

3
Бабай ике урамды тоташтырған тыҡрыҡ кеүек урамда йәшәй икән. Уның ҡайтҡанын көтөп торғандар, ахыры. Ҡапҡаға яҡынайыуға ул асылып китте. Ике йәш кенә малай икән. Береһе йүгәненән тотоп атты аласыҡ эргәһенә үк алып килде. Йорт алдына эреле-ваҡлы тағы бер нисә бала килеп сыҡты. Тәүҙә сыр-сыу килеп йүгерешеп сыҡһалар ҙа, арбала сит кеше ултырғанын күреп, шым булдылар. Бабай:
– Бына ҡайтып еттек. Әйҙә, өйөбөҙгә рәхим ит.
Ринат, ни тип әйтергә белмәһә лә, ауыҙ эсенән:
– Рәхмәт... рәхмәт, – тип мығырлап алды һәм арбаға ҡарап: – Утындарҙы бушатып ҡуйһаҡ һәйбәтерәк булмаҫмы? – тине.
– Малайҙарға эшләргә лә эш ҡалһын. Ялҡаулыҡҡа өйрәнеп үҫмәһендәр, – тип әйтеп тә бөтмәне, теге ике малай арбалағы утындарға килеп тә йәбештеләр.
Ҡулдарын сайҡап, эскә үттеләр. Өй эсе матур ғына йыйыштырылған икән. Икенсе бүлмәлә, ҡыҫҡа ғына аяҡлы өҫтәл өҫтөндә, мул ғына ризыҡтар ҙа теҙгәндәр. Ашарға ултырҙылар. Пуштундарҙың бер аҙ ғәҙәтен белгәнгә, егет бабайҙың баяғы тәҡдименә өндәшмәйерәк торҙо. Тегеһен-быныһын аҙ-маҙ һөйләшкеләп ашап алдылар. Ринат нисек кенә ас булыуына ҡарамаҫтан, алдындағы ризыҡтарға йығылып төшмәне. Тыйылды. Уның күптән бындай тәмле итеп ашағаны юҡ ине. Сөнки ул ҡол итеп бирелгән “серек теш”тең ғаиләләре бик ярлы кешеләр булып, таҡы-тоҡо ғына йәшәнеләр. “Дух”тарҙың ризыҡтары ла шул сама. Бар ризыҡтары үҙҙәре ҡулға төшөргән Совет ғәскәрҙәренең ҡоро паектары ғына ине. Ни тиһәң дә, бындағы ризыҡҡа ҡатын-ҡыҙ ҡулы тейгәнлеге күренеп тора. Бына сәй килтерҙеләр. “Шурави” сәйҙе рәхәтләнеп эсә-эсә шул уҡ ваҡытта йорт хужаһына үҙенең һүҙен әйтергә ваҡыт еткәнен аңлап алды. Сөнки сәйҙәр эселеп бөткәс, ҡуҡырайып ултырып булмай бит инде. Был ҡунаҡсыл бик ябай ғына йорттан йә сығып китергә кәрәк буласаҡ, йә хужа әйткән тәҡдимде ҡабул итергә. Ул, теге кем әйтмешләй, ҡунаҡтың килгәненән киткәне яҡшыраҡ тигән әйтемде иҫенә төшөрҙө. Эйе, табын тамам булыуға был йорттан китергә кәрәк буласаҡ. Ә ҡайҙа барһын ул? Хатта ҡайһы тарафҡа юл тоторға икәнен дә белмәй. Кемдән һәм нисек һорайһың? Мин шул-шул, әсирлектән ҡасып тыуған илгә ҡайтып барған совет һалдаты тип әйтһенме? Ә тотоп алып ябып ҡуйһалар? Унан да аламаһы, кире “дух”тар ҡулына илтеп тапшырһалар? Унда инде биғылый әсирҙе, “әйҙә хуш киләһең, иҫән-имен ҡайтып еттеңме”, тип ҡаршы алып тормаҫтар. Стенаға терәргә лә бик мөмкиндәр. Шуларҙы уйлап алды ла, әллә ни әһәмиәт тә бирмәгән кеүек:
– Бабай, мин һеҙҙең бая әйткән тәҡдимегеҙгә риза ла ул. Тик түләү яғы нисегерәк булыр? Ысынлап та, өҫ-башты нығытырға ла кәрәк шул, – тип ҡуйҙы.
Бабай ҙа кәсәләге сәйенә өрә-өрә:
– Һөйләшербеҙ. Ашау яғына килгәндә, минең ашағанды ашарһың. Үҙең күреп тораһың, ҡышлаҡта эштең иң ҡыҙған мәле. Эшсе ҡулдар етмәй. Риза булып, миңә ярҙамлашһаң, эш хаҡынан ҡәнәғәт булырһың.
Ринат барыһын да алдан уйлап, тағы өҫтәп ҡуйҙы:
– Шуныһы бар. Мин ҡасан китергә теләйем, шунда һеҙҙән китәм. Һәм эшләгән өсөн иҫәпләшеү шул көндә үк булһа ғына ҡалам. Аҡса иртәгә, берәй аҙнанан, йә булмаһа, берәй айҙан һуң булыр тип вәғәҙә итеү булһа, мин ҡала алмайым. Шуға һеҙ риза булһағыҙ, ҡалғанына мин риза, – тип, афғандарса килештек тигәнде аңлатып, бабайға ҡулын һуҙҙы.
Хужаға былай асыҡтан-асыҡ һөйләшеү оҡшай ине. Ул да, бик ҡәнәғәт йылмайып, егеттең усына шапылдатып ҡулын һалды ла йылы ғына ҡыҫып ҡуйҙы. Шулай килештеләр.
Бына Ринаттың бында йәшәй башлағанына ла өс айҙан артыҡ ваҡыт үтеп китте. Тәүге көндәрҙә үк асыҡлап, иң шатланғаны ул үҙенең Пакистан илендә икәнлеген белеү ине. Нисек кенә булмаһын, ул – ирекле! Ирекле йәшәүҙең тәмен һәм рәхәтлеген тик тотҡонлоҡтан азат ителгән кеше генә белә. Ул тәүге көндәрҙән үк бабайҙың ейәндәре менән дуҫлашып алды. Малайҙар бик асыҡ күңелле һәм эшсән ине. Ринат уларҙың ҡайҙа, нисек уҡығандары менән ҡыҙыҡһынған булды. Тегеһен-быныһын һорашты. Уҡыу әсбаптары араһынан географик карта табып бик шатланды. Малайҙарҙан һорашып, үҙҙәренең ҡайҙа йәшәгәнлектәрен күрһәтергә ҡушты. Һәм үҙенең Афған сигенән әллә ни йыраҡ булмаған бер ҙур ғына ҡышлаҡҡа килеп эләккәнен белде. Шуны аңланы: уға Афғанстан аша тыуған илгә ҡайтыу тураһында уйларлыҡ та түгел. Уның тормошҡа ашмаҫтай хыял икәненә төшөндө. Иран иленә сығып та ҡайтырға булыр ине лә ул, тик уны билдәһеҙлек һәм картала төшөрөлгән ҡом сүлдәре аша үтергә кәрәклеге ҡурҡытты. Унан да бигерәк, яңынан ҡоллоҡка эләгеүҙән шикләнде. Ә был Пакистан тигән илдә уға әлегә бер кем бер һүҙ ҙә әйткәне булманы. Бына шулай йәшәп ята. Афғанда әсирлектән нисек ҡотолорға инде, тип бар уй-ҡайғыһы шул булһа, бында бар уй-зиһенен нисек һәм ҡайһылай итеп тыуған илгә, Уралға ҡайтырға тигән хыял биләп алды.
Бабай һәйбәт кеше булып сыҡты. Ул эшсән башҡорт егетен яратты. Ауылда үҫкән егет бит. Ә егет тегене эшлә, быны эшлә тип әйткәнде көтөп торманы. Тәүге көндәрҙә үк бындағы тормош-эштәрҙең сер-нескәлектәренә тиҙ төшөндө. Әсирлектә булған ваҡытта башҡарған эштәрҙең дә ярҙамы тейҙе. Бына бер көндө бабайҙың оло улы ҡайтып төштө. Кескәй генә байрам яһап алдылар. Ринатты уның менән таныштырҙылар. Ул Рахманғол исемле икән. Бабайҙың улы Ҡарачи ҡала портының ниндәйҙер бер бүлегендә йөк ташыусылар бригадаһының түрәһе ине. Йәштәр дуҫлашып киттеләр. Мамыҡ баҫыуынан мамыҡ сыбыҡтарын бергәләп ташынылар. Ринат үҙенең тауҙар араһындағы ҡышлаҡта үткән “бала сағы” менән ҡыҫҡаса ғына таныштырып алды. Бар һәләтен егеп, үҙенең алдағын дөрөҫлөккә теүәл тура килтерергә тырышты. Әлбиттә, дөрөҫөн һөйләп бирмәне. Шул тауҙар араһында тыуып, шунда үҫтем тигән булды. Ә үҙе яйлап-яйлап Рахманғолдоң портта ниндәй эштәр менән шөғөлләнгәне тураһында белеште. Сауҙа караптарының ҡайһы илдәргә сәйәхәт ҡылыуҙары һәм ниндәй тауарҙар алып барғанын да, кире ҡайтҡанда нимәләр алып ҡайтҡандарына тиклем яйлап-яйлап асыҡланы. Ул Рахманғолдан туранан-тура асыҡ итеп һораманы. Ә уратып-уратып ҡына белеште. Сөнки туранан-тура күп нимәләр һорашып, шик-маҙар тыуҙырыуҙан ҡурҡты. Эштең ауырмы-юҡмы икәнен һорашты. Тегеһе-быныһы тураһында асыҡлыҡ индерҙе. Шуныһы бик ҡулай булды: Рахманғол һүҙсән һәм бик асыҡ егет ине. Шуға ла тиҙ дуҫлаштылар.
Бына Рахманғол үҙенең киләһе дүшәмбе көндө кире Ҡарачи ҡалаһына китеүен әйтте. Шул ваҡытта Ринат та әллә ни әһәмиәт бирмәгән кеүек үҙенең дә ошо арала шул яҡҡа юлға сығырға йыйынғанын белдерҙе. Был хәбәрҙән хужаның улы бер аҙ аптырабыраҡ ҡалды. Ул бик тә уфтанып:
– Әле баҫыуҙа эштәр бөтмәгән. Һин дә, мин дә бер юлы ҡуҙғалһаҡ, атайға ҡыйын буласаҡ. Әллә әҙерәк эштәр аҙайғанын көтәһеңме? – тине.
Ринат барыһын да алдан уйлағайны, шуға ла бер аҙ икеләнеп торған кеүек өндәшмәйерәк торҙо ла:
– Бабайға бик ҙур рәхмәт! Тау араһында мин күреп үҫмәгән эштәргә өйрәтеп, күп нимәләргә төшөндөрҙө. Баштан-аяҡ кейендерҙе. Әгәр ҙә мине үҙең менән Ҡарачи ҡалаһына алып китһәң, мин атайыңдан эшләгән өсөн бер тин дә һорамайым. Ә ул ошо аҡсаға икенсе бер кешене эшкә яллай ала, – тине.
Хәҙер инде Рахманғол тотлоғоп ҡалды. Сөнки Ринатҡа дүрт ай самаһы эшләгән өсөн байтаҡ ҡына аҡса тейергә тейеш ине. Ул бит был бабайға бар көсөн йәлләмәй намыҫ менән эшләне. Күп осраҡта бабайҙың ҡулына эш тә ҡалмай ине. Был егет бик тә ымһындырғыс тәҡдим әйтте түгелме һуң? Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бабайҙың улы өндәшмәйерәк ҡалыуҙы ҡулай күрҙе.
Йылға буйынан ҡамыш киҫеп ташыйҙар ине. Өйгә ҡайтып еткәнсе Рахманғол да, Ринат та башҡаса был турала яңынан һүҙ ҡуйыртманылар. Һәр кем үҙ уйҙарына бирелеп барҙы. “Шурави” Урал тауҙары, урмандар араһында ҡалған ауылын, ата-әсәһен уйланы. Эйе, ҡотолоп Пакистан иленә сыҡҡас әсәләренә үҙенең иҫәнлеген белдереп хат яҙып һала ала ине. Тик әлеге шул ҡурҡыу тигән нәмә һәр кемдең баш осонда ауыр күҫәк булып аҫылынып тора. Аталарын, әлбиттә, милицияға саҡыртасаҡтар. Унда инде һорау алыу башланасаҡ. Улығыҙ ни эшләп иҫән ҡалған да, ни эшләп беҙгә дошман капиталистик илгә сыҡҡан? Шул ҡәҙәр ваҡыт эсендә ниңә бер хәбәр ҙә бирмәгән? Моғайын, “дух”тарға һатылып, СССР-ға ҡаршы һуғышып йөрөгәндер әле? Йә булмаһа, шпион-разведчиктар әҙерләй торған лагерҙарҙа уҡып, беҙҙең илгә ҡаршы берәй нимә эшләргә йыйыналыр? Һәм тегеһе, һәм быныһы. Ана Заһит-ҡыйыш башты бер-ике сәғәт дошман ҡулында булып, алты-ете сәғәт бикле торғаны өсөн ун биш йылға ябып ҡуймағандармы ни? Билдәле, уның да, иҫән-һау ҡайтҡанһың, бына афарин, тип башынан һыйпамаҫтар. Уға ла сикһеҙ себер киңлектәрендәге күп һанлы лагерҙарҙа урын әҙерләп ҡуйғандарҙыр инде...
Ринат шул уйҙарға бирелеп, үҙенең яҡындары, киләсәге хаҡында уйланы. Ә инде Рахманғол Ринат тураһында фекер йөрөттө. Ысынлап та, бик эшсән, тырыш егет. Ниндәй генә эш башҡарһа ла, көсөн йәлләмәй һәм ихласлыҡ менән үтәй. Атаһы ла тау араһындағы ҡышлаҡтан сыҡҡан был егетте маҡтап бөтөрә алмай. Рахманғол шуныһына иғтибар итте: тау араһында үҫкән булһа ла уҡыған. Белеме бар. Белеме ниндәй әле! Ҡайһы ғына темаға һөйләшһәләр ҙә, аң-белеме киң, ә инде фекерләү дәрәжәһе бик тәрән. Тауҙарҙағы ҡышлаҡтарҙың күбеһендә мәҙрәсә тигән нәмә бөтөнләй юҡ. Булһа ла, дин дәрестәренән башҡаны уҡытмайҙар. Ҡайҙа ундай мәҙрәсәләр бар? Ундай мәҙрәсәләр бындағы тигеҙлектә урынлашҡан ҙур ҡышлаҡтарҙа ла юҡ дәрәжәһендә. Ә был үҙен Ринатулла тип йөрөткән егет бик белемле. Тик үҙенең, исмаһам, бер документ-ҡағыҙы булһа икән. Өйгә ҡайтып етәрәк Рахманғол:
– Ҡара әле, Ринатулла, аңлауым буйынса, һин миңә эйәреп Ҡарачиға китергә уйлайһың. Шулаймы?
– Эйе, эйәртһәң, һинең менән юлға сығырға ине. Ә инде үҙең эшләгән Ҡарачи портында берәй эш тә табып бирһәң, мин һиңә бик тә рәхмәтле булыр инем.
Рахманғол тағы һүҙһеҙ ҡалды. Әммә тиҙҙән:
– Ринатулла, бына һиңә ҡарап торам да уйлап ҡуям. Һинең бит ҡулыңда бер генә документ-ҡағыҙың юҡ. Тәүҙә документ кәрәк. Сөнки эшкә урынлашҡанда, һис шикһеҙ, документ һорайҙар. Документһыҙ тәүге полиция тикшереү пунктында уҡ һине тотоп алып кире борасаҡтар. Быныһы яҡшы осраҡта. Ә аламаһы инде, зинданға ябып ҡуйыуҙары ла бик мөмкин.
– Документтар кәрәген үҙем дә аңлайым. Беҙҙең өйҙә янғын сығып бар ҡағыҙҙар ҙа янып юҡҡа сыҡты. Уныһын юллау тураһында әллә ни башҡа ла килмәне. Башҡа килгәндә лә, ул документтарҙы булдырғансы әллә күпме аҡса кәрәк. Ә уны ҡайҙан алаһың? Бына шулай йәшәп йөрөгән булам.
– Ярай, һиңә документтар яһауҙы үҙ өҫтөмә алам. Тик һин беҙҙә тағы бер-ике ай эшләп тор. Ай ярымдан ҡустым, йәғни минән кесе булған туғаным ҡайта. Шулай уҡ Ҡарачи портында эшләй. Уның менән килерһең. Уға тиклем мин һиңә берәй ҡулай ғына эш тә табып ҡуйырмын. Риза булһаң, иртәгәнән документ артынан йөрөй башларбыҙ.
Шулай итеп, төрлө мәшәҡәт-мажаралар менән Ринатуллаға үҙенең кемлеге һәм ҡайҙатыуғанлығы тураһында документ эшләй алдылар.
Рахманғол китте. Ул Ринатуллаға ҡағылышлы бар ҡағыҙҙарҙы атаһына ҡалдырҙы. Хәҙер инде Ринатҡа бабайҙың икенсе улы Үмәрулла ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтөргә генә ҡалды.
Бабайҙың ер биләмәһе матур, ҙур ғына булып, былҡышлаҡта ул етеш ғаиләләр иҫәбенә керә ине. Аты, ваҡ-төйәк эштәр өсөн ишәге һәм бер нисә һыйыры булып, башҡа ваҡ малдарын тауҙарҙа йәшәгән ниндәйҙер туғандарына илткән икән. Сөнки бында йәйҙәр бик эҫе. Шуға ла күп кенә малдарын тауҙар араһындағы ҡышлаҡта йәшәүсе туғандарында тота. Бына хәҙер шул малдарға ҡышын ашарға бесән әҙерләргә килделәр. Ҡыш тип, әллә ни һыуыҡтар ҙа булмай. Дөрөҫөрәге, ҡыш бындаюҡ. Әммә тауҙарҙа йәй көнө лә ҡар бүректәре иремәй.
Ә бындағы бесән әзерләүҙең “рәхәтлеген” Ринат үҙ елкәһендә татыны. Әйтәм, Рахманғол уны тағы ике айға ҡалырға ныҡлап өгөтләне. Юҡҡа түгел икән. Сөнки был эш, ысынлап та, ҡолдар эше. Бабайҙың ошо тауҙар араһында ла ере бар икән. Ер тимәһәң, хәтере ҡалыр. Ошо ерҙә уның малдарын көтәләр һәм ошо ер өлөшөндә бесәнен дә әҙерләйҙәр. Бесән саба торған ергә барыу ҙа үҙе бер мәшәҡәт кенә түгел, ә бер ғазап. Тауҙағы ҡышлаҡҡа барып етмәҫ элек ҡая-таштар араһынан бесәнлек урынлашҡан тарлауыҡҡа төшөргә кәрәк. Ә унда тик йәйәү генә төшөргә була. Бына шул тарлауыҡ төбөндә ҡуна ятып байтаҡ ҡына бесән әҙерләнеләр. Бесәнде сабыуын-саптылар, ә бына уны нисек бынан ҡышлаҡҡа алып ҡайтырҙар икән? Был турала әлегә ул белмәй. Бала саҡтан уҡ салғы, һәнәк тотҡан кешегә бесән әҙерләү бер уйын эш кеүек кенә ине...
Ә инде бындағы тәбиғәт матурлығын һөйләп тә, яҙып та аңлатырлыҡ түгел. Иҫ киткес хозурлыҡ! Тағы ла аҫтараҡ һәм йылғаға яҡыныраҡ урында ҙур ғына урманы ла бар. Тау итәгендә йыраҡта ҡырағай кәзәләрҙең эреле-ваҡлы көтөүҙәре йөрөгәне лә күренеп китә. Һауала төрлө бейеклектә тау бөркөттәренең ҡанаттарын ҡағырға ла иренеп, ялҡау ғына осҡандары күренә. Улар ҡайһы бер ҙә бесәнселәр өҫтөнән дә ҡарап әйләнә-әйләнә осалар. Әйтерһең дә, “Һеҙ ни эшләп беҙҙең биләмәлә йөрөйһөгөҙ? Тиҙерәк китегеҙ бынан”, тигән кеүек ҡысҡырышып алалар ҙа, ситкәрәк китеп, тау-ҡаяларҙа урынлашҡан ояларына ултырып, уларҙы шунан ғына күҙәтергә тотоналар.
Эйе, бесән кибеп ваҡ-ваҡ күбәләргә өйөлдө. Һәм иң этлеге башланды. Сөнки бесәнлек юлдан аҫта өс-дүрт саҡрым йыраҡлыҡта ине. Бабай ярҙамға көтөүен көтөшкән үҙенең бер туғанын да алып килде. Юҡҡа ғына булмаған икән. Эштең иң ҡыйыны – әҙерләнгән бесәнде юлға сығарыу башланды. Бабай бауҙан махсус үреп эшләнгән яйланмаға бер-ике һәнәк бесәнде һалып бәйләп ҡуйҙы. Унан егеттәргә лә шундай уҡ йөктө әҙерләне. Бына шунан самалап күҙ алдығыҙға килтерегеҙ инде. Әҙер йөктәрҙе һәр кем үҙенең елкәһенә күтәреп, алға – тау башына, юлға табан ҡуҙғалып киттеләр. Тау-таш араһынан юлға еткәнсе бер нисә тапҡыр туҡтап хәл дә алдылар. Бабайға ауырға тура килә. Икенсе юллағанда Ринат бабайға үҙенә күберәк һалырға ҡушты. Миңә был йөктө күтәреп менеү бер ни ҙә түгел, күтәрә алам, тиһә лә, бабай уның йөгөн дә сама менән генә бәйләне лә һуңынан аңлатты. Был тау араһындағы тарлауыҡта ҡайһы саҡта иҫкәрмәҫтән генә бик көслө ел сығып ҡуя икән. Ваҡытында күтәргән бесәнеңде ергә ташлап өлгөрмәһәң, бесәнең-ниең менән тау аҫтына осорорға мөмкин, ти.
Тәүге көндө шулай елкәгә бесән күтәреп, саҡ алты тапҡыр юллай алдылар. Сығарылған бесәнде атҡа тейәп тауҙағы ҡышлаҡҡа алып ҡайттылар. Бына шулай бесән әҙерләнеләр. Ринаттың самалауы буйынса ике КамАЗ-ға яҡын бесәнде егерме көн ташынылар. Бына эш тек, эш. Ул үҙенең тыуған яҡтарындағы бесән әҙерләүҙе иҫенә төшөрҙө. Ундағы бесән әҙерләү бер байрам ғына булған икән шул. Эйе, бында әҙәмсә йәшәйем тиһәң, аттан да арыуыраҡ эшләргә, дөйә кеүек сыҙам булырға кәрәк. Шунһыҙ йәшәй алмайһың.
Бындағы халыҡ йә бик ярлы, йә бик бай. Ярлылар менән донъя тулы. Ҡышлаҡта булһа бер-ике генә кеше арыу хәлле йәшәй. Уртаса йәшәгәндәр ҙә байтаҡ ҡына күренә. Улар инде бабай кеүек иртә таңдан ҡараңғы төнгә саҡлы ат кеүек егелеп эшләйҙәр. Шуныһы ла бар, йылдың йәй тигән ҡыҙыу ваҡытында баҫыуҙа кинәнеп эшләй алмайһың, артыҡ ҡыҙыу. Төштән һуң сәғәт дүрттәр тирәһендә генә халыҡ баҫыуға сыға. Көнө буйы баҫыуҙа бил бөккәндәр ҙә бар. Тик улар ниндәй халыҡтыр, Ринат ундайҙарҙы аңлай алманы.
Бабайҙың ошо уҡ тауҙар араһындағы ерендә бәрәңге баҡсаһы ла бар икән. Уныһы тағы ла аҫтараҡ, йылға эргәһендә. Ҡояш һәм йылы етерлек булғас, йылына ике-өс тапҡыр уңыш алалар. Февраль баштарында уҡ бәрәңге ултырталар. Унан бәрәңге өлгөргәс, бүтәнен дә сәсеп үҫтерергә була. Кишер, сөгөлдөр һәм нут, йәки башҡа борсаҡ кеүек нәмәләр сәсәләр икән. Әммә барыһы ла ямғырҙар миҙгеленә бәйле. Дөрөҫ сәсмәһәң ҡоролоҡҡа ҡала, унда инде уңыш көтмә. Эйе, иренмәһәң һәм эшкәртергә ерең булһа, барыһын да үҫтерергә була, ти.
Бына вәғәҙәләшкән ваҡытҡа бабайҙың икенсе улы ла ҡайтты. Шулай аҙна-ун көн ҡунаҡ булып, байтаҡ ҡына эштәрен эшләшкәс, Ринатты эйәртеп Ҡарачиға алып китте. Юл ғазабы – гүр ғазабы, тигәндәй, юлда төрлөһө булды. Рахманғол уларҙы әҙерләнеп көтөп торған. Шуға ла торорға урын, ашарға ризыҡ эҙләп яфаланырға тура килмәне. Тик эшкә урынлашҡанда ғына бер аҙ тотҡарлыҡ булып алды. Тик уныһын да төрлө түрә-тикшереүселәрҙең ҡулдарын майлап, кеҫәләрен ҡалынайтып Ринатты ла эшкә урынлаштыра алдылар.
Ринат, Тыуған илем – Уралға, Башҡортостанға ҡайтырға тағы бер ҙур аҙым яһаным, тип уйланы. Шул уйҙар менән ҡанатланып, үҙенә йөкмәтелгән эштәрҙе тағы ла тырышыбыраҡ, ҙур теләк менән башҡарҙы. Унан да бигерәк, инглиз телен өйрәнер өсөн порттың үҙендә үк булған тел өйрәнеү курстарына яҙылды. Эштән бушаған ваҡыттарында портҡа килгән төрлө корабль һәм лайнерҙарҙы күҙәтергә тотондо. Иҫәбе буйынса был ҙур портҡа ҡасан да булһа СССР-ҙан килгән караптар ҙа керергә тейеш ине. Тик ниңәлер ундай кораблдәр бер ҙә күҙенә салынманы. Бер ял ваҡытында ҡалаға сығып география картаһы ла һатып алды. Шул картаға үҙенә генә билдәле тамғалар менән портҡа ниндәй илдәрҙән килгән караптарҙы билдәләгән булды.
Бер көндө Рахманғол уның картала нөктә-һыҙыҡтар ҡуйғанын күреп:
– Һин нимә, әллә берәй сит ил разведкаһына эшләйһеңме? Ниңә улай билдәләп бараһың? Әгәр ҙә был хәлде порт һаҡсылары белеп ҡалһа, үҙеңә төрмә янағанын белеп тор. Ташла был эшеңде. Берәйһе юрамал да хәбәр итергә мөмкин.
