Йәмғиәт
28 Октября 2025, 16:11

Балалар йортона бирмәнеләр...

Бөгөн - Халыҡ-ара олатайҙар һәм өләсәйҙәр көнө билдәләнә.  Ун ике балаға ғүмер биреп, һигеҙе генә үҫмерлек осорона етә алған, йәш саҡтарында уҡ бала ҡайғыларын күп күргән олатайым менән өләсәйемә беҙҙе үҫтергәндә лә еңелдән булмағандыр. Бер заман опеканан килеп йонсоттолар. Уны һуңғараҡ беҙҙе белгән кешеләр ебәргәнен белдек. Беҙгә үстәре булғанмы, әллә: “Балалар аҡсаһына рәхәтләнеп йәшәп яталар”, - тип асыуҙары килгәнме инде. Сөнки йыш ҡына: “Ана, хөкүмәттән ҡутарғансы аҡса алалар”, - тигән ҡайһы бер оҙон телле әҙәмдәрҙең һөйләнгәнен уға тиклем дә ишеткәнебеҙ бар ине. Тик олатайым менән өләсәйем, ҡая таштай, үҙ һүҙҙәрендә торҙолар һәм беҙҙең балалар йортона бирмәнеләр.

Балалар йортона бирмәнеләр...Балалар йортона бирмәнеләр...
Балалар йортона бирмәнеләр...


Егерме һигеҙ йәшендә генә әсәйем онкология менән ауырый. Атайым Өфөгә уның янына дауаханаға барып ҡайтҡас: “Өс баламдың әсәйһеҙ ҡалыуын күргем килмәй. Ҡатынымдан алда мин китһәм ине”, - тип илай. Бер ярты йыл тирәһе ваҡыт үткәс, утыҙ йәшлек атайымды йәшен ата. Биш айҙан һуң, ауыр сирҙән әсәйем дә уның артынан баҡыйлыҡҡа күсә. Миңә – алты, ағайыма – ете, ҡустыма – өс йәш ине ул ваҡытта. Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, икенсе төркөм инвалиды, етмеш ике йәшлек олатайым Мәүлетҡолов Таһир Мөхәмәтша улы менән алтмыш туғыҙ йәшлек өләсәйем Гөльямал Фәтҡолислам ҡыҙы тәрбиәгә алдылар. Ҡустымды олатайым толопҡа урап сана менән балалар баҡсаһына һөйрәп алып барғанын әле лә иҫләйем. Улар беҙҙе йәтимлекте һиҙмәһендәр, тип иркәләтеп кенә үҫтерҙеләр. Олатайым ағайым менән ҡустымды ирҙәр эшенә өйрәтһә, өләсәйем мине һыйыр һауырға, икмәк баҫырға, туҡмас киҫергә, бер рәттән бәйләм бәйләү, йөн иләү серҙәренә төшөндөрҙө. Өләсәйем һәр ваҡыт: “Кешенән һорап торорға булмаһын, үҙең белеп, өйрәнеп үҫ”, - тип әйтә торған ине.
Ун ике балаға ғүмер биреп, һигеҙе генә үҫмерлек осорона етә алған, йәш саҡтарында уҡ бала ҡайғыларын күп күргән олатайым менән өләсәйемә беҙҙе үҫтергәндә лә еңелдән булмағандыр. Бер заман опеканан килеп йонсоттолар. Уны һуңғараҡ беҙҙе белгән кешеләр ебәргәнен белдек. Беҙгә үстәре булғанмы, әллә: “Балалар аҡсаһына рәхәтләнеп йәшәп яталар”, - тип асыуҙары килгәнме инде. Сөнки йыш ҡына: “Ана, хөкүмәттән ҡутарғансы аҡса алалар”, - тигән ҡайһы бер оҙон телле әҙәмдәрҙең һөйләнгәнен уға тиклем дә ишеткәнебеҙ бар ине. Тик олатайым менән өләсәйем, ҡая таштай, үҙ һүҙҙәрендә торҙолар һәм беҙҙең балалар йортона бирмәнеләр.
Олатайымды, алдан бер-бер артлы үҙенең ҡыҙҙарының ирҙәре үлеүе һәм ҡустымдың ун алты йәшендә генә гүр эйәһе булыуы, аяҡтан йыҡты. Ҡустымдың урамдағы велосипедына тәҙрәнән ҡарай ҙа, илай ине. Туғыҙ айҙан үҙе лә мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Өләсәйем иһә минең дә әсәй булғанымды күреп, туҡһан ике йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Иң үкенгәнем, уларҙы иҫән саҡтарында ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп өлгөрә алманым, тип уйлайым.

Миңһылыу Мөкминова. Стәрлетамаҡ ҡалаһы. 

Балалар йортона бирмәнеләр...
Балалар йортона бирмәнеләр...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас