

Бөгөн журналистар Өфөләге яңы "21-се мәктәп" һанлы технологиялар мәктәбе менән танышты. Мәктәптең төп өҫтөнлөгө - ИТ- һөнәрен алыу өсөн ҡаршылыҡтарҙың булмауы. Элекке белем дә, эш тәжрибәһе лә, программалай белеү ҙә, белем тураһында дипломдар ҙа талап ителмәй. Проект Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Сбербанк банкы менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Компания белгестәре билдәләүенсә, сығарылыш уҡыусыларының йөҙ проценты алдынғы ИТ-компанияларға уңышлы эшкә урынлаша. Бынан тыш, Геном үҙәге өсөн биоинформатика буйынса махсус программа әҙерләнгән. Төп программанан тыш, "Мәктәп 21" кампусында Өфөлә үҫмерҙәр өсөн белем биреү йүнәлеше тормошҡа ашырыла. Алдан һайлап алыу турынан һуң балалар һанлы технологияларға өйрәнә.
Төп уҡыу туғыҙ айҙан ике йылға тиклем ваҡытты ала.
"21-се мәктәп"кә инеү өсөн:
1. "21-school.ru" сайтында заявка ҡалдырырға кәрәк.
2. Алгоритмик фекерләүгә онлайн-уйын (3 сәғәт дауамында һәм тотороҡло интернет кәрәк).
3. Документтар тапшырырға.
4. Һайлап алыу турын үтергә.
Киләһе һайлап алыу турҙары 17 ноябрҙә һәм 8 декабрҙә уҙғарыла. Ғаризаны әле үк бирергә мөмкин.
7 (347) 216-21-21-21 номеры буйынса мөрәжәғәт итергә йәки ufa@21-school.ru" электрон почта аша бирергә мөмкин.
Әле кампус төҙөлөү өҫтөндә. Киләсәктә ситтән килеүселәргә бында йәшәп уҡыу өсөн бөтә шарттар булдырыласаҡ! Шәп бит!