– Юҡ. Мин бер ниндәй сит ил разведкаһына эшләмәйем. Англияға уҡырға барғым килә. Шуға ла ул яҡҡа юл тотҡан караптарҙы билдәләгәйнем.
– Шуны алдан уҡ иҫкәртәм. Әгәр ҙә матростар менән килешмәйенсә, карапҡа йәшеренеп кереп ултырып китһәң, ҡайҙа һине табып алалар, шунда үҙеңде диңгеҙгә, акулаларға ризыҡ итеп осороп китергә мөмкиндәр. Был бигерәк тә Азия илдәренән бара торған судноларға ҡағыла. Европанан килгән караптарға ултырырға тырыш.
– Һин барыһын да беләһең. Ярҙам ит миңә. Үҙемдең һуңғы өс айҙа эшләгән эш хаҡын һиңә ҡалдырам. Миңә Польшаға, Норвегияға, йә булмаһа, Дания менән Бельгия илдәренә бара торған суднолар ҡулай булыр ине. Был илдәр бай һәм мин унда уҡырға керер өсөн әҙерәк аҡса ла эшләй алыр инем.
Ғәҙәтенсә Рахманғол бер ни ҙә өндәшмәне. Тик бер аҙ серле генә йылмайып:
– Һинең ниәттәр ҙур. Башҡарып сыға алырһыңмы икән?
– Ниәт – эштең яртыһы. Һинең ярҙамыңа ышанып инде барыһы ла.
Башҡаса был турала һөйләшмәнеләр. Сөнки бүлмәгә Ринат менән бергә эшләп, бер бүлмәлә йәшәгән ир ҡайтыпкерҙе.
Ринат һуңынан ҡурҡып та йөрөнө әле. Юҡҡа был Рахманғолға бар сер-пландарҙы асып һалды. Ярай ҙа бит порт хәүефһеҙлеге һағында торған хеҙмәткәрҙәргә еткермәһә. Юҡ, Рахманғол ундай кеше түгел ине. Һәм ул бер көндө:
– Нимә Ринатулла, ниәттәрең үҙгәрмәнеме? – тип һораны.
Тәүҙә Ринаттың башына һүҙҙең нимә тураһында барғаны барып етмәй торҙо. Һәм Рахманғолҡабатлап:
– Уҡырға барыу пландарың тураһында әйтәм.
– Ә һин ул турала икән. Юҡ, минең ниәттәр шул килеш. Тик бына барыһын да нисек башҡарырға?
– Яҡшы. Улайһа бик яҡшы.
Ринатулла портта йөк тейәү терминалында эшләй. Үҙе шулай теләне. Рахманғол ярҙамында ошо урынға урынлаша алды. Ниндәй генә эштәр башҡарырға тура килмәне уға. И...и...и...и, барыһын да һанай китһәң, аяҡ бармаҡтарыңды ҡушып һанаһаң да етмәҫ. Ул вагондар бушатыу тиһеңме, шул уҡ вагондарға башҡа сит илдәрҙән килгән сеймал-тауарҙарҙы тейәү тиһеңме? Барыһы ла булды инде. Самалап алды: улар эшләгән терминалдан күпселек осраҡта сәй, дөгө һәм ауыл хужалығы үҫтергән башҡа нәмәләрҙе ситкә оҙаталар. Сменаһы тура килгәндә инглизсә өйрәнеү курстарына йөрөп булашҡан булды, тик улай йөрөп уҡыу бик ауырға тура килә. Уны ташланы. Рахманғол да ҡурҡытып ҡуйҙы. Ҡарачи ҡалаһында иркенләп йөрөй алмайһың. Саҡ ҡына шикләнделәрме, бөттө. Тотоп алып китергә мөмкиндәр. Йә полиция, йә хәрбиҙәр. Унан бит әле порт тирәһендә махсус хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Улар ҡулына эләкһәң, бөтөнләй тере ҡалырмын тимә. Юҡ менән йөрөмә. Йәшәгән ятағыңда тыныс ҡына йәшәп, эшләп йөрө. Берәй яйы сыҡҡанын көтөрбөҙ. Минең башҡа бер уй килде лә ул, нисек башҡарып сығырбыҙ? Бына шуныһы бар.
Улар шулай һөйләшеп, Ринатулланы Европаға оҙатыу тураһында хыялланып, төрлө пландар ҡорҙолар. Бер көндө Рахманғол дуҫы эргәһенә килеп:
– Ошо көндәрҙә Норвегиянан килгән карапҡа тейәй башларға тейешбеҙ. Йөк – сәй һәм дөгө. Тағы ла төрлө емеш, йөҙөм. Судно әллә ни ҙур түгел. Бындағы егеттәр менән һөйләштем. Карапҡа сәй тултырылған тартмалар тейәй башлағас, һине шул тартмаларҙың берәйһенә урынлаштырып булһа ғына инде. Уйлап ҡара.
– Миңә уйлап торорға түгел. Мин риза.
– Уныһы шулайҙыр ҙа ул. Тик шуныһы бар бит, судно Норвегия тигән илгә сама менән айға яҡын барасаҡ. Кәм тигәндә егерме көн үтәсәк. Ошо ваҡыт эсендә ашарға-эсергә лә хәстәрләргә кәрәк буласаҡ.
– Мин ул егерме көндө ас ҡайтырға ла риза...
Шулай тине лә Ринат тотлоғоп ҡалды. Сөнки артығын ысҡындырҙы. Уға ҡайтырға тип түгел, барырға тип һөйләргә кәрәк ине. Һәм ул хатаһын төҙәтергә теләп: – Норвегия иленә барырға була, ас та торорға ризамын. Һыуһыҙ ҡыйын буласаҡ. Һыу хәстәрләргә кәрәк, – тип ҡуйҙы.
– Һыуға, егермешәр литрлы ике канистр хәстәрләнем-хәстәрләүен. Үҙеңде һәм ул ике канистрҙы нисек судноға индереү тураһында уйларға кәрәк. Әгәр һиҙеп ҡалһалар, үҙеңә төрмә, ә бригадағыҙҙа барығыҙҙы ла эштән ҡыуасаҡтар. Уларҙы ла әле зинданға илтеп тыҡмаһалар бик хуш. Контейнер эсенә кереп ултырһаң, бер кем һиҙмәҫ ине. Тик ул контейнерҙан сығыу яғын да ҡарарға кәрәк буласаҡ бит. Уларҙы тыштан бикләп, пломба һалалар. Шуныһы ла бар, Норвегия портында ул контейнерҙы әллә судноны бушатҡан көндө үк алалар, әллә ун көндән һуң. Ә ҡасан асалар? Бына шуныһын да уйларға кәрәк. Контейнер эсенә кереүен-керерһең, әммә инерҙән алда сығыуыңды уйла.
Улар шулай оҙаҡ баш ватты. Мамыҡ төргәк-тюгына кереп ултырырғамы? Әллә сәй тултырылған ҡап-йәшниккә йәшеренергәме? Оҙаҡлап пландар ҡорорға ваҡыт бик аҙ ине. Ринатулланы сауҙа судноһының трюмына тейәлергә тейешле ҙур ғына сәй тартмаһына индереп йәшерҙеләр. Шул уҡ тартма эргәһендәге икенсе тартмаға һыу һәм аҙыраҡ аҙыҡ-түлек тә урынлаштырҙылар. Кәрәк була ҡалһа тип үткер генә хәнйәр ҙә алды. Портта эшләүсе халыҡ бик берҙәм булһа ла, был эштәрҙе бик йәшерен эшләнеләр. Ринаттың буласаҡ сәйәхәте тураһында барлығы ике кеше генә белде. Рахманғол төрлө кәңәштәр бирҙе. Диңгеҙгә сығып биш-алты сәғәт үтмәйенсә тартманан сыҡмаҫҡа ҡушты. Һәм хәнйәрҙе ҡулына тоттороп:
– Тартманан сыҡҡанда ҡыйынлыҡ тыуһа, ошо хәнйәр менән тартманы тишеп сығырһың, – тине.
Шулай килештеләр. Шуныһы ла бар бит әле: Ринат ултырған тартма ҡайҙа эләгә? Аҫта ҡалһа, үлемең шунда икәнен көт тә тор. Алдан һөйләшелгәнсә, трюмға тейәлгән башҡа сәй тартмалары өйөмөнөң иң өҫтөнә урынлаштырҙылар.
Мең бәлә-мажаралар менән Норвегияның тейешле портына килеп еткәндә егерме биш көн ваҡыт үтте. Юлда Ринат әллә ни ашарға тырышманы. Кипкән йөҙөм һәм хөрмә емешенән генә ауыҙ иткеләне. Ас тороуға килгәндә ул инде Афған ҡоллоғонда өйрәнеп бөткәйне. Унда бит ҡайһы бер ваҡытта аҙна-ун көн ашарға бирмәйенсә интектергән саҡтары булды. Шуға ла ас тороуҙың нимә икәнен белә. Ашамағас, һыу эске лә килмәй.
Ринаттың бәхетенән, Норвегия портында йөктәрҙе бушатҡанда, өҫтә ятҡан яртылаш сәйе ҡойолоп өҫтө асыла яҙған тартманы кран менән ситкә алып ҡуйҙылар. Сөнки ватылған тартма аҫта ҡалһа, бөтөнләй иҙелеп, өҫтәге тартмаларҙы ишеп төшөрөргә мөмкин. Иртәгә комиссия менән ҡарап, тейешле документ тултырырға тейештәр.
Ҡараңғы төшкәнен самалап, Ринат йәшеренгән тартмаһынан сыҡты. Уңайһыҙ, кәкерәйеп ятыуҙан һушы алынып саҡ аяғына баҫты. Портта һалҡынса, еләҫ. Етмәһә, аҙыраҡ ямғыр ҙа һибәләп тора. Ринат портта төндә лә эш ҡайнап торғанлығын белә. Шуға ла төрлө прожектор-фонарҙар яҡтыртыуы арҡаһында яп-яҡты. Ни тиклем генә прожекторҙар яҡтыһына эләкмәҫкә тырышмаһын, был мөмкин түгел. Бар ерҙә лә эш ҡайнай. Әле бушатҡан йөктәрҙе бер урынға өйәләр, әле шундай уҡ йөктәрҙе икенсе урынға күсерәләр. Ринат аптырағас, туп-тура атлап, тейәлгән йөк машиналары киткән яҡҡа атланы. Күҙаллауы буйынса, порттан сығыу урыны шул яҡта булырға тейеш ине. Ләкин был ят кейем һәм күп көндәр ашамауҙан бөтөнләй хәлһеҙләнеп, саҡ атлап барған кешене бая уҡ күреп ҡалғайнылар. Тегеләй-былай үтеп-һүтеп киткән эшселәрҙән өсәү ике беләгенән килеп тотҡас, ул тертләп ҡуйҙы. Ләкин ҡасып китергә, йә булмаһа, ҡаршылыҡ күрһәтергә уның хәле лә, теләге лә юҡ ине.
Беләктән ҡыҫҡыс кеүек эләктергәндәрҙең береһе таныш түгел телдә нимәлер һораны. Тик ул бөтөнләй аңламағас, мәктәптә уҡыған немец телен иҫкә төшөрөп:
– Найн, – тигән булды.
Ҡарачи баҙарында европаса кейенергә тырышып арыу ғына салбар менән свитер ҙа алғайны ла бит. Сит-ят икәне әллә ҡайҙан күренеп тора, барыбер эләктерҙеләр. Тегеләрҙең береһе немец телендә бер юлы әллә нимәләр һорап ташланы. Былар әйткәндәрҙең береһен дә аңламағанға ул тағы:
– Но, но, – тине.
Хәҙер инде инглизсә нимәлер һораша башланылар. Тик ул тағы бер нимә лә аңламаны. Аптырағас ул, мин Россияға ҡайтып барам, тип урыҫса әйтергә мәжбүр булды. Хәҙер үҙен эләктергән әҙәмдәр бер ни ҙә аңламанылар. Шулай ҙа Ринат полиция тигән һүҙҙән үҙен полиция бүлегенә алып барасаҡтарын аңланы. Ярай әле ул бик йыраҡ булмайынса, тиҙ барып еттеләр. Тағы ла бер аҙ атлаһалар, уның хәле бөтөп, йығылырға мөмкин ине.
Бына йөк бушатыу һәм тейәү терминалынан ситтәрәк торған ике ҡатлы бинаға алып керҙеләр. Өҫтәл артында оло ғына йәштәге зәңгәр күк төҫөндәге күлдәк кейгән полиция хеҙмәткәре ултыра. Ул бер аҙ был өсәүҙән аяғында саҡ баҫып торған Ринат тураһында һорашып, һөйләшеп алды ла унан паспортын һораны. Ринат паспорт һүҙенән нимә һорағандарын аңланы. Уның кеҫәһендә тик Рахманғолдоң атаһы алышып биргән Пакистан паспорты ғына ине. Уны ла әле урындағы хакимиәт түрәһенең кеҫәһенә ҙур ғына күләмдә аҡса төртөп алдылар.
Аяғында саҡ баҫып торғанын күреп, уға ултырғыс тәҡдим иттеләр. Хәҙер инде ултырған килеш һораша, белешә башланылар. Һөйләшә торғас, уның урыҫса белгәнен аңлап, тәржемәсе алып килделәр. Ринат үҙенең Афған пленынан ҡасып ҡайтып барғанын саҡ-саҡ аңлата алды. Сөнки тылмас та урыҫса бик насар белә булып сыҡты. Тағы ҡайҙалыр шылтыратып, әллә кемдәр менән һөйләшеп алдылар. Ниндәйҙер журналға ҡабат-ҡабат исем-фамилияһын һорап яҙып ҡуйҙылар. Шунан был хәлһеҙ афған тотҡонона кофе менән тәмле генә печенье һәм ветчина ҡыҫтырылған бутерброд килтерҙеләр. Эргәлә генә торған бүлмәгә индереп һыйланылар. Эйе, нисәмә көндәр хөрмә, йөҙөм генә ҡапҡылаған кешегә был бик ҙур һый ине. Шул уҡ бүлмәләге диванда ял итеп алырға тәҡдим иттеләр.
Күп көндәр сәй йәшнигендә бөкләнеп-бөгәрләнеп ятҡан кешегә йомшаҡ диванға һуҙылып-кирелеп ятыу бик рәхәт ине. Тик уны йоҡо алманы. Тылмас һөйләгәндәрҙе тағы бер тапҡыр хәтерендә барлап ятты. Ул тәржемәсенән үҙен ни эшләтәсәктәрен һорағайны, тегеһе яурындарын һикертеп: “Иртәгә органдар барыһын да асыҡлар. Кире Пакистанға ебәрергә мөмкиндәр, йә булмаһа, бүтән берәй нимә тәҡдим итерҙәр. Ә иң яҡшыһы Ослолағы Совет илселегенә тапшырырҙар”, – тигән булды. Их, шулай ғына була күрһен инде. Посольствоға ғына илтеп тапшырһындар ине, тип хыялға бирелеп ятты. Кире Пакистанға ебәрергә уйлаһалар, һис унда бармаясаҡ. Көсләп карапҡа ултыртһалар, төндә барыбер һыуға һикерәсәк. Юҡ, кире ул яҡҡа уға юл ябыҡ. Үлһә лә тыуған яғы Башҡортостанға– Уралға ҡайтып үләсәк. Ҡурай тауышын ишетеп, тыуған яҡтарын күреп үләсәк. Бер нимәгә ҡарамай тыуған яғына ҡайтырға тейеш! Ул бит ата-әсәһенә иҫән-һау ҡайтырға вәғәҙә бирҙе лә инде. Бына нисәмә йылдар үткәс, инде ошо яҡты хыялдары тормошҡа аша тигәндә яңынан үлем ҡулсаһына эләккеһе килмәй. Ул шул үлем ҡулсаһына кире эләкмәҫ өсөн барыһын да эшләйәсәк. Ҡулдан килгәнен дә, килмәгәнен дә. Шулай уйланып ята һәм полиция бүлмәһендәге телефон шылтырауға һиҫкәнеп ята торғас, үҙе лә һиҙмәй йоҡлап китте.
Иртән, полиция бүлегендә смена алышынғанда, уянып китте. Уянғанын һиҙеп, уға туалет бүлмәһен күрһәттеләр. Иркенләп һәм рәхәтләнеп йыуынып алды. Их, мунса кереп сығырға кәрәк ине лә бит, ҡайҙан табаһың ундай тыуған яҡтағы кеүек ҡайын утыны яғылған мунсаларҙы. Иҙәнгә бер аҙ һыу түгелеп сәсрәгәйне, ҡағыҙ таҫтамал менән уны һөртөп маташҡанда, ишек асылып китте. Уның иҙәнде һөртөп йөрөгәнен күреп, кабинетта ултырғандар бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙылар ҙа, үҙ-ара нимәлер һөйләшеп, бер аҙ ғына аптырап, унан көлөшөп алдылар. Тағы кофе менән ризыҡ тәҡдим иттеләр. Ринаттың кәйефе күтәрелеп китте. Тик ул һаман үҙенең Норвегия иленә килеп еткәненә ышанмай ине. Әйтерһең дә, былар барыһы ла тәмле төш кенә.
Бер аҙҙан телефон шылтыраны. Өҫтәл артында ултырған яңы полиция хеҙмәткәре Ринатҡа ҡарай-ҡарай нимәлер һөйләшеп алды. Күп тә үтмәне уңың артынан икенсе бер йәш кенә полиция хеҙмәткәре килеп етте. Бына уны машина менән ҡайҙалыр алып киттеләр. Юлда машина тәҙрәһенән ҡарап һәм полиция бүлегендәге стенала эленеп торған картанан уҡып, үҙенең Норвегияның баш ҡалаһы Ослоға килеп эләккәнен аңланы. Сауҙа судноһының ҡайҙа барырын Рахманғол дөрөҫ әйткән икән. Бына шулай элекке Совет һалдатын, Афғанстандағы “шурави”, унан “дух”тар тотҡоно һәм ергә күмелгән үлем миналарын үтә күреүсе ғәжәйеп әсир һәм элекке ҡол-ҡасҡынды Норвегия полиция машинаһында билдәһеҙлеккә алып китеп баралар. Их, белһә икән ул үҙенең ғәзиз башҡайҙары ниҙәр күрәһен! Тик кеше тигән Аллаһ ҡоло үҙенең маңлайына яҙылған тәҡдир-күрәсәген әлегә тиклем уҡырға өйрәнә алманы. Моғайын, шулай яҡшыраҡтыр ҙа әле. Уныһын инде шул Аллаһ тигән Илаһи-бар Ғаләмде юҡтан бар ҡылған Зат ҡына белә торғандыр.
Ринатты төрлө-төрлө ойошмаларға алып барып, фотоһүрәттәргә төшөрөп, махсус ҡағыҙға бармаҡ эҙҙәрен дә баҫтырып алдылар. Ниндәйҙер корреспонденттар ҙа килеп һораштырған булды. Нимәләрҙер яҙып алдылар. Тәржемәселәре бик шәп түгел ине. Мигранттар хоҡуғын яҡлап, уларҙың мәнфәғәттәрен ҡайғыртыусы ойошманан килгән берәү уны мунсаға алып барып эске кейемдәрен алыштырҙы. Унан ниндәйҙер бер магазин һымағыраҡ урында баштан-аяҡ кейендерҙеләр тиергә була. Сөнки Пакистандан кейеп килгән кейемдәре йәйге эҫелә генә кейә торған ине. Ә бында һауа шарттары шаҡтай һалҡынса һәм дымлы.
Полицияла уның кем икәнлеген тамам ныҡлап асыҡлағас, мигранттар һәм ҡасаҡтар менән шөғөлләнә торған бер ойошма ҡарамағына тапшырҙылар. Ҡунып һәм бер ашханаға кереп ашап йөрөр өсөн был бик тә ябыҡ егеттең ҡулына талон да тотторҙолар. Ринатты иң ныҡ ғәжәпләндергәне: был илдә тәртип һәм таҙалыҡ ине. Тағы ла кешеләр Ҡарачиҙағы кеүек әллә ҡайҙа ашыҡмайҙар. Үҙҙәренең баһаларын белеп кенә йөрөйҙәр. Ә инде теләнсе һәм хәйерселәргә килгәндә – улар бында бөтөнләй күренмәй. Юҡ.
Бер көндө Ринатты иртән үк психологка саҡырҙылар. Бер йәш кенә ҡатын икән. Пуштун телендә һөйләшә. Ҡатын унан төрлө-төрлө тест-һорауҙарға яуап бирҙерҙе. Шулай яйлап ҡына һөйләшә торғас, ҡатын уның ниндәй милләттән булыуын һораша башланы. Әлбиттә, егет үҙенең милләтен әйтте. Тик ҡатын ундай милләт тураһында белмәй ине, шикелле. Шкафтан бер китап алып шунан ҡараштырып ултырҙы. Тегенеһен-быныһын һораштырған булды һәм тағы ниндәй телдәрҙә иркен аңлашып һөйләшә алғанын асыҡларға тырышып:
– Тағы ниндәй телдәрҙә һөйләшеп, аңлаша алаһың? – тип һораны.
– Татарса һәм урыҫса.
– Урыҫсаны ҡайҙан беләһең?
– Беҙгә мәктәптә урыҫ телен дә өйрәттеләр.
– Ә татарсаны нисек өйрәндең?
– Беҙҙең телдәр бер үк тиергә була. Ҡайһы бер хәреф һәм һүҙҙәрҙә генә айырма бар.
Шунан был ҡатын ҡайҙалыр шылтыратып, инглиз телендәме, әллә урындағы норвег телендәме берәү менән һөйләшеп алды. Күп тә үтмәй бүлмәгә олораҡ йәштәге икенсе бер ҡатын килеп керҙе һәм иң тәүҙә:
– Әссәләмәғәләйкүм, – тип иҫәнләшеп алды.
Ринат та һәм уға тест үткәреп ултырған ҡатын да урындарынан тороп һәр береһе үҙенсә яуап бирҙе. Шунан был яңы кергән ҡатын Ринатты үҙе менән алып икенсе ҡаттағы бүлмәгә күтәрелде. Иң тәүҙә егеткә ултырырға йомшаҡ дивандан урын күрһәтте. Үҙе тиҙ генә егеткә кофе менән печеньелар тәҡдим итте. Быға тиклем Ринат менән урыҫса ғына һөйләшкән ҡатын, уны һиҫкәндереп, юҡ, һиҫкәндереп кенә түгел, бөтөнләй ғәжәпләндереп, башҡортса ҡатыш татарса:
– Йә һөйлә, туғаным, ниндәй яҙмыштар был яҡҡа килтереп ташланы? – тине.
Ринат, ни әйтергә лә белмәй аптырап, тотлоғоп ҡалды. Сөнки армияға алынғандан бирле, нисәмә йылдарҙан һуң, туған телендәге телмәрҙе беренсе тапҡыр ишетеүе ине. Егет ни әйтергә лә белмәй торҙо. Тамағына төйөн килеп ултырып, уның ихтыярынан башҡа, керпегенә йәш эленде. Йәшен тыйырға һәм тамағындағы төйөндө йоторға тырышып, тештәрен ҡыҫты һәм туҡтауһыҙ тамағындағы юҡ төкөрөгөн йота башланы. Аптырағас, тамағын ҡырғылап алды. Нәҡ шул мәлдә, егеттең бәхетенән, өҫтәлдәге телефон шылтыраны. Ҡатын телефондан кем менәндер тиҙ-тиҙ һөйләшеп алды. Ошо ваҡыт Ринатҡа үҙен ҡулға алып тынысланырға етте. Алдындағы сынаяҡтан бер нисә йотом кофе уртланы. Ҡатынға һиҙҙермәҫкә тырышып, керпегенә эленгән йәшен һыпырып төшөрә алды. Тик ҡатын бик һиҙгер ине шул, егеттең хәлен һиҙмәмеш булып ултырһа ла, барыһын да күреп, һиҙеп торҙо.
Телефондан һөйләшеү бөттө, ҡатын диван эргәһендәге креслоға килеп ултырҙы ла баяғынан да тынысыраҡ һәм яғымлы тауыш менән:
– Һөйлә, туғаным, һөйлә. Бында икебеҙҙән башҡа бүтән бер кем дә юҡ бит. Һис ҡыйынһынма, – тине.
Эйе, бына нисәмә йылдар үҙенең кем, ниндәй кеше икәнлеген ул кемдәрҙән генә йәшермәне. Үҙе тураһында бик һөйләгеһе килеп, эс серҙәрен үҙенә ярҙам иткән Рахманғол менән дә уртаҡлашырға ҡурҡты. Эйе, Ринатҡа үҙ башынан үткәргән ҡот осҡос ваҡиғаларҙы кемгәлер һөйләп, эсен бушатырға кәрәк ине. Һәм ул, күңеле, йөрәге менән һиҙҙе: ошо урта йәштәге, бер аҙ ғына башҡортса белгән апайға һөйләргә кәрәген аңланы. Тағы алдындағы кофены бер уртлап, тамағын ҡырғылап алды ла яй ғына һөйләп китте.
– Эйе, мин Урал тауы итәгендә урынлашҡан Таштүккән ауылында тыуҙым. Армияға ла шунан алдылар...
Ринат ни тиклем ҡыҫҡа һәм йомшартып һөйләргә тырышһа ла, һөйләгәне оҙон һәм ҡыҙғаныс ине. Бындай хәлдәрҙе үҙ башынан үткәрмәгән кеше бер нисек тә һауанан алып һөйләй алмаҫ.
– Ошолай сәй һала торған тартмала йәшеренеп, Норвегия иленә килеп етә алдым. Бына башымдан үткән хәлдәр, – тип егет үҙенең тормош юлын һөйләп бирҙе. Әйтерһең дә, бик ауыр йөктән ҡотолған кеүек, тәрән итеп тын алғандан һуң, еңел һулап ҡуйҙы.
Ваҡыт та арыу ғына үткән икән. Егет башын күтәреп ҡарағанда, теге апай тәҙрәнән тышты күҙәтә ине. Бына ул Ринатҡа боролоп ҡараны, уның күҙҙәренән дә йәш аға ине. Ҡатын өндәшмәй генә килеп егеттең башынан һыпырып, арҡаһынан яратып алды ла:
– Туғаным, Аллаһ ярҙам итеп, алдағы көндәреңдә бәхет бирһен үҙеңә! Ата-әсәйеңде иҫән-һау ҡайтып күрергә яҙһын. Бында сағыңда үҙем ярҙам итермен. Тыныслан, бер үк тыныслана күр, – тип, егетте тынысландырмаҡсы булды.
