

Уҡыуҙың тәүге көндәренән үк, мәктәп уҡыусыһы ниндәй класта уҡыуына ҡарамаҫтан, өйөлөп өйгә эштәр бирелә лә башланы. Әсәйҙәр балаһына инша яҙышҡансы, атайҙар, иртәгә үтәсәк хеҙмәт дәресендә ҡулланырға, ҡараңғы төшөүенә ҡарамаҫтан, япраҡ йыйырға урамға сығып китә. Башҡорт, рус әҙәбиәттәренән, сит телдән шиғыр ятларға бер юлы бирһәләр, ул төндө, уҡыусы балаһы булған ғаилә генә түгел, хатта күршеләр ҙә йоҡлай алмай. Ҡайһы саҡта бала мәктәпкә, ата-әсәһе менән бергәләп эшләгән, өйгә эштәрен күрһәтер өсөн генә бара кеүек. Туғыҙ ай дауамында шулай итеп йоҡолар туймай, нервылар ҡаҡшай һәм йәйге каникулды уҡыусыларҙан бигерәк, ата-әсәйҙәр нығыраҡ көтә башлай.
Депутат Сергей Кравцов, Роспотребнадзорға ярашлы итеп, түбәндәгесә итеп өйгә эштәрҙе башҡарыу ваҡытын билдәләүҙәре хаҡында әйткән:
1-се класҡа - бер, 2-3-сө кластарға - сәғәт ярым, 4-5 кластарға - ике, 6-8 кластарға - ике сәғәт ярым, 9-11 кластарға - өс сәғәт ярым.
"Билдәләнгән ваҡыт эсендә өйгә эштәрҙе башҡарып өлгөрмәһәк, ҡалғандарына тотоноп тормаҫҡа ла мөмкин буламы?" - тип риторик һорау биреп шаяртыусы ата-әсәләр ҙә табылған.
Фото интернеттан алынды.