

Һәр яңы блоггер интернет киңлектәрендә пәйҙә булыу менән быға тиклем ни тиклем дөрөҫ йәшәмәүебеҙҙе аңлайбыҙ. Кейгән кейемебеҙҙең төҫө күптән моданан сыҡҡан, ашаған ризығыбыҙ шау һимертеүсе аҙыҡтарҙан ғына торған, дауаланған дарыуҙарыбыҙҙың да файҙаһы юҡ, имеш. Бына ул тәҡдим иткән нанопродукция мең төрлө сиргә дауа. Ябығам тиһәң дә ярҙам итә. Бары тик уны ҡабул иткәндә, бер юлы, көнөнә өс литр самаһы һыу эсергә, ун мең аҙым атларға ғына кәрәк...
Аҡыл һатыусы блоггерҙарҙың был эшенә депутаттар нөктә ҡуйырға уйлай. Улар махсус белемдәре булмаһа, теге йәки был тауарға реклама эшләргә тейеш түгел, ти. Тик шатланырға ашыҡмағыҙ. Был ҡарарҙы Ҡытайҙа сығарырға планлаштырғандар.
Фото интернеттан алынды.