Был тынысландырыу, етмәһә, армияға оҙатҡанда әсәһе кеүек арҡаһынан һыпырып алыу киреһенсә генә тәьҫир итте. Ринат, әйтерһең дә, үҙ әсәһе алдында баҫып тороп, уны арҡаһынан яратып тынысландыра кеүек булып китте. Ул нисек кенә тештәрен ҡыҫып иламаҫҡа тырышһа ла, барып сыҡманы. Егет түҙмәне, тауышһыҙ ғына илап ебәрҙе. Эйе, уның әсирлектә үткән ҡоллоҡ тормошо артта ҡалды. Шул тормоштоң артта – йыраҡта ҡалғанына бына әле генә саҡ ышанып, күңеле бөтөнләй йомшарып китте шул. Ул бит әлеге мәлгә тиклем үҙенең тотҡонлоҡтан ҡотолоуына күңеле менән ышанмай ине. Хәҙер ул элекке плендан ҡасҡан ҡасҡалаҡ түгел, ә был Норвегия илендә мигрант ине.
Бер аҙҙан егет үҙен ҡулға алып тынысланды. Йәштәрен усы менән һөртөп төшөрҙө. Быны күргән ханым уға кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып биреп:
– Үҙеңә үк ал туғаным. Бер иҫтәлек булыр. Ваҡыт һуң инде. Әйҙә ошонда урам сатында ғына бер бәләкәй ресторан-кафе бар. Шунда кереп ҡапҡылап алайыҡ.
Ринат ризалығын белдереп башын ғына ҡаҡты. Һәм бына улар өҫтәл артында киске аш ашап ултыралар. Ринат тамам тынысланды. Ул инде был башҡортса һөйләшергә тырышҡан апайға үҙе лә һорауҙар бирергә батырсылыҡ итте.
– Фәриҙә апай, ә һеҙ беҙҙеңсә – башҡортса ҡайҙан беләһегеҙ?
– Минең атайым – Өфө татары. Финляндияға ҡаршы һуғыш башланғас, атайымды ла һуғышҡа алалар. Ул шунда ҡар өҫтөндә ятып аяҡ-ҡулдарын туңдыра. Был барыбер үлер инде тип, ташлап ҡалдыралар. Шунда фин һалдаттары уны табып алып тылға-госпиталгә оҙаталар. Ә әсәйем Финляндияла тыуып үҫкән татар ҡыҙы. Госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләй. Әсәйем атайымды ҡотҡара. Икеһе лә татарҙар. Атай һауыға һәм әсәйгә өйләнә. Бына шунан беләм татарсаны. Ә инде бер аҙ башҡортса һупалауым, мин Хельсинки университетында көнсығыш телдәр факультетында уҡыным.
– Унда башҡорт телен дә уҡыттылармы ни?
– Юҡ. Башҡорт телен татар теле диалекты рәүешендә өйрәндем. Көнсығыш телдәрен камил белеүемә туған татар теле ярҙам итте. Беҙ башҡорт телен айырым тел тип түгел, ә татар теленең бик яҡын диалекты рәүешендә өйрәндек. Ысынлап та, беҙҙең телдәр бик яҡын бит.
– Шулай шул, бер туған игеҙәктәр кеүек.
– Ярар, туғаным, бөгөн бик һуң инде. Ҡалғанын иртәгә һөйләшеп бөтөрбөҙ. Хәҙер һин мигранттар үҙәгендәге ятаҡҡа ҡайтып ял ит.
Ҡатын кафелағы телефондан такси саҡырҙы. Юл ыңғайында Ринатты ятаҡҡа тиклем оҙатып ҡуйҙы.
Икенсе көндө Ринатты яңынан теге апай саҡыртып алды. Тағы оҙаҡ ҡына донъя хәлдәре, Ринаттың ғаиләһе, тыуған ауылы тураһында һорашып, һөйләшеп ултырҙылар.
Шуннан Фәриҙә ханым:
– Туғаным, онотоп торам, беҙгә сәғәт ун икеләргә шул-шул урамда урынлашҡан Совет илселегенә барырға кәрәк. Һинең исемдән ҡабул ителеүгә яҙылдым. Тыуған илеңә –Башҡортостанға шунһыҙ ҡайтыуҙары бик ҡыйын буласаҡ. Илселектә үҙ граждандарына ярҙам итергә тейештәр. Ул – Халыҡ-ара конвенцияла, кеше хоҡуҡтарын яҡлау параграфында яҙылған ҡағиҙә.
Улар илселеккә барып еткәндә ҡабул итеү башланмағайны әле. Фәриҙә апай Ринатҡа нисегерәк һөйләшергә, үҙеңде нисегерәк тоторға кәрәклеген аҙыраҡ өйрәткән булды. Сөнки егет үҙен бик ышаныслы тоймай ине. Ҡыйыуыраҡ булырға ҡушып:
– Үҙеңдең әсирлектә булыуыңды, ҡасып, Пакистан иле аша Норвегияға килүеңде ҡыҫҡаса ғына һөйлә. Оҙаҡҡа һуҙма. Унда эш менән бик мәшғүл кешеләр ултыра. Шуға ла үҙеңә кәрәген генә һөйлә, ҡыйыуыраҡ бул, – тине.
Бына Ринаттың сираты етте. Уны илселектең эмигранттар һәм Ринат кеүек тыуған илдәренә ҡайтыусылар менән эшләүсе йәш кенә ир ҡабул итте.
Ниндәй һорау менән килгәнен һораны. Ринат ҡыҫҡаса үҙенең хәлен һөйләп, тыуған иле Башҡортостанға ҡайтырға теләүен әйтте. Бик таҙа итеп ҡырынған, ҡояш күрмәгәндәй ғәжәйеп ап-аҡ битле был бәндә тоҡан ғына:
– Ниндәй документ-ҡағыҙҙарың бар? – тип һорап, ҡыҙҙарҙыҡы кеүек шыма һәм оҙон бармаҡлы ҡулын һуҙҙы.
Ринат Пакистан паспортын һәм мигранттар бүлегендә ваҡытлыса йәшәргә рөхсәт тигән Норвегия ҡағыҙын күрһәтте. Ринат урыҫса бик үк таҙа һөйләшмәй ине, шуға ла был бәндә уның ҡағыҙҙарын бер аҙ ҡараштырғас:
– Милләтең кем? Ниндәй диндәге кеше?
– Милләтем башҡорт, мосолман динендәмен, – тине.
– Ҡайҙа тыуҙың, ҡайһы ҡалала йәшәнең?
– Башкирияла тыуҙым. Шунда йәшәнем. Мин – ауыл егете.
– Ундай өлкәне белмәйем. Нимә мине алдап баҫып тораһың? Милләтем башҡорт тигән булаһың. Ундай милләт юҡ!
Хеҙмәткәр яйлап ҡына ҡыҙа башланы. Һүҙҙәре берәм-берәм мылтыҡтан атҡан кеүек: һәр әйткәне өҫтәлгә йоҙроҡ менән һуҡҡандай яңғырай. Был бәндә Мәскәүҙәге бер ҙур ғына түрәнең килделе-киттеле уҡыған һәм бик иркәләп кенә үҫтергән берҙән-бер улы ине. Наҙанлығы сиктән ашҡан бер әҙәм инде. Төрлө дуҫ һәм аҡса ярҙамында атаһы ошо урынға урынлаштырҙы. Шуға ла ул Башҡортостандың ҡайҙа икәнен дә, башҡорттарҙың кем икәнен дә белмәй. Волга йылғаһының аръяғында йәшәгәндәр барыһы ла уның өсөн “чүчмек” һәм “чукча”. Ғөмүмән, ҡырағай халыҡтар.
Эштең былайға боролғанына бер аҙ юғалып ҡалған Ринат аптырағандан:
– Мин – Уфанан, татармын. Татар менән башҡорт – бер милләт, – тип әйтергә мәжбүр булды.
Егет үҙенең ябайлығы менән, был бәндә, моғайын, татарҙарҙы беләлер, тип уйланы. Тик “мин – татар” тип әйтеүе тегенең һарыуын ғына ҡайнатты. Утҡа кәрәсин һипкән кеүек булды. Сөнки илселеккә Мәскәүҙән төрлө хәбәрҙәр килә. Украиндар, белорустар СССР-ҙан айырым йәшәргә уйлайҙар. Прибалттар күптән боламыҡ бутап үҙҙәренә дәүләтселек талап итә. Етмәһә, хәҙер бынауы татарҙары суверенитет даулай. Ҡырым татарҙарына нимә етмәй? Автономия таптырып, Ҡырымға ҡайта башлағандар. Ҡара һин уларҙы, был татарҙар бөтөнләй бәйҙән ысҡынып шаша башланылар. Башҡорт тигәне лә шулдыр әле. Иван Грозный менән Сталин аҙ ҡырған һеҙҙе. Бөтөнләй бөтөрөп ташлаған булһалар, бындай проблемалар ҙа булмаҫ ине, тип илселек хеҙмәткәре эстән ҡайнап, тештәрен ҡыҫты. Урыҫтан башҡа аҙ милләттәргә булған бар асыуын алдында ултырған “мин – башҡорт” тип саҡ-саҡ урыҫса таҡылдаған егеттән алды.
Ҡулына алған ҡағыҙ-документтарҙы Ринат алдына тупаҫ ҡына ташлап:
– Һатлыҡ йәндәргә беҙҙә урын юҡ! Ана, унда һине Пакистан гражданины тип күрһәткәндәр. Шунда ҡайтып кит. Пошел отсюда, предатель хрен-х...о! Ишь һин уны, тыуған иленә ҡайтҡыһы килгән, һатлыҡ йән татар башҡорто. Һиңә төрмә менән Колыма таман!
Күпме яҡты өмөт-хыялдар менән илселектең ҡапҡаһын асып кергәйне бит. Бына хәҙер барыһы ла туҙан булып елгә осто. Ни тиклем үкенесле! Ирекһеҙҙән күҙенән йәштәре атылып сыҡты. Тыуған илгә, тыуған ауылға, ата-әсәй эргәһенә ҡайтып булмаҫмы икән ни тип уйлап алды. Һәм ни ғәжәп: күҙ алдына Ҡыйышбаш Заһит бабай килеп баҫты. Ул, әйтерһең дә, “Улым, һис ҡасан төшөнкөлөккә бирелмә! Алдыңда ниндәй генә ҡыйынлыҡ-кәртәләр осраһа ла, барыһын да ватып-емереп алға, үҙеңдең хыялыңа табан бар. Шунда ғына һин еңеп сығасаҡһың”, ти төҫлө ине.
Ринат ҡара янып илселек ҡапҡаһынан килеп сыҡҡас, Фәриҙә ханым барыһын да аңланы. Егет эргәһенә килеп тағы ла әсәләрсә:
– Һис паникаға бирелмә! Бөгөн булмаһа, иртәгә, бында булмаһа, икенсе урында булыр. Иң мөһиме, һин иҫән-һау Норвегия иленә килеп еттең. Ә бит күптәрегеҙ әсирлектән ҡотолоу түгел, һаман шунда ҡол хәлендә йәшәп яталар. Унан да бигерәк күпме Совет һалдаты Афғанстанда ятып ҡалды. Ә һин иҫән. Таҙа, һау-сәләмәтһең. Һәм йәшһең. Әле бар тормошоң алда.
Эмигранттар һәм күсенеүселәр эше менән шөғөлләнеүсе ойошмаға ҡайтып еткәс, Фәриҙә ханым Ринатты тағы үҙе эшләгән бүлмәгә саҡырҙы. Тиҙ генә кофе өлгөртөп, печенье, тәм-томдарҙы егет алдына ҡуйҙы. Үҙе лә егет ҡаршыһына ултырып, йыраҡтан ғына һүҙ башланы.
– Ярай, туғаным, барыһын да төҙәтеп була торған хәл. Һин Европаның иң бай, алдынғы һәм ирекле илендә икәнеңде белергә тейешһең. Алдыңда шундай юлдар, шундай йүнәлеш-тармаҡтар тора. Бында Афғанстан да, Пакистан да түгел. Был туғаным, Европа, Норвегия! Теләһәң, портта эшлә, теләһәң нефть сәнәғәтендә аҡса ҡайыр. Диңгеҙҙә балыҡсылыҡ тармағында эшләһәң дә, буш ҡалмаҫһың. Бына мин ирем менән Финляндия иленән килеп эшләп йөрөйөм. Әлеге ваҡытта һине СССР ҡабул итмәне. Һуңыраҡ ҡабул итер. Шуныһы ла бар бит әле, илеңә ҡайтҡас, хөкөм итеп, Себергә лә һөрөргә мөмкиндәр. Шуны ла уйла. Илселектә нимә әйттеләр? Күреп торам, һине ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алманылар.
Ринат уйлана-уйлана кофе эсеп бер аҙ тынысланғайны. Ул инде был киң күңелле апайҙы тыңламаны ла тиерлек. Хәҙер нимә эшләргә инде? Ниндәй юлдар менән тыуған илгә, Уралыма ҡайтырға? Башындағы бер туҡтауһыҙ тирмән ташы кеүек әйләнгән һорауҙарға яуап эҙләй ине ул. Ханым тағы ла ҡабатланы:
– Илселектә нимә тип әйттеләр?
Шунда ғына Ринат апайҙың һорауын ишетеп:
– Мине ҡабул иткән ниндәйҙер бер ишәк, беҙгә һатлыҡ йән башҡорт-татар кәрәкмәй, тип әйтте.
– Ярай, уның өсөн янып-көймә. Киләһе аҙналарға посол үҙе ҡабул итергә тейеш тинеләр. Ниндәйҙер эш менән Мәскәүгә саҡырғандар икән. Әле күперҙәр янып бөтмәгән.
– Юҡ! Мин унда башҡаса бармайым. Бында саҡлы ҡайтып еткәс, тыуған илемә нисек тә ҡайтып етермен әле. Йәйәүләп булһа ла ҡайтасаҡмын.
– Былай ныҡышмал булыуың маҡтауға лайыҡ. Был илдә аҙыраҡ эшләп аҡса йыйып ҡайтһаң тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Бая һөйләнем дә инде, ҡайҙа эшсе ҡулдар етмәгәнен. Тик бының өсөн норвег һәм инглиз телен өйрәнергә кәрәк буласаҡ. Телде өйрәнеү өсөн бушлай курстар бар. Тырышһаң, алты ай эсендә әпәй-тоҙлоҡ өйрәнергә була. Эшкә урынлашырға үҙем ярҙам итермен. Бер-ике йыл эшләһәң, ҡайтҡас, йәшәп китергә бынамын тигән мая буласаҡ.
– Булмай, мин атай менән әсәйемә байып түгел, ә иҫән-һау ҡайтырмын тип вәғәҙә бирҙем. Шулай булғас, миңә нисек тә тиҙерәк Башҡортостанға, Тыуған илемә ҡайтырға кәрәк. Һеҙ миңә ныҡ ярҙам иттегеҙ. Быныһы өсөн бик ҙур рәхмәт! Тағы ла был илдән нисегерәк тиҙ һәм тураға СССР-ға ҡайтып була?
– Итәм, туғаным, ярҙам итәм. Беҙ мосолмандар, бигерәк тә татар-башҡорт бер-беребеҙгә ярҙамлашырға тейешбеҙ. Ҡыйын саҡта ғына түгел, һәр көндө, һәр сәғәттә. Ә бөгөнгә ҡала менән таныш. Экскурсион автобустарға ултырырға мөмкин. Тик унда инглиз телендә һөйләйҙәр инде. Сөнки урыҫ туристары был илгә һирәк килә. Барыбер ҡарап, күреп сыҡ. Бик матур ил. Аҫтағы ҡатта кассала паспорт менән ваҡытлыса йәшәргә рөхсәт ҡағыҙыңды күрһәтеп аҡса һәм туристарҙы хеҙмәтләндерә торған автобусҡа билетты шунан алырһың. Ул автобус сәғәт һайын урам аша ғына булған туҡталышҡа туҡтап китә. Иртәгәгә тиклем һау булып тор!
Ринат, ханым ҡушыуынса, Норвегияның баш ҡалаһы Осло менән танышырға сәйәхәт автобусына ултырып китте. Уға бөгөнгө хәлдәрҙе зиһене аша тағы бер ҡат үткәреп һәм анализлап, киләсәккә ниндәйҙер пландар ҡорорға кәрәк ине. Тағы ла портҡа, йә булмаһа порт тирәһенәрәк эшкә урынлашырға кәрәк булыр. Бында саҡлы килеп етә алғанды, ҡул һуҙымы ғына, диңгеҙ аша торған тыуған илгә ҡайтыу әллә ни ҡыйын булмаҫ. Моғайын, Фәриҙә апай әйткәнсә, аҙыраҡ юллыҡ булһа ла аҡса эшләр. Ул шулай уйланы. Тик барыһы ла беҙ ҡорған пландар менән бармай шул.
Осло ҡалаһы әллә ни ҙур түгел. Шуға ла кире мигранттар үҙәгенә йәйәүләп ҡайтырға булды. Ҡайтышлай әллә нисә урында һаҡаллы ирҙәрҙең бер-береһен ҡосаҡлап, үбешеп торғандарын күреп хайран ҡалды. Һуш китмәле хәл. Хеҙмәттә саҡта ишеткеләп ҡалғайны шундай ирҙәр тураһында. Ышанманы. Ә бында көпә-көндөҙ урам сатында шундайҙар баҫып тора. Автобус туҡталышында ла икәү етәкләшеп автобус көтә. Кешеләре лә әллә ниндәй ҡараңғы сырай-ҡиәфәтлеләр. Ҡатын-ҡыҙҙары ла ул ҡәҙәр нәфис, наҙлы күренмәйҙәр. Әйтерһең дә, ҡулы эш белмәгән балта оҫтаһы шундай ҡатындарҙы әле генә балта менән юнып яһаған да урамға сығарып ебәргән. Ҡатындарының йөҙө ирҙәрҙеке кеүегерәк, һис айырма юҡ тиергә була. Юҡ, был илдә бер минут та ҡалырға ярамай. Тиҙерәк ысҡынырға кәрәк бынан. Шундай йәмғиәт буламы ни? Афғанстанда ла, Пакистанда ла бындай ирҙәрҙе таш менән бәргеләп үлтерерҙәр ине, ишәк ҡойроғона бәйләп сүлгә сығарып осорорҙар ине.
Эйе, Норвегия – бай һәм етеш тормошта йәшәүсе ил. Әммә Аллаһ һаҡлаһын бындай йәмғиәттә йәшәргә. Сираттағы осрашыуҙа Фәриҙә ханымдан һораны ла әле.
– Былар ниндәй ирҙәр? – тип.
– Аптырама, туғаным. Был бит Көнбайыш. Бында демократия бик көслө үҫешкән. Кем-кемгә оҡшай, кем-кемде ярата – бер кемдең дә быға ҡыҫылышы ла, эше лә юҡ.
– Эйе, һуш китмәле хәлдәр. Юҡ, Фәриҙә апай, мин бындай илдә ҡала алмайым. Мөмкин булһа, тиҙерәк миңә бынан ысҡынырға кәрәк. Берәй яйын табайыҡ инде.
– Туғаным, ашыҡма! Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Оҙаҡламай миңә ял бирәләр. Финляндияға ҡайтып килергә ине. Шунда бергә ҡуҙғалырбыҙ. Финляндиянан Рәсәйгә сығыу өсөн бер ниндәй ҡаршылыҡ булмаясаҡ. Ҡайһы бер нимәләрҙе тиҙ генә эшләп тә, башҡарып та булмай. Һәм барыһын да һиңә асып та һала алмайым. Үҙең аңла. Ә әлегә шул эшеңде башҡарып тор. Эш улай ҡыйын түгелдер бит?
– Юҡ, мин эштең ауырлығынан ҡурҡып тора торған кеше түгел. Ваҡытлыса булһа ла эшкә урынлаштырҙығыҙ. Рәхмәт! Ата-әсәйемде шул тиклем һағындым. Һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел. Башҡаса көтөргә тәҡәтем ҡалманы.
Ошо һөйләшеүҙән һуң бына бер нисә ай үтеп тә китте. Ә көндәр һуҙылды ла һуҙылды. Инде Ринат Фәриҙә ханымға ла шикләнеп ҡарай башланы. Күңелендә: “Мине юрый алдатып, төрлө вәғәҙәләр менән юхалап йөрөтмәйме икән? Инде был ваҡыт эсендә ул Финляндияға йәйәүләп тә барып етергә булыр ине. Моғайын, апайҙың алдаҡ вәғәҙәләренә ышанып тормаҫҡа кәрәктер. Киләһе айға ҡасам, тип, төрлө пландар ҙа ҡора башланы.
Аҙна аҙағында Фәриҙә ханым егетте саҡыртып алды ла:
– Дүшәмбе көндән минең ялым башлана. Йәкшәмбе кис менән юлға ҡуҙғалабыҙ, – тип шатландырҙы.
Был шатлыҡтан Ринат ике тәүлек йоҡламаны тиергә була. Йәкшәмбе көндө иртән үк апай менән магазиндарҙа юл кәрәк-яраҡтары һәм егеткә матур ғына капюшонлы куртка ла алдылар. Билдәле, барыһына ла Фәриҙә түләне.
Фәриҙә ханым Хельсинкиға тиклем паромға ике билет алғайны. Ошо паром менән әллә ни мажаралар күрмәй генә Финляндияның баш ҡалаһына килеп еттеләр. Ә инде шул аҙнаның йома көнөндә Ринат Финляндиялағы Совет илселегенә ҡабул ителеүгә инә алды. Бында Фәриҙә ханымдың бергә уҡыған курсташтары ярҙам итте. Курсташтарының ҡайһы берҙәре ҙур ғына урындарҙа эшләй икән. Шуларҙың ярҙамы менән бына ҡабул итеү бүлмәһендә үҙен саҡырғандарын көтөп ултыра.
Посолдың беренсе ярҙамсыһы үҙе ҡабул итте. Оло ғына йәштәге бер абзый. Ринат менән бик ипле генә һөйләште. Төрлө-төрлө һорауҙар бирҙе. Эргәһендә ултырған ярҙамсы ҡыҙ барыһын да яҙа барҙы. Ҡабул итеү әллә ни оҙаҡ булмаған кеүек тойолһа ла, сәғәт ярым ваҡыт үтеп тә киткән икән. Ринатҡа исем-шәрифтәре менән бик тә официаль рәүештә:
– Хөрмәтле, кем-кем улы! Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе асыҡлағансы һәм Мәскәүҙән яуап килгәнсе, аҙыраҡ көтөргә тура килер. Бында тиклем ҡайтып етә алғас, ике көнгә генә түҙерһегеҙ инде. Дүшәмбе көнгә шул-шул ваҡытҡа килерһегеҙ. Ҡайҙа туҡтанығыҙ? Ашарға-эсергә һәм ҡунаҡханаға түләр өсөн финанс яҡтарығыҙ нисек?
– Норвегиянан бында тиклем паромға билетты бер апай алып бирҙе. Әле улар йортонда туҡтаным. Аҡса яғы юҡ инде, – тигәс, посол ярҙамсыһы кемгәлер шылтыратып егеткә финанс яҡтан ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Шулай итеп, Совет илселегенән аҙыраҡ ярҙам да алып урамға килеп сыҡты. Фәриҙә ханым урамда такси менән көтөп тора ине. Уларға киттеләр.
Әгәр ҙә илселектә “бар ҡайта тор, һине сик аша бер тотҡарлыҡһыҙ үткәрәсәктәр” тиһәләр, ул, моғайын, ҡайтыр яҡҡа йүгергән дә булыр ине.
Дүшәмбе көндө илселектә уның ҡулына төрлө белешмә ҡағыҙҙар тоттороп, хәйерле юл теләнеләр. Ринатты ныҡ аптыратҡаны эштең былай тиҙ үк башҡарылып сығыуы ине. Һаубуллашҡанда Фәриҙә ханым Ринатты ҡосаҡлап:
– Ринат, СССР-ҙа әлеге ваҡытта тәртип бөттө. Илегеҙ таралыр сиккә килеп етте, тип көнө-төнө һөйләйҙәр. Бик ауыр була башлаһа, кире кил. Үҙемә тура шылтыратырһың. Бына адресым һәм телефон номерым яҙылған визиткам. Урыҫ теле менән әллә ҡайҙа бара алмайһың. Тиҙерәк инглиз телен өйрәнергә тырыш!
Һәм Ринат шул көндө үк Хельсинки – Мәскәү поезына ултырып ҡайтып китте. Эйе, поезд тәгәрмәстәренең һәр әйләнеше уны тыуған иленә, Башҡортостанға, Уралға яҡынайта. Күршеләренең барыһы ла тиерлек вагон тәҙрәһенән тәбиғәтте күҙәтеп баралар. Ҡайһы берәүҙәр сәй эсергә әҙерләнә башланы. Өҫтәл өҫтөнә төрлө-төрлө ризыҡтарҙы теҙеп ашарға ултырҙылар. Ирҙәрҙең береһе Ринатты табынға саҡырҙы. Ул бик итәғәтле генә тәҡдимде кире ҡаҡты. Ундамы һуң ашау ҡайғыһы?! Бар уйҙары менән ул күптән Түңәрәк тау итәгендә үткән бала сағы тураһында, ауылдаштары эргәһендә ине. Инде бына нисәнсе тапҡыр ҡайһылай итеп ауылға ҡайтыуын, нисек итеп ҡапҡанан инеүе тураһында хыялланып, күҙ алдына килтерҙе. Мәскәүгә ҡайтып еткәнсе ауыҙына бер ризыҡ ҡапһа икән. Күршеләре күпме генә ҡыҫтаһалар ҙа, сәйҙән башҡаны ҡапманы. Аптырағас, һорашып та ҡаранылар, кем-ҡайҙан тип. Ринат һаман да өйөнә ҡайтып барыуына ышанмайынса:
– Ҡайтып барған булам әле. Ҡайтып етеп булырмы? Ышана алмай торам, – тип кенә сикләнде.
Һәм бынан һигеҙ йыл элек нисек итеп хеҙмәткә киткән көнөнән башлап әлегәсә үткән тормошон күҙ алдына килтереп ятты. Нисек түҙҙе икән ул кәмһетеү, хурлыҡтарға? Нисек итеп ул миналар менән бергә шартлап һауаларға османы ла, эргәһендә күпме иптәштәре уның күҙ алдында шул миналар менән һәләк булғанда уға бер ни булмай иҫән ҡалды икән? Әле уйлап аптырай...
