

– Морат Маратович, где Вы собираетесь провести отпуск на этот раз? Опять на юг? Всей семьей, да? Передайте огромный привет Нине Ивановне! Про предприятие не думайте, все будет нормально. Сами знаете, какие тут кадры. Вообщем, счастливого отпуска!
Был мөләйем секретарь ҡатындың һорау артынан һорау яуҙырыуына Морат ғәҙәтләнеп тә киткән инде, беренсе генә йыл бергә эшләмәйҙәр. Изге күңелле Инга Анатольевна сөсөләнеү, ярамһаҡланыу тигән нәмәне бөтөнләй белмәй. Һәр кемеһенә, ябай эшсенән алып, Морат һымаҡ юғары пост биләп торған түрәләр менән дә шулай үҙ итеп, яҡын күреп һөйләшә. Үҙен хеҙмәткәр булараҡ та, кеше булараҡ та коллективта юғары баһалайҙар.
– Спасибо, Инга Анатольевна! Вам тоже желаю того же. Привет Ваш тоже передам, не беспокойтесь. Да, знаю, какие замечательные люди тут работают. Меня волнует будущее нашего предприятия. Производимые сырья, рентабельность, рост в конце до концов.
– Да, ладно, Морат Маратович, Вы же сами знаете, какими темпами растет валовой доход!
– Знаю. Но нельзя останавливаться на достигнутом. Нужно еще лучше работать.
– Ладно. Будет Вам. Давайте, отдыхайте!
– И Вам удачи во всем!
“Их бөтә кешеләр ҙә ошо изге күңелле Инга Анатольевна һымаҡ булһалар, йәшәүҙәре ҡайһылай күңелле булыр ине, – тип уйланы Морат эстән генә. – Хәйер, уның үҙенең ҡатыны, Ниночкаһы, насар кешеме ни?”
...Тал сыбығылай нескә билле, ҡыйылып киткән ҡара ҡашлы, төпһөҙ күк йөҙөндәй зәп-зәңгәр күҙле Нина менән Мораттың юлдары көтмәгәндә осрашты...
…Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар ине. Тыуған ерһеҙ генә түгел, бөтөнләй бер кемһеҙ ҡалған Морат, фронттан элек ата-әсәһе менән бергә йәшәгән, атаһының үҙ ҡулдары менән төҙөп ингән йортона ҡайтты. Йорт эсе элеккесә. Бер ниндәй ҙә үҙгәреш юҡ. Һәр нәмә үҙ урынында. Тимәк, әсәләре шул тиклем ашыҡҡандар, бер генә әйберҙе лә йүнләп алмағандар. Һәр әйберҙең элеккесә үҙ урынында тороуы күңелгә бер яҡтан еңеллек бирһә, икенсе яҡтан, быларҙың барыһын да күреү, түҙеп торғоһоҙ һағыш менән солғай. Әйтерһең дә, әсәһе ҡайҙалыр, күршегә генә сыҡҡан да, бына-бына киң йылмайып килеп инер төҫлө...
“Их, әсәкәйем, өйҙә генә булһағыҙсы. Эвакуация тигәндәрендә, ҡуҙғалмаһағыҙсы. Кем генә белгән инде шулай булаһын. Исмаһам, берәйегеҙ иҫән ҡалһасы...”
Элекке күршеләренең күбеһе йә фронтта батырҙарса үлеп, йә Мораттың туғандары һымаҡ, фажиғәле һәләк булып ҡалһалар ҙа, Мораттарҙы яҡшы белгән, аралашып йәшәгәндәре лә бар ине. Улар егеткә оҙаҡ ҡайғырып, ҡайғыһын йотоп ултырырға ирек бирмәнеләр. Кәңәш-төңәш ҡорҙолар ҙа, йортто ҡарап торорға һүҙ биреп, Моратты Тау байыҡтырыу юғары уҡыу йортона уҡырға димләнеләр. Егеттең үҙенең дә белем эстәүгә теләге көслө ине.
Дәрте-дарманы ташып торған Морат юғары уҡыу йортона ҡаршылыҡһыҙ ғына инде лә китте.
Өсөнсө курсты тамамлау менән, уларҙың группаһын ғәҙәттәге практикаға ебәрҙеләр. Тауҙарҙы гиҙеп, тупраҡ ҡатламдарын өйрәнеү, ҡаҙылма байлыҡтар буйынса диплом алды эшен яҙыу бурысы ҡуйылғайны студенттар алдына.
Утты-һыуҙы кисеп ҡайтҡандар бер Морат ҡына булмаһа ла, төркөм менән етәкселек итеү эшен деканаттан, нимәгәлер, күбеһенсә уға ышанып тапшыралар ине. Был ышаныс, әлбиттә, ҙур яуаплылыҡ та талап итә. Институт уҡытыусылары күҙәтеүе аҫтында булһалар ҙа, улары һирәк-мирәк килеп-китеп кенә йөрөгәнлектән, бик күп мөһим ҡарарҙарҙы Мораттың үҙенә хәл итергә тура килә. Әле лә шулай…
Төркөмдә егерменән ашыу кеше булһа, шуның һигеҙе – ҡыҙҙар. Барыһы ла палаткаларҙа йәшәй.
Лагерҙан алыҫ та түгел ерҙә ҙур ғына ауыл урынлашҡан. Йәшлек йәшлек инде. Көнө буйы арманһыҙ булып арыһалар ҙа, кистәрен ауылға киноға йөрөйҙәр. Кинонан һуң ҡалып, төрлө уйындар, бейеүҙәр ойоштороп ебәрәләр. Ауыл йәштәре менән дә танышып, тамам дуҫлашып алдылар. Әлбиттә, лагерь ҡарауһыҙ ҡалмай. Егеттәрҙән көн дә берәү палаткаларҙы һаҡлап ҡала.
...Ул көнө сират Моратҡа еткән ине. Барыһын да оҙатҡас, палаткаларҙы ҡарап сыҡты ла тикшеренеү эштәре буйынса яҙмаларын барларға ултырҙы. Киске эңер-меңер төшкәнсе бер аҙ өлгөрөп ҡалырға кәрәк.
Бер аҙ ултыра төшкәс, алыҫта кемдәрҙеңдер үҙ-ара мөңгөрләшеп һөйләшкәнен ишетте. “Кино оҡшамағандыр ҙа егеттәрҙең кемеһелер ҡайтып киләлер, – тип уйланы ул. – Һүгенеп һөйләшеүҙәренә ҡарағанда, беҙҙең егеттәр түгел. Кемдәр икән? Алам-һалам кейеп алғандар. Юҡ, былар тиген әҙәмдәр түгел. Һағыраҡ торорға кәрәк. Һуғыштан ҡасҡан дезертирҙар ҙа бар икән яҡын урманда, тигән имеш-мимеш хәбәрҙәр ҙә ишетелеп ҡуя ине бит”.
Тауыштар яҡынайғандан-яҡынайҙы...
– Посмотрите, там кто-то есть. Неуж-то только один? А если?..
– Тебе же сказали, они обычно оставляют только одного. А что для нашего брата один? Мы за раз расквитаемся с салабоном.
Мораттың был әҙәмдәрҙең тап халыҡ һөйләгән теге бандиттар икәнлегенә шиге ҡалмағайны. Тик бер үҙе өсәүгә ҡаршы тора алырмы? Әгәр ҡораллы булһалар? Исмаһам, балта-фәлән дә ҡул осонда түгел. Их, кем уйлаған инде?
Морат үҙен тиҙ генә ҡулға алды. Туҡта, ул бит әле ут-ғәрәсәт эсенән имен ҡайтҡан кеше. Иң мөһиме, юғалып ҡалмаҫҡа... Тегеләр килеп етер-етмәҫтән:
– Ну что, пацан. Сам все выложишь? Аль, тебя немножко проучить?
– Ишь, какие нетерпеливые. Вы кто такие, чтоб прямо-таки перед вами все выложить?
– Ты где так научился много говорить? Перечь нашему брату вас там учат что-ли? А ну-ка, встань!
– Ну, встал, и что дальше?
– А сейчас узнаешь, что будет...
Әзмәүерҙәй берәүһе, әсе һүгенеп, Моратҡа киҙәнде. Морат, белгән алымдарын ҡулланып, теге мөртәтте башынан аша күтәреп алды ла ергә һеңгеҙетә һуҡты. Төшкән ыңғайы уныһы бүкән урынына йөрөткән ағас төпһәһенә һуғылды. Бындай ҡабул итеүҙе көтмәгән яуыздар, иптәштәренең ергә сатай-ботай барып төшкәнлеген күреп, тәүҙә баҙап ҡалдылар.
– Ах ты, сволочь поганый. Час мы тебя уроем…
Шул мәл Морат тегеләрҙең икеһенең дә ҡулында ялтлап киткән бысаҡты күрҙе. Ҡоро ҡул менән генә булһалар, был икәүгә ҡаршы тороу әллә ни ҡурҡыныс булмаҫ ине лә ул. Бынау үткер лезвиялы бысаҡтары булмағанда инде…
Күп икеләнеп тороу, ваҡытты һуҙыу тегеләр файҙаһына икәнлеген төшөнгән егет, беренсе булып һөжүм итергә ҡарар итте. Ни булһа ла, ятып ҡалғансы, атып ҡалырға кәрәк тип, ул һеләүһен етеҙлеге менән яҡында торғанына һикерҙе... Ҡулындағы бысағы ситкә сәсрәп киткән бандитты күҙ-асып йомған арала, тәүгеһе эргәһенә сойорғотто… Мораттың үҙенең дә һул яҡ яурынбашын әсе иттереп ниҙер көйҙөрөп ебәрҙе. Бер мәлгә генә күҙ алдары ҡараңғыланып киткән Морат, асыу-ярһыуы менән артында торған, бер аҙ албырғап ҡалған өсөнсө бандитты эләктереп алды ла ергә ҡуша һуҡты.
