Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2025, 09:55

Ҡырауҙарҙан һуң тәм инә

Ҡайһы бер йәшелсәләрҙе йыйырға ашыҡмаҫҡа кәрәк...

Ҡырауҙарҙан һуң тәм инәҠырауҙарҙан һуң тәм инә
Ҡырауҙарҙан һуң тәм инә

Ҡайһы бер йәшелсәләрҙе йыйырға ашыҡмаҫҡа кәрәк, еңел ҡырауҙарҙан һуң улар тағы ла тәмләнә.
Пастернакты элек “аҡ тамыр” тип йөрөткәндәр, күп ҡулланғандар. Һуңғы ваҡытта был тамыраҙыҡҡа иғтибар кәмене. Пастернак кишерҙән файҙалыраҡ, калий, кремний, фосфорға бай, калорияһы бәрәңгенән түбәнерәк. Пастернак тамырын көҙөн үҫтерә, уны октябрҙән дә иртәрәк йыймайҙар. Һалҡында үҫкәне тәмлерәк була.
Сельдерей тамыры ҡырауҙарҙан һуң баллана. Уны аш-һыу, рагуҙарға ҡурҡмай һала алаһығыҙ.
Брюссель кәбеҫтәһе лә ҡырауҙарҙан һуң тәмләнә. Һалҡынға эләккән кәбеҫтәне туңған килеш йыймағыҙ, үҫеп ултырғанда үҙ хәленә ҡайтһын. Юғиһә, насар һаҡлана.
Аңра шалҡанды (бирюкова) йыйырға ашыҡмағыҙ.
Порей һуғаны һыуыҡтарҙан ҡурҡмай, көҙ уртаһында ғына йыя алаһығыҙ. Бер өлөшөн баҡсала ҡалдырырға ла мөмкин. Яҙын ул шытып сығасаҡ. Тик икенсе йыл тиҙерәк ашап бөтөрөргә кәрәк, сәскә ата башлай.


Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:
Читайте нас