

1. 1940-сы йылда уҡытыусылар институты булараҡ барлыҡҡа килә. Бөгөн уны 1992 йылғы сығарылыш студенты Игорь Анатольевич Сыров етәкләй.
2. ХХ быуаттың 40-сы йылдар башында тарих-филология факультетында башҡорт бүлеге асыла.
3. Фән буйынса институтта беренсе проректор - күренекле шәхес Салауат Галин.
4. "Ашҡаҙар" әҙәби түңәрәкте Лоҡман Хәким Ғиләжев ойоштора.
5. Зәйнәб Биишева ижадын өйрәнеүсе Ишбулды Вәлитов тап ошо уҡыу йортон тамамлай һәм унда эшләй. 2008-2012 йылдарҙа вуз Зәйнәб Биишева исемен йөрөтә, бөгөн дә унда әҙибәнең музейы бар.
6. Башҡорт теле синтаксисы буйынса иң күп фән эштәре Данис Солтан улы Тикеев етәкселегендә башҡарылған. Уға ла быйыл 85 йәш булыр ине...
7. Өфәләге иң күренекле уҡыу йорттарында башҡорт филологияһы факультеттары декандары Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина (1995) һәм Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйеновалар (1992) тап ошо уҡыу йортон тамамлағандар. Стәрлетамаҡтағы декан Айнур Фәнис улы Үтәев (2007) та ошо рәттә.
8. Нияз Сәлимов, Тамара Ғәниева, Рәлиф Кинйәбаев, Азамат Юлдашбаев кеүек талантлы журналистар һәм яҙыусылар ҙа башҡорт бүлеген тамамлаусылар.
9. Йыл уҡытыусыһы конкурстары еңеүселәре лә күберәк ошо уҡыу йортонан: Зөһрә Сәләхова, Хәйҙәр Тапаҡов, Йыһангир Ишбаев, Гөлшат Әхмәтова һ.б.
10. Уҡыу йорто үҙенең сығарылыш студенттары менән һәр ваҡытта төрлө өлкәләләрҙә ғорурлана: фән, йәмғиәт, сәйәсәт һ.б.