Арҡаһы буйлап йылы ҡан һарҡҡан Морат, күп тә тормай, иҫен юғалтып, үҙе лә ергә ҡоланы…
Бейей-бейей арып, ярты төн уртаһында ғына лагерға әйләнеп ҡайтҡан студенттар, ҡот осҡос хәлде күреп, тәүҙә юғалып ҡалдылар…
Теге әҙәмдәр күптән ил буйынса эҙләүгә бирелгән үтә лә ҡурҡыныс бандиттар булып сыҡты. Тәүгеһенең, төпһәгә һуғылып, муйын һөйәге һынғайны. Уныһы күп тә тормай, яҡты донъя менән хушлашты. Ҡалған икәүһенең алған яралары үлемесле түгел ине…
Ҡалаҡ һөйәге аҫтына бысаҡ ҡаҙалған Моратты тиҙ ярҙам машинаһы менән ҡала дауаханаһына оҙаттылар. Күп ҡан юғалтыуҙан аҡ сепрәккә әйләнгән егеттең иҫән ҡалырына өмөттәрен өҙһәләр ҙә, әллә ғүмере бөтмәгәнгәме, әллә йәшәү дәрте көслө булғанғамы, ул үлмәй ҡалды. Тиҙҙән тороп ултыра ла башланы. Етмәһә, айырыуса ҡурҡыныс бандиттарҙы ҡоралһыҙландырғаны һәм тотоуҙа ярҙам иткәне өсөн орден менән наградланыуы уға бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс өҫтәне.
Был хәбәрҙе палатаға тәүләп еткереүсе кеше лә буласаҡ кәләше – Нинаһы ине. Медицина институтында уҡып ҡына йөрөгән ҡыҙ уҡыуҙан тыш эшләп тә йөрөй икән.
Бер күреүҙән ғашиҡ булды уға егет. Яҙмыштары ла оҡшаш ине уларҙың. …Һуғыш йылдарында Украинанан тап уның иленә, Мораттың Башҡортостанына, эвакуацияға ебәрәләр Ниналарҙың ғаиләһен. Башҡортостанға барғас, ҡыштан ҡалған арыш башағын ашап, бер төн эсендә әсәһе лә, бәләкәс Олеся ла һәләк була.
Нинаның үҙен мәрхәмәтле кешеләр мең бәләләр менән саҡ ҡотҡарып алып ҡалалар. Әсәһе менән һеңлеһенең үлемен бик ауыр кисерә үҫмер ҡыҙ. Күп тә тормай, фронтта йөрөгән атаһының да ҡара ҡағыҙын ала ул. Был донъяларҙа тома етем ҡалған ҡыҙ йәшәүгә үҙендә нисек көс тапҡандыр, бер Хоҙай үҙе генә белә.
Тотош илгә килгән хәсрәттән бер генә йорт та имен ҡалмағанғамы, кешеләр бер-береһенә ҡарата иғтибарлыраҡ та ине буғай. Үҙҙәрен һыйындырған, һуңғы телем икмәген уртаҡлашҡан был изге күңелле башҡорт халҡына мең - мең рәхмәтле ул. Улар араһында өс йыллап йәшәү дәүерендә башҡортса ла арыу уҡ һупаларға өйрәнә Нина.
Әле килеп алтынсы палатала башҡорт милләтенән берәү ята, тигәс, ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы ҡыҙ. Бөгөн генә ҡулына эләккән гәзитте тотоп, алтынсы палатаға килеп тә инде. Гәзиттә шул егеттең ҡурҡыныс өс бандитҡа ҡаршы көрәшеүе, тоторға ярҙам иткәне өсөн орденға тәҡдим ителеүе тураһында мәҡәлә яҙылғайны.
– Говорят, тут какой-то герой тяжело заболел. Это вы из Башкортостана, да?
– Да. А вы кто? Про мою Родину откуда слышали?
– Да вот слыхала. Не только слыхала, я там три года жила…
…Палатаға ашығып килеп ингән был серле ҡыҙҙы күргән егет телһеҙ ҡалды. Хыялында йөрөткәне, хур ҡыҙы булып, алдына баҫтымы ни!
Бик ҡыйыу ҡиәфәттә килеп ингән Нина ла бер мәлгә албырғап, юғалып ҡалды. Мораттың йөҙөндә ул ниндәйҙер таныш һыҙаттарҙы күргәндәй булды. Бәй, таныш булмай ни!? Шундай кешеләр араһында йәшә лә, таныш һыҙат күрмә ти! Шул уҡ ҡыйғыр ҡараш, осҡор күҙ. Нисек ошоға тиклем күрмәгән уны Нина?! Әй, егет бит бер нисә көн иҫһеҙ ятты. Күҙҙәре йомоҡ кешенең ҡарашын нисек итеп күрәһең инде. Башҡортсаны вата-емерә: ”Хаумыхыз!” –тигән булды ҡыҙ, һаулыҡ һорашмағанын иҫенә төшөрөп. Һаулыҡ һорашыуҙан да бигерәк, уңайһыҙ тынлыҡтан сыҡҡыһы килгәндәй яңғыраны ҡыҙҙың был сәләме… Бәләкәйҙән йөрәккә яҡын был изге лә, таныш та һүҙҙәрҙе сит тарафта, етмәһә, ошондай сибәрҙән ишеткән егет: ”Әллә ҡолағыма ишетеләме?” – тип тәүҙә үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмай торҙо.
– Хаумыхыз, – тип ҡабатланы киң йылмайып теге ят ҡыҙ.
– Һаумыһығыҙ! Ғәфү итегеҙ, һеҙ кем булаһығыҙ? Һеҙ әллә Башҡортостанданмы?
Ҡыҙ шишмә ағышын хәтерләтеп, сыңғырлатып көлөп ебәрҙе.
– Башҡортостандан уҡ булмаһам да, унда йәшәп китеү бәхете тейгән ине, – тине ул ябай ғына итеп.
Бына шулай танышты улар һәм башҡаса айырылышманы ла тиерлек. Был ябай ғына осрашыу тиҙҙән ҡайнар һөйөүгә әйләнде.
Мөхәббәттең бөйөк илаһи көскә эйә икәнлегенә инанмай ҙа мөмкин түгел ине шул… Ауыр яралы Морат, барыһын да хайран ҡалдырып, аяҡҡа баҫты.
…Йәштәр институтты тамамлау менән өйләнештеләр. Тиҙҙән мөхәббәттәренең сағыу биҙәге, аҫыл емеше булып, ҡыҙҙары донъяға килде.
Ғүмер аҡҡан һыу төҫлө үтте лә китте. Нинаһынан уңды Морат. Бер хәсрәтһеҙ йәшәп алды ла киттеләр. Ҙурҙан йорт бөтөрөп инделәр. Тормоштары, майлаған арба һымаҡ, алға тәгәрәүен белде. Тик икеһенең дә күңелдәрен өйкәгән эш кенә, донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, һаман кисектерелә килде. Тыуған яҡҡа, Башҡортостанға ҡайтып урарға, бала саҡта, үҫмер йылдарҙа ҡалған эҙҙәр буйлап ҡабаттан бер үтһәң ине, тигән теләктәре генә, нисектер, бойомға ашманы. Бер нисә тапҡыр ынтылып та ҡуйғандар ине лә ул, бер-бер сәбәбе сығамы, әллә батырсылыҡтары кәмей ҙә ҡуямы, ни булһа ла, ошоға тиклем алыҫ сәфәргә сығырға форсаттары булманы…
Ир менән ҡатын араһында бер нисә тапҡыр: ”Шунсама йылдарҙан һуң кемгә барып морон төртәһең инде?” – тигәнерәк һөйләшеү ҙә булманы түгел, булды. Ысынлап та, кемгә морон төртөп ҡайтырға? Кем уларҙы унда көтөп тора? Киткәндәренә ни ғүмер…
Башҡортостанға ҡайтып урау, әсәһе менән һеңлеһенең ҡәберен күреп, тыуған Украиналарынан бер ус булһа ла тупраҡ алып барып һалыу теләге Нинаның да күңелен күптән өйкәй. Морат тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Өлкәнәйгән һайын нығыраҡ тарта икән ул тыуған тупраҡ. Унда үҫмәһә лә, ғүмер биргән тупрағын бер ҡайтып күреүҙе ата-әсәһенең васыятын үтәү менән бер, тип иҫәпләй ул. Бала саҡтан күңелендә йөрөткән хыялын ир уртаһы еткәнсе тормошҡа ашырырға форсат теймәгәненә үкенеп тә ҡуя. Йә ул, йә был мәшәҡәте сығып ҡына торҙо шул… Тәүҙә уҡып бөтәйек тип тырыштылар. Аҙаҡ ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине. Ҡыҙҙары ла матурайып үҫеп китте. Һуңынан мәктәп, институт… Артынса уҡ туй мәшәҡәттәре. Унан бер-бер артлы ейәндәр. Шулай итеп, ғүмерҙәренең үренә етеүҙәрен үҙҙәре лә һиҙмәй ҡалды…
“Юҡ, быйыл тәүәккәлләргә кәрәк”, – тигән ҡәтғи ҡарарға килде Морат.
Ғаиләһе менән йәйге отпускыһын йылы яҡтарҙа үткәрергә күнеккән Мораттың был тәҡдименә Нинаһы һис кенә лә аптыраманы, киреһенсә, ҡыуанып ҡаршыланы.
– Мин риза. Тик кемгә төбәп барырбыҙ икән, Морат? – тине ул һаҡ ҡына. Уйламай әйтеп, иренең ауыр күңел йәрәхәттәрен ҡуҙғатыуҙан ҡурҡа ине ул.
– Ниночка, тыуған яҡтарыма бер ҡайтып урамаһам, йәшәүемдең бөтөнләй мәғәнәһе ҡалмаясаҡ. Беҙ ҡайтып килергә, сабый килеш тәүге тәпәй баҫҡан ерҙәрҙе күрергә тейеш. Көтөп тороу - тормауға килгәндә инде, бер - ике көн уҙғарырлыҡ фатир, йә булмаһа, ҡунаҡхана табылыр. Йәй ваҡыты бит, йылға буйында палатка ҡороп булһа ла серем итергә мөмкин булыр, моғайын...
Иренең күңел кисерештәрен яҡшы аңлаған зирәк ҡатын, эстән икеләнһә лә, ризаһыҙлыҡ күрһәтмәне, юл кәрәк-яраҡтарын төйнәй башланы. Тик шуныһы йәл: ҡыҙы, кейәүе ялдан ҡайтып етмәйҙәр бит әле. Марат менән Ленаны ни эшләтергә? Оҙон юл һуҡмаҫ микән?
– Морат, ҡәҙерлем, ейән менән ейәнсәрҙе кемгә ҡалдырабыҙ? Әллә әсәләренең ҡайтып еткәнен көтәйекме? Күп тә ҡалманы бит.
