+24 °С
Ямғыр


Юлыҡ ауылында "Шоңҡар"ҙың тоғро дуҫтары йәшәй тиһәң, һис тә шаштырыу булмаҫ! Журналыбыҙға дәррәү яҙылыусы халыҡ йәшәй унда. Бына әле лә, гәзит-журналға ташлама менән яҙылыуҙың ун көнлөгөндә, улар тәүгеләрҙән булып квитанцияларын ебәрә башланылар. Ғүмер буйы Юлыҡ мәктәбендә балаларға белем биргән ветеран уҡытыусылар Рәис Абдрахманов һәм Миңзәлә Мәмәтҡолова башлап яҙылғандар. Етеп килгән һөнәри байрамығыҙ - Уҡытыусылар көнө менән һеҙҙе ҡотлап, оҙон ғүмер, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, ғаилә бәхете, тағы ла, беҙҙең менән оҙаҡ йылдар бергә ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ.