

Уны республикала белмәгән кеше һирәк: ышаныслы сығыш яһаусы адвокат булараҡ телевидение һәм радиоларға саҡыралар, моңло йырҙары менән райондар буйлап гастролдәргә йөрөй. Шулай уҡ ике йыл “Ҡурай” телеканалында “Салауат Юлаев” хоккей командаһы уйындарын башҡорт телендә алып барҙы. Һәр эшен еренә еткереп, күңелен биреп башҡарыусы талантлы егет ул — Рәмил УРМАНШИН. Ғәҙеллек эҙләүселәр ҙә, моң яратыусылар ҙа, спорт һөйгән рухлы кешеләр ҙә уны яҡшы белә.
Ғәҙеллек
Балалар тәрбиәһенә, аңына китаптарҙың, радио-телевидениеның йоғонто яһауын Рәмил Урманшин миҫалында яҡшы күрергә була. Ул буй еткергән ваҡытта үҙәк телевидениеның “Суд идет”, “Федеральная судья” тапшырыуҙары, зәңгәр экрандарҙа күрһәтелгән “Каменская”, “Убойная сила”, “Улица разбитых фонарей” кеүек сериалдар киң популярлыҡ яулай. Байтаҡ үҫмерҙәр, айырыуса малайҙар, шул геройҙарҙы ҡарап, яуыҙлыҡҡа ҡаршы көрәшкән хоҡуҡ белгесе булырға хыяллана. Рәмил дә 9-сы класта уҡығанда ғәҙеллек юлынан китергә хәл итә. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтына инә һәм уңышлы тамамлай.
Хеҙмәт юлын республиканың Юғары суды системаһында иң кесе баҫҡыстан башлай ул. Ете йыл эсендә канцелярия хеҙмәткәренән бүлек етәксеһе, судья ярҙамсыһы вазифаһына тиклем үҫә. Тәжрибә туплағас, “Красноусольск” шифаханаһында баш юрист булып эшләй. Шул ваҡытта адвокат булыу тураһында уйлана башлай ҙа инде. Ниәт иткәнгә Аллаһы Тәғәлә ярҙам итә, тиҙәр. Күп тә үтмәй Рәмил, адвокатлыҡ статусына имтиханды уңышлы тапшырып, Башҡортостандың Адвокаттар палатаһында эшләй башлай.
– Тәүге осорҙа клиенттар юҡ, һине бер кем дә белмәй, тимәк, маҡтап һөйләүсе лә юҡ. Тәүге клиентым ире менән уртаҡ мөлкәт бүлешкән ҡатын ине, – ти Рәмил Рәмиз улы. – Суд ултырыштарына нисек итеп ентекләп, һәр сығышымды ятлап тигәндәй әҙерләнгәнемде, ниндәй документтар өйрәнеүемде, хатта гонорарыма нимә һатып алғаныма тиклем хәтерләйем. Тулҡынландым, бер аҙ ҡаушаным, ҡурҡтым. Судтың һөҙөмтәһе ыңғай булды – артабан эшләр өсөн үҙ-үҙемдә ышаныс барлыҡҡа килде. Башҡа эштәргә ҡыйыуыраҡ тотондом, эске тыныслыҡ барлыҡҡа килде. Хәҙер инде яҡлау һорап килеүселәрҙең эштәре менән танышҡас та һөҙөмтәһен алдан күҙаллайым. Аҡса өсөн буш вәғәҙәләр бирмәйем, ялған ҡатмарлылыҡтар тыуҙырмайым. Киреһенсә, өмөтһөҙ осраҡтарҙа туранан-тура: “Аҡсағыҙҙы сарыф итмәгеҙ, һеҙҙең осраҡта ярҙам итеү мөмкин түгел”, – тип һәм ни өсөн шулай икәнен аңлатып әйтәм. Шундай мәлдә лә эште артабан дауам итергә теләүселәр бар. Бындай ваҡытта яҡлаусы булып судта ҡатнашырға тура килә. Тағы ла шуныһы: мөрәжәғәт итеүсенең ниндәй генә енәйәт ҡылыуына ҡарамаҫтан, яҡлауҙан баш тартырға ярамай. Был – уның хоҡуғы. Ошо эшләү арауығында кеше үлтереүсене лә, педофилды ла яҡларға тура килде. Суд барышында уларҙан килгән кире энергиянан, ҡаралыҡтан күңелдәр өшөп китә. Ултырыштарҙан һығылған лимондай бушанып, арып килеп сығаһың. Ә ҡайһы бер эштәр, асыҡлыҡ индерәһе мәсьәләләр булып, йылдар буйы дауам итә, оҙайлы ваҡыт ошо кисерештәр менән йәшәргә тура килә. Был осраҡта миндәге кешелек сифаттары адвокат намыҫы менән көрәшә. Әммә мин эшемде атҡарырға тейешмен.