Шулай тура килде. Ауылдарына кисен генә ҡайтып керҙе. Юлда күпме генә иғтибар менән ҡараштырып ҡайтһа ла таныштарын йәки ауылдаштарын осрата алманы. Бына әле үҙҙәренең ҡапҡалары алдында баҫып тора. Ҡапҡа ҡыйшайған. Ишек алдына үләндәр үҫеп бөткән. Хатта йортҡа кергән һуҡмаҡ та юҡ. Ринаттың йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Нимә уйларға ла белмәне. Ҡапҡаны асып, билгә тиклем үҫкән әремдәрҙе тапай-тапай йортҡа үтте. Тирә-яҡҡа танауҙы ҡытыҡлап әрем еҫе таралды. Афғанда миналанған баҫыуҙарҙы ла әрем баҫҡайны. Унда ошондай еҫ таралғандаул тау башында үҫкән әремдәрҙе һағына торғайны. Тыуған ауылын, тауҙарҙы юҡһынып иҫенә төшөрә ине. Әле бына ошо әрем еҫе ирекһеҙҙән Афғандағы миналар йәшерелгән үлем тулы баҫыуҙарҙы иҫенә төшөрҙө. Ишектә йоҙаҡ... Шуларҙы уйлай-уйлай ишектәге йоҙаҡты күреп, хәлһеҙләнеп, тупһаға килеп ултырҙы. Нимә уйларға ла белмәне. Берәй ҡайҙа күсеп киттеләрме икән әллә? Яңынан тороп аҙбар, мунса эргәләрен ҡарап килде. Юҡ, береһе лә юҡ ине. Бәрәңге баҡсаларында ла сүп үҫеп ултыра. Кире тупһаға килеп ултырҙы. Шунан, бер ҡарарға килеп, келәт алдында лом кеүек тимер табып, йоҙаҡты ҡайырып ташланы. Өй эсе тамам ҡараңғы һәм унда күңелде шомландырып ниндәйҙер һалҡынлыҡ һәм күгәргән еҫ килеп бәрелде. Бер аҙ ҡараңғыға өйрәнгәс, өй эсен күҙҙән кисерҙе. Алғы яҡтағы карауатта мендәр-юрғандар ҙа шул көйө өйөлөшөп торалар. Һике өҫтөндәге балаҫ та шул уҡ, ул хеҙмәткә киткәндә нисек йәйелеп ҡалған булһа – шул көйө ине. Ринат, өҫ кейемдәрен дә һалмай, баш осона бер бәләкәй генә мендәр киҫәге ташлап, һикегә һуҙылып ятты ла тауышһыҙ ғына илапебәрҙе. Эйе, уны тыуған йорто ошолай шыҡһыҙ бушлыҡ менән ҡаршы алыр тип башына ла килтермәне. Үҙенең ҡайтыуын гел байрам итеп күҙ алдына килтерә торғайны. Илағас, нисектер күңеленә бер аҙ еңелерәк булып китте. Тыныслана төштө. Шулай ҡараңғы түшәмгә ҡарап ята торғас, нисек йоҡлап киткәнен дә һиҙмәй ҡалды. Һәм ни ғәжәп: төшөндә әсәһен күрҙе. Әсә кеше улын күргәс, эй шатланды. Ул да илап ебәрҙе. Килеп улын ҡосаҡлап алды ла арҡаһынан һөйөп:
– Улым, беҙ ҡайта алмайбыҙ инде. Заһит бабайың килеүгә самауырҙы яңыртып, сәй әҙерләп тор. Һыу алып ҡайтып иҙәндәрҙе һөртөп ал. Баҙҙа шул мөйөштә еләк ҡайнатмаһы бар. Һин ҡайтыуға тип әҙерләп ҡуйғайным. Береһендә һин яратҡан ҡайын еләге. Уныһы бәләкәй банкала. Хәҙер үк һыуға бар. Ялҡауланып ятма! Заһит бабайыңды тыңла!
Ринат әсәһенең шул һүҙҙәренә тертләп уянды. Һәм аптырап китте. Ниндәй ып-ысын төш күрҙе һуң ул? Ысынлап та, әсәһе уята икән тип белде бит. Тиҙерәк тороп шишмәгә төшөп китте. Билдән сисенеп йыуынып алды. Һыу һалҡын һәм шифалы ине. Һиҙелерлек хәл кереп, кәйефе күтәрелде. Һыу алып ҡайтып самауыр ҡуйып ебәрҙе. Өҫтәл өҫтөнә, тәҙрә төптәренә ҡунған туҙандарҙы һөртөп алды. Иҙәнде лә һөртөп сығарған булды. Инде нимә эшләргә тип туҡтап ҡалды ла,самауыр ҡайнағансы тип, мейескә яғып ебәрҙе. Иҫәбе – өй эсендәге һалҡынлыҡты, күгәргән еҫте бөтөрөү ине.
Егетте иң аптыратҡаны шул булды, баҙға төшөп әсәһе әйткән вареньены алып сыҡты. Тик ҡайнатма күптән күгәреп бөткән, ашарға яраҡһыҙ хәлдә ине. Шул ҡайнатманы ҡараштырып торғанда ишектән Ҡыйыш баш Заһит бабай килеп керҙе һәм бөтөнләй үҙгәргән Ринатты күреп шелтәле тауыш менән:
– Һин, шилма малай, ҡайҙа юғалып йөрөнөң? Теге ҡара ҡағыҙың килгәс, һине Афғанда һәләк булды, тип һөйләнеләр. Берәүҙәре “дух”тар яғына сыҡҡан икән тип тә ғәйбәт таратып йөрөнө. Үәт афарин, иҫән-имен ҡайтып еткәнһең! Молодец! Тик парень түҙәһең инде. Мин һиңә дөрөҫөн әйтергә тейешмен. Барыбер кем дә булһа быны әйтәсәк бит. Бына шул, һинең “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙың килгәс, әсәйең түҙмәне, йөрәк сире менән бер йыл яфаланды ла мәрхүм булды. Һинең ҡайғынан, әсәйең ҡайғыһынан атайың да оҙаҡ торманы. Бына шулай, парень, эштәр. Түҙ, улым, түҙ!
Ҡыйыш баш килеп Ринаттың яурынына ҡулын һалды. Ринат аталары менән нимәлер булғанын һиҙгәйне инде. Кисә үк аңланы: өйҙәренән ниндәйҙер йән өшөткөс һыуыҡ бәреп тора. Уның күңелһеҙ уйҙарын бүлдереп Заһит бабай ҡуйынынан бер ярты сығарып өҫтәлгә ултыртты ла:
– Ярай, улым, һин бик бирешеп барма. Тормош был, тормош. Үлгән артынан үлеп булмай. Шуға ла һин йәшәргә тейеш. Тырмашып булһа ла йәшәргә тырыш! Был минең һиңә бойороғом. Приказ! Белдем мин һинең ҡайтырыңды. Шуға ла тегеләрҙән йәшереп һаҡланым быны. Ышанмаһаң, бына сыҡҡан йылын һәм айын ҡара! Стәрлетамаҡта һин хеҙмәткә киткән айҙа һәм көндә икенсе сменала сығарылған араҡы был.
Заһит шулай һөйләнеп Ринатты ауыр уйҙарынан арындырырға тырышты. Ә егет бөгөн бик тә ысын итеп төштә күренгән әсәһен уйланы. Әсәһе әйткәндәр нисек ысынға ашты. Аптырарлыҡ хәл. Афғанда саҡта ла шулай әсәһе төшөнә кереп тә, төшөнә кермәйенсә лә, өнөндә лә әллә нисә тапҡыр “унда баҫма, улай эшләмә” тип өндәшеп иҫкәртте түгелме һуң? Тәүҙәрәк ҡайҙандыр яҡында ғына әсәһенең тауышын ишетеп, контузия ғәләмәте тип шикләнеп тә йөрөнө. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тауыш ҡушҡанса эшләргә тырышты. Бигерәк тә афған баҫыуҙарын минанан таҙарта башлаған тәүге көндәрҙә. Унан инде үҙе лә ул миналарҙы ер аҫтынан уҡ үтә күрергә өйрәнде.
Заһит ҡарт, егеттең үҙе һөйләгәндәрҙе тыңламай ҙа ултырғанын аңлап:
– Һин, туғаным, мин һөйләгәндәрҙе тыңламай ҙа ултыраһың түгелме һуң? – тип, егеттең яурынынан һыпырып алды. Шунда ғына ул уянып киткәндәй:
– Тыңлайым, Заһит бабай, тыңлайым.
– Тыңлаһаң, бына шул. Хәҙер һин үҙеңдең дөйә түгел икәнлегеңде бар донъяға иҫбатларға тейешһең. Бында, парень, үҙең күреп тораһың, барыһы ла ныҡлап үҙгәрҙе. Урамда –перестройка! Шуға ла бер нәмәгә ҡарамай яңынан документ-ҡағыҙҙарыңды булдырырға кәрәк. Кеше булыр өсөн иң тәүҙә ҡағыҙ кәрәк. Тегеләрсә – урыҫса әйтһәк, без бумажки – ты букашка. Документың булмаһа, һин бөжәкһең. Документһыҙ һине был илдә һанламайҙар, балам. Юҡ, һанламайҙар. Ҡара әле, ҡулыңа тотҡас, эсеп ҡуй! Еңелерәк булыр. Юғиһә, һөмһөрөң ҡойолоп ултыра.
Заһит ҡарт Ринатты ҡыҫтарға тотондо. Тик егет бындай нәмәне күптән, бик күптән эскәне юҡ тиер ине, паромда ҡайтҡанда Фәриҙә ханым бик ҡиммәтле вино менән һыйланы. Уныһы –факт. Ә аҙаҡҡы тапҡыр Өфөләге саҡырыу пунктында егеттәр менән матур ғына төшөрөп алғанын хәтерләй. Поезда барғанда ла егеттәр йыйылышып эскәндә уларға ҡушылманы. Шунан бирле араҡының нимә икәнен онотҡайны. Тегендә саҡта араҡы тигән нәмәне бөтөнләй күрмәне. Юҡ ине ул унда. Ҡарт ҡыҫтағас, егет, ауыр уйҙарынан арынырға теләп, ярты стакандан аҙыраҡты һалып ҡуйҙы. Заһит ҡарт ҡуйынынан бер киҫәк икмәк менән һуған һәм ҡаҙылыҡ киҫәге сығарып өҫтәлгә һалды.
– Ҡабып ҡуй.
Егет өндәшмәй генә бер киҫәк ҡапҡан булды. Бындай нимәне байтаҡтан ауыҙына алмағанға һәм күптән йүнләп ашамағанға тиҙ иҫерҙе.
– Все, ҡартлас! Мин иҫерҙем, – тине лә һикегә ауҙы.
Уның бер үҙе генә ҡалғыһы килде. Быны аңлап, Заһит ҡарт та өҫтәлдәге шешәне кеҫәһенә һалып өйөнә йүнәлде.
Ринаттыңиҫән-имен йөрөп Афған һуғышынан ҡайтыуы йәшен тиҙлегендә ауылға таралды. Әле тегеһе, әле быныһы кереп хәл белде. Туған тейешлеләре лә, тейеш түгелдәре лә. Бер-ике дуҫ егет шешә күтәреп кергән булды. Әл дә Заһит бабай бар, ҡайһы берҙәрен выжлатып ҡыуып сығарҙы. Ул тотҡонлоҡтан саҡ ҡотолоп ҡайтҡан егеттең шешәгә бирелеп китеүен теләмәй ине. Уның кәңәше менән район үҙәгенә лә барып ҡайтты. Бар документтарҙы яңынан хәстәрләргә кәрәк ине. Бер ыңғайҙан хәрби комиссариатҡа ла кереп сыҡты. Унда ла әллә ни йылмайып ҡаршы алманылар. Икенсе аҙнаға килеп китегеҙ, асыҡларбыҙ тигән булдылар. Паспорт өҫтәлендә:
– Военкоматтан ҡағыҙ булмайынса паспорт бирә алмайбыҙ. Шул-шул белешмәләр менән шунан-шунан ҡағыҙҙарығыҙ булһын, – тип сығарҙылар.
Егет үҙенең бер кемгә лә кәрәк түгеллеген аңланы. Әле тегендә, әле бында эшкә урынлашырға тип ҡараны. Юҡ. Документһыҙ бер ҡайҙа ла алырға теләмәнеләр. Эшкә алған ерҙә аҡсаһын түләмәнеләр. Бер колхозға барып урынлашҡан булды. Унда урынлашты-урынлашыуын, тик әлеге шул – түләмәнеләр. Аҡса һорап председателгә кергәс, тегеһе:
– Аҡса юҡ, туған. Ана силосын алып ҡайт. Фуражын да алаһыңдыр әле? Етмәһә, бер-ике центнер яҙҙырып ал. Мин имзамды ҡуйырмын. Быҙау алһаң да була. Үҫтереп һатырһың. Үҫтерергә иренһәң, быҙау килеш һат.
Юҡ инде, колхоздан эшләгән өсөн силос-фураж урлап һатып йөрөп булмаҫ. Шулай, Заһит ҡарт әйтмешләй, эт һуғарып йөрөп ҡыш та етте. Ҡайһы бер ойошмаларҙа хатта: Афғанстан һуғышына һеҙҙе беҙ ебәрмәнек, тип әйтеүселәр ҙә булды. Документтар һаман да әҙер түгел. Өфөгә Башвоенкоматҡа барып ҡайтҡайны. Унда: “Шул-шул көнгә, сәғәт туғыҙға килеп ет. Һуңға ҡалма! Военком хәрби кеше, һуңға ҡалып йөрөгәндәрҙе яратмай. Юғиһә, ул оҙаҡламай ялға китә. Тағы ике айһыҙ эшендә булмай. Унан һуң Мәскәүгә квалификацияһын күтәрергә уҡырға барасаҡ. Тәк што, алты ай унда буласаҡ. Өлгөрөргә тырыш!” – тип ҡайтарҙылар.
Ринат йәкшәмбе көн үк юлға ҡуҙғалырға булды. Өфөгә барып ҡайтырлыҡ ҡына аҡса ла йүнәтте. Ауылдаштары әйтеүенсә, шул-шул сәғәттә автобус килергә тейеш. Туҡталышта бик оҙаҡ тормай. Шуға ла алдан уҡ барып көтөп торорға кәрәк, тинеләр.
Иртәрәк сыҡҡан кеүек ине. Ҡараһа, автобус туҡталышта тора икән. Йә, Хоҙай! Ринат үҙен-үҙе аңламай йүгерҙе. Туҡталышҡа сығырға тик бер тар ғына һуҡмаҡ. Етмәһә, кем ҡатыны булғандыр, һуҡмаҡты тултырып, һыуҙан ҡайтып килә. Егет ҡатынға килеп етәрәк:
– Юл бир! Юлдан кит! Автобусҡа һуңға ҡалам, – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгерҙе.
Тик теге бер тиҫкәрерәк ҡатын ине.
– Трамвай түгелһең, урап та үтерһең әле! Иш һин уны, берәү автобусҡа ашыға икән. Ә мин һыуҙан ҡайтып киләм. Мин дә ашығам.
Ринат шулай ҙа, был ҡатынды урап үтмәксе булып, һуҡмаҡтан ситкә һикерҙе. Теге ҡатын егеттең ниәтен аңлап, юрый ҡаршыһына сыға бирҙе. Ҡарашы автобусҡа төбәлгән булһа ла, Ринат ҡаршыһына сығып баҫҡан ҡатындың ниәтен аңланы. Тағы ситләтеп үтергә тырышты. Тегеһе уның һайын киреләнеп юлына арҡылы баҫты. Егет ҡабаланып тулы һыулы биҙрәгә килеп бәрелде. Биҙрәнән өҫтөнә һыу түгелде. Ҡайҙа бында автобусҡа ашығыу, өҫтө һәм салбарҙары лысма һыу булды. Егет һыуға мансып алған тауыҡ хәлендә ҡалды. Быны күреп, ҡатын шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Ҙур итеп асылған ауыҙы һәм мыҫҡыллап уҫал ялтыраған күҙҙәре күренде. Шул мәлдә “шурави” үҙенең алдында Афғандағы серек тешле, һыуҙан ҡайтып килгән һәм теҙ аҫтына көйәнтәһе менән һуҡҡан “дух”ты күрҙе. Ринат, тау барыҫы етеҙлегендә һикереп, ҡатынға килеп йәбеште. Һәм һыуы түгелмәй, ҡарға төшөп батҡан икенсе биҙрәгә уның башын тыҡты. Ҡурҡыштан һәм кинәт тын алыуҙан ҡатын биҙрәләге һыуға сәсәне. Тағы ла тын алды. Тик һауа урынына үпкәһенә һыу тулды. Бер-ике минут үтмәгәндер, ҡатын инде тынһыҙ һәм йәнһеҙ кәүҙәһе менән, башын биҙрәгә тәрәнерәк батырҙы. Ринат автобусҡа тороп сапты. Тик барып етә алманы, автобус төтөндәрен болғап, егеттән мәрхәмәтһеҙ көлә-көлә фырфылдап алға ҡуҙғалып китте.
Иртәнге һыуыҡта һыулы кейемдәр боҙ булып ҡатты. Ринат шул боҙло кейемдәрен шатор-шотор ҡыштырҙатып кире өйөнә ҡайтырға боролдо. Һуҡмаҡта тынһыҙ-йәнһеҙ ятҡан ҡатындың кәүҙәһен аяғы менән ситкәрәк кенә этәреп ҡуйҙы. Юл өҫтөндә ятма, ситкәрәк китеп ят, кешегә һуҡмаҡтан йөрөргә башҡаса ҡамасаулама, тигән кеүек...
Әллә ни тикшереп тә торманылар. Суд булды. “Шурави”ҙы ун ике йылға ябып та ҡуйҙылар. Тышта 1992 йыл ине. Ни генә тимәһендәр, төрмә, төрмә инде. Бигерәк тә кеше ғүмерен мәрхәмәтһеҙ рәүештә ҡыйыусыларға.
Төрмәнең шыйыҡ һурпаһын һемереп икенсе йылына аяҡ баҫҡанда, шулай бер көндө уны осрашыу бүлмәһенә саҡырҙылар. Бар тикшереү һәм бүтән төрмә йола-сараларҙы үтеп тейешле бүлмәгә барып кергәндә унда ике ир уны көтөп ултыра ине. Ултырғыс тәҡдим иттеләр. Ринат ни уйларға ла белмәне. Ул шып-шыма итеп ҡырынған һәм бик тә бөхтә итеп кейенгән был ирҙәрҙе белмәй ине. Тегеләр һүҙҙе йыраҡтан башлап, тегеһен-быныһын һәм уның хәлен һорашҡан булдылар. Төрмәлә ултырыу шарттары менән ҡыҙыҡһындылар. Сөнки был ваҡытта иректә йәшәгәндәрҙең дә хәлдәре әллә ни маҡтарлыҡ түгел ине. Бар ерҙә лә юҡлыҡ һәм тормош ауырлығы менән тәртипһеҙлек. Төрмәләгеләр өсөн шарттар бигерәк тә насар ине. Ирҙәр алмаш-тилмәш Афғанстанда нисек әсирлектә булыуы тураһында һорашҡан булдылар. Ринат инде төрмә институты менән яҡшы таныш булғанға, әллә ни тартынып һәм ҡыйынһынып торманы:
– Егеттәр! Әйҙәгеҙ ҡара ҡапсыҡтағы ҡара бесәйҙең ҡойроғонан тартып булашмағыҙ. Әйтһәгеҙ, туранан-тура әйтегеҙ ҙә ҡуйығыҙ! Һеҙгә нимә кәрәк?
Был икәү тәүҙә бер-береһенә ҡарашып алды. Күренеп тора, егеттең һорауынан аҙыраҡ юғалып ҡалдылар. Шунан олорағы:
– Һин, браток, бик ашыҡтырма. Һәр нәмәнең үҙ яйы, – тине.
Егет нимәлер һиҙенеп дорфа һәм һөмһөҙ генә:
– Мин һеҙҙе белмәйем дә, күргәнем дә юҡ. Шулай булғас, мин һеҙгә брат та, сват та түгелмен. Туғанлыҡ тураһында әйтеп тә тормайым. Һеҙ кем? Бына мин шул-шул статья менән төрмәлә ултырыусы Фәлән Фәләнов булам, – тине лә теге икәүгә үтә ҡарап тора башланы.
Былар тағы үҙ-ара ҡарашып алдылар ҙа, тағы олорағы тамағын ҡырып Ринат ҡаҡарамай ғына һораны:
– Мин шул-шул фамилиялы военкомат кешеһе булам. Ә был егет Фәлән Фәләнов, хоҡуҡ төҙәтеү органдарының шул-шул бүлек етәксеһе. Ҡыҫҡаһы, төрмә туйҙырманымы?
– Туйҙырһа һуң? Нимә әйтергә теләйһегеҙ? Тураһын әйтегеҙ!
– Беҙҙең һине ҡыҙыҡһындырырлыҡ бик тә кәрәкле һәм файҙалы тәҡдимебеҙ бар.
– Ну!
– Ололарҙы бүлдермәй генә тыңла! Һин бик йәшһең әле. Бар тормошоң алда. Әллә ни саҡлы ғүмереңде ошо таш ҡапсыҡта үткәрергә йыйынмайһыңдыр бит?! Шулай булғас, беҙҙе иғтибар менән генә тыңла! Беҙ контрактниктарҙан полк төҙөйбөҙ. Беҙгә тау шарттарында һуғыша белгән егеттәр кәрәк. Һин – Афғанстанда һуғышып ҡайтҡан тәжрибәле һалдат. Һиңә тау шарттарында һуғышыу алымдары бик таныш. Бына шул полкта инструктор булып, контрактниктарҙы һәм йәш һалдаттарҙы тау шарттарында һуғышырға өйрәтеп, уҡытырға кеше кәрәк.
– Һуң, мин бит төрмәлә ултырам.
– Уныһы өсөн ҡайғырма. Беҙ килешеү ҡағыҙҙары алып килдек. Беҙҙең тәҡдимгә риза булһаң, килешеүгә имзаларыңды ҡуяһың да эш тә бөттө. Һәм беҙҙең менән китәһең. Бар формальностар үтәлгән.
Ринат был көтөлмәгән тәҡдимдән аҙыраҡ аптырап, юғалып ҡалды. Башы көсөргәнешле уйлауҙан зыңлап китте. Көскә яҡшылап уйлай алырлыҡ хәлгә килде:
– Ярай, шулай ҙа булһын ти. Тик минең бер документым да юҡ. Афғандан ҡайтҡандан бирле паспорт та ала алманым. Шунан бит әле шуныһы ла бар. Мин йәштәрҙе өйрәткәндән һуң кире төрмәгә ҡайтырға тейеш буламмы? Әллә минең хәрби хеҙмәтем төрмәлә ултырыу иҫәбенә инәме?
– Бына ошо килешеүгә имзаңды ҡуйған минуттан башлап һин ирекле! Беҙҙең ҡарамаҡҡа күсеп хәрби хеҙмәтең башлана. Төрмә тураһында оноторға тура киләсәк. Хеҙмәттә үҙеңде ипле тотһаң, төрмәгә кире ҡайтмайһың. Аңлашыламы?
– Эйе!
– Улайһа башланыҡ. Михайлович, сығар ҡағыҙҙарҙы!
Шулай итеп, Ринаттың тормошонда тағы ҡырҡа боролош булды. Сөнки Чечняла яңы ғына беренсе чечен һуғышы башланды.
Ринатты разведротаға алдылар. Сөнки тау шарттарында ул үҙен үҙ йортондағы кеүек хис итте. Шуныһы ғәжәп: уларҙың разведротаһы “шурави” булғанда һис засадаға эләкмәне. Ә чечендар ҡуйған миналарҙы, хет көндөҙ, хет төндә булһын, әллә ҡайҙан һиҙә. Афғанстанда миналы ялан-юлдарҙы таҙартҡанда алған контузияларынан һәм әллә нисә үлемдән ҡалғандан һуң уның шундай ғәжәйеп һәләте асылғайны.
Чечендар афған духтары ғына түгел, улар үлгәндәрен белмәй, ауыл-ҡалаларын, тарлауыҡтағы юл-кисеү урындарын ныҡлы һаҡлайҙар. Ә Ринат кеүек элекке “шурави”ҙарға вәғәҙә ителгән аҡсаны тәүҙә түләгән булдылар ҙа, уны ла туҡтаттылар. Имеш, экономик хәл бик алама. Әммә хеҙмәтегеҙ бөткән көйө барыһын да бер юлы түләйбеҙ, тип алдатып тота башланылар. Ярай ҙа Ринаттың ғаиләһе юҡ, ә бит башҡаларҙың ғаиләләре бар. Ҡайһы берәүҙәр өс-дүрт балалы.
Ринат кеүек төрмәнән килтерелгәндәрҙән тора уларҙың отряды. Бик тә хәүефле, хәүефле генә түгел, ә күрәләтә үлемгә алып бара торған бойороҡтарҙы бер нисә егет ҡырҡа үтәүҙән баш тартҡайнылар, уларҙы шунда уҡ кире төрмәгә оҙатабыҙ тип айырып, һаҡ аҫтында алып киттеләр. Вәғәҙә ителгән аҡса юҡ та юҡ.
Блокпоста һаҡта торғанда Ринат шуны белде. Үткән аҙнала бында һаҡта торғандарҙың барыһының да ирлек ағзаларын снайперҙар атып зарарлаған булып сыҡты. Шуға ла ҡарауылға баҫыр алдынан командир уларҙы ныҡлап киҫәтте:
– Ҙур һәм ҡалын цемент блоктарҙан төҙөлгән блокпостан бик сығып йөрөмәҫкә. Сыҡҡан хәлдә лә бер урында ғына баҫып тормаҫҡа. Йүгерә-атлай йөрөргә! – тине.
Ринат уйға ҡалды. Уларҙың ҡарауыл сменаһында ундай хәлдән Аллаһ һаҡланы. Хатта боевиктарҙың һөжүме лә булманы. Ҡарауылдан һуң буш ваҡытында ялан госпиталенә барып аҙыраҡ таныш егет менән һөйләшкән булды. Тегеһен һорашты, быныһын белеште тигәндәй, һөйләшепултырҙылар. Ринат бик әһәмиәт бирмәгәндәй генә һорап ҡуйҙы:
– Ә ни эшләп боевиктар гел егеттәрҙең бот араларына ғына аталар?
