

Ололар көнө алдынан, быуындар бәйләнешен, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау маҡсатында ойошторолған "Олатайым менән өләсәйем тураһында яҙам" тип аталған конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
I урын - Миңһылыу Ишбулдинала! Уға сығышы менән Ғафури районы ҡыҙы, бөгөнгө көндә Ҡурсаҡ театрында рәссам-бутафор булып эшләгән Гөлназ Юлыҡованан бер иш милли стилдәге ике галстук һәм ике түшелдерек бүләк ителә!
II урын - Алһыу Азаматовала! Уға Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе оҫта ҡуллы замандашыбыҙ Илзидә Ғүмәрова төшөргән милли биҙәкле футболка бирелә.
III урын - Гөлиә Ғирфановнала! Уға ирекмән, эшҡыуар, оҫта ҡуллы Бөрйән ҡыҙы Таңсулпан Буранбаева эшләгән милли стилдәге бер иш муйынсаҡ һәм алҡалар бирелә.
Хөрмәтле, дуҫтар! Ә "Уҡыусы һөйөүе" номинацияһы еңеүсеһен, тауыш биреү ярҙамында, һеҙ билдәләнегеҙ! 478 тауыш йыйып Алһыу Азаматова был номинацияла еңеүсе булды. Уға Таңсулпан Буранбаева эшләгән милли стилдәге алҡа бүләк ителә.
Еңеүселәрҙең олатай һәм өләсәйҙәре тураһында яҙған яҙмаларын "Шоңҡар" журналының октябрь һанында ла уҡый аласаҡһығыҙ.