Бөгөн йәмғиәттә медиа-шәхес, тигән төшөнсә бар. Интернет селтәрендә, радио-телевидениела, ваҡытлы матбуғатта сығыш яһаған, һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендәге кешеләр улар. Хоҡуҡсыларҙан Рәмил Урманшиндың шундай шәхес булыуы осраҡлылыҡ түгел. Уны киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре үк эҙләп табып, хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим яһай, сөнки камеранан, иғтибарҙан ҡурҡмаған, закондарҙы төплө өйрәнгән, уларҙы ябай халыҡҡа аңлата белгән, башҡорт телендә иркен һөйләшкән белгестәр был даирәлә күп түгел. Тәүгеләрҙән уға “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы Филүс Ҡасимов мөрәжәғәт итә. Икәүләшеп тура эфирҙа “Асыҡ студия” форматында алып баралар. Тик студияға тапшырыу барышында ваҡ-төйәк мәсьәләләр йәки тауығын урлаған күршеһенә ялыу яҙырға теләүселәр шылтырата башлағас, эш алымын үҙгәртергә ҡарар итәләр. Аныҡ ярҙамға ысынлап мохтаж адвокат консультация менән асыҡлыҡ индерә алған осраҡтарҙы билдәләү өсөн айырым йүнәлештәрҙе алып, икенсе форматта эшләйҙәр. Бөгөн Рәмил Урманшин Башҡортостан “Юлдаш” телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ғәҙеллек, дөрөҫлөк һағында торған егет кешеләргә ярҙам итеүенән тормош матурлығын, йәшәү мәғәнәһен ала.
Моң һәм ижад
Рәмил тәүге тапҡыр сәхнәгә атаһы менән бергә сыға. Биш йәшлек балаға махсус рәүештә “Аҡбуҙатым” йырын өйрәтәләр. Шул мәлдән башлана ла инде уның ижад юлына илткән кескәй генә һуҡмағы. Мәктәп йылдары сәхнәлә үтә тиерлек. Башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән әсәһе уны һәр сарала ҡатнашырға саҡыра. Йырлап ҡына ҡалмай ул, алып барыусы булараҡ та сығыш яһай. Конкурстарҙа ҡатнаша, еңеүҙәр яулай.
Хоҡуҡ белгесе булырға ҡарар иткәс, үҫмер бер аҙға ижадтан туҡтап тора, университетҡа уҡырға инеү – тәүмаҡсат. Ә студент саҡта, уның талантын белеп ҡалған ойоштороусылар егетте ҡабаттан сәхнәгә, уҡыу йортоноң мәҙәни мөхитенә “ҡайтарып” ала. 2020 йылда Рәмил үҙенең профессиональ кимәлдәге тәүге йырын яҙҙыра.