– Ни эшләп көтөргә ти? Ҡартаталарының тыуған яғын улар ҙа ҡайтып күрергә тейеш бит. Бәләкәй түгелдәр инде, бирешмәҫтәр…
– Бирешеүен-бирешмәҫтәр ҙә ул, ҡыҙың менән кейәүең үпкәләмәҫме? Улар менән бер ҙә кәңәшләшмәнек бит...
– Кәрәк тип тапһалар, үҙҙәре лә килеп етер, борсолма, Ниночка. Әҙерләнегеҙ, иртәнән һуңға юлға!
Ире шундай ҡәтғи ҡарарға килгән икән, тимәк, шулай кәрәк. Шунсама йылдар бергә ғүмер һөргән ирен ҡатынынан да яҡшыраҡ кем белһен инде? Нина ла иренең холоҡ-фиғелен ятлап бөткән. Ул өндәшмәй генә Марат менән Ленаның әйберҙәрен төйнәй башланы.
Был оҙон сәфәргә ҡасан да булһа бер сығасаҡтарына күңеле менән һәр саҡ әҙер йөрөнө бит үҙе лә. Йәшерәк саҡта әллә ни һөйләмәһә лә, өлкәнәйә килә күк тауҙар артында ҡалған тыуған ауылын бик йыш иҫләй башланы шул Мораты. Хатта төштәрендә лә шул ауылы менән һаташа буғай. Иренең йоҡлап ятҡанында ла “Лағырым, Лағырым минең”, – тигәнен бер нисә тапҡыр ишетергә тура килде Нинаға. Сит-ят ерҙә үҫеп, етмәһә, украин ҡыҙы менән йәшәүенә ҡарамаҫтан, һаман да уның үҙ телен белеүенә, онотмауына хайран ҡала ҡатын. Балаларҙы ла бит әле арыу уҡ өйрәтте. Нина үҙе лә онотманы был телде. Онотоу ҡайҙа! Анау хәтлем ауыр йылдар аша үт тә, үҙеңде һыйындырған халыҡтың телен аңлама, имеш. Иркен аралаша алмаһа ла, яҡшы аңлай ул иренең телен.
…Хәҙер ҡартаталары ейән-ейәнсәрен өйрәтеп маташа. Ҡайҙан килгән уға телгә шундай һөйөү, һаҡсыл ҡараш? Нина, ана, үҙе украин ҡыҙы булыу менәнме ни, йүнләп үҙ телен дә белмәй. Уның үҙен мәрйә ҡыҙы, тип уйлай ҙа ҡуялар. Әллә был башҡорт теленә һөйөү ҡандарынан киләме? Ҡыҙы ла бит ана, йүнләп һөйләшә белмәһә лә: ”Мин – башҡорт! - тип маһая. Бер тапҡыр ҙа күрмәһә лә, миндә Салауат ҡаны аға!” – тип тә ебәрә хатта.
Салауат тигәне башҡорт халҡының милли батыры икән. Башҡортостанда йәшәү дәүерендә был бөйөк исемгә иғтибар итмәүенә оялып та ҡуя Нина. Өс йыл буйы йәшә лә, шул тиклем изге күңелле халыҡтың милли батырын белмә инде? Ояты ни тора? Анау бер рәт иренән шул хаҡта һорағайны, көлдө лә ҡуйҙы, ә икенсе көнөнә, әллә ҡайҙан табып, Степан Злобиндың Салауат тураһында яҙған китабын алып ҡайтып бирҙе. Китапты уҡыған һайын, тере Салауаттың үҙен күргәндәй, ҡатындың башҡорт халҡына булған ихтирамы, бигерәк тә иренә ҡарата һөйөүе тағы ла нығыраҡ артты. Хәйер, Нина был ҡуйы бөҙрә сәсле, ҡыйғыр ҡарашлы, мөһабәт кәүҙәле Моратҡа ғүмере буйы һоҡланып, яратып йәшәүҙән туҡтағаны ла юҡ инде. Шундай ир эргәһендә ҡурсаулы ҡатын булып йәшәүҙәре оло бәхет Нина өсөн! Тик шуныһы үкенес, ир бала бүләк итә алманы иренә… Моратына ғына оҡшап торған малай табып бирә алманы. Әлеге лә баяғы шул ҡәһәр һуҡҡан һуғыштың касафаты инде… Йәштән һалҡын һуҡтырыу сәбәпле, бер- нисә ауыр операция үткәрергә тура килде Нинаға. Бер ҡыҙ менән тороп ҡалдылар. Ярай инде, уныһы имен булһын! Ана, үҙе әсәй булып, тупылдатып, ул менән ҡыҙ үҫтереп килә. Аллаға шөкөр, кейәүе лә арыу. “Әсәй, мин кейәүеңә тағы ла бер малай табып бирәм әле, Мараты булғас, Салауаты ла булһын, – ти ҡыҙ. –Атайымдың да күңеле булыр”. Бына шундай бер бала инде ул, ҡурҡыуҙы ла белмәй. Үҙе бигерәк сая. Башҡорт ҡаны аға шул бәпесендә. Нина эстән генә ҡыҙы менән ғорурланып та ҡуйҙы.
Үҙ уйҙарына бирелгән ҡатын, ҡәнәғәт йылмайып, юл кәрәк-яраҡтарын барлай башланы. Ә юл оҙон булырға оҡшай...
Ялан юлы буйлап яңы маркалы “Волга” машинаһы елдерә. Асыҡ тәҙрәләрҙән, күңелгә һиллек биреп, еләҫ ел бөркөлә. Шаян елдәр машина эсендәгеләрҙе наҙлап иркәләй. Ул –йәйге томра эҫелә юлдағыларҙың иң ҙур йыуанысы ла.
Эх, ҡайһылай һағындырған тыуған яҡтар! Үҙәктәргә үтеп һағындырған… Ошо яландар буйлап гиҙер, тыуған төйәк һауаһын һулар, сарсағанда ергә ятып бер йотом ғына булһа ла һыуын эсер өсөн күпме хыялланды Морат.
Инде бөгөн юлға сыҡҡандарына икенсе көн. Көнө-төнө руль артында килгән Морат әллә бөтөнләй арымый ҙа инде ул. Төндә юлда туҡтап, серем итеп алған 2-3 сәғәтлек ялы менән елдерә лә елдерә. Ҡыҙыҡ икән кешенең тәбиғәте. Ир уртаһы йәшен үтеп барған тормош юлдашының үҙен бер аҙ сәйерерәк тотоуына ҡатын аптыраңҡырап та ҡуя. Ваҡытында ятып, ваҡытында тороп өйрәнгән Мораты йоҡо барлығын әллә бөтөнләй онотто инде? Тыуған яҡ йөрәкһетәлер инде уны... Ә бит берәү ҙә көтмәй...
Тыуған яҡтарында уны бер кем дә көтөп тормағанлығын ир үҙе лә белә. Уның имен-һау икәнлеген дә берәү ҙә белмәй. Белһә лә –танымай, сөнки ауылдан сығып китеүенә лә бихисап ғүмер уҙҙы. Сығып китеүе, тиеүе дөрөҫ тә түгел инде. Дөрөҫөрәге, ҡыуып, һепереп сығарып ебәреүҙәренә хәтһеҙ ваҡыт үтте...
Эйе, күҙҙәре юлда булһа ла, уйҙары алыҫ үткәндәргә алып китте Моратты... Өҫтәренә кейгән йоҡа ғына бер ҡат кейем, бәләкәй генә төйөнсөк ризыҡ менән береһенән-береһе бәләкәйерәк өс балаһын, әнә ҡойолам, бына ватылам тип торған арбаға егелгән арыҡ атҡа тейәп, алып китергә мәжбүр иттеләр Мораттың ата-әсәһен. Көҙгө әсе ел үҙәктәргә үтә. Сыҙап ҡына торорлоҡ түгел. Их, исмаһам, яҫтанып ултырырлыҡ ҡына булһа ла бер-ике яҫтыҡ-түшәкте алып булһасы...
– Юҡ, бер нәмәгә лә теймәйһегеҙ, былар хәҙер барыһы ла колхоздыҡы. Ваҡытында былай ҙа балда-майҙа ғына йөҙөп йәшәнегеҙ. Етте һеҙгә. Инде башҡа әҙәм һымаҡ, бына беҙҙең һымаҡ, бил бөгөп йәшәп ҡарағыҙ, – тип ыҫылдашты ҡайһы бер ауылдаштары.
Ауылдаштары, тигәс тә, ошоға тиклем шул һаман йүнле йәшәр ере, ейер рызығы булмаған, хәҙер инде үҙен “коммун”, тип атап, активист булып йөрөгән ҡайһы бер әҙәми заттар ине улары ла. Мораттың атаһы Марат ағайҙың булған ғына донъяһының, хәләл көс менән, әсе тир түгеп йыйылғанлығын белгән ҡайһы бер бәғзеләре был эшһөйәр ғаиләне яҡлап ҡараманы түгел, яҡланы, әммә-ләкин ундайҙарҙың ауыҙын тиҙ яптыра торған замандар ине шул. Ундай кешеләргә ҡарата ҡуштандарҙың яуабы әҙер ине: ”Шундай яҙмышҡа дусар булғың килмәһә, ауыҙыңды тый!”
Ата-әсәһенең иртә таңдан ҡара төнгә тиклем, бил яҙмай йыйған донъяһы шулай бер көн эсендә ете яттарға күсеп, сәселеп торҙо ла ҡалды…
Өс һыйыр, ҡолонло бейә, ун баш һарыҡ-кәзә иҫәпкә алынып, колхоз һарайына ябылды. Йорт эсендә булған ғына кәрәк - яраҡты ла бүлешеп алып бөттөләр. Хатта балаларҙың кейгән кейеменә лә хужалар табылды.
Ҙур өйҙән мәктәп яһанылар, бәләкәйен ошоларҙы ойоштороп йөрөгән, мәңге бер нимәгә лә йәлсемәгән ҡылый күҙ Ғәбделнасирға бирҙеләр. Ул, бахыр, ҡыуанды инде. Сыпый күҙен безерәйтеп, уныһы бөтәшә яҙғансы, үҙе һымаҡ йүнһеҙҙәр менән, эшкә лә сыҡмай, аҙнаға яҡын типтереп, эсеп ятты һуңынан. Әшнәләре саҡ айнытып алдылар. Ҡыуанмай ни, ғүмере буйы ни йәшәр ерҙән, ни бисәнән уңмаған бер нәмә ине бит юғиһә…
Тик бер гонаһһыҙ сабыйҙарҙың ҡоһоро төштөмө, әллә халыҡҡа ҡарата ҡылған башҡа яуызлыҡтары алҡымынан алдымы, был йортта оҙон-оҙаҡ ҡыуанып йәшәү бәхете татыманы барыбер ул хәсискә. Көндәрҙән бер көндө үле кәүҙәһен таптылар.
