында эшләгән, хәҙерге көндә фән докторы, профессор Ҡадир Мәғәфуров менән бергә һөйләшеп, “Аҡ тирмә”лә сәхнәгә сығып, Башҡортостанға союздаш республика статусы өсөн ҡултамғалар йыйыу өсөн комитет ойошторорға тәҡдим иттек. Халыҡ беҙҙе алҡыштарға күмеп хупланы һәм шунда уҡ Комитеттың рәйесе итеп мине, ә Ҡадирҙы минең урынбаҫар итеп һайлап та ҡуйҙылар. Миңә “Аҡ тирмә” Лондондағы азатлыҡ майҙаны “Гайд-парк” түгел икәне, ундағы һәр бер кешенең сығышы Дәүләт именлеге комитеты (КГБ – ДИК) хеҙмәткәрҙәре тарафынан магнитофонға яҙылып барыуы көн асыҡ ине. Беҙҙең был сығыш беҙҙең яҙмыш өсөн эҙһеҙ үтмәйәсәген белә инем.
Ысынлап та, бер-ике көн дә үтмәне, дүшәмбе көндө, 29 май, “ҡара Волга”ла, мин йәшәгән дөйөм ятаҡҡа, рәсми һөйләшеү өсөн, ике ДИК хеҙмәткәре килеп, рәсми бинаға алып барҙылар. Аллаға шөкөр, заманалар үҙгәрҙе, “автозак” автомобиле халыҡ араһында әйтелеп йөрөтөлгән “черный ворон” түгел, тигән уйҙар урғылдылар.
“Ҡултамғалар йыйыу сәйәси хәрәкәт башлауҙы аңлата”, – тип әйттеләр һәм был эште ҡәтғи рәүештә туҡтатыуҙы талап иттеләр. “НКВД бөтһә лә, КГБ бар, үҙеңде “под монастырь подводишь”, – тип киҫәтергә маташтылар. Мин уларға: “Юрист булараҡ, закон нигеҙендә эшмәкәрлек алып барам һәм башлаған эште туҡтатмаясаҡбыҙ”, – тип яуап бирҙем. “Эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!” – тип ҡулдарын ҡыҫып ҡуҙғалғас, минең әңгәмәселәр: “Һин беҙҙе тыңламағас, беҙҙә ниндәй уңыш булһын инде”, – тип үпкә белдереп ҡалдылар һәм БДУ-ның ректорына еткереп, мине (ул заманда мин юридик факультетта уҡыта инем) “тура юлға” һалыуҙы һорағандар. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы академик Рәғиб ағай Ғимаев минең позицияларҙың ныҡлығын бер нисә һорау менән асыҡланы ла, хоҡуҡи юҫыҡтан тайпылмауымды белгәс, минән башҡорт сәйәси хәрәкәтен туплаған ойошманы төҙөүҙә ниндәй ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар булыуын һорашып: “Бирешмә уларға, үҙеңдекен эшлә!” – тип фатихаһын бирҙе. Оло шәхес, ғалим булараҡ Рәғиб ағай Башҡортостандың киләсәге уның хоҡуҡи статусына бәйле икәнен аңлай ине.
1991 йыл мин Юғары Советҡа комитет рәйесе булып һайланғас, унда депутат булараҡ йәмәғәт башланғысында минең урынбаҫар булып эшләне. Суверенитет тураһында Декларация (яңы Конституция), фән, мәҙәниәт, мәғрифәт, матбуғат, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләгән закондар ҡабул иткәндә, бик әүҙем ҡатнашты. Аҡыллы кәңәштәре менән миңә терәк булып торҙо.
Әлбиттә, ДИК – КГБ хеҙмәткәрҙәре менән булған әңгәмәнән һуң мин тағы ла сәмләнеп, үҙемдең алдыма ҡуйған маҡсатты ғәмәлгә ашырыу өсөн көнө-төнө, алһыҙ-ялһыҙ эшләнем тиһәм дә, шаштырыу түгел.
Көндәлегемдәге яҙмаларҙа 22 һәм 29 майҙа радио аша 20-шәр минут киске сәғәт 18:40 башҡортса һәм русса тапшырыуҙар, 4 июнь – телевидениела бер үҙем 33 минут, 30 июнь – Александр Аринин, Василий Бабенко һәм күренекле ғалим, тарихсы Рәил Кузеев менән бер сәғәт шул уҡ темаға һөйләшеүҙәр алып барыу тураһында яҙылған.
Беҙҙең өсөн иң мөһим, иң ауыр мәсьәлә – союздаш республика статусы өсөн көрәште тик башҡорт халҡының милли хәрәкәте генә түгел, ә Башҡортостан халыҡтарының дөйөм хәрәкәтенә әйләндереү бурысы. Был турала рус телендә сыҡҡан гәзиттәрҙә аңлатыу эше алып барыу зарур ине. Ләкин “Советская Башкирия” гәзите редакторы беҙҙең мәҡәләләрҙе баҫыу ғына түгел, ишетергә лә теләмәне. Был йәһәттән ул заманда Салауат Килдин етәкселек иткән радио-телевидение комитеты бик йылдам эш итте. Башҡорт һәм рус телдәрендә беҙҙең менән әңгәмәләрҙе эфир аша халыҡҡа еткерә башланы. Үҙемдең исемгә радио тыңлаусыларҙан беҙҙең хәрәкәтте хуплаған бик күп хаттар алдым. Шул уҡ ваҡытта радио, телевидение аша рус һәм башҡорт телдәрендә республиканың статусын үҙгәртеү тураһында сығыштар яһай башланым. Тәүге сығыштан уҡ миңә республика халҡынан бик күп хаттар килде. Унда улар үҙҙәренең ыңғай фекерен белдереп яҙҙылар, үҙемә ҡарата терәк-таяныс һиҙҙем.