

Эшем буйынса көнө буйы ҡалала йөрөгәс, төш мәлендә кафела ашап сығырға булдым. Халыҡ күп. Ашарға алып, өҫтәл артына ултырҙым. Минең ҡаршыға, бер нимә алмай, бер ҡатын менән ир кеше килеп ултырҙы. Тамаҡ ялғағансы, был кешеләрҙең беренсе тапҡыр осрашыуға килгәндәрен аңланым. Һөйләшеп ултыра торғас, ҡатын урынынан тороп, ҡайҙалыр китте. Күпмелер ваҡыт үткәс, ир алан-йолан ҡаранып уны көтә башланы. Тамаҡ туйҙырып алғас, ҡулымды йыуып, мин дә сығыу яғына атланым. Теге ҡатын бер ерҙә лә башҡаса күренмәне. Ир иһә һаман тирә-яғына ҡаранып көтөп ултырып ҡалды. Моғайын, ҡул йыйыу һылтауы менән был һылыу ҡасҡандыр. Сөнки осрашыуға саҡырып, бер шәшке сәй йәки ҡәһеүә алып бирмәгән ирҙән артабан нимә көтәһең инде? Кеше әҙ ултыра, күп һынай, тигәндәрен ошо ике кешегә ҡарап, хаҡ икәнлеген аңланым.
Шуға күрә, көслө затҡа әйтер һүҙем, әгәр аҡсағыҙҙы ҡыҙғанаһығыҙ, тормош ҡорорға әҙер түгел икәнһегеҙ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ваҡытын әрәм итеп йөрөмәһәгеҙ ине. Һәр кем бәхетле булырға ынтыла һәм һаран, һәр тинен һанаған ирҙәр менән ғаилә тормошо ауыр буласағын аңлап, шулай ҡасыу яғын ҡараясаҡ.
Фото интернеттан алынды.