+24 °С
Ямғыр


Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы уңышлы тормошҡа ашырылып килә. Алтынсы октябрҙә Асҡын районының Баҙансат ауылында ла яңыртылған, заманса итеп төҙөкләндерелгән ФАП үҙ ишеген асҡан. “Баҙансат ауылы менән бергә, унан саҡрым ярым алыҫлыҡта урынлашҡан Олойылға ауылы халҡын да хеҙмәтләндерәсәк. “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса эшләгән Ғәтиәтова Гөлйемеш Сәлимйән ҡыҙына эшендә уңыштар теләйбеҙ”, - ти Асҡын район дауаханаһының баш табибы Шакиров Илдар Радик улы.