“Кистән күпләп эскән көмөшкә етте башына”, – тигәнерәк хәбәрҙәр йөрөнө лә, бер аҙҙан ауылда ундай кеше ғүмерҙә лә йәшәмәгәндәй, бөтөнләй онотолдо ул. Йылын түгел, хатта өсөн, етеһен теүәлләп уҡытыусы ла табылманы буғай. Йүнле туғандары ла булмағандыр инде, күбеһе йотлоҡ йылы булһынмы, башҡа сәбәптәнме, ҡырылып бөткәндәр ине шул...
Бына шулай, кеше рәнйеше ебәрмәй, тигәндәре раҫҡа килде лә ҡуйҙы...
Әлбиттә, йорт-еренән ҡыуылып, бындай әсе яҙмышҡа дусар ителгәндәр бер Мораттар ғаиләһе генә түгел ине. Арғы остан Хәмзә бабай ғаиләһе менән, Мораттарҙан дүрт-биш кенә өй аша йәшәгән Әхәт ағайҙар ҙа бар ине ылауҙа. Әхәт ағайҙың ҡатыны Хәлимә апай яңы ғына бәпестән ҡотолғайны. Ап-аҡ сепрәктәй булып киткән ҡатынын, Әхәт ағай бәпесе менән бергә, күтәреп тигәндәй сығарып ултыртты арбаға. Һығылып төшкән йәш әсәне күреүе аяныс хәл ине. Бәпесе лә йоҡа ҡына бер нәмәгә уралған бит әле. Был бәхетһеҙ ғаиләләрҙе оҙатырға сыҡҡан ауылдаштары араһынан Мәүлиҙә апай түҙмәне, мамыҡ шәлен Хәлимә еңгәнең иңенә килтереп һалды:
– Мә, килен, исмаһам, баланы һалҡындан ҡапларһың.
– Ҡуй, еңгә, кәрәкмәй, үҙеңә ҡалһын...
– Үҙеңә ҡалһын, тисе. Мин бит йәш бала менән юл сыға һалып бармайым да инде. Мә, мә, ысын күңелдән бирәм. Бала хаҡы өсөн ал, зинһар, ал, килен.
– Рәхмәт, еңгә, изгелегеңде онотмам...
Шәлде ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына алған Хәлимә, ҡысҡырып илап ебәрмәҫ өсөн ирендәрен ҡаната тешләп, башын ситкә борҙо. Иламай түҙеп буламы һуң? Әсе күҙ йәштәре үҙҙәренән-үҙҙәре тупылдап тамып торғанда, ҡайһылай ғына итеп туҡтатырға?
Арбалағы башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күптән һығылып төшкәйнеләр… Ылауҙар ҡуҙғалғас, уларҙың барыһы ла сеңләп илаша башланы. Балаларҙың илашыуы бигерәк тә үҙәктәрҙе өҙөрлөк ине...
Барыһының да мейеһен бер үк һорау сүкей: ”Ни өсөн?”
Бала күңеле менән барыһын да әле аңлап етмәгән Моратты ла шул уҡ һорау борсой ине. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, бала-сағаның сеңләп илауына ҡушылған әсе елдең аяуһыҙ олоуы яҙмыштарының ниндәй фажиғәгә дусар ителеүен аңғартырға тырышҡандай тойолдо Моратҡа...
Күрәһеләре алда булған икән әле. Ярым-яланғас көйө, аслы-туҡлы килеш айға яҡын юлда булды улар. Кешеләр генә түгел, эштән сығып хатта аттары ла миктәне. Ә иң ауыры, яҙмыш һынауҙарын иңгә-иң терәп, бергә күтәргән, михнәтле сәфәргә дусар ителгән ауылдаштарҙың юлда берәм-берәм ҡырылыуы. Бер аҙналыҡ юлды үтеүгә, иң беренсе булып Хәлимә апай сирләп китте. Мораттың әсәһе: ”Баланан һуң һаҡланмайынса, өҙлөк булды инде бахырға”, – тине уның тураһында. Юғары температура менән ыҙалаған меҫкен ҡатын, бер аҙна эсендә майы бөткән шәм шикелле шиңде лә ҡуйҙы. Балаһын имеҙерлек тә хәле ҡалманы. Имеҙергә һөтө ҡайҙан булһын инде? Яңы тыуған сабыйға был аяныслы хәлде аңлатып буламы ни? Асыҡҡан бала, тыны бөткәнсе илап, әсәһенән ризыҡ таптырып бер була. Кипкән күкрәктәрҙән бер тамсы ғына булһа ла аҡ сыҡһасы? Ҡайҙа булды ошоға тиклем һауып түккән ағы? Өҙлөгөүҙән бигерәк, сараһыҙлыҡ йыҡты шикелле йәш әсәне аяҡтан. Ике аҙналыҡ юлды үткәс тә ерләп китергә тура килде бәхетһеҙ ҡатынды. Ерләй, тигәс тә, шартына килтереп күмеү ҡайҙа ул, юл ситенән ситкәрәк туҡтап соҡор ҡаҙҙылар ҙа шунда төшөрҙөләр инде. Ярай әле, Хәмзә бабай – дини кеше, ул бер аҙ күңелде тынысландырып, йыназа уҡыны…
Өс йәшлек өлкән улы Айсыуаҡ һәм үкһеҙ сабый менән ҡалған Әхәт ағай һығылып төштө. Сабыйы тәүҙәрәк ашарға таптырып, сеңләп- сеңләп илап, үҙәктәрҙе өҙһә, һуңынан тынып ҡалды. Әллә иларлыҡ хәле ҡалманы, әллә әсәһенең юҡлығына төшөндө. Мораттың әсәһе менән Хәмзә бабайҙың әбейе бәпесте төрлөсә итеп ҡаранылар. Сәйнәп, йоҡа сепрәк аша һалынған икмәкте лә имеҙҙеләр, йылы һыу ҙа йотторҙолар, ауылдарҙы үтеп барышлай, мәрхәмәтле кешеләрҙән һорап алған кәзә һөтөн дә ҡалаҡлап ауыҙына һалып ҡаранылар, сабый тамшанып-тамшанып ҡараны ла тынды...
Йәшәй ҙә башламаған сабыйҙың, ата-әсәһе менән бергә “кулак балаһы” мөһөрө алып, фәрештәләй генә ғүмере шулай аяныслы өҙөлдө. Был гонаһһыҙ сабыйҙың бер үҙен соҡор төбөндә ҡалдырыуҙы Морат, бала күңеле менән, икеләтә ауыр кисерҙе. Юл буйында ғына, ҡушылып үҫкән өс ап-аҡ ҡайын янында бәләкәй генә тубылсыҡ булып ятты ла ҡалды ул. Мораттың әсәһе: ”Исмаһам, ятҡан ере билдәле булһын, тыуған яҡҡа кире ҡайтыу бәхете эләкһә, ҡәберен тәрбиәләп китербеҙ сабыйҙың. Фәрештә генә бит ул. Әсәһенең ҡәберенә лә бер ниндәй билдә ҡуйманыҡ, юғалыр инде ул, – тип, башындағы ҡыҙыл сәсүрмесен ҡайын ботағына бәйләп ҡуйҙы. – Туҙ аҫтынараҡ ҡуяйым әле. Ҡайын туҙы ел-ямғырҙан һаҡлар ул уны”.
…Күптән май күрмәгән арбаның шығыр-шығыр килеүе лә, әсәһенең ел ыңғайына елберләп тороп ҡалған ҡыҙыл сәсүрмесе лә, көҙгө әсе елдең үҙәктәргә үтерлек итеп һыҙғырыуы ла шул сабыйҙы хәтерләтеп тик торҙо Моратҡа. Яңғыҙ ҡалған сабый, әйтерһең дә: “Минең бер үҙемде генә ҡалдырмағыҙ. Миңә бында ҡурҡыныс та, күңелһеҙ ҙә...” – тип тауыш бирә һымаҡ тойолдо уға. Ул артына ҡайырылып - ҡайырылып ҡараны. Арбанан төшөп, соҡор эсендә яңғыҙ ҡалған сабыйҙы кире соҡоп алырҙай булып үрһәләнде бала күңеле. Ҡайынға ҡайыш бау менән уратып бәйләп киткән уйынсыҡ та арбаны күҙҙән юғалғансы оҙатып ҡалды. Уны Хәлимә еңгә сабыйы тыуыр алдынан үҙ ҡулдары менән теккәйне. Был ҡыҙыл сепрәкле уйынсыҡ, сабый ҡулы ла теймәҫтән, ҡәбер өҫтөндә моңайып эленеп ҡалды.
“Йә инде, нимә тип кенә килде был сабый яҡты донъяларға? – тип әсенде Мораттың әсәһе. – Был тормоштоң аяуһыҙлығын, етемлектең әсе емештәрен шул ғына арала татып китер өсөн яралдымы?”
Ҡатынын ғына түгел, сабыйын да берҙәй юғалтҡан Әхәт ағай бөтөнләй әллә ни эшләне. Кешегә күтәрелеп ҡарамаҫ, өндәшмәҫ бер йомоҡ әҙәмгә әүерелде... Элекке ут янып торған, сая ҡарашлы, үткер, шаян кеше күҙ алдында шымтайҙы ла ҡуйҙы. “Айсыуаҡ өсөн булһа ла йәшәргә көс таба алһа ярар ине”, – тип көйәләнде башҡалар.
Башҡаларҙың да хәле Әхәт ағайҙарҙыҡынан әллә ни алдын түгел ине...
Тиҙҙән Әсмә әбей ҙә ауырый башланы. Быуылып-быуылып йүткергән әбейҙе ҡарап тороуы йәлләнес ине.
Улай ҙа ылауҙарҙы оҙатып барған әҙәм мәрхәмәтле булып сыҡты. Ҡайҙа кәрәк, туҡтап ял итеп алырға ла, аттарҙы һуғарырға ла, сәй - фәлән ҡайнатып эсергә лә рөхсәт итә.