– Бала саҡта, студент йылдарында сәхнәгә сығыу минең өсөн ҡыҙыҡһыныу ғына ине, был юлы инде йыр сәнғәтенә аңлы рәүештә, ҙур маҡсаттар менән килдем. Сәнғәт ул – оҙайлы һәм даими хеҙмәт талап иткән эш. Тамашасы белһен, ҡыҙыҡһынһын өсөн яңынан-яңы йырҙар яҙҙырырға, клиптар төшөрөргә, концерттар менән йөрөргә кәрәк. Бер-береңде ҡабатлау, игеҙәк кеүек оҡшаш йырҙар сығарыу ҙа ҙур яңылышлыҡ. Мин һәр йырымды ентекләп эшләнем. Тәүге йырымды Наҙгөл Ғәлиева һүҙҙәренә Ильяс Кинйәғолов ижад иткәйне. Артабан Айгөл Вәлиуллина, Гөлфиә Шакирова, Марсель Мөхәмәтйәнов, Фәнәүис Дәүләтбаев, Илдус Дәүләнов, Илнар Ғәниев, Рәлим Замановтар менән хеҙмәттәшлек итә башланым. Бер генә “почерк” булмаһын өсөн, төрлө авторҙар менән аралашыр кәрәк. Ижадта нығыныуымда йырсы Иҙел Нурғәлиндең роле ҙур. Тәүҙә ике йыл уның төркөмөндә эшләп, тәжрибә тупланым. Нисек концерттар ойошторорға, нимәгә иғтибар итергә, ниндәй хаталарҙан һаҡланырға – ул үҙенең белгәндәрен йәштәр менән йәлләмәй бүлешә, ярҙам итә. Унда ҡанат нығытҡандан һуң үҙемдең концерт программам менән республика буйлап гастролдәргә сығырға батырсылыҡ иттем. Тәүге йылды район үҙәктәре, ҡалалар буйлап ҡына йөрөһәм, аҙаҡтан инде ауылдарҙы ла ситтә ҡалдырманым. Кәйефте ҡырырлыҡ хәлдәр ҙә, кешеләр аҙлыҡтан концерттарҙы кисектереү ҙә булды. Тик күңелде төшөрмәй, алға барҙым. Тыуған яҡтарымда, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа ихлас ҡабул иттеләр. Ә бына Урал аръяғында тамашасы аҙ йыйылды. Икенсе йылына инде концерттарҙың шәп үтеүен ишетеп, етмәһә, социаль селтәрҙә лә әүҙемләшкәйнем, залдар тулылана башланы. Быйыл райондарға сыҡманым – яңы репертуар туплайым, клиптар төшөрөү менән булышам. Икенсе йыл өр-яңы программа менән юлға сығасаҡмын. Унан инде Өфөлә тәүге шәхсән концертымды ойошторорға мөмкин, – тип йырсы уй-ниәттәре менән бүлеште.
Эйе, ижад юлында һәр кем ҡаршылыҡтарға осрай. Рәмил ҡайһы бер осраҡтарҙы хоҡуҡ белгесе булараҡ, закон менән еңеп сыға алған. Мәҫәлән, бер районда концерт ҡуйыу өсөн ул даталар билдәләп, Мәҙәниәт министрлығы аша мисәтле документ – маршрут ҡағыҙы ала. Тик районда уны кире борорға итәләр: тап шул көндәрҙә күрше республиканан килгән йырсылар гастроле билдәләнгән икән. Әлбиттә, уларҙың документы юҡ, ҡайһы бер түрәләр менән генә һөйләшеп килешкәндәр. Егеттең популяр булмауын, ә “ҡунаҡтарҙың” тулы зал йыйыуын сәбәп итеп, даталарҙан баш тартырға өгөтләйҙәр. Әммә Рәмил ғәҙеллек юллай-юллай үҙенең маҡсатына ирешә – үҙ даталарында концерттарын ҡуя. Эйе, ижадта ла үҙ һүҙеңде әйтә белеү, ҡәтғилек күрһәтеү кәрәк шул.
Рух, тәрбиә һәм хоккей
Рәмил – абруйлы, зыялы мәғариф хеҙмәткәрҙәре ғаиләһенән. Бер уйлап ҡараһаң, ул Ғафури йәки Ҡыйғы районында тыуып үҫергә тейеш кеүек. Атаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмиз Мәғәфүр улы Ғафури районынан. Таланттарға бай Урманшиндар һәм Кинйәғоловтар менән бер нәҫелдән. Ә ғүмерен башланғыс кластарҙа уҡытыуға арнаған Әлфиә Мөхәмәтулла ҡыҙы Ҡыйғы районының Ибрай ауылында тыуып үҫкән. Йәштәр юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс танышып, ғаилә ҡоралар. Ҡулдарына диплом алған йәш белгестәр Салауат районына килеп, уҡытыусылыҡ даирәһенә сума.
Милли батыр, халыҡ шағиры, күп артистар, йырсылар, ғалимдар биргән данлы райондың бәрәкәтле тупрағы йәш ғаиләлә ауаз һалған кескәй малай – Рәмилгә лә рух хисе һалған. Тыуған илгә, телгә, милләткә, моңға, ғәҙеллеккә һөйөү уның ҡанында ғына түгел, һулаған һауаһында, эскән һыуында, баҫҡан ерендә бар. Рәмиз ағай менән Әлфиә апай ҙа уға матур тәрбиә биргән. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: кешелекле, туған йәнле, изгелекле булыуҙы улар улдарына үҙ миҫалында күрһәткән. Йәштәр яңы ғына өйләнеп, оло тормош юлына баҫҡанда Әлфиә Мөхәмәтулла ҡыҙының ике туған апаһы ауырып баҡыйлыҡҡа күсә. Етем ҡалған биш йәшлек Руслан исемле малайҙы улар үҙ ғаиләһенә һыйындыра.
