

Бөгөнгө көндә косметолог, психолог кеүек тағы ла әллә күпме һөнәр эйәләрен аҙым һайын осратырға һәм уларға ышанып кеҫәңде бушатырға мөмкин. Был ғына ла түгел, иң үкенеслеһе, ике-өс көн онлайн аша уҡып алған дипломлы "белгес"тәрҙең күптәре зыян килтереп тә ҡуя. Өфөлә косметолог Яна Долгарева тирәһендәге бәхәстәр ҙә тап шул турала. Әҙилә тигән пациенты унан ботоксҡа инъекция ҡаҙата һәм ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығара яҙа. Сөнки тиреһендә некроз барлыҡҡа килә. Ҡыҙ башта косметологҡа барып хәлен һөйләгәс, уныһы пациентын йүнһеҙлектә ғәйепләй һәм аҡса һығырға итә, тип уйлай. Тиҙҙән ике гүзәл заттың социаль селтәрҙәге аралашыуҙары интернет киңлектәренә тарала. Бөгөнгө көндә косметологҡа ҡарата енәйәт эше асылған.
Фото интернеттан алынды.