Заманаһы ауыр булһа ла, кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре бер-береһенә ҡарата изге күңелле булған икән. Юлда туҡтап, төн ҡунып сығыу ул тиклем ауырлыҡ тыуҙырманы. Ҡайһы бер кешеләр әҙ-мәҙ юллыҡ ризыҡ биреп тә ебәргеләне. Бала-сағаны йәлләп, ябыныр өсөн иҫке торпоша һымаҡ нәмә биреүселәр ҙә табылды.
“Эй, Хоҙайым, үҙ ереңдә, йортоңдо тартып алып, сыр-сыу килтереп, ҡыуып ебәргән ауылдаштарың барында, һуңғы тамсы һыуы, тәғәм ризығы менән уртаҡлашыр ситтәре лә бар икән дә баһа был донъяның... Аңлап ҡара шунан һуң был хикмәтле хәлдәрҙе”, – тип һөйләште Мораттың ата-әсәһе.
…Ай тигәндә, мең михнәттәр менән Черемховаға килеп еттеләр. Оҙатып килеүсе баяғы мәрхәмәтле әҙәм, уларҙы конвойҙарға тапшырҙы ла, ғәфү үтенгәндәй, уңайһыҙланып ҡына юлдаштары менән хушлашты һәм, күп тә тормай, ҡайҙалыр китеп юғалды. Ай буйына бер -береһенә эҫенгәнгәме, йонсоуҙанмы, әллә билдәһеҙлектәнме, юлсылар шымып ҡалды. Бары тик Әсмә әбейҙең быуылып йүткереүе генә юлаусыларҙы бер-береһенә мәғәнәле итеп ҡарап алырға мәжбүр итә ине… Ул кисәгенән бирле, нимәгәлер, йүткергәндә ҡан төкөрә башланы. Бына әле лә ауыҙ ситенән һыҙылып ҡына ҡан китте. Быны күргән өлкәндәр, уға ярҙам итергә ынтылдылар, ләкин уларҙы ҡабул итеп алған конвой: ”Это что такое? Ну-ка, всем оставаться на своих местах. Сейчас придут вас всех распределять. А с завтрашнего дня всем на работу!” – тип екеренә башланы.
Йонсоуҙың аръяғына сыҡҡан кешеләрҙең күңелендә әлегә тиклем ниндәйҙер мөғжизәгә ышаныс йәшәһә, был екеренеү артабан бер- береһенә ярҙам итешеп йәшәп булыу мөмкинлеген бөтөнләй юйҙы.
Оҙаҡ ҡына көтһәләр ҙә, уларҙы бүлеп алыусылар килмәнеләр. Көтөп ултырып, өшөп- туңһалар ҙа, асығып-йонсоһалар ҙа, бөгөнгә айырмағандарына ҡыуанған юлсыларҙың кәйефтәре бер аҙ күтәрелде Ә, бәлки, айырмаҫтар ҙа әле, тигән өмөт осҡоно ҡабынды күңелдәрендә. Уларҙы йылытылмаған, шыҡһыҙ вагонға урынлаштырҙылар. Шыйыҡ ҡына кәбеҫтә һыуы һымағыраҡ йылы ризыҡ та биргәс, юлда талсыҡҡан күңелдәр бер аҙ күтәрелеп киткәндәй булды. Бәлки, бында ул тиклем үк насар ҙа булмаҫ әле, тип йыуатҡан булдылар бер-береһен…
Ятыр алдынан Мораттың әсәһе, ҡайҙандыр сепрәк табып, вагондың иҙәнен ҡоролай ғына булһа ла һөртөштөрөп алды. Үҙҙәре менән алып килгән, юлда мәрхәмәтле кешеләр биреп ебәргән ваҡ-төйәкте түшәп, барыһы ла йоҡларға ятты.
Ни тиклем арыһалар ҙа, берәү ҙә тиҙ генә серем итеп китә алманы... Юлсыларҙың барыһын да тиерлек билдәһеҙлек солғап алғайны. “Инде ниҙәр ҡылырға? Ҡайҙа барып, кемгә мөрәжәғәт итергә, кемдән генә ярҙам һорарға? Үҙҙәре ҡырылып бөтһә, балалары яҙмышын кем хәл итер? Кемдәр ҡулына ғына ҡарап ҡалыр сабыйҙары? Яҙмыштарҙың был тиклем дә әсе ғазаптарын нисек кенә итеп күтәрергә? Юлда һәләк булып ҡалған сабый менән йәш әсәнең ғүмере өҙөлгәнгә кем яуап бирер?”
Ун йәшен тултырып килгән Мораттың да йөрәгенә ҡара ҡан һауҙы. Ата-әсәһе балалары алдында һыр бирергә тырышмаһалар ҙа, хәлдәренең ни тиклем аяныслы булыуын ғына аңларлыҡ йәштә инде ул. Алты йәшлек ҡустыһы Айрат менән дүрт йәшлек һеңлеһе Әлиә лә хәлде аңлай булһа кәрәк, оҙон юл буйына юҡ-бар хәбәрҙәре менән ата-әсәһен дә, Моратты ла ҡаңғыртманылар. Үҙҙәре әллә ҡайһылай һағайыңҡырап та, бер үк ваҡытта ҙурайып та киткәндәй булдылар.
Ауыр уйҙарға бирелеп күпме ятҡандыр Морат. Инде ойоп ҡына киткән еренән Әсмә әбейҙең быуылып-быуылып йүткереүенә уянып китте. Өлкәндәр барыһы ла уның янына йыйылған ине. Мораттың әсәһе Хоҙайға ялбарып:
– Эй, Илаһым, улғынаһы хаҡына һауыҡтыр ошо бер ғәйепһеҙ бәндәңде, – тип һыҡтай ине.
– Ҡуйсәле, Айбикә. Балаларҙы уятырһың, сеү, сабыр ит!
Быныһы атаһының тауышы ине. Уның һәр ваҡыт тыныс, ипле тауышында борсолоу ҙа, ҡайғырыу ҙа, һағыш та берҙәй яңғыраны.
– Ҡайнаға, Илдарҙы уятайыҡ, әсәһе менән хушлашһын…
Әсәһенең шыбырлап ҡына әйткән был һүҙҙәренән Әсмә әбейҙең хәле ауырайғанын аңланы Морат. Тимәк...
Ҡайғынан албырғап ҡалған Хәмзә бабай:
– Эйе шул. Уны уйларға баш та етмәй тора. Уят әле, Айбикә килен...
Үлем менән көрәшкән әсәһенең хәлен күреп, инде егет ҡорона тулып килгән Илдар, бер ни ҡыла алмай:
– Әсәй, әсәкәйем, ташлама беҙҙе, әсәй! – тип үкһене.
Ғәзизенең тауышына бер генә мәлгә иҫенә килгән әсә, инде быялалана башлаған күҙҙәре менән тауыш килгән яҡҡа табан текләне. Нимәлер әйтергә уйлаған әсәһенең, ирен ситтәре буйлап ағып сыҡҡан ҡып-ҡыҙыл ҡанды күреп, улғынаһы бөгөлөп төштө…
Әсмә әбейҙең улына табан һуҙылған хәлһеҙ ҡулдары хәрәкәтһеҙ ҡалды...
– Йә, Хоҙай! Быныһы ла китте. Ни ғәйебе бар ине Әсмә апайҙың? Әүлиәләй кешене лә аямағас...
Хәмзә бабай менән Илдарға ҡарағанда ла ауырыраҡ кисерҙе шикелле Мораттың әсәһе был юғалтыуҙы. Бәлки, бер үҙенең елкәһенә биш бала яҙмышы, ҡайғынан, билдәһеҙлектән шаңҡып ҡалған өс ир хәсрәтен күтәреү шулай ауыр тәьҫир иткәндер уға…
Әсмә әбейҙе барактан алыҫ булмаған ерҙә, урман ситендәге зыяратта ерләнеләр. Был, исмаһам, юл буйындағы һай ғына соҡорға күмелеп ҡалдырылған Хәлимә апай менән сабыйының яҙмышынан айырыла ине.
– Быныһы яңғыҙ түгел, хет башҡалар менән йәнәш ята. Төрлө милләт балалары булһалар ҙа, барыһын да бер бөйөк кеше – әсә тыуҙырған. Теге донъя бар тигәндәре дөрөҫ булһа, исмаһам, башҡа әруахтар менән аралашыр. Бәлки, Хәлимә килен менән сабыйын да эргәһенә саҡырыр, – тип йыуатҡан булды Мораттың әсәһе үҙен.
Кисәге яман һүгенеп, ҡыбырларға ла рөхсәт итмәгән уҫал конвой, алыҫ ерҙәрҙән эт күрмәгәнен күреп, ҙур юғалтыуҙар менән килеп етеп тә, тағы ла әҙәм күтәргеһеҙ ҡайғыларға дусар ителгәндәрҙең хәленә инепме, шыйыҡ кәбеҫтә һурпаһын Мораттың атаһына ҡайҙандыр барып алырға өйрәтте лә, барак ишеген башҡа ҡаҡманы, килеүселәрҙе бер көнгә булһа ла тыныслыҡта ҡалдырҙы.
Икенсе көнөнә Әхәт ағай менән Хәмзә бабайҙарҙы ҡайҙалыр икенсе ергә күсерҙеләр. Әхәт ағайҙың улы Айсыуаҡты Мораттың әсәһе алып ҡалды. Ул:
– Ҡайғырма, ҡәйнеш. Өсәү һыйған ергә дүртенсеһе лә һыйыр. Әле башыңды ҡайҙа алып барып тығырҙарын да белмәйһең. Бәләкәй баланы тағын кем менән ҡалдырып китерһең? Иҫән булһаҡ, яҡшылап урынлашҡас, баш-күҙ алғас, килеп алырһың улыңды. Әлегә ҡалһын. Илдар ҙур инде, атаһы менән китһен, ул бирешмәҫ...
– Рәхмәт, еңгә. Үҙем дә шулайыраҡ уйлап тора инем. Рәхмәт! Форсат тейеү менән килеп алырмын Айсыуағымды. Йә, улым, хушлашайыҡ. Барыһын да тыңла , улым, яраймы?
– Ярай, ҡустым, балаңды уйлап көйәләнмә, Айбикә килен изге күңелле, бала йәнле кеше ул, – тип йыуатты уны Хәмзә бабай ҙа.