– Мин тыуғанда Руслан ағайым беҙҙә ике йыл йәшәгән ине. Ғаиләбеҙҙә үҙ һәм туғанымдың балаһы тигән бүлеү булманы – беҙ һәр ваҡыт бер туғандар кеүек үҫтек. Мәктәп йылдарында ағайымдың яҡлауын тойоп, уға арҡаланып үҫтем. Бөгөнгәсә ул минең атай-әсәйемдән ҡала иң яҡын кешем. Ағайым Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамланы, ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, – тип ағаһы менән дә таныштырҙы Рәмил.
Йәш егеттең малай саҡтан килгән тағы ла бер ҡыҙыҡһыныуы, хатта “ауырыуы” бар – ул “Салауат Юлаев” хоккей клубының көйәрмәне. Студент йылдарынан ярты аҡсаһын матч билеттарына тотонған Рәмил “Ҡурай” телеканалында башҡорт телендә комментаторҙарға конкурс иғлан ителгәнен белгәс, үҙ көсөн һынап ҡарарға уйлай. Ике турҙан торған кастингта Фәрүәз Рафиҡов менән еңеп сығалар. Ул осорҙағы матчтарҙы, комментарийҙарҙы һәр кем яҡшы хәтерләй – ҙур спорттың башҡорт телендә яңғырауы ғына ни тора?! Проектты популярлаштырыу өсөн Айҙар Ғәлимов, Сәғиҙулла Байегет һәм башҡа билдәле шәхестәрҙе саҡырыу, рус теленән тура тәржемәлә матур яңғырамаған һүҙбәйләнештәрҙе шаян һүҙҙәр менән алыштырыу, бәхәстәр, көләмәстәр – ойоштороусылар ғына түгел, алып барыусылар ҙа эшкә күңелен, үҙ тәҡдимен, идеяларын индерә. Социаль селтәрҙә уларға дуҫтарға өҫтәлеүселәр, хат юллаусыларҙың иҫәбе-һаны күренмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике миҙгелдән һуң финанс мөмкинлектәр булмау сәбәпле проект ябыла. Быға көйөнгән, ризаһыҙлыҡ белдергән хаттар ике-өс йыл буйы килеп тора. Бөгөн дә Рәмилде тап хоккей аша танып-белеүселәр бар. Аҡса өсөн түгел, идея өсөн янған егеттәр башҡортса хоккей менән телевидение һәм спорт тарихына үҙ өлөшөн индерҙе, тип күңел йыуатырға ғына ҡалды.
Эҙләнеүҙәр
Рәмилдең булмышына эҙләнеүҙәр, асыштар хас. Ул бер урында ғына тапанған, бер йүнәлештә генә эшләгән кеше түгел. Хис-тойғоларға бай ижад, шаян йырҙар менән етдилек, аҡыл, һалҡын ҡанлылыҡ талап иткән хоҡуҡ эшмәкәрлеген йәшәү уңышлы алып барыуы ла уның киң ҡарашлы, ҙур мөмкинлекле хаҡында һөйләй. Яулайһы үрҙәре алда күп булыуына ла иманым камил. Булыр бала бишектән, тиҙәр. Бынан 20 йыл элек Янис Рамаҙанов үҙенең “Яҡты йорт” тигән программаһында Урманшиндар ғаиләһен төшөрә. Шунда ул бәләкәй Рәмилгә: “Киләсәктә кем булырға теләйһең?” – тигән һорау бирә. “Хоккей комментаторы, адвокат йәки журналист”, – ти малай ҡыйыу ғына итеп.
Комментатор булды, адвокат булараҡ танылды, уңыш ҡаҙанды. Киләсәктә журналист та унан сыҡмаҫ тимә, сөнки егет 2023 йылда Өфө Фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының магистратураһын ҡыҙыл диплом менән тамамлай, икенсе юғары белем ала.
Рәмилдең ҡулынан килмәгән, булдыра алмаған эштәре юҡ. Тынғыһыҙ күңеле лә яңы маҡсаттарға, хыялдарға ынтыла. Ошо холҡо менән ул йәш быуынға өлгө булып йәшәй ҙә.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.