– Һе. Һеҙ ҙә берәй чечен ҡыҙын көсләп ҡарағыҙ! Бот арағыҙға ғына атып ҡалмаҫтар... Тәүҙә бер снайпер ҡыҙҙы әсирлеккә алып күмәкләп көсләгәндәр ҙә, командирҙарҙан ҡурҡып, кире ебәргәндәр. Бына шунан башланды инде. Унан ниндәйҙер бер ғәйепһеҙ ун биш йәшлек ҡыҙ баланы көсләгәндәр... Һөҙөмтәһе шул, барыһын да ирлек ағзаһыҙ комиссовать иттеләр. Тәк што, һаҡ бул. Ул блокпост сихырлы!
Был хәбәрҙән һуң ниңә был блокпостҡа гел уның кеүек төрмә мәктәбен үткәндәрҙе генә ебәргәндәрен Ринат аңланы. Постҡа ҡарауылға бармай булдыра алмайһың. Теге егеттәр кеүек кире таш ҡапсыҡҡа оҙатырға мөмкиндәр. Ул саҡта эшләгән аҡсаң тураһында уйлай ҙа алмайһың. Шулай ҙа тура килтереп бер чечен ҡартынан һораны:
– Бабай, әйт әле, егеттәрегеҙ ниңә гел беҙҙең блокпостҡа ғына һөжүм яһайҙар?
Бабай бер аҙ уйланып торғас:
– Балам, беренсенән, һеҙҙең поста һәм һеҙҙең часта күбеһе контракт менән хеҙмәт итәләр. Улар, аҡсаға алданып, кеше ғүмерен ҡыйырға килгәндәр. Йүнле кеше аҡсаға алданып кеше үлтермәй. Улар бит ҡарт-ҡороно ла, балаларҙы ла йәлләмәйҙәр, – тине.
– Ә срочник, ябай хеҙмәткә саҡырылғандар, ни менән яҡшы? Улар беҙҙән яҡшыраҡмы ни?
– Эйе, улар яҡшыраҡ! Улар һеҙҙең кеүек йыртҡыс түгелдәр, кешене йәлләй беләләр. Һәм улар иркенән тыш килтерелгәндәр. Подневольныйҙар. Бына шулай, улым. Төҫөң-йөҙөң урыҫ милләтенән түгел. Контрактный, һин дә аҡса эшләргә килгәндәргә оҡшағанһың. Булдыра алһаң, ҡайтып кит, улым! Беҙҙең егеттәр иң тәүҙә контрактниктарҙы, һинең кеүектәрҙе, юҡ итә. Хуш!
Бабай менән һөйләшеү егетте уйға һалды. Эйе, ике көндән уларҙы әлеге шул ҡарғалған блокпостҡа тағы ҡарауылға ҡуясаҡтар. Юҡ, былай башы өҙөк күгәүен осҡан кеүек йәшәүҙе туҡтатырға. Икенсе часҡа күсерһендәр. Рапорт яҙырға кәрәк. Бәләкәй саҡта, атаһына эйәреп бесәнгә барғанда, шулай аттың ҡанын эскән күгәүендәрҙе атаһы тотҡолап башын өҙөп осора торғайны. Эй ҡыҙыҡ осалар, ҡайҙа барып бәрелгәндәрен белмәйҙәр. Ҡайһы яҡҡа осҡандарын да белмәйҙәр. Ҡайһы бер ҙә шул күгәүендәрҙең ҡорһағына үлән киҫәге, һалам тығып осороп ебәрә. Былары инде ауыр йөк тейәгән самолет кеүек, һауаға күтәрелеп, әллә ҡайҙарға осоп китәләр. Ҡан эсеү ҡайғылары бөтә. Ринат ул күгәүендәрҙең осҡанын күҙенән юғалғансы ҡарап ҡала ине. Күңелле була торғайны шул ваҡытта. Бала саҡтары иҫенә төшөп, оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай уйланып ятты.
Аптырарһың ошо боевиктарға, был дежур торғанда шылт иткән тауыштары ла сыҡманы. Ә бына гипнозланғандар ауыл яғынан аҙан тауышы ишетһәләр, сығырҙарынан сығып, иҫәрләнә башлайҙар, ҡайҙа кереп ҡасырға урын тапмайҙар. Баштарын мендәр аҫтына тығып яталар. Булдыра алһалар, страус кеүек баштарын ҡомға тығырҙар ине. Күптәре:
– Булдыра алмайым, ошо тауышты ишетһәм, йөрәгем өҙгөләнә башлай. Ҡасан тыныр был бүре олоуы? – ти.
– Ҡотҡарығыҙ мине ошо тауыштан!..
– Был ҡырағайҙар ошо олоуҙары менән минең йәнемде тәнемдән һуралар, – тип әйтеүселәр байтаҡ ине араларында.
Был инде гипноздың туранан-тура тәьҫире. Бына шундайҙар менән хеҙмәт итә Ринат. Ә уға аҙан тауышы гел бала сағын иҫенә төшөрә. Күрше бабай йәй көнө гел аҙан әйтеп, йортта уҡый торғайны намаҙын. Их, ул саҡтар, тәмле төш кеүек кенә йыраҡта тороп ҡалды. Афғанда әсирлектә саҡта ла аҙан тауышы уға гел ерҙәге дух-яһилдарҙан башҡа күктә Аллаһ тигән үлемһеҙ зат та бар бит әле тигәнде иҫкәртеп торҙо...
Һаҡта тороуҙың ваҡыты үтте, ә уларҙы алыштырырға алмаш килмәне. Уның ҡарауы, тағы бер аҙна һаҡта торорға тигән бойороҡ булды. Барыһы ла асыулы. Бына ошонда башланды ла инде. Һаҡта торғанда эсергә ҡәтғи тыйылһа ла, сержант ҡайҙандыр самогон килтертте. Кискә арыу ғына төшөрөп алған егеттәрҙе батырлыҡҡа тарта башланы. Ринат был күңел асыуға ҡыҫылманы. Кәрәк тә түгел ине уға. Ул эсеүгә бик әүәҫ түгел. Йоҡларға ятты. Күрәһең, тегеләр, ул йоҡлап киткәс, чечен ауылына сығып киткәндәр. Шау-шыу килеп ҡайтып кергәндәренә уянып китте. Тауышҡа эре калибрлы пулемет урынлашҡан амбразуралы яҡҡа сыҡты. Сыҡты ла телһеҙ ҡалды. Сөнки күҙҙәре бәйләнгән ниндәйҙер чечен ҡыҙын һөйрәп алып керҙеләр. Бахыр ҡыҙ өҙгөләнә, тартыша һәм тешләшергә самалай. Ҡайҙа ул тешләшеү ти, аҡыра ла алмай. Ауыҙына бысраҡ сепрәк тыҡҡандар. Фыр-фыр килеп нимәлер әйтергә теләй. Үҙен бик текә тип иҫәпләп йөрөгән һәм төрмәлә ун дүрт йылының һигеҙ йылын ултырырға өлгөргән Бармалей ҡушаматлы урка:
– Улар – беҙҙең егеттәрҙең йән ерҙәрен, ә беҙ уларҙың ҡыҙлыҡтарын алабыҙ. Әйҙә Иван менән Чечня тулһын. Ниңә аламамы ни? Рәсәйҙә һалам сәсле ерән чечендар ҙа булырға тейеш! – тине.
Был яҡҡа килеп сыҡҡан Ринатты күреп:
– Әйҙә, татарин, башла! Беҙ малайҙар менән һөйләштек, һиңә бирәбеҙ. Һин беҙҙең командала булғанда боевиктар һөжүме лә булғаны юҡ. Бер ниндәй юғалтыу ғына түгел, яраланыусы ла булмай. Күптән һинең турала сихырланған-заговоренный тигән ғәйбәт йөрөй. Бына хәҙер тикшереп ҡарарбыҙ. Иртәгә һинең күкәйгә атырҙармы, юҡмы? Атһалар, вот прикол була. Күкәйһеҙ ҡалған татарин, тип әйтәсәктәр.
Ринат асыу менән теш араһынан төкөрөп:
– Беренсенән, мин татар түгел, ә башҡорт. Һәм минең был бысраҡ эштә ҡатнашҡым килмәй.
Ринат кире урынына кереп ятырға иткәйне, тыштан тегеләрҙең икенсе берәүһе шашлыҡ теҙелгән шампурҙарҙы өҫтәлгә индереп һалды. Блокпост эсенә тәмле булып ҡыҙған ит еҫе таралды. Бармалей ауыҙына ит тултыра-тултыра телгә килде:
– Юҡ инде, һин генә таҙа ҡалырға теләйһеңме? Барып сыҡмаҫ был эшең. Әйҙә, башла!
Ринат үҙенең күңеле менән был вәхшилектең яҡшылыҡ менән бөтмәүен тиҙ тойҙо. Көтөлмәгән һәр нимәгә әҙер булырға тигән эске иҫкәртеүе менән, бик тиҙ йәйә кереше кеүек ныҡлы көсөргәнешле хәлгә күсте. Ни тиһәң дә, Афғандан ҡалған ғәҙәт. Һәм ул яһалма баҫалҡылыҡ менән:
– Бик тә көтөлмәгән тәҡдим. Туҡта, ҡарайым әле, кемде алып ҡайттығыҙ? Берәй чечен убырлыһын алып ҡайтһағыҙ, бушҡа ла кәрәкмәй, – тине.
Ул иҙәндә ултырған сәстәре туҙып битен ҡаплаған ҡыҙҙы тартып торғоҙҙо ла, сәстәрен һыпырып битен асты. Унан ҡыҙҙың күҙенә бәйләнгән сепрәкте систе. Һуш китмәле хәл. Чечен ауылының был башында яңғыҙ йәшәгән ҡарсыҡтың ейәнсәре ине был. Өләсәһе менән икәү генә торалар. Ҡыҙ һорау билдәһе кеүек кәкрәйгән бик ҡарт әбейҙе ҡарай. Һылыу көн дә иртән берҙән-бер кәзәләрен бәрәстәре менән тау битләүенә сығарып бәйләй. Унан ҙур һауытын күтәреп тау аҫтындағы шишмәгә һыуға бара. Үткән дежурҙа, ҡыҙ һыуға төшөп киткәс, егет тә һыуға барҙы. Тәүҙә ҡыҙ уны күргәс ҡурҡып китте. Һалдаттың уға зыян-зәүрәт эшләмәүен аңлап, йылмайып ебәрҙе. Эргәһенән үткәндә лә әле егеттең үҙенә йылмайып ҡарағанын күреп, йылмая-йылмая тау башына ғорур һәм төп-төҙ итеп, ваҡ ҡына атлап менеп китте. Етмәһә, һул ҡулы менән оҙон итәген семтеп тотҡан да атларға ҡамасауламаһын тип күтәрә биргән. Һуҡмаҡтан яр өҫтөнә менеп етәрәк артына боролоп, егеттең күҙен сағылдырырлыҡ итеп йылмайып ҡуйҙы. Бик матур һәм ымһындырғыс күренеш ине. Бына ошо чечен ҡыҙы егеткә йыраҡта-йыраҡта Афғанстан тауҙары артында ҡалған Зөһрәне иҫләтте. Ринат, хистәргә иҫереп, ҡыҙҙы күҙе менән йоторҙай булып оҙатып ҡалды. Шулай шул, бында ҡыҙҙар һыуға көйәнтә менән йөрөмәйҙәр. Ә шундай ҙур еҙ ҡалайҙан эшләнгән тар һәм оҙон муйынлы көршәк менән һыу ташыйҙар. Ә бит иртәгә ул тағы шул ҡыҙҙы күрер өсөн генә шишмәгә һыуға барырға тейеш ине. Бына бит был вәхшиҙәр нимә эшләгәндәр. Ә ҡыҙ нәфрәт тулы йәшле күҙҙәре менән һалдаттарҙы өтә.
Ринаттың бер аҙ юғалып ҡалғанын күреп, Бармалей иптәштәренә ҡарап уҫал йылмая-йылмая һөйләүен белде:
– Юҡҡа күҙендәге сепрәкте алдың. Хәҙер барыбыҙҙы ла танып ҡаласаҡ. Бигерәк тә һине. Танымаған булһа, иҫән ҡалыр ине. Ә хәҙер был сибәрҙе үлтерергә тура киләсәк. Шулай, как там? Каш-каш или баш...баш.. башхрен. Да, ярай, ҡайһылай булһа ла. Әгәр ҙә ошоноң ҡыҙлығын алмаһаң, үҙеңдең ҡыҙлығыңды алып, Машкамы, Дашкамы яһайбыҙ. Прәме ошо ҡыҙ алдында. Унан һуң ғына десертҡа сибәркәйҙе тәмләп ҡараясаҡбыҙ. Шулаймы, егеттәр? Ха-ха...ха...ха.
– Ха-ха-ха....ха-ха-ха...
Егеттәр шулай уҫал көлөштөләр. Ринат, бер нимәгә лә әһәмиәт бирмәгән кеүек, Бармалей ҡулындағы шампурҙан бер ҡалъя ит алып ауыҙына оҙатты ла, тәмләп сәйнәй-сәйнәй, ҡурҡышынан хәлһеҙләнеп ҡабат иҙәнгә теҙләнгән ҡыҙҙы ҡарап сыҡҡан булды.
– Прәме һеҙҙең алдамы?
– Ә нисек теләр инең? Иш һине, үҙе генә ләззәтләнергә тейешме?! Әлбиттә, беҙҙең алда! Беҙ ҡарап торасаҡбыҙ!
– Ну, егеттәр, беҙ башҡорттар ундайға өйрәнмәгәнбеҙ. Әммә шулай ҙа булдырып ҡарайым.
Ринат, ысынлап та ҡыҙҙы самаларға әҙерләнгәндәге кеүек, өҫтөндәге гимнастеркаһын һәм майкаһын һалып ташланы. Уға ҡарап, әзмәүер Бармалей ҙа ҡыҙыҡ ҡарарға йыйынып, гимнастеркаһын һалып осорҙо. Ринат тиҙ уйлап алды, әзмәүерҙең өҫ кейемен һалып ташлауы уны еңергә ҡулай ғына буласаҡ. Ә инде Ринаттың билгә ҡәҙәр сисенеүенең сәбәбе: көтөлмәгән ҡаршылыҡ килеп сыға ҡалһа, уны тотоуы ҡыйын буласаҡ. Сөнки шәрә тәнле кешене тотоуы ауыр. Шул ваҡыт Ринаттың зиһененә бик тә шәп уй килеп төштө. Ул Бармалей ҡулындағы ит ҡалъялары теҙелгән шампурҙан бер майлы ҡалъя алып тәненә майҙарын һөртә башланы. Ҡыҙыҡ күреп контрактный уркалар көлөшә башланы.
– Һин нимә, Ринат? Был ниндәй ритуал? Монголса берәй нимәме әллә?
– Юҡ. Арыу көрәшселәр хәл иткес көрәш алдынан көндәш-сопернигын еңер өсөн шулай тәндәренә май һөрткәндәр, – тине лә, “яңылыш” итле май киҫәген ҡулынан төшөрөп ебәрҙе.
Боролоп Бармалей ҡулындағы шампурҙы алып ҡулына тотто. Тағы ауыҙына бер киҫәк ит ҡапты. Унан ҡулындағы шампурын әҙер тотоп әзмәүергә боролдо ла:
– Һин, бугор, был дикарь-ҡырағайҙы күтәрешергә ярҙам ит инде. Мин сисендереп ҡарайым. Эстән дә шулай матурмы икән? Ҡарышһа, ошо штык-нож менән сисендерәбеҙ, – тип, эргәһендәге һалдаттың штык-бысағын алып үҙенең салбар ҡайышына ҡыҫтырҙы.
Барыһы ла әҙер. Бармалей үҙен төрмә жаргонында “бугор” тигәндән күңеле булып кәйефе күтәрелде. Һин нимә, уны бит авторитет-бугор тип атанылар. Бөгөндән башҡаларға ла үҙен шулай атарға ҡушасаҡ. Бер ниндәй ҙә Бармалей түгел, ә Бугор! Һәм шул һүҙҙәр менән Ринат әзмәүерҙең уяулығына төтөн ебәреп, көл һипте. Теге яһил ҡыҙҙың артында баҫып тора ине. Ул шатланып, ҡыҙҙы иҙәндән тартып торғоҙҙо ла артынан ҡосаҡлап, муйын-елкәләренән үбә-үбә шаҡшы ҡулдары менән ҡыҙҙың күкрәктәрен иҙеп ыуа башланы. Ҡыҙ башын артҡа ташлап тегенең битенә бәрергә тырышты. Ә Ринат, ҡулдарындағы шампурҙы ысҡындырмайынса, ҡыҙға яҡын уҡ килде. Был сибәрҙең итәген күтәреп ҡарарға самалаған кеүек ҡыланып эйелә бирҙе лә ҡыҙҙы ҡосаҡлап торған Бармалейҙың һул яҡ ҡабырғаһы аҫтынан осло шампурҙы тегенең йөрәгенә тиклем тығып ебәрҙе. Киренән шампурҙы һурып ала бирҙе һәм яңынан йөрәгенә эләгерлек итеп, тағы бер-икене ҡаҙап алды. Бармалей ых та итергә өлгөрмәне, ауыртыуҙан ҡыҙҙы тағы ла нығыраҡ ҡосаҡлап, блокпостағы бар йыһаздар кеүек үк чечен ауылынан талап алынған иҫке диванға ауҙы. Ул арала Ринат шампурҙы Бармалейҙың тәненән һурып алырға өлгөргәйне. Ул бер ни булмағандай:
– Ҡара һин уны, бугор үҙе был ҡыр кәзәһенең ҡыҙлығын алырға теләй. Ҡарағыҙ, ҡарағыҙ, нисек тырышҡан була, – тип көлөп ебәргән булды.
Тик уның көлөүе әллә ниндәй уҫал ыржайыу кеүек яңғыраны. Бармалей ҡосағынан ысҡынырға теләп сәбәләнгән ҡыҙға ҡыҙығып ҡарап тороусылар Бармалей тәненән һарҡыған ҡанды ла, күкрәге аҫтындағы тишекте лә шәйләмәнеләр. Барыһы ла бер ни ҙә аңламайынса, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, үлем менән тартышҡан Бармалейҙы дәртләндерә башланылар.
Тауышҡа тышта һаҡта торған Бармалейҙың иң яҡын ярҙамсыһы, терәге һәм уның менән бер зонала ултырған корешы “Девятка” килеп керҙе. Девятка тип зонала юҡҡа ҡушманылар уға. Урлашҡан өсөн һул ҡулының сәтәкәй бармағын камералаштары киҫеп ташлағайны. Аҙаҡтан, станокта яңылыш үҙем киҫтем, тип йөрөнө. Бына шул килеп керҙе лә, ишек яңағына һөйәлеп, дуҫының өҫтөндә ятҡан чечен ҡыҙын алып ташларға самалауын күреп, көлөп ебәрҙе. Ул да дуҫының үрһәләнеүен аңламайынса:
– Әйҙә, әйҙә, – тип дәртләндерергә тотондо.
Ринат, үҙенең был планы асылып чечен ҡыҙы Бармалей ҡосағынан шыуып төшһә, үҙенең дә иҫән ҡалмауын белә ине. Эске тауыш-һиҙемләүе шулай тип уны иҫкәртә. Һәм ул тыштан кергәндең эргәһенә килеп:
– Әйҙә, дуҫыңа ярҙамлаш, – тип, салбар ҡайышына ҡыҫтырылған штыкты ҡулына алып, тегенең бауырына тығып эсен ботарланы.
Теге, ауыртыуға түҙә алмай, кәкрәйеп төштө. Ринат Бармалей корешын бер ҡулы менән ҡосаҡлап, икенсе ҡулы менән тегенең автоматын тартып алды. Һәм тегегә:
– Нимә булды? Нимә булды? Түҙ, түҙ! Беҙ хәҙер, – тип тиҙ генә уның билендәге патронташлы ҡайышын ысҡындырып, үҙенең биленә быуҙы. Девятка ауыртыуҙан үкереп ебәрҙе. Был шулай уҡ бик тиҙ башҡарылды. Бугорҙың чечен ҡыҙы менән “көрәшкәнен” ҡарап һеләгәйҙәрен ағыҙған контрактниктар бер ни шәйләмәне. Береһе хатта тибенгән ҡыҙҙың аяҡтарынан тоторға уйланы. Ә ҡыҙҙың туҙып төшкән оҙон сәстәре башҡаларға урканың йөҙөнә ҡунырға өлгөргән үлем шәүләһен күрергә ҡамасауланы. Ринат теге ҡуштанға тағы ла ҡабатланы:
– Түҙ, түҙ! Хәҙер һинең сират! Әйҙә икәүләп булашығыҙ. Дуҫың бер үҙе генә булдыра алмай. Слабак, бөтөнләй ебеп төштө. Ҡыҙҙар тотҡаны юҡ, ахыры?
Шурави шулай һөйләнә-һөйләнә Девятканы ҡосаҡлап алып килеп Бармалейҙың эргәһенә, диванға һалды. Ул арала Бармалей бер нисә һелкенеп аяҡтары менән тыпырсынды ла тынып ҡалды. Ә иптәше, ауыртыуҙан ҡысҡыра ла алмайынса, ыңғыраша башланы. Чечен ҡыҙы ниһайәт, Бармалей ҡосағынан ысҡынып, эргәләге ҡуштан өҫтөнә тәгәрәп төштө. Ҡыҙ бәйләнгән ҡулын ысҡындыра алды. Тороп баҫты. Теге яһилдар ятып ҡалды. Береһе бөтөнләй тынһыҙ һәм йәнһеҙ. Икенсеһе ауыртыуҙан эсен тотоп, йөҙө менән ҡапланып ятҡан. Ыңғыраша. Бугорҙың ҡорһағында ҡан һарҡыған тишекте күреп, эргәлә торған сержанттың йөҙҙәре ағарып китте. Ул был эште яуыз чечен ҡыҙы эшләне тип уйланы. Ҡыҙҙы яман оятһыҙ һүҙҙәр менән һүгенеп һуғып йыҡты. Шурави һиҙмәй ҙә ҡалды. Ринат, килеп тыуған хәлде ҡулынан ысҡындырмаҫҡа теләп, ҡулындағы автоматтан иҙәнгә ут һиптерҙе.
– Туҡта! Юғиһә, һине лә тишкеләйем, – тип, тағы ла тегенең аяҡ осона атып ебәрҙе.
Барыһы ла көтөлмәгән хәлдән ҡатып ҡалды. Ринат яман ыҫылдап:
– Тик кенә ултырабыҙ! Кем сысҡан кеүек сыйылдай, бында ултырғандарҙың береһе лә иҫән ҡалмаясаҡ. Барығыҙ ҙа Бармалей эргәһенә диванға теҙелеп ултырығыҙ. Шым! Һәм йәһәтерәк!
Барыһы ла диванға өйөлөштө. Ә шурави ишек эргәһендәге өйөмдә торған автоматтар янына барып баҫты. Атыу тауышына тыштағы ике часовой-һаҡсы тындары бөтөп килеп керҙе. Ул тәүге кергәнде автомат приклады менән һуғып һушын алды. Икенсеһе әле дары еҫе еҫкәргә лә өлгөрмәгән йәш һалдат ине. Ул, бахыр, был хәлде күреп шыр ебәрҙе. Ринат уның ҡулынан автоматын тартып алды һәм йәш һалдатҡа:
– Бында тартып килтер! – тип ҡыҙға күрһәтте.
Теге бахыр ҡыҙҙы етәкләргә уйлағайны, сибәркәй ҡырағай тау барыҫы етеҙлегендә өҫтәлдә ятҡан штыкты алып мөйөшкә һикерҙе һәм:
– Кем килә, үлтерәм! – тип ыҫылданы.
Ҡыҙ хәлдәрҙең ҡайһылайға ауышҡанын аңлап өлгөрмәгәйне. Ә Ринат теге яуыздарҙың берәйһе ҡыҙға ышыҡланып, үҙенә һөжүм итеүҙәренән ҡурҡты. Сөнки ҡыҙға атырға ҡулы күтәрелмәҫ ине. Ошо мәлдә һушы алынып аяҡ аҫтында ятҡан һалдат аңына килеп, һүгенә-һүгенә тора башланы. Тик лепкәһенә тағы арыу ғына эләккәс, яңынан иҙәнгә һуҙылды. Ринат ҡыҙҙың бер кемде лә яҡын килтермәүен аңланы һәм уға асыуы ҡабарып:
– Дура! Кил минең эргәгә! Әллә ысынлап та үҙеңде ошо сволата-яуыздар көсләгәнен көтәһеңме? – тип тештәрен шығырҙата-шығырҙата яман аҡайып ҡыҙға ыҫылданы.
Ниһайәт, теге аңланы, шикелле, ҡурҡа-ҡурҡа диванда ултырғандарҙан күҙен алмай егет эргәһенә яҡынайҙы. Ринат еңел һулап ҡуйҙы. Хәҙер ҡыҙға ышыҡланып үҙенә һөжүм булмауына инанды. Һәм барыһына ла ҡарап, инде бөтөнләй тыныс ҡына:
– Бына шулай, урки, или как там нас называют – контрактники. Бөгөндән башлап ҡыҙҙар көсләүегеҙҙән туҡтаһағыҙ ғына иҫән-имен, йә булмаһа, үлгән осраҡта ла теүәл өйөгөҙгә ҡайта алаһығыҙ. Нисек кенә булмаһын, теүәл килеш! Быны миңә бер чечен ҡарты әйтте. Быныһы бер. Икенсеһе, был ике урка эскән килеш үҙ-ара һуғышып киттеләр һәм бер-береһен сәнсеп үлтерҙеләр. Ә мине һыуға барған ерҙән чечендар урлап алып киткәнен үҙегеҙ күрҙегеҙ һәм бер нисек тә ярҙам итә алманығыҙ. Аңлашыламы? Нимә, сержант, әллә аңлашылмаймы? Аңлашылмаһа, барығыҙҙы ла стенаға тегеп ҡуйырға тура киләсәк. Хет берәйегеҙ мине һатһа – барығыҙға ла хана, немец әйтмешләй, капут. Сөнки миндә барығыҙҙың да адрестары бына бында, – тип ул башына төртөп күрһәтте лә, дауам итеп: – Һин шул-шул өлкәнән, шул-шул райондағы ауылдан. Һин дә әллә ҡайҙан түгелһең. Шул-шул ерҙән, атайың-әсәйең менән генә тораһың. Ә һин, урка, шул-шул зонанан килдең, адресың шул. Хатта почта индексың да шундай-шундай номерлы. Ышанмаһаң, конверттарыңды ҡара! Мин өйгә хат яҙҙым. Барығыҙҙың да адресы минең абзыйҙа бар. Уға әйтеп ҡуйҙым: миңә берәй хәл булһа, шул бәндәләрҙән үҙебеҙсә үс алырһың, – тинем. Тәк што, минең менән берәй хәл булһа, йә яңылыш ҡына һатһағыҙ ҙа, һеҙҙе нимә көткәнен өйөгөҙгә иҫән-һау ҡайтҡас белерһегеҙ! Беҙҙең басурман үсе чечен үсе кеүек кенә түгел.