Атаһы киткәс, бер-ике көн көйһөҙләнеп алған Айсыуаҡ та, атаһын таптырып, башҡаса ҡаңғыртманы. Шунсамы ғүмерҙе бергә үткәргәс, өйрәнеп тә бөткәндер инде.
Хәмзә бабайҙарҙан айырылыуҙы Мораттың атаһы Марат ағай бик ауыр кисерҙе. Ҡайғыларҙы бергә-бергә күтәргәндә бик үк һиҙелмәгән икән дә баһа... Уларҙан айырылғас, үҙен тере ҡулһыҙ ҡалғандай хис итте. “Ел- ямғырҙа ышыҡланыр, арҡа терәр кеше лә ҡалманы. Етмәһә, дүрт баланың яҙмышы, киләсәге минең ҡулда. Тамаҡтарын да ҡайғыртырға кәрәк”, – тип уйланы ул.
…Мораттың атаһын урман ҡырҡыу эшенә тәғәйенләнеләр. Тиҙҙән әсәһе лә атаһы менән бергә шунда эшләй башланы. Уны урман ҡырҡыусыларға ашнаҡсы итеп ҡуйҙылар. Тикшереү ни тиклем ҡаты булһа ла, аш-һыу ҡулында булғас, әҙ - мәҙ кәрәк нәмәһен алғылап ҡайта башланы әсәһе. Әлбиттә, һиҙеп ҡалһалар, башынан һыйпамаясаҡтарын яҡшы аңлай ине ул. Ә нимә эшләргә башҡаса? Ҡош балаһындай дүрт тамаҡты ас үлемдән нисек әрсәләргә? Бәхетһеҙ яҙмышҡа дусар булған сабыйҙарҙы нисек кенә итеп һаҡлап алып ҡалырға?
Ауыл балаһы өсөн урман ҡырҡыу ят эш булмаһа ла, өҫкә кейер кейемең, ашар ризығың, ҡайтып баш терәр йүнле ерең булмау Мораттың ата-әсәһенә тиҙ арала үҙ тамғаһын һалды. Икеһенең дә тулҡынланып торған ҡап-ҡара сәстәренә юлаҡ-юлаҡ эҙҙәр һалынды. Айбикәнең икенән үреп, иңдәренә һалып йөрөтөргә яратҡан сәс толомдары ла күҙгә күренеп һирәгәйҙе, маңлайҙарына һырҙар ятты. Уның мөлдөрәмә йәшкә тулы һағышлы күҙҙәрен күрһә, Мораттың эсе бошоп китә. Был күҙҙәрҙә бәхетһеҙ тормош ауырлығы ла, тыуған яҡты, тыуған төйәкте, алыҫта ҡалған, күҙ алдында таратып бирелгән үҙ ояһын һағыныу ғазабы ла сағыла ине. Донъяңды сүпләп йый-йый ҙа, күҙ асып йомғансы, бер нәмәһеҙ ҡал инде. Йәнең әрнерме, әрнемәҫме шуға? Шуларҙы ғына аңларлыҡ инде хәҙер Морат. Үҙенең дә эсе боша. Тыуған яҡтарын ул да һағынды. Малайҙар менән бергә Әй буйҙарында балыҡ ҡармаҡлаған саҡтары иҫтәренә төшһә, бигерәк ҡыйын... Ә Әйҙә һыу инеүҙәре һуң... Шул яҡтарҙы ҡайтып бер күрер өсөн, иң ҡәҙерле нәмәһен дә бирергә риза ул. Ул ғынамы һуң…
Вагондан һуң бирелгән барак бүлмәһендә ҡышты саҡ-саҡ килеп сыҡты улар. Сыҡты, тиеүе анһат та ул, дөрөҫөрәге – йән аҫраны. Балаларҙың өҫтөнә кейҙерергә кейеме лә, ашатыр ризығы ла наҡыҫ ине. Шулай булһа ла, барыһы ла имен ҡышланы.
Әхәт ағайҙың улы Айсыуаҡ та һаман улар менән. Анау киткәндән һуң Әхәт ағай: ”Юл ыңғайы ғына һуғылдым. Һағындырҙығыҙ. Улым төштәремә инеп йонсота. Тиҙҙән уны үҙ яныма алырмын. Әле барыбыҙ ҙа бергә баракта йәшәйбеҙ. Хәмзә ағайҙар имен-һау. Улы ла беҙҙең менән бергә эшләй”, – тип ашыҡ-бошоҡ ҡына бер инеп сыҡҡайны, шунан бирле хәбәр- хәтере юҡ.
Айсыуаҡ Мораттарҙың ғаиләһенә өйрәнеп тә бөттө инде. Аралашырға, уйнарға бәләкәстәр булғанғамы, атаһын әллә ни иҫенә төшөрөп, мыжый һалып та бармай. Мораттың ата-әсәһе лә уны үҙ балаһылай күреп, яратып ҡына тора. Таң һарыһынан ҡараңғы төнгә тиклем эштә булып, арманһыҙ ҡайтып йығылһалар ҙа, улар бер ҡасан да балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға тырышманы. Ярай әле Мораттары ла бөтә нимәне аңлап, аҡыллы бала булып үҫеп килә. Әлбиттә, иң өлкәне ул булғас, таяҡтың ауыр башы шул балаға төшә. Туғандарын ҡарау, булған ризыҡты ғәҙел бүлеп, ашатып-эсереү, кейем-һалымдарын тәртиптә тотоу кеүек бурыстарҙы еренә еткереп атҡара ул. Үҙе ошоға тиклем хәреф танырға өлгөргәс, туғандарын да үҙе белгәндәргә өйрәтеп маташҡан була. Улары ла “юҡ” тимәй, өйрәнергә тырышып ятҡан көндәре. Бәләкәстәренә тиклем хәреф танып, бер аҙ ҡушып уҡырға өйрәнеп алғандар бит әле. Ә өлкәне инде арыу уҡ һупалай. Шуларҙы күргән ата менән әсәнең шатлығы эсенә һыймай. Шулай булмай ни, ошондай шарттарҙа йәшәп тә, уҡырға өйрәнәм, тип ятҡан балаларға ҡыуанмай, ни эшләйһең!
– Бәләкәй генә булһа ла, Әлиәһе менән Айсыуағы ла хәреф танырға өйрәнеп алған бит әле, – тип ҡыуана әсәләре.
– Әйҙә өйрәнһендәр, ситлектә ятам, тип осар ҡош осмай торормо?!
Атаһының кинәйә менән әйткән һүҙҙәрен аңлап еткермәһә лә, балаларының уҡырға өйрәнергә тырышып ятҡандары менән ғорурланғанын төшөндө Морат.
Уҡырға өйрәнеү бәләкәстәргә оҡшаһа, шуларҙың уҡытыусыһы ролен башҡарыу Мораттың үҙенә лә әйтеп аңлатҡыһыҙ көс бирә, ҡанат ҡуя ине.
“Хәлфә булыу ҡайһылый һәйбәт, күңелле эш икән! Бигерәк тә һабаҡ алыусылары үҙенең туғандары һымаҡ сос булһа”, – тип ҡыуана малай.
Ә ата-әсә өсөн иң мөһиме: балалар ышаныслы ҡулдарҙа ҡараулы ғына түгел, ваҡытты ла файҙалы үткәрә белеүҙә. Шул юҫыҡтан уларҙың күңеле тыныс ине.
Ер ҡарҙан әрселеп, йәш үләнгә аяҡ баҫҡас, барыһының да кәйефе бер аҙ күтәрелгәндәй булды.
Был яҡтарҙа яҙ ҡырыҫыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, һуңлабыраҡ та килә. Ниндәй генә булһа ла, яҙ яҙ инде! Тәбиғәт кенә уянып ҡалмай, тын алыуҙары ла иркенәйеп китә. Бөтә ерҙә яҙ һулышы хөкөм һөрә...
Мораттар ғаиләһенең күңелһеҙ, бер төрлөрәк кенә аҡҡан тормошона ла яҙ йән өргән төҫлө булды. Яҙ һулышына тағы ла бер шатлыҡ өҫтәлде. Мораттың атаһын эшен яҡшы башҡарғаны, тәртибе өсөн урман йығыусы эшенән бригадир итеп үрләттеләр. Әле йәшәгән барактан алыҫ түгел ерҙә бәләкәй генә булһа ла ағас йорт та бирҙеләр. Үҙ йортоң үҙ йортоң инде, йәшәү шарттары ла яҡшыраҡ. Барыһының да кәйефе күтәрелеп китте. “Их, бер һәүкәш кенә алып ебәргәндә, балаларға аҡ булыр ине”, – тип хыялланды Марат менән Айбикә.
Әллә ни һиҙелерлек булмаһа ла, Мараттың эш хаҡын да күтәрҙеләр. Ғаилә әҙ булһа ла осон -осҡа ялғай башланы.
– Тырышып эшләһәң, бында ла йәшәп була икән, Марат, – тине әсәһе.
– Йәшәп була ла ул, тыуған яҡтар тарта бит... Исмаһам, һуңғы һулышты алыр алдынан булһа ла әйләнеп ҡайта алһаҡ ине. Бар хыялым шул минең, Айбикә.
– Ун йыл әҙ ғүмер түгел шул, атаһы. Ярай, яҡшыға юрайыҡ. Иншалла, бер ҡайтмаһаҡ, бер ҡайтырбыҙ...
Ғүмер аҡҡан һыу төҫлө үтә торҙо. Яйлап барыһы ла был яҡтың ҡырыҫ тәбиғәтенә лә күнделәр.
Биш йылдан һуң Мораттың атаһына әлеге лә баяғы шул эшсәнлеге өсөн зонанан алыҫ түгел ерҙә үҙ йортон төҙөп алырға рөхсәт бирҙеләр. Үҙҙәре урман менән булғас, йорт төҙөп алыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Ос-мос ағастарҙан мунса ла ҡоршап алғас, бигерәк тә яҡшы булды. Балаларҙы йыуындырырға мөмкинлек тыуҙы. Улары ла инде леберләшеп ҡалҡынып килгән булалар. Айсыуаҡ туғыҙ, Әлиә ун, Айрат ун бер йәше менән бара. Морат инде бөтөнләй ҙурайҙы. Уныһына ун алты йәш. Атаһының уң ҡулына әйләнде. Шуға күрә йортто ла үҙ ҡулдары менән төҙөп, тиҙ арала бөтөрөп инделәр.
