Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2025, 04:55

Һөйөнсө! Журналдың яңы һаны сыҡты!

Сентябрь һанында һеҙҙе бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле яҙмалар көтә.

Һөйөнсө! Журналдың яңы һаны сыҡты!Һөйөнсө! Журналдың яңы һаны сыҡты!
Һөйөнсө! Журналдың яңы һаны сыҡты!

Баҫманың был һанында ла мауығып уҡырҙай әҙәби әҫәрҙәр, уйға һалырҙай мәҡәләләр донъя күргән.

Журналдың тәүге биттәрендә йәш ҡурайсы Данил Никитин тураһында "Миңә ҡурай алып бирегеҙ" һәм МХО яугиры Шәфҡәт Яҙағолов хаҡында "Тормош ҡиммәттәрен аңлай башланым..." тигән мәҡәләләр менән танышырһығыҙ. Был юлы "Самауырҙы йыҡҡансы" рубрикаһында яратҡан йырсыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы - Гөлсөм Бикбулатова. Бынан тыш та, журналдың һанында ҡыҙыҡлы мәҡәләләр күп.

Әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ был юлы Хисаметдин Исмәғилевтың "Тәштүккән - серле ҡуласа" романының аҙағын, Айгөл Ғәлиәкбәрованың "Яҙылып бөтөлмәгән картина" хикәйәһен һәм Ғәлиә Ғәйнетдинованың шиғырҙарын уҡый ала.

"Шоңҡар"ҙың сентябрь һаны уҡыусыларыбыҙға оҡшар тип ышанабыҙ.

Автор:
Читайте нас