

Булыр бала бишектән, тигәндәре шулдыр, саҡ бише тулған Данил бер көн балалар баҡсаһынан ҡайтҡас, усын күкрәге тәңгәленә ҡуйып, атаһы менән әсәһенә:
– Ошо ерем ауырта, миңә ҡурай алып бирегеҙ, — тип үтенә.
Баш ҡалалағы магазиндарҙа кәрәкле үлсәмдәгеһен таба алмай аптырашта ҡалған ғаилә башлығы, улын әүрәтәм тип, гитара алып ҡайта. Ләкин малай гитараға әйләнеп тә ҡарамай. Гармун да алалар. Ә Данилға бары ҡурай ғына кәрәк. Әсәһе лә тик ултырмай, ҡурай эшләүсе оҫталарға мөрәжәғәт итә. Әммә бәләкәй генә кәүҙәле малай өсөн тап килгәне юҡ шул. Шунан Рәзилә Ишбулды ҡыҙы Марий Иле Республикаһында йәшәүсе яҡташы, Баймаҡ районы уҙаманы Муса Нурдәүләтовҡа шылтырата. Күп көттөрмәй, Йошкар-Ола ҡалаһынан посылка менән биш ҡурай килеп төшә. “Кәүҙәһе үҫкәнсе ошо ҡурайҙарҙа уйнаһын Данил! Ҡурай юҡ тип рухын һындыра күрмәгеҙ!” тип яҙылған хат та килеп сыға эсенән. Данилдың шатлығының сиге булмай. Ҡурайҙы тәү тапҡыр ҡулына алғас та, аптырап тормай, тауыш сығарып һыҙғырта ла башлай ул. Әйтерһең, кемдер өйрәтеп ҡуйған!
Әйткәндәй, Муса Солтанморат улы сит республикаға юллама буйынса эшкә ебәрелһә лә егет ҡурайҙы ташламай. Йыш ҡына Башҡортостанда үткәрелгән конкурстарға килеп ҡатнашып йөрөй. Шундай сараларҙың береһендә ул ҡурайсы Ғата Сөләймәнов менән таныша. Һөйләшкән мәлдәрендә остазы уға ҡурай бүләк итергә вәғәҙәләй. Кире Йошкар-Олаға ҡайтып, күп тә үтмәй, почта аша биш ҡурай һәм уйнарға өйрәтеүсе кассеталар килеп төшә... Тимәк, Муса Солтанморат улының ҡурайҙарҙы тап бишәү итеп ебәреүенең сере уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарына, бөйөк ҡурайсыға ла барып тоташа.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе сыуаш егете Федор Никитин менән Рәзилә Ырыҫҡужинаның ҡатнаш ғаиләһендә башҡортса матур һөйләшкән, башҡорт моңона, әҙәбиәтенә ихтирам менән ҡараған ике ул үҫә — Рафаэль һәм Данил. Рафаэль ҡумыҙҙа уйнай. Биш йәшендә генә ҡулына ҡурай алған Данил нисек ишетһә, шулай итеп үҙенсә көйҙәр сығара. Уның “Әпипә”, “Ҡарабай”ына күршелә йәшәүсе рус милләтле инәйҙәр бейергә ярата. Ә атаһы менән әсәһе — улдарының һәр башланғысын ҡеүәтләүсе.
Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына беренсе класҡа килгәс, Юнир Һағынбаев алып барған ҡурай түңәрәгенә тәүгеләрҙән булып Данил йөрөй башлай. Мәктәптә үткән концерттарҙа ҡатнаша. Ләкин Юнир ағайҙары төп эш урынында өлгөрмәй башлағас, гимназиялағы йәш ҡурайсыларын ҡалдырып китергә мәжбүр була.
2020 йылдың йәйендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында шағирҙың тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы сарала Данил Рафаэль ағаһы менән шиғыр һөйләү конкурсы еңеүсеһе булараҡ ҡатнаша. Был байрамда Айҙар Байтимеров ҡурайҙа уйнай. Данил сыҙамай, әсәһен, ағаһын еткәләп Айҙар Азамат улы янына алып килеп, уның менән шөғөлләнеүен һорай. Ихлас күңелле ҡурайсы егеттең теләген бик ҡыуанып ҡабул итә һәм уны 7-се балалар музыка мәктәбенә имтихан биреп ҡарарға саҡыра. Данил яңғыҙы ғына барғыһы килмәгәс, үҙе менән Рафаэль ағаһын алып бара. Шулай итеп, Никитиндар музыка мәктәбенә инеп китә.
Былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнештә Өфө ҡалаһының 7-се балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Данил Никитин башҡортса Дәүләт ҡурайсылар ансамбле менән танышыу сараһында ҡатнашыуҙарын һөйләне һәм һорау ҙа бирҙе.
– Ҡурайҙа уйнау бик яҡшы, тимәк, шәхес гармониялы үҫешә. Улар республикабыҙҙың сәнғәт училищеларында уҡый ала, сәнғәт институтында ла бүлек бар, унда юғары белем алырға мөмкин. Ошо юлдарҙы үтергә, үҙеңә ышанырға кәрәк һәм шул саҡта барыһы ла тормошҡа ашыр. Данил Никитиндың бөтә мөмкинлектәре бар, – тине Радий Хәбиров һәм хатта уны башҡорт телендә таҙа һөйләшкәне өсөн маҡтап та ҡуйҙы.
Быйыл йәш ҡурайсы Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 9-сы класын һәм 7-се балалар музыка мәктәбен яҡшы билдәләргә тамамланы. Бөгөн ул — Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеге студенты. Уҡыуында уңыштар насип итһен! Киләсәктә ҡурайсы Данил Никитинды сәхнә түрҙәрендә күрергә яҙһын!
Мәликә Мортазина.