Балаларға яйлап уҡыу мөмкинлеге лә тыуҙы. Һәүкәшләнгәс, йәшәүе тағы ла еңелләште. Йорт кәрәк-яраҡтары алып, өҫтәрен дә бөтәйтеп ебәргәс, бөтөнләй күңелле булып китте.
Әхәт ағай Айсыуаҡты алып китергә тиеп килһә лә, Мораттың әсәһе биреп ебәрмәне. Бала ла уларға ылығып, бөтөнләй үҙ кеше булып киткәнгәме, атаһына эйәреп китергә бик үк ашҡынып торманы. Унан ары, Әхәт ағай был ваҡытҡа үҙҙәре һымаҡ уҡ ситкә һөрөлөп үлеп ҡалған берәүҙең тол ҡатынына өйләнеп тә өлгөргәйне. Ни хәл итәһең инде, тереләргә тереклек итергә кәрәк бит... Мораттың әсәһе:
– Ярай, ҡәйнеш, үпкәләмә, беҙ ҙә Айсыуаҡҡа күнегеп бөттөк инде. Биреп ебәргем дә килмәй. Үҙе лә балаларҙан айырылмаҫ, моғайын. Унан килеп, килен дә бит сит енестән, етмәһә, йөклө, тиһең.
– Рәхмәт инде, еңгә. Былай ҙа ҙур рәхмәт! Һеҙ булмаһағыҙ, ниҙәр генә эшләр инем? Баламды ҡайҙа ғына, кемгә генә ҡалдырыр инем? Киленеңә килгәндә инде, сит енестән булһа ла, изге күңелле ул… Үҙенең дә ике балаһы бар.
– Ярай, ҡәйнеш, әҙерәк утыҡһын әле Айсыуаҡ. Кәрәк тип тапһа, үҙе үк эҙләп табыр әле һеҙҙе.
Айсыуаҡтың яҙмышы шулай еңел генә хәл ителгәненә иң ҡыуанғаны балалар булғандыр, сөнки улар бер-береһенә, бер ата-әсәнән тыуғандай, күнегеп тә бөткәндәр ине. Айсыуаҡ барыһы өсөн дә бер туғандай яҡын, ҡәҙерле.
Әхәт ағай, йыш булмаһа ла, улы менән осрашып, аҡсалата ярҙам итеп торҙо.
…Ниһайәт, 1939 йыл да аяҡ баҫты ергә. Тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыр мәлдәр ҙә етеп килә. Алла бойорһа, ике йыл ғына ҡала инде. Был тарафтарға өйрәнеп бөтөлһә лә, тыуған яҡ барыбер үҙенә нығыраҡ тарта...
Ләкин быларҙың барыһы ла ғүмерлек татлы хыял ғына булып ҡалаһын береһе лә белмәй ине әле...
Бына һағынып көткән 1941 йыл да етте. Көҙгә бында ебәрелеүҙәренә ун йыл тула. Тимәк, ҡайтасаҡтар…
Ил күге тыныс түгел икәнлеген күңел күҙҙәре менән күреп, ишетеп, аңлап торһалар ҙа, шул уҡ йылда уҡ һуғыш уты ҡабынып китер тигән уй баштарына ла инеп сыҡманы…
Тәүгеләрҙән булып повестка Мораттың атаһына килде. Төнө буйы керпек ҡаҡмай, һөйләшеп сыҡты ир менән ҡатын:
– Айбикә, балаларҙы ла, үҙеңде лә һаҡла инде.
– Ҙурайыуын ҙурайҙылар ҙа ул… Һинһеҙ ҡалай итеп кенә көн күрербеҙ? Морат өсөн дә хафаланам. Уныһы ла бит буй еткерҙе. Уны ла алып китерҙәр инде.
– Бәлки, һуғыш ул тиклем үк оҙаҡҡа һуҙылмаҫ та. Тиҙ генә тамамланыр ул... Мораттарға сират етмәй ҙә ҡалыр әле, әсәһе...
Иртәгеһенә атаһын оҙаттылар. Шул тиклем ғазаптарға, мәхрүмлектәргә дусар ителеп тә, күҙ йәше сығармаған әсәһе, нимәгәлер, үҙен ҡулға ала алмай, был юлы түгелеп - түгелеп иланы. Бәлки, ире менән мәңгелеккә хушлашыуын һиҙенгәндер…
Шул китеүҙән аталары кире әйләнеп ҡайтманы. Күп тә тормай, Мәскәү өсөн барған ҡаты һуғыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк булды, тигән ҡара ҡағыҙы ғына килде.
Иренең үлем хәбәрен алғас, әсәһе бер-ике көн аңҡы-тиңке йөрөнө лә, үҙен ҡулға алды. Эстән һыҡраһа ла, балалары алдында башҡа күҙ йәше күрһәтмәне. Теше-тырнағы менән эшкә бирелде. Иренең урынына бригадир итеп тәғәйенләп ҡуйғайнылар үҙен. Өйҙә лә, эшендә лә тешен ҡыҫып тырышты. Уның ҡасан ятып, ҡасан йоҡонан торғанын да күрмәй ине балалары. Ағарып, ҡоро һөйәккә ҡалды үҙе. Ярай әле, һәүкәштәре бар. Шуның ағы ҡотҡара. Тәғәм ризыҡ ҡалмағанда ла, ҡатыҡтары була.
Көҙгә Моратҡа ла повестка килде. Туғандары, әсәһе менән хушлашыуы бигерәк тә ауыр булды…
Ҡыҫҡа сроклы курстар үтеү менән, Мораттарҙың часын көслө ут эсенә -һуғыштың иң ҡыҙған еренә ебәрҙеләр.
Ғаилә менән фронт араһын өс мөйөшлө хаттар тоташтырып торҙо. Тиҙҙән ул бәйләнеш тә өҙөлдө… Морат яҡындарынан ни тиклем генә өҙөлөп хәбәр көтһә лә, элемтә бөтөнләй туҡталып ҡалды... Һуғыш, үлеш, ҡыйралыш араһында йөрөп, инде күп нәмәне күргән егет: ”Ярай, бер килмәһә, бер килер әле хәбәрҙәре. Һуғыш ваҡыты бит. Бәлки, яҙған хаттары ҡайҙалыр юғалып, аҙашып та йөрөйҙөр”, – тип үҙен тынысландырҙы.
Килде хәбәр… Тик хат әсәһенең дә, туғандарының да ҡулы менән яҙылмағайны… Уны күрше баракта йәшәгән сыуаш ҡатыны Маруся апай яҙған ине: “Морат, туғаным, һиңә ҡайғылы хәбәрҙе нисек кенә итеп еткерергә белә алмай, оҙаҡ ҡына йөрөргә тура килде, ғәфү ит...
Беҙҙе, бер төркөм һалдат ғаиләләрен, Башҡортостанға ҡайтарырға тигән фарман килде. Ашыҡ - бошоҡ ҡына әҙерләнгән халыҡты вагондарға тейәнеләр. Шатлыҡтың осо – ҡырыйы юҡ ине… Ниһайәт, нисә йылдар көткән ирек, тыуған яҡ һауаһын ҡабаттан һулау шатлығы туҡтауһыҙ күҙ йәше булып аҡты… Поезд алға табан елдерә. Бына ул, үҙебеҙҙең Ирәндек, Урал тауҙарына оҡшаған тауҙар теҙмәһен йырып үтә лә башланы… Шул ваҡыт уйламаған хәл килеп тыуҙы. Тау – таш араһын үткәндә, ҡаты бәрелеү тауышы яңғыраны… Тәүҙәрәк бер нәмә лә аңламаныҡ. Мәхшәр башланды… Состав туҡтап ҡалды… Вагон эсендә илаш - һыҡташ китте… Ҡайһы бер вагондар ҡара төтөн менән ҡапланды... Әсәйеңдәр ултырған вагон да ут эсендә ине... Берәүһен дә ҡотҡара алманыҡ, ғәфү ит, туғаным... Бик аҙҙар ғына тере ҡалды... Мең бәләләр менән элек йәшәгән ергә кире ҡайттыҡ. Әйтер һүҙҙәрең булһа, элекке адрес буйынса яҙ... Исмаһам һин иҫән ҡайт...”
Ә хәл былайыраҡ була. Үҙебеҙҙең “Аляска – Себер” һауа трассаһы буйлап осҡан транспорт самолеты ҡаяға бәрелеп, һәләкәткә осраған … Тап шул самолет үтеп барған составҡа янып төшкән дә инде…
Был ҡот осҡос хәбәрҙе эсенә һыйҙырған хат киҫәген, ҡулына йылан килеп уралғандай, асырғанып, йән асыуы менән быҫҡып янып ятҡан ут өҫтөнә ырғытты ла ергә ҡапланды Морат. Шулай күпме ятҡандыр, окопташ дуҫы Васил иңдәренә ҡағылғанға иҫенә килгәндәй булды... Уныһы, дуҫының йөҙөнә ҡарап, ниндәй оло фажиғә булғанын аңланы, ахырыһы, яраларға тоҙ һалып, бер ни тип тә төпсөнмәне, бары тик иңбашына ирҙәрсә ҡулдарын ғына һалды. Мораттың күҙен әсе йәш тамсылары ҡаплап алды...
Бына шулай. Гөрләп торған ғаиләнән бер яңғыҙы ғына ҡалды ла ҡуйҙы.
Әллә күпме тапҡыр ут эсендә ҡалһа ла, үлем уның үҙен аяны, иҫән ҡалдырҙы… Эсе бошоп киткәндә: ”Минең йәшәүем, иҫән ҡалыуым кемгә кәрәк һуң?” – тип әсенгән саҡтары ла әҙ булманы уның…
Һуғыштың аҙағынаса фронтта булды. Фашисты үҙ өңөнә тиклем ҡыуып барып, тар-мар итеп, бары тик 1945 йылдың көҙөнә генә әйләнеп ҡайтты. Тыуған яҡҡа, Башҡортостанға ҡайтыу мөмкинлеге лә бар ине, тик унда, нисектер, аяғы тартманы. Атаһының тыуған яғын ҡайтып бер күрә алмайынса һәләк булыуында ла, әсәһенең, туғандарының фажиғәһендә лә алыҫта ҡалған бәхетһеҙ бала саҡ хәтирәләрендә лә, тыуған ерһеҙ ҡалыуҙарында ла - барыһында ла Башҡортостан ере ғәйепле һымаҡ күренде уға. Бар бәхетте тартып алған ер ине уның өсөн тыуған яҡ... Шуның өсөн унда ҡайтыу теләге күпмелер ваҡытҡа артҡы планға күсте…
Уйҙарға бирелеп барһа ла, Мораттар хәтһеҙ юл үтеп өлгөрҙө. Ауыр хәтирәләрҙе ҡатынының таң елеләй наҙлы ла, яғымлы ла тауышы бүлдерҙе:
– Морат, ҡәҙерлем, туҡтап, бер аҙ ял итеп, тамаҡ ялғап алмайыҡмы? Балалар ҙа, үҙең дә йонсоп киттең…
– Ярай, әйҙәгеҙ һуң, туҡтап алайыҡ. Ҡатынының зирәклегенә, ауыр уйҙарынан арындыра алыуына ҡыуанды Морат.
