Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
23 Октябрь 2025, 10:53

Уҡыусылар һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы

Уҡыусылар менән һөйләшеү ҡыҙыҡ та, фәһемле лә булды. Йәки ҡоро ҡалаҡ ауыҙ йырта.

Уҡыусылар һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙыУҡыусылар һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы
Уҡыусылар һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы

Был аҙнала Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.И. Ленин исемендәге 2-се һанлы лицей-интернатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты “Йәш журналист” тип аталған оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Журналистар бөгөнгө башҡорт, татар, сыуаш телдәренең журналистикаһы менән йәш быуынды таныштырып үтте. “Шоңҡар” журналының бүлек мөхәррире Рәзинә Зәйнетдинова-Урманшина башҡорт телендә нәшер ителгән республика баҫмалары хаҡында һөйләне. Журналист һөнәренең нескәлектәре тураһында әйтеп үтте.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының төрлө белем усаҡтарынан йыйылған уҡыусылар иһә һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы. “Гәзит-журналдарға беҙ мәҡәлә яҙһаҡ, ул түләнәсәкме? Блогерҙар, нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, эштәре баһаланып бара бит”, - тинеләр. Ысынлап та, башҡорт журналистикаһының киләсәге булһын, милли кадрҙарҙы бөгөндән барлай башлайыҡ, тиһәк, был хаҡта ла уйланырға тейешбеҙ. Ни тиһәң дә, ҡоро ҡалаҡ ауыҙ йырта.

Уҡыусылар һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы
Уҡыусылар һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас