+24 °С
Дождь


Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 19 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы көндөҙ +16, +21 градус тәшкил итәсәк. Иртәгә лә яуым-төшөм буламаясаҡ. Ел көньяҡтан төндә лә, көндөҙ ҙә талғын. Термометр бағанаһы төндә +4, +9, көндөҙ +17, +22 градус күрһәтәсәк. Ә йәкшәмбе, 21 сентябрҙә, көндөҙ республиканың төньяғында бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +15, +20°.