Ринат шулай итеп барыһының да тиерлек адрестарын атап сыҡты. Йәш һалдатҡа амбразурала торған эре калибрлы пулеметтарҙың шул-шул детален алырға ҡушты. Улай иткәндә пулемет яраҡһыҙға әйләнә. Шунан барыһының да автоматтарын алып, рация менән телефонды һөйләшә алмаҫлыҡ хәлгә килтерҙе. Эргәлә бар хәлдәрҙе ҡарап торған ҡыҙға ҡарап:
– Автоматтан ата беләһеңме?
Тегеһе, ниһайәт, барыһын аңлап алды:
– Эйе, – тип баш ҡаҡты.
– Улайһа, һелкенә башлаһалар, һис шикләнмәйенсә барыһын да атып үлтерергә мөмкинһең. Ә беҙ бар ҡоралды юҡ итәбеҙ, – тине.
Иң тәүҙә лимонкалар һалынған тартманы көс-хәл менән күтәреп алып сығып эргәләге яр аҫтына осорҙолар. Гранатометтарҙы һәм башҡа бар ҡоралдарҙы ла шулай иттеләр. Аҙаҡтан шурави үлем көтөп ултырғандарға бик етди итеп:
– Сержант, һине тәүҙә һорау алырға саҡырасаҡтар. Нимә тип яуап бирәсәкһең? – тине.
Ул инде шурави өйрәткәндәрҙе ҡабатлаған булды. Ринат тегеләргә тағы ҡаты киҫәтте:
– Ҡарауыл бөтөргә тағы өс тәүлек ваҡыт бар. Шуға ҡәҙәр энәһенән-ебенә саҡлы репетиция яһап, кем нимә һөйләргә тейешлеген ҡабатлап өйрәнеп ҡуйығыҙ! Һин, урка, төрмә мәктәбен үткән кеше. Өйрәтерһең! Тик кенә ултырабыҙ. Гудбай! Афғанса мәғәләйкүм сәләм!
“Шурави” ҡыҙ менән йәш һалдатты эйәртеп тышҡа сыҡты. Ишек тимерҙән, эләктермә биге лә булып, шуны эләктереп ҡараңғылыҡҡа, ауылға табан атлап киттеләр. Бер аҙ барғас, Ринат йәш һалдатҡа:
– Ярай, туған, һиңә иҫән-имен хеҙмәтеңде тултырып өйөңә ҡайтырға яҙһын. Тегеләр янына хәлең бөткән кеүек, тының бөтөп ҡайтып кер. Ҡастым тиерһең. Ярҙан аҫҡа һикерҙем тиерһең. Һәм телеңде теш артында тоторға өйрән. Бар, һыпыр бынан! Ысынлап та аҫҡа һикергән урыныңды самалап ҡуй. Ҡулың-битең һыҙырылған булһын!
“Шурави” менән ҡыҙ юлдан алға, ҡараңғылыҡҡа һәм чечен һуғышының билдәһеҙ ҡосағына табан атлап киттеләр. Төн ҡараңғы ине. Ҡыҙ бер-ике абынып та алды шикелле. Егет ҡыҙҙы етәкләп алмаҡсы ине, тегеһе тертләп ҡулын тартып алды. “Шурави” шунда ғына ҡыҙҙың ҡулындағы штыкты шәйләне. Үҙ алдына көлөп ебәрҙе лә, беҙҙең ҡыҙҙар шулай дошманына ҡаршы тора алыр инеме икән, тип уйлап ҡуйҙы. Ул шулай уйлап та бөтөрмәне, ҡыҙ тағы абына яҙып, үҙе егетте ҡултыҡлап алды һәм ишетелер-ишетелмәҫ:
– Рәхмәт һеҙгә! Мине ҡотҡарғанығыҙ өсөн рәхмәт! Исемегеҙ кем?
– Ринат. Мин – Ринат.
– Ҡыҙыҡ исем, беҙҙә ундай исем юҡ.
– Һеҙҙең исем кем була? Һеҙҙе кем тип атарға?
– Адича минең исемем.
– Беҙҙеңсә Хәҙисә инде. Минең кәңәшем шул, һиңә былауылдан тиҙерәк ҡасырға кәрәк. Юғиһә, барыһы ла асылһа, һине эҙләп табасаҡтар. Нимә булырын кем белә? Бына мин был уркаларҙан киттем-китеүен. Ә ҡайҙа барырға? Үҙем дә белмәйем. Үҙебеҙҙекеләргә лә ҡайта алмайым. Ҡәһәр һуҡҡан был һуғыш ҡасан бөтөр? Әлегә осо-ҡырыйы күренмәй.
– Мин өләсәйгә ҡайтып күренәйем инде. Уның ҡото осоп торалыр. Мине бит кәзә һауырға сыҡҡанда тотоп алдылар. Аҙбар алдында һаҡлап торғандар.
Ринат ҡыҙҙың биленә ҡулын һалып барырға уйлағайны, барып сыҡманы. Ҡыҙ кинәт тартылды. Әммә ҡулын егеттең беләгенән ысҡындырманы.
– Нимәгә ул штык һиңә? Осор ситкә! – тине Ринат.
– Юҡ. Һин мине ҡотҡарыуын-ҡотҡарҙың. Ә үҙең иҫәрләнеп миңә бәйләнә башлаһаң?
Ринат өндәшмәне. Шулай ауылға килеп керҙеләр. Хәҙисәләрҙең йорто ауыл осонда уҡ. Ул егетте ишек алдында ҡалдырып, өйгә кереп китте. Һаман сыҡмай тип борсола ла башлағайны, ишектән бәләкәй генә төйөнсөк тотҡан ҡыҙ күренде. Ул бөтөнләй икенсе кейемдән ине.
– Әйҙә, һине һеҙҙекеләр ҙә, беҙҙекеләр ҙә булмаған тауҙар араһындағы бәләкәй генә ауылға оҙатып ҡуям. Унда өләсәйемдең һеңлеһе йәшәй. Берәй яйы сыҡҡансы һәм аҙыраҡ һуғыш хәлдәре баҫылғансы шунда йәшәп торорһоң.
Егет ни булһа шул була тип, ҡыҙға ышанып, артынан эйәрҙе. Ҡораллы кешенең һәр саҡ шик тыуҙыра икәнен белә ине. Ундайҙы үҙебеҙҙекеләр ҙә, чечендар ҙа мушкаға алырға мөмкин, шулай ҙа автоматын ташламаны. Афған һуғышынан уҡ таныш хәл, тауҙарҙа ни булмаҫ. Унда күҙең уҡ, ҡолағың локатор булырға тейеш. Төнө буйы тар ғына һуҡмаҡ менән ҡайҙалыр әле аҫҡа төштөләр, әле кәзәһуҡмағы кеүек кенә урындарҙан өҫкә күтәрелделәр. Тауҙар араһында төндәрен бигерәк тә ҡараңғы. Шуға ла егет ҡайҙа барғанын да аңламаны. Бына аҫта тау йылғаһының шарлап аҡҡан тауышы ишетелде. Йыраҡта эттәр өргәне лә ишетелгән кеүек. Хәҙисә туҡтап ял итеп алырға тәҡдим итте.
Таштар араһында бер яйлы ғына урынға туҡтанылар. Тик төндәрен һыуыҡ булғанға оҙаҡ ултыра алманылар. Хәҙисә ҡалтырай башланы. Ринат блокпосты ташлап киткәндә кемдеңдер бушлатын эләктергәйне. Бушлатын һалып ҡыҙҙың иңенә япҡан булды. Үҙенә лә һыуыҡ ине. Ҡыҙ быны һиҙеп бушлаттың яртыһын егет өҫтөнә япты. Былай йылыраҡ булып китте. Икеһе бер бушлат эсендә бер-береһен йылытып ултырҙылар. Егеткә лә, ҡыҙға ла рәхәт ине. Бына шулай тәндәре тәнгә тейеп ниндәйҙер ләззәт-рәхәтлек хисендә йөҙҙөләр. Егет батырайып китеп ҡыҙҙың муйынына һаҡ ҡына ирендәрен тейҙереп үбеп алды. Ҡыҙ ҡарышманы. Егеткә нығыраҡ һырышты һәм ҡалтыранған тауышы менән әкрен генә:
– Ниңә мине – дошман чечен ҡыҙын ҡотҡарырға булдың? – тип һорап ҡуйҙы.
Ринат бер аҙ һүҙһеҙ генә торҙо ла:
– Дөрөҫөн әйтергәме?
– Эйе.
– Беренсенән, чечендар миңә дошман түгел икәнен күптән аңланым. Ә икенсенән...
Ринат тағы һүҙһеҙ ҡалды. Ҡыҙ уның беләгенән ҡыҫып тота биреп:
– Икенсенән, нимә?
– Икенсенән шул, шишмәгә һыуға йөрөмәҫкә ине. Унан да бигерәк теге көндө, шишмә эргәһендә осрағандан һуң, яр башына менеп еткәс артыңа боролоп ҡарамаҫҡа ине. Бына шул көндө һин минең йөрәгемде үҙең менән алып киттең. Иртәгә һине тағы осратам тип хыяллана инем. Ә бына нисек килеп сыҡты. Чечен ҡыҙҙарын енле, ҡырағайҙар тип һөйләйҙәр. Ә һин бер ҙә ундайға оҡшамағанһың. Һәм минең эргәлә, үҙең әйтмешләй, дошманың эргәһендә ултыраһың. Ә ниңә?
Ҡыҙ бер ни ҙә өндәшмәне, тик егеткә тағы ла һырышыбыраҡ ултырҙы. Был егет менән уға рәхәт һәм хәүефһеҙ ине. Башынан үткән бөгөнгө ҡот осҡос хәлдәр Хәҙисәнең күҙҙәрен асты тиһәң дә була. Ул бар яҡты донъяға, ғөмүмән, тормошҡа икенсе төрлө ҡарай башланы. Нисә сәғәт элек кенә уның ғүмере ҡыл өҫтөндә ине бит. Әлбиттә, күмәкләп көсләгәндән һуң уны үлтереп, упҡынға осорорҙар ине. Ярай әле үҙен Ринат тигән ошо һалдат ҡотҡарып ҡалды. Ҡыҙҙың үҙенең дә оҡшатып йөрөгән егете барлыҡҡа-бар. Йылдан артыҡ унан хәбәр-хәтер юҡ та юҡ. Ә был егет арыу ғына күренә. Башҡалар кеүек әрһеҙләнеп, итәк аҫтына үрелмәй. Һуғыш рәхимһеҙ! Бер кемде лә аямай. Ана, үткән аҙнала, бергә уҡыған иптәш ҡыҙҙарының ауылдарын самолеттар бөтөнләй ер менән тигеҙләп китте. Унда күпме ябай ауыл кешеләре һәләк булды. Ҡыҙ шуларҙы уйлап, егетте тағы ла нығыраҡ ҡыҫып ҡосаҡлап алды. Был сит булһа ла, үҙе лә мосолман егет, уға сикһеҙ яҡын булып тойолдо. Теге вәхшиҙәрҙән ҡотҡарыусы егет уның яҡлаусыһы, әлеге минутта уны үҙ йылыһы менән йылытып ултыра.
Ринат әллә ни уйлап тормай, ҡыҙҙың битен үҙенә бороп ирендәренән үбеп алды. Ҡыҙ ҡарышманы. Яуап итеп ҡайнар ирендәре менән үҙе үк егетте үбә башланы. Эйе, һуғыштағы киҫкен хәлдәр бар ваҡиғалар ағышын тиҙләтә генә. Әле генә булып үткән ҡурҡыныс ваҡиғалар арҡаһында тәндә сикһеҙ күп тупланған адреналин тигән гормон сығырға юл эҙләне.
Хәҙисә Ринатҡа үҙе теләп бирелде. Әллә ниндәй йыртҡыс һалдаттарҙан боҙолғансы, ошо нескә күңелле, кешене йәлләй белә торған, үҙен мин башҡорт тигән һалдатҡа бирелеүең мең артыҡ, тип уйланы.
Шулай таң аттырҙылар. Кеше-ҡара күренгәнсе тип Хәҙисәнең апаларына ҡараңғылы-яҡтылынан барып керҙеләр. Хәҙисә үҙенең туғандарына нимә һөйләгәндер, егет аңламаны. Сөнки һөйләшеү чечен телендә барҙы. Бына шулай итеп егеттең хәле ҡырҡа үҙгәреп, ул хәҙер ҡасҡын-дезертир булып ошо кескәй чечен ауылында көн күреп ята.
Бер көндө федералдар килеп, тирә-яҡ юлдарға мина ҡуйып киттеләр. Боевиктар был яҡ тылдан үҙҙәренә һөжүм ойоштормаһындар типтер инде. Ринат уларға күренмәне. Ҡасып ҡалды. Тағы бер өс көндән көтмәгәндә тауҙан ауылға боевиктар килеп төштө. Күрәһең, күршеләрҙең берәйһе әйткәндер инде. Хәҙисәнең туғандарына кафыр һалдатын күрһәтергә ҡуштылар. Хәлде аңлағас, Ринат үҙе үк тегеләр алдына сығып баҫты. Китте һорау алыу. Кем, нисек, ҡайҙан? Ниңә ҡастың? Ринат та әллә ни борғоланып тормай ваҡиғаларҙы ҡыҫҡаса һөйләп бирҙе. Кеше үлтерҙем. Ун ике йылды сәпәнеләр. Бер нисә йыл ултырғас һуғышҡа саҡырҙылар. Төрмәлә ултырыу туйҙырҙы. Ризалаштым инде. Шунда боевиктарҙың командиры:
– Ә бит дезертир-ҡурҡаҡтарҙы бер ҡайҙа ла яратмайҙар. Һатлыҡ йәндәрҙе аталар, – тине.
– Мин һатлыҡ йән дә, дезертир-ҡурҡаҡ та түгел! Кем өсөн һуғышҡанымды ла белмәйем.
– Һин беҙгә ҡаршы һуғышҡанһың.
– Юҡ, һуғышманым. Хатта бер һалдатығыҙға ла атманым. Һеҙҙең яҡҡа бер пуля ла осорманым.
– Ә ни эшләп бында беҙгә ҡаршы һуғышҡа килдең һуң?
– Әйтәм бит, төрмәлә ултырыу туйҙырҙы. Шуға килдем.
Был бик тә иркен һәм дорфараҡ һөйләшкән федералдар һалдаты командирҙы туйҙырҙы шикелле, әллә һынап ҡарарға булдымы?
– Стенаға терәйбеҙ! – тип, эргәһендәге һаҡсыһына тағы кемделер саҡырырға ҡушты. Үҙе был ҡасҡалаҡты аҫтан ғына күҙәтә башланы. Ә егеттең уйҙары Хәҙисә тураһында ине. Иртәгә уның эргәһенә килергә вәғәҙә биргәйне. Ата-нитә ҡалһалар, күреп булмаҫмы икән ни, тип уйлап ҡуйҙы. Юҡ. Хәҙисәне күрмәйенсә ярамай. Егетте күҙәтеүенән туҡтамай боевик ҡайҙалыр кеҫә телефонынан шылтыратырға тотондо. Шул мәлдә Ринаттың зиһененә келт итеп: “Ә федералдар ул килгән һуҡмаҡты ла миналап ҡуйған булһалар? Ҡыҙ, һис шикһеҙ, һәләк буласаҡ”. Нисек тәүҙә үк был башына килмәгән? Ә былары ҡайҙан килеп төштөләр? Ниңә миналарға эләкмәнеләр? Былай булғас, был ауылға килер өсөн тағы берәй йәшерен юл барҙыр?
Хужа ҡатын сығып, егет яғына ҡарап, боевикка нимәлер ҡыҙып-ҡыҙып һөйләп бирҙе. Күрәһең, һүҙ Хәҙисә тураһында ла барҙы. Боевик, егеткә ҡарап:
– Әй, ҡурҡаҡ, яҡыныраҡ кил! Һине бер чечен ҡыҙын ҡотҡарып ҡалған тип һөйләйҙәр, шул дөрөҫмө, – тип һораны.
– Мин ҡурҡаҡ түгел! Эйе, булды ундай хәл. Дүртенсе блокпоста.
– Ә ул ҡыҙҙан һораһаҡ, һинең һүҙҙәрҙе дөрөҫләрме?
– Юҡ, дөрөҫләй алмаҫ. Сөнки ул килә алмай. Ауылға төшә торған юл-һуҡмаҡтар барыһы ла миналанған.
Боевиктың күҙҙәре ялтырап китте. Ул ҡыҙыҡһынып:
– Ҡайҙан беләһең?
– Беләм инде. Хәҙисә килә торған һуҡмаҡты минанан таҙартырға кәрәк. Әле уйлап аптырайым, һеҙ үҙегеҙ ни эшләп минаға эләкмәнегеҙ?
Шул ваҡыт ауылдың теге осонда мина шартлаған тауыш ишетелде. Был Ринатҡа таныш тауыш ине. Шуға ла ул:
– Башланды. Ауыл халҡын иҫкәртергә кәрәк, бер ҡайҙа ла барырға уйламаһындар, тине.
Боевик егеткә уҫал ҡарап:
– Бына һин беҙгә миналарҙан юлды таҙартып бирәсәкһең. Һеҙҙекеләр ҡуйҙы бит миналарҙы.
– Таҙартам. Тик иң тәүҙә шул-шул яҡтағы һуҡмаҡты таҙартырға кәрәк буласаҡ. Юғиһә, унан килгән кеше минаға эләгергә мөмкин.
Шулай килештеләр. Миналарҙы эҙләр алдынан егет афғандағыса үҙен үҙенә генә билдәле ниндәйҙер бер көсөргәнешле халәткә индерҙе. Бер ҡыйынлыҡһыҙ Хәҙисә киләсәк һуҡмаҡтан дүрт мина алды. Ер ташлы ине. Шуға ла тәжрибәле кеше күҙенә яңы ғына урынлаштырылған миналар урыны күренеп үк тора. Бер растяжка ла ҡуйған булғандар. Һуҡмаҡ таҙарҙы. Һуңынан инде ауылдың теге башындағы ҙур юлға урынлаштырылған мина-растяжкаларҙан таҙартып сыҡты.
Боевиктар Ринаттың оҫталығына һуштары китеп ҡарап торҙо. Ә ул юлдан бер-ике аҙым атлай ҙа, нимәлер тыңлаған кеүек, уңға-һулға, алдына ҡарап, туҡтап тора. Шунан миналарҙың ҡайҙа йәшерелгәнен сыбыҡ ҡуйып билдәләп сыға. Унан ырғаҡлы ауыр тимер менән тегеләрҙе ерҙән аҡтарып алалар. Иң аламаһы –зарарһыҙландырып булмай торған миналар. Ундай минаны бер нисек тә алып булмай. Етмәһә, ҡаҙып ала башлаһаң, ергә бәргән туп шикелле, өҫкә берәй метр самаһы һикереп шартлай. Һис ҡотолормон тимә. Ринат федералдарҙың әпен-төпөн ҡуйылған растяжкаларын да алып ташланы. Бер һыйыр минаға эләккән икән –шартлау тауышы шунан булған.
Ринат йоҡлай алмай әллә күпме уйланып ятты. Барыһы ла яңынан ҡабатлана. Әйтерһең дә, уның яҙмышы бер һуҡмаҡ-эҙгә төшөп алған да яңынан шул һуҡмаҡтан бара ла бара. Афғанда ла баҫыуҙарҙы минанан таҙартты, бында тағы шул уҡ хәл ҡабатлана. Быларҙан күптән ҡасып киткән булыр ине, Хәҙисәне күрергә кәрәк. Ризалашһа, уны эйәртеп берәй баш һуҡҡан яҡҡа сығып ысҡынырға кәрәк булыр. Икенсе көндө Хәҙисә килде. Ул инде үҙҙәренең ауылында булған хәлде һөйләне. Федералдар һәр өйгә кереп, боевиктарҙы эҙләп йөрөгәндәр икән. Ярай әле егет ул ауылда ҡалманы. Һис шикһеҙ, табырҙар ине. Ринат шуны һиҙҙе: бындағы боевиктар бик әүҙемлек күрһәтмәйенсә, нимәлер көтөп яталар. Шул уҡ көндө Хәҙисәнең өләсәһен дә бында күсереп алып килделәр. Хәҙисәнең ата-әсәләре Грозный ҡалаһында тороп ҡалған. Уларҙан бер хәбәр-хәтер ҙә юҡ. Ярай әле әбейҙең был ауылдағы һеңлеһе хәлле генә тора. Ашау яғына бик интекмәйҙәр. Тик бар ризыҡты боевиктар алып китмәһә ярар ине тигән шиктә торалар. Хәҙер Хәҙисә менән Ринат йәшеренеп кенә ир менән ҡатын кеүек йәшәйҙәр. Апаһы һиҙҙе-һиҙеүен, тик улай-былай тауыш күтәрмәне. Бына шулай мыштым ғына йәшәйҙәр.
Юл, баҡса, баҫыуҙағы миналарҙы таҙартҡас, ауылдағылар ҙа, ситтән килгән боевиктар ҙа Ринатты ихтирам итә башланы. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр уға булған шик-шөбһәләрен йәшермәй. Ситләтеп ҡарайҙар. Сөнки Ринат уларға ҡушылманы. Үҙҙәре менән ниндәйҙер ауылға барып федералдарҙы юҡ итеп ҡайтырға саҡырҙылар, ҡырҡа баш тартты, барманы. Бына бер көндө был бәләкәй генә ауылға тағы байтаҡ боевиктар килеп төштө. Барыһы ла ғәләмәт ҙур һаҡаллылар. Ҡайһы берҙәре тамаҡ төбө менән ҡаты итеп һөйләшәләр. Араларында пуштун телендә һөйләшкәндәре лә бар. Ғәрәпсә һүҙҙәр ҙә яңғырап китә.
Ҡайһы саҡта Ринат үҙен яңынан Афғандағы кеүек итеп тоя башлай. Шул уҡ текә-текә ҡая ташлы, баштары аҡ ҡарға мансылған тауҙар. Аҫҡа ҡараһаң да шул уҡ башың әйләнеп китерҙәй упҡындар. Урмандағы төпһәгә йәбешеп үҫкән бәшмәктәр кеүек, тау-ҡая итәктәрендәге береһе өҫтөнә береһе терәп һалынған өйҙәр – барыһы ла Афғандағы кеүек. Айырма шунда: Афғанда халыҡ бик тә ярлы һәм наҙан. Ә бындағылар аҡты ҡаранан айырып, уҡый-яҙа беләләр. Ярлы һәм байҙар араһындағы айырма ла аҙ. Әммә бик бай йорттар ҙа күренә. Был йорттар, әйтерһең дә, ҙур бер ҡәлғә. Ихаталары ғына ла икешәр метрҙан бейегерәк һәм бик ныҡлы һалынған.
Ринатты иртән иртүк яңы килгән отрядтың башлығына – Әмир тип йөрөтөлгән боевик эргәһенә алып киттеләр. Йорт уртаһында үҫкән алма, груша күләгәһе аҫтына урынлаштырылған өҫтәл артында ултыра ине был бәндә. Егетте уның ҡаршыһына килтереп баҫтырҙылар. Боевиктарҙың был отряды бик ҙур ғына булып, Ринатҡа таныш чечендар күренмәне. Күрәһең, улары икенсе урынға күскән. Бүтән күп кенә ваҡ төркөмдәр уға буйһонғанға, уны командир тип түгел, ә Әмир тип йөрөтәләр. Шуға ла ул үҙен башҡа боевик командирҙарына ҡарағанда күпкә һауалы тота. Командирҙың ярҙамсыһы бик етди генә:
– Иртәгә беҙ шул-шул район үҙәгенә барырға йыйынабыҙ. Һин шул йылға аша һалынған күперҙе төндә минанан таҙартырға тейеш. Ана, һиңә ярҙамға егеттәр әҙерләнеп көтөп торалар. Үҙеңә ҡорал һайла!
Ринат ваҡиғаның былай боролоуынан бер аҙ ғына аптырап ҡалды. Күрәһең, уның оҫта минер икәнен быға ла еткергәндәр, тип уйланы. Ул теге көндәге чечен командирына: “Үҙебеҙҙекеләргә ҡаршы ҡорал күтәрмәйем”, – тигәйне бит инде. Бөгөн дә быларға шул һүҙҙәрҙе ҡабатларға мәжбүр булды.
– Мин федералдарға ҡаршы бармайым.
– Ниңә?
– Беренсенән, һуғыштан туйҙым. Икенсенән, унда яҡташтар һәм башҡорт-татар егеттәре күп. Уларға ҡорал күтәреп ата алмайым.
– Ә бит, барыбер барырға тура киләсәк, – тип был ҡыҙа башланы. – Һине мәжбүр итәсәкбеҙ! Нимә, бында курортҡа ялға килдеңме әллә? Тыныс ҡына һуғыш бөткәнде көтөп ятырға уйлайһыңмы? Бараһыңмы, юҡмы?
Ринат өндәшмәне. Чечен, егеттең өндәшмәй тороуына асыуы ҡабарып, унан да бигерәк, башҡалар алдында үҙен күрһәтергә теләп, урынынан тороп, егет алдына килеп баҫты. Киҙәнеп, яңағына һуғырға теләне. Ләкин тейҙерә алманы. Афғанда бындай һуғыуҙарҙы үҙендә күп татыған “шурави” барыһына ла әҙер булып, янтайып ҡалды. Ғәҙәттәгесә, ул ҡурҡыныс янағанда йәйә кереше кеүек кирелде. Был минутта унан әллә нимәләр ҙә көтөргә була. Тик егеттең бындай һәләтен боевиктар әлегә белмәй ине. Алдында торған кафырға тейҙерә алмауынан, унан да бигерәк, был хәлде күҙәтеп торған чечендарҙың йылмайыуын шәйләп, тегенең тамам асыуы ҡабарҙы. Тағы киҙәнде. Был юлы ла уның йоҙроғо һауаны ғына ҡыйнаны. Ринат эске һиҙемләүе менән уның ниндәй хәрәкәт яһарға тейешлеген алдан уҡ самалап торҙо. Юҡ, был булдыра алманы. Өҫтәл артында ултырғандарҙың икенсеһе:
– Һинән булманы! Әйҙә әле, һин, – тип таҙа ғына икенсе чечен боевигына ымланы.
