Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2025, 10:00

Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай

“Ике-өс йыл ултырған һуттарым, компоттарым бар”.

Һутты, компотты  оҙаҡ һаҡларға ярамайҺутты, компотты  оҙаҡ һаҡларға ярамай
Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай

“Ике-өс йыл ултырған һуттарым, компоттарым бар”. Таныш-тоноштан ошондай хәбәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын.
Баҡтиһәң, төшлө емеш һуттарын, ҡайнатмаһын оҙаҡ һаҡларға ярамай. Сейә, абрикос төшөндә амигдалин (В17 матдәһе) бар, аҙ миҡдарҙа ул яман шештән һаҡлай. Оҙаҡ торғанда зыянлы синиль кислотаһына әүерелә.
Яңы ғына әҙерләнгән ҡайнатма, компоттағы амигдалин кеше сәләмәтлегенә зыян килтермәй. Оҙағыраҡ һаҡланған һайын синиль кислотаһы миҡдары арта. Шуға төшлө емештәрҙән ҡышҡы запастарҙы бер йылда ҡулланып бөтөргә кәрәк.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/red-

Автор:
Читайте нас