+24 °С
Ямғыр


Бөгөн - Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылды. Әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә эшләгән иң-иңдәргә был дәүләт премияһын алыу бәхете тейҙе. Улар араһында "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы рәйесе Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов та бар! Уның "Ҡошҡа әйләнермен мин..." тип аталған повестар йыйынтығы уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы һәм юғары исемгә лайыҡ булды.
Айгиз Ғиззәт улын юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә юғары үрҙәр, ижад ҡомарының дөрләп тороуын, эштәренең уң булыуын теләйбеҙ.
Фото интернеттан алынды.