Бында шундай шөғөл ғәҙәткә кергән. Әсир төшкән һалдаттарҙы кем тиҙерәк һуғып йыға?! Әсирҙе ҡыйнауҙан ләззәт табып күңел асалар һәм ҡул һуғышы алымдарына өйрәнәләр ине. Ринатҡа ҡаршы сығасаҡ боевик билендәге ҡоралдары эленеп торған ҡайышын һалып эргәһендәге иптәшенә тотторҙо. Бар халыҡ, ҡыҙыҡ ҡарарға теләп, түңәрәк яһап баҫты. Ринат та үҙенең ниндәй хәлгә тарығанын аңлап һәм бер аҙ ситуацияны йомшартырға теләп, өҫтәл артында ултырыусыға ҡарап:
– Ә миңә һуғырға буламы?
Командир дәртләндереп:
– Әлбиттә, әлбиттә. Булдыра алһаң, хет өҫтөнә менеп атлан. Бына бит кафырҙың да теле асыла башланы, – тип ҡуйҙы.
Ул үҙенең боевиктарының һуғышсан һәләттәренә ышана ине. Хатта чечендарҙың ҡайһы берҙәре кем еңәсәк тип үҙ-ара бәхәсләшә лә башланы. Ә Ринат эстән генә: “Моғайын, былар менән барырға тура килер. Булдырып булһа, Афған ҡоллоғонан ҡасҡандағы кеүек, быларҙан да йылға аша ҡасырмын”, – тип уйлап ҡуйҙы.
Яңы боец түңәрәккә сығышлай уҡ Ринаттың тубыҡ аҫтына тибеп йығырға уйланы. Барып сыҡманы. Ҡулдарын бутап “кафыр”ҙың уяулығын ситкә йүнәлтеп ҡаҫығына тибергә самаланы. Тик бындай алымды алдан уҡ һиҙеп торған Ринат, тегенең аяғынан эләктереп, үҙенә тартты. Боевик тигеҙлеген һаҡлай алмай гөрһөлдәп ергә ауҙы. Ә тигәнсе аяғына тороп баҫты ла Ринатҡа ҡаршы яңынан килә башланы. Тик өҫтәл артында ултырыусы был йығылғанды туҡтатып, эргәһендә торған икенсе берәүгә күрһәтте.
Быныһы алдан уҡ ырғый-һикерә, йоҙроғон уйнатып килә башланы. Тирә-яҡтағылар Ринатҡа ҡаршы түңәрәккә сыҡҡанды дәртләндереп, ҡысҡыра, һыҙғыра башланылар:
– Әйҙә, әйҙә, ҡыйыуыраҡ!
– Күрһәт үҙеңдең оҫталығыңды!
Тауышҡа өй эсенән сатанлап тағы бер һаҡалтай сығып, тупһаның күтәрмә бағанаһына һөйәлде. Күрәһең, был алыш уға ла ҡыҙыҡ булып китте, титаҡлай-титаҡлай тупһанан төшөп, өҫтәл артында ултырған командир эргәһенә килеп баҫты. Тегеһе тиҙ үк тороп уға урын бирҙе. Ринаттың күҙ алдында бала башы ҙурлығындағы йоҙроҡ уйнаһа ла, ул барыһын да иғтибарлап өлгөрҙө. Сатан һаҡалтай, былар араһында ҙур һәм ихтирамға лайыҡлы ҙур командир икәнен аңлап алды. Ошомо икән ни Әмир тигәндәре, тип уйлап ҡуйҙы. Күрәһең, Ринат тәүҙә Әмир тип уйлаған бандит был сатандың ярҙамсыһы ғына ине. Сатан түрә өҫтәл артына килеп ултырғас, барыһы ла тынып ҡалды. Шул тынлыҡта Ринат ап-асыҡ итеп тегеләрҙең пуштунса һөйләшкәндәрен ишетте. Теге сатанға тағы ла нығыраҡ иғтибар итте. Бар уй-зиһене шул һаҡалтайға күсте. Ҡайҙа күрҙе һуң әле был сатанды? Ҡайҙа күрҙе?
“Кафыр”ҙың, үҙенә бик иғтибар ҙа итмәй, ҡайҙалыр үҙенән артҡа ҡарағанын самалап, чечен да ирекһеҙҙән ҡарашын шул яҡҡа күсерҙе. Ринатҡа ошо мәл етә ҡалды. Йәшен тиҙлегендә тегене аяҡ салып бәреп йыҡты. Барыһы ла “ах” итеп тынып ҡалды. Был тиҫкәре “кафыр” һалдатынан бындай ҡыйыулыҡты көтмәгәйнеләр. Өҫтәл артына әле генә барып ултырған сатан да егеттең был ҡыйыулығына таң ҡалды. Ә боевик бесәй етеҙлеге менән яңынан аяғына баҫты һәм Ринаттың яңағына ҡундырырға теләп, нығыраҡ киҙәнеп һуҡты. Тағы шул уҡ хәл, уның йоҙроғо һауаны ғына ярып үтте. Чечен, ни тиклем тырышһа ла, егеттең битенә тейҙерә алманы. Ринат та етеҙлек буйынса чечендан ҡалышырлыҡ түгел ине. Бөтәһе лә ҡысҡырып-ҡысҡырып тегене дәртләндерҙеләр. Тик өҫтәл артында ултырған сатан тап-таҙа пуштун телендә:
– Ашыҡмай тор! Һораш әле, ҡайһы частан ҡасҡан? Кем булып хеҙмәт иткән? Минерлыҡ һөнәренә ҡайҙа уҡыған? – тине.
Быны ишетеп, һуғышҡан чечен туҡтап ҡалып, өҫтәл яғына ҡараны. Тегеһе һорауын яңынан пуштун телендә ҡабатланы. Сатан чеченса ла, урыҫса ла белмәй ине. Асыуын һаман баҫа алмаған боец, күҙҙәрен алартып, бер нимә лә аңламай, командирына ҡараны. Күрәһең, өҫтәл артында ултырыусы һаҡалтай тылмастыр. Ул һорауҙы урыҫсаға әйләндереп Ринатҡа еткергәнсе, егеттең был пуштун кешеһенә яуабы әҙер ине. Тик ул яуап бирергә ашыҡманы. Сөнки башында бүтән һорау һәм тағы әллә ниндәй хәтирәләр ташып сығыр сиккә етеп ҡайнай башланы. Сатандың тауышын ҡайҙа ишетте һуң? Был бандит боевикты ҡайҙа күрҙе ул? Тылмас, уның өндәшмәй сатанға ҡарап торғанын күреп, йәһәт кенә өҫтәл артынан тороп, егет эргәһенә килеп баҫты. Чеченға нимәлер әйткәс, тегеһе туҙанланған салбарын ҡаға-ҡаға иптәштәре эргәһенә барып баҫты. Ә тылмас Ринаттың артынан тупаҫ этәреп:
– Яҡыныраҡ барып яуап бир! – тине.
Ринат һаман өндәшмәне. Шунда тылмас билендәге хәнйәрен алып, уның эйәк аҫтына килтереп терәне. Егет таныны: бындай биҙәкле хәнйәрҙәрҙе тик афған “дух”тары ғына тағып йөрөй.
– Нимә, кафыр, үлгең киләме әллә? Һорауға яуап бир! – тип бысаҡты тағы ла ҡатыраҡ егеттең боғаҙына терәне. Ныҡ ауыртыуҙан зиһенендә кинәт кенә афғандағы Хайрулло образы сағылып китте, һәм ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, тап-таҙа пуштун телендә:
– Командир-Әмиргә әйт! Бөгөн мине үлтерһә, иртәгә Хайрулло ла үлә! – тине.
Кафыр һалдатының ауыҙынан пуштун телендәге һүҙҙәрҙе ишетеп:
– Ниндәй Хайрулло? Кемде әйтәһең? – тип тылмас бөтөнләй ҡотора уҡ башланы һәм аңына кафырҙың пуштунса һөйләгәне барып еткәс, бер секундҡа юғалып ҡалды, унан өҫтәл артында ултырған сатанға боролдо.
Ринат ошо мәлдә тылмас ҡулындағы хәнйәрҙе шаҡарып алды ла аҙбар ишегенә табан осорҙо. Хәнйәр, барыһын да шаҡ ҡатырып, зыр түңәрәк әйләнеп ишеккә барып ҡаҙалды. Быны Ринат үҙе лә көтмәгәйне һәм ул тағы ап-асыҡ итеп:
– Әйт командирыңа! Бөгөн мине үлтерһәгеҙ, иртәгә үҙе лә һәләк буласаҡ! – тине.
Тылмас бөтөнләй аптыраны:
– Ниндәй командир? Кемде әйтәһең?
Бөтөн ишек алды тынып ҡалды. Өҫтәл артында ултырған Афғанстандан килгән командир был һүҙҙәрҙе ишетеп, ҡолаҡтарын торғоҙҙо. Уның ысын исеме Хайрулло ине. Тик бында килер алдынан боевиктарҙы әҙерләй торған лагерҙа исемен Хаттапҡа алыштырҙы. Шуға ла уны Хайрулло тип түгел, ә Хаттап тип йөрөтәләр. Бында чечен боевиктары араһында үҙен Әмир тип таныштырҙы.
Ринат бер нисә аҙым алға атланы ла ҡарашын сатанға төбәне. “Кафыр”ҙың үткер ҡарашынан өҫтәл артында ултырғандың зиһене икегә бүленде. “Кем был? Пуштунса ҡайҙан белә? Ниндәй провокация булырға мөмкин?” тигән фекере араһынан: “Ҡара һин уны, минең исемемде лә белә түгелме һуң? Кем һуң был?” Сатандың да асыуы ҡабара башланы. “Кафыр” һаман өндәшмәй һәм ҡарашы менән Әмирҙе үтә бырауларға тотондо.
Ғәҙәттә, барыһы ла уның күҙенә ҡарарға ҡурҡып торалар. Ә был, кереп китерҙәй булып, уның күҙенә текәлгән. Сатан асыуынан ҡайнап, унан да бигерәк егеттең күҙ ҡарашына түҙә алмай, урынынан тороп уҡ баҫты. Ул инде был тамашаны ситтән генә ҡарап торғандарға үҙенең уҫаллығын күрһәтеп, баһаһын күтәреп, абруйын арттырырға теләне. Инструктор Хаттап-Әмир шулай үҙенең эйәрсендәрен һәм ҡул аҫтындағы һуғышсыларҙы ҡурҡытып алырға өйрәнгән. Ҡурҡалар, тимәк, хөрмәт итәләр, тип уйлай ине. Тылмасы булдыра алмағанды үҙе башҡарырға теләне. Күҙен секерәйтеп ҡарарға баҙнат иткән “кафыр” һалдатын ғәҙәтенсә һуғып йығып ергә теҙләндерергә тип, титаҡлай-титаҡлай Ринатҡа табан килә башланы.
Ринат ҡапыл үҙенә табан килеүсене ныҡлап танып алды. Уны һуйырға килгән һаҡалтай урынында ниндәй генә бандитты күрһә лә был ҡәҙәр аптырамаҫ ине. Әллә ҡасанғы хәтирәләр, әле кисә генә булған кеүек, йәшен утылай сытырҙап-ялтырап, мейеһен ярып, күҙ алдына килеп баҫты. Шунлыҡтан да ул күҙ ҡарашын ала алмай ине. Бөтөнләй ажғырып, бандит үҙенә һаман ҡарап торған “кафыр”ҙың алдына килеп баҫты. Билендәге пистолетына йәбеште. Тик ни ғәжәп, кобураның ҡапҡасын аса алмай... Ринаттың зиһене ҡапыл яҡтырып киткәндәй булды. Алдындағы бандиттың һул яҡ яңағы эргәһендәге миңе лә һаҡалы аша күренеп китте. Бәй, был... был бит теге кем һуң? Был бит... был... Хәҙер ул берәй һүҙ өндәшмәһә, уны ошо минутта атып үлтерергә мөмкин бит. Ринат саҡ иҫенә төшөрөп, тотлоға-тотлоға көскә:
– Хай...хай...рулло! Һин мине бөгөн үлтерһәң, иртәгә үҙең дә үләһең. Тәҡдир дәфтәрендә шулай яҙылған, – тине.
Хәҙер боевик ғәжәпләнеп ҡалды. Туҡта... алдында күҙен секерәйтеп баҫып торған “кафыр” һалдаты уға сеп-сей итеп пуштун телендә нимәлер әйтте түгелме һуң?! Тик “кафыр” әйткән һүҙҙәр уның аңына барып етмәгәйне әле. Шуға ла теш араһынан ғына:
– Нимә? – тип һорарға мәжбүр булды.
Ринат, инде был һаҡалтайҙың ысынлап та Хайрулло икәненә шиге ҡалмайынса, уның юғалып ҡалғанынан файҙаланып, бышылдап ҡына тап-таҙа пуштун телендә:
– Ашыҡма! Мине бөгөн үлтерһәң, иртәгә Хайрулло һин үҙең дә үлергә мөмкинһең. Тәҡдир дәфтәренә шулай яҙылған, – тине.
Егеттең был һүҙҙәренән, тегенең кобураға тотонған ҡулы һәленеп төшөп ҡалтырай уҡ башланы. Һаҡалтай, элеккенән дә нығыраҡ титаҡлай-титаҡлай, бер яҡҡа янтая биреп, үҙ урынына барып ултырҙы. Бөтөнләй тынып, йыуашланып ҡалды. Хәҙер бар хәрәкәте һүлпәнәйеп, хатта әле генә уҫал ялтырап ут сәскән ҡарашы ла һүнеп тоноҡланды.
Тағы Ринатҡа күҙ һирпеп алды. Бер арауыҡ ҡарашып алғас, ниһайәт, командир, күкрәгенән сыҡҡан әллә ниндәй тоноҡ тауыш менән:
– Һин кем? Ҡайҙан? Яҡыныраҡ кил, - тине.
Ринат теге чечендарға һөйләгәнде ҡабатлап һөйләп бирҙе.
– Пуштун телен ҡайҙан беләһең?
– Өйрәндем.
– Хайрулло кем ул? Һин үлһәң, нишләп ул да үлергә тейеш?
Ринат тәрән итеп тын алды ла, бер арауыҡ өндәшмәй торғас, һауаға ҡарап яңы ғына һайрай башлаған, күҙгә лә күренмәгән турғайҙы эҙләне. Юҡ, турғай күренмәне. Хайрулло ла уға эйәреп күккә ҡараны. Ул да бер ни шәйләмәне. Шунан Ринат һүҙҙе әллә ҡайҙан башлап:
– Хайрулло – көтөүсе малай. Ул ике тапҡыр үлә яҙҙы. Мин дә үлә яҙҙым. Беҙҙең тәҡдир-яҙмыштар бергә үрелеп, бер япраҡҡа яҙылған. Әгәр ҙә минең тәҡдирем яҙылған япраҡ өҙөлһә, Хайрулло ла үлә. Бына шул!
Инде “кафыр”ҙың әйткәндәренән бөтөнләй телһеҙ ҡалған Хайрулло-Хаттап көсөргәнештән ҡата башлаған яңаҡтарын көскә ҡуҙғатып, тамаҡ төбө менән:
– Ҡайҙан быларҙы беләһең? – тип һораны.
– Миңә фәрештәләр әшкәртә, – тигән булды Ринат.
Быныһын инде ул бер аҙ арттырҙы. Ни эшләйһең бит, йәшәгең килһә, борғоланырға тура килә. Унан да бигерәк, иҫән ҡалғың килһә, эс серҙәреңде бүтәнгә һөйләмә, тигән ҡанунды белә ине. Шуға ла Хайруллоға үҙенең кем икәнлеген асып һалманы. Үҙен танытманы. Инде аҙыраҡ айнып, уйлай алырлыҡ хәлгә килгән командир төпсөнөп:
– Ә ниңә бында килдең? Ниңә беҙгә-мосолмандарға ҡаршы һуғыштың?
– Чечендарға ҡаршы һуғышманым. Бер генә чечендың да ҡанын ҡойманым. Төрмәлә ултырыуҙан туйҙым, шуға бында килдем. Икенсенән, һуғышҡа бармағандарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн килдем.
– Ғүмерҙәрен нисек һаҡлайһың?
– Миналанған баҫыу-һуҡмаҡтарҙы таҙартып, күптәрҙең ғүмерен кем һаҡлап ҡалды? Мин түгелме ни?
Хайрулло өндәшмәне. Сөнки алдында ниндәйҙер бик тә сәйер, мөғжизәгә һәләтле, барыһын да үтә күреп белә торған ғәжәйеп кеше баҫып торғанына инанды. Үҙенең отрядындағыларға башҡаса был кешене бимазаламаҫҡа ҡушты. Тик бөтөн ерҙә һуғыш барғанда Ринатты тыныс ҡына ҡалдыралармы һуң. Юҡ инде.
Бер көндө бындағы боевиктарҙы бик ныҡлап теткеләп ҡайтарҙылар. Засадаға эләккәндәр икән. Хайрулло-Хаттап уны үҙ янына саҡырып:
– Нисек федералдарҙан танк, йә булмаһа, БТР ҡулға төшөрөп була? – тип кәңәшләшкән булды.
Ринаттың үҙенә лә ҡыҙыҡ булып китте. Ысынлап та, нисек быны эшләп була? Һәм ул Хаттапҡа:
– Бронетехникалары ҡайҙа урынлашҡан? Ниндәй юлдарҙан йөрөйҙәр, шуны асыҡларға кәрәк. Ә ҡулға төшөрөүгә килгәндә уныһы әллә ҡайҙаҡасмаҫ, – тине.
– Йөрөгән юлдары ла, ҡайҙаурынлашҡандары ла билдәле.
– Мин үҙем күрергә тейеш. Унан әйтермен ни эшләргә икәнен, – тине.
Боевиктар Ринатты тау һуҡмаҡтары, урман-соҡорҙар аша танк һәм БТР-ҙар урынлашҡан ауылға алып барҙылар. Барыһын да тауҙан бинокль менән күҙәттеләр. Унан инде тегеләрҙең ниндәй маршрут менән ҡайтып-китеп йөрөгән юлдарын да билдәләнеләр, һәм ике тау араһындағы тарлауыҡты һайланылар. Танкты ҡулға төшөрөргә бик ентекле әҙерләнделәр. Иң мөһиме – танк, йә булмаһа, БТР-ҙарҙы бер егерме-утыҙ минут юлда туҡтатып торорға кәрәк. Ун биш минутҡа булһа ла. Унан уйланылған планды тормошҡа ашырырға мөмкин. Көн ҡыҙыу булһа, тағы ла һәйбәтерәк. Бына юлда ике танк оҙатыуында өс БТР күренде. Алдан уйланылғанса, танк килеп етәрәк, оло ташты тау юлына тәгәрәп төшөрлөк итеп, аҫтына шартлатҡыс ҡуйылған. Нәҡ танктар килеп етәрәк ташты шартлаттылар. Танктар саҡ юлдан үтеп өлгөрҙөләр, ә БТР-ҙар бүленеп артта ҡалды. Танктар бер аҙ барҙылар ҙа туҡтанылар. Тау юлында боролорлоҡ түгел. Бына шул мәлдә ике боевик, Ринат ҡушыуы буйынса, арттағы танк өҫтөнә һикереп, экипажды һауа менән тәьмин итә торған фильтр өҫтөнә одеял ябып, шунда кер йыуа торған белизна ағыҙҙылар. Эффект боевиктар көткәндән дә тиҙерәк булды. Ун минут үттеме, юҡмы, танк эсенән еҫкә сәсәп, барыһы өҫкә килеп сыҡты. Арттағы танкта нимә булғанын аңларға өлгөрмәгән икенсе танк та шул уҡ ысул менән боевиктар ҡулына эләкте. БТР-ҙар танкка ярҙамға килә алманы. Уларҙы тотҡарланылар. Был боевиктарҙың бик тә ҙур уңыштары ине. Танктарҙы ҡулға төшөрҙөләр төшөрөүен, тик әлегә уларҙы бит ҡайҙалыр ҡуйып торорға ла кәрәк. Тауҙағы элекке колхоздан ҡалған ниндәйҙер һарыҡ аҙбарына керетеп йәшерҙеләр. Иң мөһиме – һауанан осҡан самолет-вертушкалар күрерлек булмаһын. Чечендар – ҡыҙыу халыҡ. Хәҙер үк танктарға ултырып, техникалар торған часте тар-мар итергә тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Тик кире базаға ҡайтырға мөмкинлек ҡалмағайны. Юлда теге ғәләмәт ҙур таш ята. Юғиһә, федералдар айнығансы, бөгөн үк иҫәптәре бар ине. БТР-ҙағылар менән ҡыҫҡа ғына ҡаты һуғыш булып алды. Уларға ҡая өҫтөнән һөжүм ойошторҙолар. БТР-ға урынлаштырылған ҡорал өҫкә алтмыш-алтмыш биш градусҡа ғына атырға һәләтле. Ә бында пушка-пулеметтарҙы һикһән градусҡа саҡлы өҫкә төбәргә кәрәк. БТР-ҙар өҫтөнә гранатометтарҙан ут асҡас, улар, бер машинаны ҡалдырып, артҡа сигенеп ҡасыу яғын ҡараны.
Шулай итеп, һуғыш тигән яуыз тирмән ҡуласаһы яйлап Ринатты тағы үҙ эсенә тартып алды. Үҙе лә һиҙмәҫтән федералдарға ҡаршы һуғыша башланы...
Хәҙисә бер көндө уны эргәһенә ятҡырманы. Ҡырҡа ҡаршы килеп:
– Никах уҡытҡандан һуң ғына, – тине.
– Ярай. Тик ҡасан? Һәм кем уҡый?
– Моғайын, киләһе йома көндө булыр. Апай менән өләсәйҙән йолаһына тура килтереп һорарға кәрәк буласаҡ. Мулла менән улар үҙҙәре һөйләшерҙәр.
Әммә ваҡиғалар ҡатмарланып китте. Уларҙың отрядын күрше районға ебәрҙеләр. Унда федералдарҙың ҙур көстәре килеп тупланырға тейеш икән. Шуларҙы алға үткәрмәҫкә тигән бойороҡ алынды. Тау һуҡмаҡтары аша барырға тура килгәнгә, танктар, һаман үҙ сәғәттәрен көтөп, йәшерелгән урында ҡала бирҙеләр. Ә инде әсир төшкән һалдаттарҙы тауҙар араһына йыраҡҡараҡ оҙаттылар. Бер нисә контрактныйҙы шул көндө үк аттылар. Уларға “кеше ҡаны ҡойоп, аҡса эшләп йөрөмәгеҙ!” тинеләр. Шулай итеп, Ринаттың Хәҙисә менән буласаҡ никахы билдәһеҙ ваҡытҡа саҡлы кисектерелде.
Бындағы һуғыштың ҡайһылай икәнен дә белмәҫһең. Фронт юҡ. Ҡайҙа федералдар, ҡайҙа чечен боевиктары – аңларлыҡ түгел. Бөгөн был ауыл, был биләмә Һамар десантсылары ҡулында булһа, иртәгә, киреһенсә – бында чечен һуғышсылары хужа булып йөрөй. Рәсәй Армияһы яйлап-яйлап боевиктарҙы тауҙарға ҡыҫырыҡлай башланы.
Ринатҡа бик тә күңелһеҙ хәбәр еткерҙеләр. Хәҙисәләр йәшәгән ауылды федералдар бомбаға тотоп, бөтөнләй ер менән тигеҙләне, тинеләр. Шул тирәләрҙән үткәндә барып ҡарап та килде. Ҡайҙа инде унда иҫән ҡалаһың. Йорттар урынында таш һәм кирбестәр генә таралып ята. Ҡәберлекте лә ҡарап сыҡты. Үлгәндәрҙе йыйып, туғандар ҡәберлегенә күмгәндәр. Бер ниндәй яҙыу ҙа юҡ. Егеттең бар уй-хыялдары селпәрәмә килде. Улар Хәҙисә менән яйы сыҡҡанда берәй яҡҡа ҡасырға күптән һөйләшеп ҡуйғайнылар. Йә Грузияға, йә булмаһа, Дағстанға сығып китергә иҫәптәре бар ине. Тик бер ҡағыҙ-документһыҙ ҡайҙа бараһың? Оло юлдар барыһы ла федераль һалдаттар ҡулында. Блокпостар аша үтермен тимә. Булһа, шул Грузия, йәки Дағстанға ғына китергә ҡала.
Бер көндө Ринаттар йәшеренеп ятҡан ауылға өс федераль һалдатты алып килделәр. Барыһы ла яңы ғына әсирлеккә эләккән. Йәш кенә егеттәр. Ринатҡа һаҡларға ҡушып, тегеләрҙе таш келәткә ябып ҡуйҙылар. Был отрядта күпселеге ғәрәптәр булып, чечендар бик аҙ ине. Ғәрәптәр уҫаллыҡ буйынса бер кемдән дә ҡалышмайҙар. Иртәгә был йәш кенә егеттәрҙе атырға ла күп һорап тормаҫтар. Йә булмаһа, ҡоллоҡҡа һатасаҡтар. Боевиктар киткәс, Ринат әсирҙәр менән һөйләшеп тә алды. Төрлөһө төрлө яҡтан икән. Икеһен милиционер булып эшләгән ерҙәренән бында командировкаға ебәргәндәр. Йүнләп дары ла еҫкәргә өлгөрмәгәндәр.
Ринат ныҡлы бер ҡарарға килеп, кис еткәс, келәт ишеген асты ла әсирҙәргә ҡасырға ҡушты. Ҡайһылайыраҡ барып, ниндәй юлдан федераль ғәскәрҙәр ҡулындағы күрше ауылға сығырға була икәнен өйрәтте. Тегеләр рәхмәт әйтә-әйтә ул өйрәткән яҡҡа ашығып йүгерҙеләр. Ринат үҙе лә улар менән китер ине, әлеге шул Хәҙисәнән ҡош телендәй генә хатта: “Мин иҫән. Аяғым яраланды. Шул-шул ауылдағы бер апайҙарҙа ятам”, – тиелгәйне.
Тотҡондар китте. Ринат та, ниндәйҙер еңеллек кисереп, иркен һулап ҡуйҙы. Иртәнгә боевиктар ауылға ҡайтты. Ә тотҡондар юҡ. Ринатты: “Һин федералдарға һатылдың. Ниңә әсирҙәрҙе ныҡлап һаҡламаның? Беҙ улар өсөн арыу ғына аҡса эшләй ала инек. Хәҙер үҙеңде һатыуға ҡуябыҙ”, – тип, бик ҡаты ҡыйнап, үҙен шул уҡ келәткә ҡул-аяҡтарын бәйләп ябып ҡуйҙылар. Икенсе көндө күҙҙәрен бәйләп, тауҙар араһындағы башҡа ауылға күсерҙеләр. Ринат, Хайрулло-Хаттап осрар әле тип көтһә лә, барып сыҡманы. Уны ошо ауыл кешеһенең зиндан ролен үтәгән һыуһыҙ ҡойо төбөнә килтереп һалдылар. Ул боевиктарға:
– Мин Хаттап кешеһе булам. Сығарығыҙ мине, – тип ялынһа ла, барып сыҡманы.