Юлдан саҡ ҡына ситкәрәк китеп, шау сәскәле аҡланға етеп туҡтатты Морат машинаһын. Ейәне менән ейәнсәре, ысынлап та, оҙон юлдан йонсоп килгәндәр, ахырыһы, машина туҡтар- туҡтамаҫтан сыға һалып, аҡлан буйлап ҡыуаныша-ҡыуаныша йүгерекләй ҙә башланылар. Эй, әҙәм балаһын да “әсә ҡарынында ярала” тиһәләр ҙә, барыбер шул тәбиғәт тыуҙыра инде ул… Ана бит, ҡайһылай ҡыуаныша балалары. Шул тәбиғәт балаһы булғандары өсөн дә ҡыуаныша инде улар. Әллә ҡартаталарының кендек ҡаны тамған ергә яҡынайыуҙарын һиҙенәләрме, юғиһә?!
Ҡатынының да йөҙө яҡтырып, күңеле күтәрелеп китте.
– Морат, ҡәҙерлем, мин саҡ ҡына мәтрүшкә йыйыштырып алайым, ә һин ултыр, бер аҙ ял ит. Булмаһа, һуҙылып төшөп тороп, ятып ал. Аяҡтарың тын алһын. Беҙ тик кенә ултырып барабыҙ ҙа ул, һиңә бит әллә күпме юлды руль артында үтергә кәрәк.
Ҡатындан уңды барыбер Морат! Ана бит, үҙе арыһа ла, һаман ирен ҡайғыртып маташа. Бынауындай шаян, тиктормаҫ ейән - ейәнсәрҙең ыңғайына тороуы – үҙе үк бер ҙур эш бит ҡатын - ҡыҙ өсөн. Ә ул, ирен уйлай…
Морат, ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо менән саф урман һауаһын, күкрәген тултырып тағы ла бер һулап ҡуйҙы. Тын алыуҙары иркенәйеп киткәндәй булды.
– Дедуля, посмотри, что мы нашли.
– Да ничего особенного, какая-то старая- престарая тряпочная кукла.
– Знаешь, дедуль, мы ее вон там нашли…
Былай ҙа бытылдарға яратҡан ейәне менән ейәнсәренең ниндәйҙер төҫө уңған ҡурсаҡ ишараты һымаҡ нәмәне һелккеләй-һелккеләй хәбәр һөйләүҙәренә тәүҙә иғтибар биреңкерәмәй торған Мораттың башына килтереп һуҡҡандай булды…
– Нимә… нимә, тинегеҙ? Ҡайҙан таптығыҙ был ҡурсаҡты, балаҡайҙарым? Мине… шул ергә, зинһар, алып барығыҙ…
Йөҙө ағарынып, телдәре көрмәлеп киткән ҡартаталарын күргән ейән-ейәнсәре: ”Әллә берәй ярамаған эш эшләнекме икән?” – тигәндәй һағайышып ҡалдылар. Ейәнсәре:
– Татай, что случилось? Айда, отнесем эту куклу обратно, она нам не нужна… Заодно покажем где мы ее нашли… – тигән булды.
Морат, инде нисәмә йылдар элек булып үткән фажиғәле хәлдәрҙе ҡабаттан кисереп, тағы ла нығыраҡ тетрәнде… Йөрәге тәңгәлендә ниҙер әсе итеп сәнсеп алды… Шулай булһа ла, үҙен ҡулға алырға өлгөрҙө һәм:
– Әйҙәгеҙ әле, балаҡайҙарым, мине шул ергә алып барығыҙ…
– Пойдем, татай, это не далеко.
Ысынлап та, ҡурсаҡ табылған ер алыҫ та булмаған икән…
Морат ҡәҙерле кешеһен осратҡандай, инде ҡартая башлап, олондары һирәгәйгән аҡ ҡайынды өнһөҙ генә оҙаҡ итеп ҡосаҡлап торҙо… Йәм-йәшел япраҡтарға ирекһеҙҙән тупырлап тамған күҙ йәштәрен һөртөрлөк хәлдә түгел ине ул… Дөрөҫөрәге, ҡулы күтәрелмәне…
Ҡартаталарын беренсе тапҡыр бындай хәлдә күргән балалар ҡурҡышып киттеләр. Ейәне йәһәт кенә өләсәһен алып килә һалды. Ҡулындағы әйберҙең ире бер нисә тапҡыр һөйләгән, төштәрендә һаташтырған, ҡасандыр ҡыҙыл булып та, инде төҫө уңған теге ҡурсаҡ икәнлегенә төшөндө Нина.
– Йә, Хоҙай! Тимәк, теге бәхетһеҙ сабыйҙың ҡәбере лә ошо тирәлә? Морат, һөйөклөм, тыныслан! Үҙеңде ҡулға ал! Бына бит Хоҙай беҙҙе был урынға үҙе туҡтатты.
– Нина, Ниночка! Ә был таҫма әсәйемдеке ине… Нисә йыл үтһә лә, серемәгән… Ҡарт ҡайындың туҙы ышығында нисә йыл буйы һаҡланған… Хатта төҫө лә бик уңмаған бит әле… Бына бит тәбиғәт ниндәй һаҡсыл ҡарашта… Ә әҙәм балалары… Бер-береһенең боғаҙына йәбешергә әҙер торалар… Ошонда ерләнеп ҡалған сабыйҙың ни ғәйебе бар ине һуң? Яҡты донъяларҙа йәшәргә уның хоҡуғы юҡ инеме лә, уны тыуҙырған йәш әсәнең ни ғәйебе бар ине? Ә атайымдың, әсәйемдең, ҡусты-һеңлеләремдең?.. Ҡалғандарҙың ни ғәйебе бар ине? Меңәрләп ситкә һөрөлгән башҡа әҙәм балаларының ни ғәйебе бар ине? Тыуған ерҙәрен бер ҡайтып күрергә зар - интизар булып та, ситтә ерләнеп ҡалған кешеләр генә лә күпме?
Ошондай көтөлмәгән хәлдәрҙең булырын күңеле менән һиҙенгән зирәк Нина үҙе менән йөрәк дауаһы алып сыҡҡанына ҡыуанды.
– Морат, ҡәҙерлем, ошо дарыуҙы тел аҫтыңа ғына һал сәле…
– Нинам минең, һәр саҡтағыса, хәстәрлекле Ниночкам! Рәхмәт һиңә!
Дауа ярҙам иттеме, әллә үҙен ҡулға алыу булдымы, бер аҙҙан Морат, ысынлап та, тынысланып ҡалды.
– Әйҙәгеҙ, ҡәберҙе табып, тәрбиәләп китәйек, – тине ул.
Күп йылдар буйына ҡар, ямғыр һыуҙары йыуһа ла, ҡәберҙе табыуы ауыр булманы. Сүп-сарҙан таҙартып, рәшәткә һымаҡ нәмә лә эшләп ташлағас, был урында әле яңы ғына һулыш ала башлаған сабый ерләнгәнлеген белдереп торған ҡәбер барлыҡҡа килде… Нина балалар менән бергә аҡландан тамыры - ние менән ҡаҙып алып килгән сәскәләрҙе лә ултыртҡас, барыһының да күңеле бер аҙ тынысланып ҡалғандай булды. Әсәһенән отоп алып ҡалған бер - ике доғаны ҡәбер эргәһендә уҡып ебәргәндән һуң, Мораттың үҙенә лә еңел булып ҡалды.
Бөтә был күренештең өнһөҙ шаһиты булған ейән менән ейәнсәр ҙә күпкә өлкәнәйешеп киткәндәй тойолдолар.
Тауыш-тынһыҙ ғына тамаҡ ялғап алғандан һуң, тағы ла юлға әҙерләнделәр. Машинаға ултырышыр алдынан, алдан һөйләшеп килешелгәндәй, барыһы ла яңы ғына үҙҙәре тәрбиәләгән тубылсыҡҡа табан атланылар. Лена үҙе менән иң яратҡан ҡурсағын да алған ине.
– Ҡартатай, өләсәй! Мин ошо ҡурсағымды был бәләкәскә ҡалдырам, яраймы?
Өләсәһе: ”Ярай”, – тигәнде белдереп, башын ҡаҡты һәм ейәнсәренең етендәй йомшаҡ сәстәренән һыйпаны.
– Кире ҡайтышлай беҙ был ҡәбергә тыуған ер тупрағын һалып китербеҙ, эйеме, балалар? –тине ҡартаталары. – Тыуған ерендә генә түгел, бөтөнләй йәшәү насип булмаһа ла, рухын тартып торһон тыуған ер был сабыйҙың.
Тыуған яҡ ул тереклек иткәндәргә лә, баҡыйлыҡҡа күскәндәргә лә барыбер тыуған яҡ булып ҡала инде… Сит-ят яҡтың алтыны ҡойолоп торһа ла, кендегеңде ҡырҡҡан яҡтан да ҡәҙерле ер булмай икән ул. Бигерәк тә өлкәнәйә килә, тыуған төйәк үҙенә нығыраҡ тарта шул. Атаһының: “Их, тыуған яҡты бер генә ҡайтып күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем”, – тип әйткән һүҙҙәрен васыят урынына күреп, тыуған яғына ҡарай юл алыуы бит әле Мораттың үҙенең дә. Тик нисек ҡаршы алыр уны алыҫ та, яҡын да булған, йөрәктәргә ҡан һауҙырған йәнтөйәге?. Морат өмөт тулы күҙе менән алға, офоҡтарға баҡты...
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/narrow-pathway