Былары икенсе төркөмдәгеләр ине. Улар инде:
– Бына Хаттап үҙе килгәс, үҙенә әйтерһең. Уға тиклем ят ошонда! – тинеләр.
Был зинданға тағы ике әсирҙе килтереп яптылар. Ашау яғы бик самалы. Тағы берәй аҙна ошо ризыҡта ғына тотһалар, ҡасыу тураһында уйларлыҡ та булмай. Аслыҡтан хәлһеҙләнеп, атларлыҡ рәте лә ҡалмаҫҡа мөмкин. Ә Хаттап ҡасан килә әле? Һуғыш бит. Ике яҡ та ныҡ ҡоторона. Килмәҫкә лә бик мөмкин. Ринат яңы килгән әсирҙәр ярҙамында, зиндан эсендәге бар ташты ҡапшап сыҡты. Бәләкәй генә таш киҫәге менән шаҡып тыңлап та ҡараны. Өҫтәге таштар араһында бер буш урын барлығын шәйләп, шул таштарҙы билдәләп ҡуйҙы. Шул ташты ҡуптарып ҡаҙып ҡасырға план ҡорҙолар. Әммә ҡотолоу көтмәгәндә килеп сыҡты. Уларға көн дә кис һыу менән ҡабартманы бер үҫмер бау менән бәйләп кенә төшөрә. Малай, баҙ ауыҙын асып, һыу төшөрә башланы. Ашарға төшөргән бау ҡулынан шыуып базға төшөп китмәһен өсөн, бауҙың икенсе осон ҡулына ныҡҡына ураған. Быны Ринат шәйләп алды. Күп уйлап тормай, үрелеп шул бауҙы ныҡ ҡына аҫҡа тартты. Һәм малай баҙға килеп төшкәнен үҙе лә һиҙмәйҡалды. Башы менән ҡаҙала ине, Ринат ҡосағын йәйеп тотоп алды. Ҡысҡырмаһын өсөн ауыҙын ҡапланы. Бындай ваҡытта бик тиҙ уйлап эшләргә кәрәк. Башҡа әсирҙәр ҙә эште аңлап алды. Малайҙың ауыҙына сепрәк тыҡтылар. Әсирҙәр, береһе өҫтөнә береһе баҫып, Ринатты өҫкә сығара алдылар. Киске яҡ булһа ла, уның күҙҙәре сағылып китте. Тик ул бындай киҫкен хәлдәрҙә юғалып-икеләнеп ҡала торған кеше түгел, Афғанстан мәктәбен үткән “шурави”. Бау менән тартып, икенсе әсирҙе лә өҫкә сығара алдылар. Әсирҙәрҙең күҙҙәрен бәйләп алып килгәнгә уларға был йорт таныш түгел. Ҡайҙа нимә икәнен дә белмәҫһең. Ишек алдында ишектәре асыҡ бер УАЗ машинаһы тора. Хужалары күренмәй. Ринат, ҡырағай етеҙлек менән машина эргәһенә килеп, эсенә күҙ һалды. Артҡы ултырғысында магазиндары менән әҙер калашка күренде. Машинаның асҡысы ла урынында. Иң мөһиме – тауыш-ғауға ҡуптармаҫҡа. Сөнки тауышҡа башҡа бандиттар ярҙамға килеп етергә мөмкин. УАЗ-иктың арттағы буш урынында тартмаһы менән әҙер лимонкалар ҙа ята. Ринат бер нисәһен алып кеҫәһенә тыҡты, иптәшенә лә һуҙҙы.
Өй эсенән әкрен генә һөйләшкән тауыштар ҙа ишетелә. Ринат икенсе әсиргә башы менән генә үҙенә эйәрергә ҡушты. Һәм, бер кемде лә сығармаҫҡа ҡушып, ишектә һаҡта уны ҡалдырҙы. Ишекте асыҡ ҡалдырып, үҙе һаҡ ҡына эскә үтте. Эстәге ҡунаҡ бүлмәһендә өс ир, донъяларын онотоп һөйләшә-һөйләшә, иҙәнгә урынлаштырылған тәпәш кенә өҫтәл артында тәмләп ашап ултыралар. Ринат инешләй үк тыныс ҡына тауыш менән:
– Рәхим итеп, тауышланмаҫҡа тырышығыҙ! Ҡулдар өҫтәл өҫтөндә! Юғиһә, барығыҙға ла каюк! – тип калашкаға һәм ҡулындағы лимонкаға ымланы. Ялт-йолт бүлмә эсен күҙе менән ялмап алды. Ишек төбөндәге сөйҙә тағы ике автомат эленеп тора. Ринат әкрен генә һыҙғырып ҡуйҙы. Ишектән икенсе әсир килеп керҙе. “Шурави” уға күҙе менән генә автоматтарға күрһәтте. Теге тиҙ үк аңлап, ике автоматты ла алып, затворҙарын тартып ике ҡулына тотто. Ринат эстән генә тегене, афарин, тип маҡтап ҡуйҙы.
Табын артындағыларҙың береһе, ҡуҙғала биреп:
– Һеҙгә нимә кәрәк? Был спектаклдән башҡа ла һөйләшеп булыр ине, – ти әйтеүгә, Ринат тағы:
– Мин әйттем бит, шым ғына ултырабыҙ һәм урыҫса һөйләшәбеҙ. Иҫән ҡалғығыҙ килһә, мин әйткәндәрҙе генә тыңлайһығыҙ! Кем йорт хужаһы? Кем командир?
Оло йәштәге ир:
– Мин – йорт хужаһы, – тине лә, эргәһендә ултырған һаҡалтайға ялт итеп ҡарап алып: – Шулай уҡ мин – командир, – тигән булды.
“Шурави”ҙымы һуң алдап була. Ул барыһын да аңланы һәм һүҙен дауам итеп:
– Бына шулай, егеттәр, беҙ үлемдән ҡурҡҡан кешеләр түгел. Тағы бер ҡат ҡабатлайым, иҫән ҡалғығыҙ килһә, ҡаршылыҡ күрһәтмәйбеҙ һәм шым ғына ултырабыҙ.
Асыуҙан тамырҙарын бейетеп, урттарын сәйнәгән ирҙәрҙең иң таҙа һәм көслө күренгәненә, тештәрен ҡыҫып, ыҫылдай-ыҫылдай:
– Урыныңдан тормай ғына, шыуышып ҡына мүкәйләп былайыраҡ кил! – тине.
Теге әллә аңлап бөтмәне, әллә бүтән иҫәбе бар ине. Тороп баҫырға уйланы. Етмәһә, ҡулын биленә табан шыуҙыра биреп ҡуйҙы. “Шурави”, бесәй нисек сысҡан өҫтөнә һикерә, шундай етеҙлек менән тегенең өҫтөнә һикереп, башына автомат төйҙәһе менән тондорҙо. Һаҡалтай ауып төштө. Ринат тағы ла уҫалыраҡ итеп:
– Мин әйттем бит, киҫкен хәрәкәт яһамаҫҡа! – тине.
Иҙәнгә йәйелеп төшкән чечендың уң ҡул һыртына шундай итеп автомат төйҙәһе эләкте. Хатта шытырҙап һөйәктәре һынғаны ла ишетелде. Быныһы әҙер инде. Был башҡаса, ҡулына ҡорал тота алмаҫлыҡ хәлгә килде. Тентеп тегенең билендәге пистолетын алып, үҙенең биленә ҡыҫтырҙы. Шулай уҡ хәнйәре лә бар икән, уныһын да алды. Уның салбар ҡайышын сисеп, ҡулдарын артҡа ҡайырып бәйләп ҡуйҙы. Әле генә үҙе бәйләп ташлаған бандит урынына өҫтәл артына сүгәләне лә тыныс ҡына:
– Ҡайһығыҙҙа тағы ҡорал бар? – тип һораны.
Икенсе йәш һаҡалтай һиҙелер-һиҙелмәҫ һелкенеп ҡуйҙы. Ринат уның да муйын тамырына автомат төйҙәһе менән тондорҙо. Теге ауып төштө. Уны ла, беренсе бандит кеүек, салбар ҡайышын сисеп бәйләп ташланылар. Етмәһә, Ринат тегеләрҙең салбарҙағы бар төймә-һәҙәптәрен киҫеп ташланы. Йорт хужаһына уйларға ирек бирмәйенсә психологик баҫым яһар өсөн шулай эшләне.
– Йә, абзый кеше, йорт-ерең иҫән-имен торһон, улың иҫән ҡалһын тиһәң, беҙҙе федералдар торған ергә саҡлы оҙатып ҡуйырға тура киләсәк. Ризамы?
Хужа көсөргәнештән тамағына килеп ултырған төйөндө йоторға тырышып көскә:
– Р..р..из. Р... Риза – тине.
“Шурави” ишекте һаҡлаған иптәшенә: – Баҙҙағыларға сығырға ярҙам ит. Ҡара уны, малайҙы һаҡлағыҙ! Ҡаса күрмәһен. Тауышы сыҡмаһын! – тине.
Малайҙы һаҡлағыҙ тигәндә, хужаның тертләп ҡуйыуын күреп:
– Улығыҙмы?
– Эйе, – тип башын ҡағып ҡуйҙы.
– Ә пистолетыңды өҫтәлгә ҡуйырға кәрәк!
– Эйе, эйе, – тип, ашыға-ашыға билендәге пистолетын өҫтәлгә ҡуйырға әҙерлеген күрһәтте.
Ҡартлас яңылыш саҡ ҡына шикле хәрәкәт яһаһа ла тегеләр кеүек иҙәнгә ауырын һиҙә ине. Шуға ла салбар ҡайышына ҡыҫтырылған ҡоралын күрһәтеп, свитерын ғына күтәрҙе. Ринат үрелеп уның да ҡоралын алды. Ул арала булмай, зиндан эсендәге тотҡон да килеп керҙе.
– Йортта тағы кемдәр бар?
– Киленем менән ҡыҙым һәм ҡатыным менән әсәйем.
– Улар ҡайҙа?
– Әсәйҙе йыуындыралар, ашарға бешерәләр.
Ринат башҡаса һүҙ бутҡаһы бешереп торманы, ваҡыты ул түгел. Йәһәт кенә иҙәндә ятҡан һаҡалтайҙарҙы УАЗ машинаһына сығарып һалдылар. Ышаныслыраҡ булһын өсөн, икеһен бергә тағы ҡуша бәйләп ҡуйҙылар. Малай менән ҡартласты ла машинаға ултыртып, юлға ҡуҙғалдылар. Ҡартлас алғы ултырғыста юл өйрәтеп барырға тейеш ине. Ринат ҡушыуы буйынса, юлда осраған чечен постарына ҡулын күтәреп, бабай сәләм биргеләне. Ҡартлас барыһын да ул ҡушҡанса үтәне. Юғиһә, был үҙ-үҙен аямаған бәндә, ике лә уйлап тормай, үҙе менән барыһын да шартлатырға мөмкин. Берәй сәғәттән тигеҙлеккә килеп сыҡтылар. Шуны ғына көткән кеүек, ҡояш та тауҙар артына кереп йәшеренде.
Ринат, нимәлер иҫенә төшөрөп:
– Был бандиттар ниңә килгәйне? – тип һорап ҡуйҙы.
Ҡартлас ниҙер уйланып бара ине. Бер ара өндәшмәй ултырҙы. Шунан уянып киткән кеүек:
– Һинең артыңдан килгәйнеләр. Хаттап ебәргән, – тип ҡуйҙы.
Эйе, ҡайһы саҡта ваҡиғалар үҙ яйына ғына аҡмай шул. Шул ваҡиғалар эсендә ҡайнаған кеше үҙе лә хәлдәрҙе кинәт генә икенсе яҡҡа бороп ебәрергә һәләтле. Беҙ шулай уйлайбыҙ ҙа ул. Имеш, бына минең арҡала барыһы ла икенсе яҡҡа боролоп китте тип. Ваҡиғалар ағышын үҙгәрттек тип, шатланабыҙ. Уңышһыҙ барып сыҡһа, ҡайғырған булабыҙ. Кем белә, әллә беҙҙең яҙмыштарҙы фәрештәләр шулай үҙгәртәме? Әллә, юғиһә, шайтан-иблистәр, туп уйнағандағы кеүек, беҙҙең тәҡдир йомғағы менән шулай уҫал тибешеп уйнайҙармы? Һис аңламаҫһың!.. Ринат шундай уйҙарға бирелеп барҙы. Алда ниндәйҙер ҙур ғына йылға. Йылғаның теге яҡ ярында бик ҙур ауылдыңмы, әллә район үҙәгенеңме, киске уттары күренде. Юл боролошонда ныҡлы нығытылған блокпост та тора икән. Ринат шлагбаум эргәһенә сығып баҫҡан кешеләрҙең үҙебеҙҙең һалдаттар икәнен шәйләп алды.
Ниһайәт, азатлыҡ. Ринаттың иптәштәре шул тиклем шатландылар. Тик ул ғына шатланырға ла, ҡайғырырға ла белмәне. Үҙҙәрен уратып алған һалдаттарға:
– Бына һеҙгә күстәнәс, – тип, машинала ятҡандарға күрһәтте һәм чечен йортондағы табындан алған бер табаҡ ит менән бәрәңгене тегеләрҙең береһенә тотторҙо. Машиналағы һаҡалтайҙарҙы бушатҡас, чечен ҡартына:
– Машина йөрөтә белһәң, машинаңды алып һыпырт бынан! Йөрөтә белмәһәң, йәйәүләп ҡайтырға тура килә. Ысҡын тиҙерәк! Телеңде теш артында ғына тот. Һүҙ һағыҙы сәйнәп йөрөмә!
Ҡарт, элекке шофер, машина йөрөтә белә ине. Машинаға ултырып тиҙерәк шылыу яғын ҡараны. Бер аҙ киткәс, туҡтап, Ринатты саҡырҙы:
– Эй, яҡшы кеше! Бер минутҡа мөмкинме?
Егет уның эргәһенә ғәҙәте буйынса автоматын әҙер тотоп барҙы. Белеп булмай ҡарттың башында ниндәй уй икәнен. Ҡарт кабина ишеген асып:
– Быныһы малайымдың һиңә бүләге. Улым, бир хәнйәреңде! Ашығып, ҡоралһыҙландырырға онотҡанһың. Ал, ал, яҡшы кеше. Ал!
Чечен ҡарты Ринатҡа улының бик тә зауыҡ менән биҙәлгән чечен кинжалын бүләк итеп ҡалдырҙы. Шулай ҡотолоп, үҙебеҙҙекеләр яғына ҡайттылар. Ринат бындай эштәрҙә шымарып бөткәнлектән, юлда үҙе менән зинданда ултырғандарға кем, нимә һәм ҡайһылай һөйләргә өйрәтеп ҡуйғайны. Әсирҙәр тик шуны ғына ҡабатланы.
Ринат үҙе, дүртенсе поста һаҡта торғанда һыуға барған ерҙә минаға шартлап контузия алдым, башҡаһын хәтерләмәйем дә инде, тигән легенданы ҡабатланы. Уның һүҙҙәрен тикшереп, төбөнә тоҙ ҡойорлоҡ түгел ине. Сөнки дүртенсе блокпостағыларҙан берәү ҙә иҫән ҡалмаған булып сыҡты. Егет ауыр контузиянан һуң хәтерен юйып, ара-тирә яңылышып китеүсе кешене оҫта итеп уйнаны. Госпиталгә оҙаттылар, унда ун биш көнләп тотҡас, ҡулына төрлө белешмә-ҡағыҙҙар тоттороп комиссовать иттеләр. Чечен һуғышында булған ваҡыты бына шулай тамамланды.
Госпиталдә алған белешмәләр һәм военкомат ярҙамында паспорт, башҡа документтар ала алды. Ринаттың яҙмыш йомғағы тыныс тормош юлынан үҙ яйына һүтелеп, әкрен генә тәгәрәй башланы. Өйләнде. Ғәҙәттәгесә, аҡса етмәү ауыр йөк булып йәш ғаиләнең тормош арбаһына менеп ултырҙы. Ауыр ине. Шул аҡса етмәгәнлектән Себергә сығып китте. Ҡайтҡан саҡтарында Өфөләге элекке Афған һәм Чечен һуғышында ҡатнашҡандар ойошмаһында ҡайһы бер яугирҙар менән дә дуҫлашып алды. Бер нисәһе менән йыл һайын кемдә лә булһа йыйылышып, үҙҙәренең һуғышта иҫән ҡалыуҙарын байрам итеп, үлгәндәрҙе иҫкә алып, табын ҡорорға вәғәҙәләштеләр. Ринат үҙе лә ике-өс тапҡыр йәй көнө иптәштәренең өйҙәренә барып, шул иҫкә алыу мәжлестәрендә ҡатнашты. Сират буйынса быйыл уларҙа – Таштүккәндә ултырырға тейештәр ине...
Өйҙә йәш ҡатын әҙерләнеп ҡунаҡтарҙы көтә. Ә Ринат юлда тотҡарланды. Эшенән уларҙы килеп алырға тейешле вертушка ваҡытында килмәне. Әле бына Өфөгә саҡ килеп төштө. Юлда саҡта ла әллә нисә тапҡыр ҡатыны ла, дуҫтары ла шылтыратып хәлен белделәр. Етмәһә, бер шуғы, яуыз шаярып:
– Ярай, ҡайтып тормаһаң да була инде, беҙгә бында һинең йәш ҡатының менән былай ҙа күңелле, – тип шылтыратып алды.
Юлда арып, алйып ҡайтып килгән Ринаттың бөтөнләй кәйефе юҡ ине. Инде былары тупаҫ шаяртып, нимә тип шылтыратҡан булалар бит? Эйе, һуңлап булһа ла ҡайтып етте ул был мәжлескә. Табын мул ғына әҙерләнгән. Күрәһең, ҡунаҡтар ҙа күстәнәстәр менән килгән. Бына шашлыҡ ҡыҙҙырырға ишек алдына сыҡтылар. Ҡыҙып алған ҡунаҡтарҙың береһе Ринаттың күңелен күтәрергә буламы, әллә башҡа ниәт менәнме:
– Ҡайтып етмәһәң, беҙ, күмәкләшеп, йәш кәләш менән мунсаға барырға уҡ әҙерләнгәйнек, – тип, ҡатындың биленә ҡулын һалды.
Ҡатыны ҡунаҡтың ҡулын биленән алып ташламаҡсы булып тегенең ҡулына һуҡты. Бына ҡунаҡ ҡатындың ҡулынан тотоп алды ла, икенсе ҡулы менән биленән ҡосаҡлап, артына баҫты һәм “ламбада” бейегәндәге кеүек хәрәкәттәр яһай башланы. Ҡатын ысҡынып китмәксе булып тартылды. Тик ҡунаҡ уны ныҡ тотҡайны. Шул ваҡыт Ринатҡа әллә нимә булды. Дүртенсе блокпостағы “Бармалей” ҡушаматлы урка хеҙмәттәше күҙ алдына килеп баҫты. Ул да бит уның Хәҙисәһен шулай артынан килеп тотоп, Ринатҡа мәсхәрәләргә ҡушҡайны. Әле лә шул уҡ хәл ҡабатлана түгелме һуң?! Ринат пантера тиҙлеге менән усаҡтан иттәр теҙелгән шампурҙы алып, тегенең ҡорһағына батырҙы. Был тамашаны ауыҙ йырып ҡарап торған икенсе ҡунаҡ Ринатты ҡосаҡлап алып тынысландырырға уйлағайны, усы менән уның боғаҙына яманы. Былай һуғыуҙы көтмәгән ҡунаҡ, салғы менән сабып ташлаған үлән шикелле, баҫҡан урынында гөрһөлдәп ергә ауҙы. Ҡунаҡ ҡосағынан ысҡынырға өлгөргән ҡатын нимә булғанын да аңлай алманы. Әле генә ҡатынын ҡосаҡлаған ҡунаҡ сайҡала-сайҡала Ринатҡа ҡаршы атлап:
– Һин нимә, братан? Шаярғанды ла белмәйһең? – тип килә башланы.
Ринат ул һүҙҙәрҙе ишетмәне лә. Үҙенә ҡаршы килгәнгә тағы бер ҡаҙарға әҙерләнде. Быны күреп, йәш ҡатын, ике араға кереп, ирен туҡтатмаҡсы булды. Тик һуң ине инде, шампур ҡатынға килеп ҡаҙалды. Ҡатын:
– Иҫәр! Ниңә улай эшләйһең? Улар шаяртмаҡсы ғына бит, – тип ирен ҡосаҡлап, ауыртыуға түҙә алмайынса, уның алдына теҙләнде.
Тағы бер нисә ҡунаҡ, был күренештән һуштары алынып, тиҙерәк өйгә кереп шылдылар. Юғиһә, уларға ла эләгә ине. Түҙеп торғоһоҙ ауыртыуҙан бөгәрләнеп, борғоланып ятҡан ҡатынын күреп, “шурави” айнып киткән кеүек булды. Бер аҙ ғына ҡатынына һәм ерҙә хәрәкәтһеҙ ятҡан дуҫтарына ҡарап торҙо һәм барыһын да аңланы!.. Ҡулындағы шампурҙы ситкә атып бәрҙе. Зиһене асылып: “Барыһы ла тағы яңынан ҡабатлана башланы...” – тигән уй һыҙылып үтте. Сыйылған патефон тәрилкәһендә бер үк һүҙҙәр нисек ҡабатланһа, уның да яҙмышы шулай ҡабатлана ла ҡабатлана. Шуны аңлап, баҡса артынан ғына башланған урманға табан яй ғына баҫып, көскә атлап китте. Башында тик бер уй: “Был гел ҡабатланған яуыз һәм аяуһыҙ сихырлы ҡулсанан нисек ҡотолорға? Ҡара яҙмышының туҡтауһыҙ әленән-әле бер һуҡмаҡтан әйләнеүен нисек туҡтатырға?” Аҙашҡан кеше лә бит әйләнә лә шул бер урынға килеп сыға, әйләнә лә шул бер урында бутала. Бар уларҙың урманында шундай урын. Бесән сабырға барғанда, шул тау эргәһенән үткән юлда нисек кенә яңылышмаҫҡа тырышһаң да, ошо шайтан тауын бер өс тапҡыр урамайынса, тау кешене үҙенең эргәһенән ебәрмәй. Ниндәй генә тәжрибәле кеше булмаһын, һәр ваҡыт шулай кешенең зиһене буталып, тауҙы бер нисә тапҡыр урап сыға. Енле, сихырлы урын...
Юҡ, яҙмыштың бер ҡулса кеүек әйләнеүен нисек тә туҡтатырға кәрәк! Икенсе юл, икенсе һуҡмаҡҡа нисек баҫырға? Был серле шайтан тауы эргәһендәге юлда буталған кеүек, бер туҡтауһыҙ урап йөрөү булырға тейеш түгел бит инде! Юғиһә, кешеләргә тағы ла әллә ниндәй ҡот осҡос бәлә-ҡайғылар алып килеүең бар. Бер кемгә лә үҙеңдең ғәйепһеҙ икәнеңде иҫбатлай алмайһың. Барыһына ла ошо ҡәһәр һуҡҡан һуғыш-контузия ғәйепле. Кемдәр, ниндәй ҡомһоҙҙар уйлап сығара һуң уны?!
Их, шул Афған һуғышы булмаһа! Нисә тапҡыр үлемдән ҡалып, нисә тапҡыр контузия алды бит. “Шурави” шуларҙы уйлай-уйлай, алдында ҡуйыра барған томанға урала башланы. Үҙе атлай, үҙе ҡуйы томанға урала...
Нәҡ ошо минутта мәңге тотолмаҫ тип иҫәпләнгән Хайрулло-Хаттап та үлемесле яраланып, әжәл менән яғалаша ине. Әле аңын юғалта, әле иҫенә килеп, бер туҡтауһыҙ һаташа башланы. Шул миҙгелдә уның күҙ алдына теге үҙен Ринатулла тип атаған әсир бар булмышы менән килеп баҫты.
“Мин үлһәм, һин дә үләһең”, – тигән һүҙҙәре, әле генә әйтелгән кеүек ҡолағында туҡтауһыҙ яңғырап, ҡабатлана башланы. Һәм ул, үҙенең көтөү көткән сағында яраланып йығылғас, кафыр һалдаттың береһе маңлайына калашкаһын төбәп атырға йыйынғанда уны ҡотҡарып ҡалған “шурави” – Ринатулланы иҫенә төшөрөп уны таныны. Эйе, ул Ринатулла ине. Улар менән Пакистан сигенә ҡорал һатып алырға барғанда бергә барҙылар. Бына кем булған икән ул! “Шурави” барыһын да белгән. Әллә булмаһа, ул да йәрәхәтләнеп, үлем менән тартҡылашамы? Моғайын, шулайҙыр...
Хайрулло-Хаттап үҙен-үҙе белмәй:
– Шурави, үлмә! – тип аҡырып ебәрҙе. Ауыр тын ала-ала:
– Һин үлһәң, миңә лә яҡты донъя менән һаубуллашырға тура киләсәк бит. Үлмә! Әйҙә бергә йәшәйек! Бергә булайыҡ! – тип үҙенең пуштун телендә ҡысҡырырға тотондо. – Ринатулло, үлмә! Мин дә өйгә ҡайтырға булдым. Үлмә!!!
Эргәһендәге чечен боевиктары Хаттаптың нимә ҡысҡырғанын аңламанылар. Улар һораулы ҡараштарын тылмасҡа төбәне. Ул инде елкәһен генә һикертеп ҡуйҙы ла:
– Һеҙҙең менән һаубуллаша, – тине.
Хаттап тағы һаташыуға күсеп:
– Мин башҡаса һуғышмаҫҡа ант итәм! Шурави үлмә! Үл..м..мә! Бүтәнсә һуғышмайыҡ. Шурави! Шура...ав..ии!..
Ә Ринат был ваҡытта алдында ҡуйыра барған йәбешкәк томан эсенә бөтөнләй инеп киткәйне...
Өфөлә йәшәүсе Ғафури егете В.Р. һөйләгәндәргә таянып яҙылды.
Татарсанан Луиза Кирәева тәржемәһе.